Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
ӨйәңкеКүңел йөктәренең йылдар түгел, хатта көн үлсәмендә ишелеп ауырая барыуы һуңғы ваҡытта Мөғәллимде бөтөнләй бөлдөрҙө. Ҡартлыҡ баҫҡысына аяҡ баҫҡанда ла аңы теүәл, зиһене зирәк уҙаман тәҡдиренең иң мөһим мәлен иғтибарһыҙ ҡалдырғаны, вайымһыҙлыҡ күрһәткәне өсөн бирелгән яза тип ҡабул итте бөгөнгө көнөн. Ғүмер тигәнең уның эргәһенән генә елеп үтте лә китте.
Күп уйланды Мөғәллим үҙенең мәғәнәһеҙ янып бөткән ғүмер усағы тураһында. Күршеһенең тормошона ҡарай ҙа ғаиләһе, балалары юҡлығына “Балаһыҙ бер илаған, балалы мең илаған”, тип ҡуя. Рәсимдең дә артыҡ шатланырлыҡ урыны юҡ. Оло ҡыҙы, иҫерек иренән бер туҡтауһыҙ туҡмалыуҙан ауыры төшөп, бала таба алмай. Өйләнмәгән улы йыш ҡына эсеп ҡайтып ғауға ҡуптара. Кинйә ҡыҙы, ике бәпесен күтәреп, иренән айырылып ҡайтты. Кейәүе наркотик менән мауығып дауахананан сыға алмай яфалана. Балаларының ризығына ҡул һонған атай атаймы инде ул? Ҡатынының эш хаҡы етмәй, хатта балаларына тәғәйенләнгән ярҙам аҡсаһын да урлай башлағас, ҡыҙы түҙмәне, ике балаһын етәкләне лә, ҡайҙа барһын, атай йортона ҡайтты.

Мөғәллим йәшәгән урамдағы ғаиләләрҙе барлап китһәң, ниндәй генәһе юҡ… Хоҙай ауырлыҡтарҙы кешегә һынау өсөн бирә. Уларҙы сабырлыҡ менән күтәрә, үткәрә белгәндәргә бәхет йылмая. Өй аша күршеһенең донъяһы ниндәй ҙә Мөғәллимдеке ҡайһылай?! Ә бит Сәғит унан ике йәшкә генә оло. Һыу инергә төшкәнендә Мөғәллимдең ҡармаҡ тотоп өйәңке төбөндә ултырғанын күрә лә таҡмаҡлай торғайны:
Моғай ҡустым, балыҡ менән
Бөгөн биҙрәң тулмай.
Һин дә егет, мин дә егет –
Кәләш алып булмай.
Тәүҙә оҙаҡ ҡына ауырып ятҡан ата-әсәһен тәрбиәләне. Уларҙы һуңғы юлға оҙатыуға, ел-дауыл ҡубып, бөтә донъяһы янғындан юҡҡа сыҡты. Ләкин сабыр холоҡло Сәғит бирешмәне, тырышып, яңынан йорт һалып инде. Күрше ауылдан үҙ тиҫтере Нәзифәне кәләшкә алып ҡайтты ла бынамын тигән ике бәһлеүән егет тәрбиәләне. Улары ла аталарына оҡшап бәләкәйҙән балта, сүкеш, салғы тотоп үҫте.
Ә инде Әминә апайҙың яҙмышын дошманыңа ла күрһәтмәһен. Әсәһе ауырый башлағанда, балалары тураһында ла уйламай, яман эсә ине ул. Шуға ла балалары буй еткерҙе лә, иҫерек әсәләренең холҡонан ғәрләнеп, бишеһе биш яҡҡа сығып китте. Берҙән-бер ҡыҙын Әҡлимә әбей ел-ямғыр тейҙермәй генә үҫтерҙе. Бабайы менән ҡыҫынҡы ғына йәшәһәләр ҙә, иң тәмле ризыҡ, иң матур кейем Әминәнеке булды. Ата-әсәһенең итәгенән төштө лә ипле генә ауыл егете Мансурға кейәүгә сыҡты. Мул тормошта бер-бер артлы бәпестәре тыуҙы. Әсә кешегә ошо тиклем бәхеткә шөкөр итеп йәшәргә ине лә, күрәһең, ундай тормош та ялҡыта әҙәм балаһын. Әминә апай башта йәшерен генә, һуңынан яҡындарының асыуланыуына ла ҡарамай әҙәпһеҙ ҡыланып эсә башланы. Был ҡайғыға тиҙ бирешкән ҡәйнә-ҡайныһын ерләне Мансур. Оҙаҡ та үтмәй, үҙе лә яман шештән донъя ҡуйҙы.
Әминә апай яңғыҙ теүәл ике ай йәшәне. Өйөндә еҫләнеп боҙола башлаған кәүҙәһен табылған көндә үк ерләнеләр. Әжәлдең үҙ ҡорбанын ҡайҙа аңдыуын бер кем дә әйтә алмай. Өй эсе тулы бала үҫтереп, ауыр саҡта уларҙың береһе лә эргәңдә булмағас, яңғыҙ йәшәнең ни ҙә бала үҫтерҙең ни?!
Балыҡ ҡарпыһа, Мөғәллимдең уйҙары өҙөлөп ҡала. Эләккәнен һыуҙан тартып алып ҡармаҡтан ысҡындырырға, өйәңке төбөндәге биҙрәгә илтеп һалырға, яңынан ем эләктерергә кәрәк. Ә Мөғәллимгә төпһөҙ уйҙар диңгеҙенә сумып ләззәтләнеп ултырыу артығыраҡ. Уйҙар, уйҙар… Үҙенең үкенесле үткәндәрен нисек кенә аҡларға тырышһа ла, аңлай, әлбиттә: әгәр уға яңынан бер ғүмер бирелһә, әлегесә йәшәмәҫ ине. Ниңә тәүәккәлләмәнем, вайымһыҙлыҡ күрһәттем, тигән һорауҙар бөгөн яфаламаҫ ине уны. Уның да бәхеткә хоҡуғы бар. Эйе, хоҡуғы бар, тик бәхетен Мөғәллимдән бер кем дә тартып алманы. Барыһына ла үҙе ғәйепле. Ярай әле йыуанысы – өйәңкеһе бар. Ҡайһы бер кистә уның эргәһенә һуңлабыраҡ төшһә, мөхәббәтле йәштәрҙең сөкөрҙәшеп һөйләшеп ултырғанын ишетә лә бесәй аҙымдары менән кире өйөнә ҡайта.
Әсәһе мәрхүм булғандан бирле тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ өй эштәрен үҙе башҡара. Хәйер, ятһа ла, торһа ла, уға ҡамасаулаған кеше юҡ, япа-яңғыҙ ғүмер итә Мөғәллим. Әммә Дим буйында үҫкән ҡарт өйәңкеһе эргәһенә, бигерәк тә һуңғы йылдарҙа, бер көндә лә килмәй ҡалмай. Юҡ, балыҡ ҡармаҡлар өсөн генә түгел, күргән, ишеткән, үткәндәрҙе барлар өсөн килә ул бында. Тормош юлының үтелгән һәр кескәй генә боролошо ла үҙе бер ҙур ваҡиға шул.
Йәшлек дәрте менән һөйөүҙән ялҡынланып янған сағы ла булды Мөғәллимдең. Шул мәлдәрҙә маһайыуын баҫып, тәүәккәлләһә, бөгөн бәхетенә һөйөнөп бөтә алмаҫ ине. Усаҡта йылытмай ҙа, һүнмәй ҙә ятҡан торонбашты хәтерләтеп үтмәҫ ине тормошо. Һуңғы йылдарҙа ла үҙе һымаҡ бер яңғыҙҙы бәхетле итә ала ине бит. Был “усаҡ”тың ҡасан, нилектән һүнә башлауын яҡшы аңлай Мөғәллим, әммә һуң инде.
Гөлнуры, бөтә сәскәләрҙән гүзәл, нур балҡытып торған Гөлнуры, Мөғәллимдән башҡа ла бәхетле! Әгәр һуңғы осрашыуҙарында тәкәбберлеген еңеп: “Китмә, Гөлнур, ғәфү ит!” – тиһә…
Уҡыуҙар тамамланған, имтихандарҙы тапшырып, ҡулға документтарҙы алған ваҡыт. Ҡыҙ һәм егет бер-береһе менән аңлашты. Шул ваҡытта Гөлнур: “Һинән башҡа, Мөғәллим, киләсәгемде күҙ алдына ла килтерә алмайым”, – тине. Ғүмер буйы бергә ҡалырға вәғәҙәләште йәш йөрәктәр. Гөлнурҙың яратыуын Мөғәллим күптән һиҙенһә лә, ҡыҙҙың йөрәк хисен асыҡтан-асыҡ әйтеп һалыуы егетте бер аҙ һауаландырып ебәрҙе. Мөғәллим дә һөймәҫлек егет түгел, ә Гөлнур фәҡәт уныҡы ғына буласаҡ. Егетендә үҙенә ҡарата бер аҙ үҙгәреш күрһә лә, уның эрерәк ҡыланып, ҡайһы берҙә самаһыҙ ҡабарынып китеүен ҡыҙ яратыуына һылтаны.
Гөлнур медицина училищеһына уҡырға инергә хыяллана, шуға ла имтихандарға етди әҙерләнергә тип Өфөгә китергә булғайны. Егет уның теләгенә ҡаршы килде, төрлө дәлилдәр килтерҙе, ләкин Гөлнур үҙ һүҙендә торҙо. Һуңғы сигенә еткән Мөғәллим: “Бар әйҙә, тиҙерәк китә һал, ауылда ҡыҙҙар бөтмәгән, һин юҡта күңелде асыусылар табылыр әле”, – тип әйтеп һалды. Гөлнурынан бер аҙға түгел, бер минутҡа ла айырылғыһы килмәгән егет ошо әйткән һүҙенә ғүмер буйы үкенә. Мөхәббәтенә сарсап, наҙлы хистәргә бирелгән, егетенән бер аҙға айырылып торасағына ярһып йөрөгән ҡыҙ йөрәге ошонан һуң таш булып ҡатты. Ул ни әйтергә лә белмәне. Мөхәббәт менән нәфрәт бергә ҡушылды. “Ғәфү итсе, Гөлнур!” – тигән һүҙҙәрҙе ишетһә, мөхәббәте еңер ине.
Ошо осрашыуҙан һуң Гөлнур өйәңке эргәһенә башҡа килмәне. Үҫмер саҡтан бер-береһенә тартылған йөрәктәргә айырылышыу бик ауыр ине. Гөлнур үҙе менән ҡояшты ла алып киттеме ни – йән яфаһы, йоҡоһоҙ төндәр башланды, ҡайҙа барһа ла Мөғәллимгә һөйгән ҡыҙын хәтерләтте ауыл. Бөтә донъяға һөрән һалып ҡысҡырғыһы килде уның, ә Гөлнурҙан ғәфү үтенергә ашыҡманы. Ҡыҙҙың ҡаланан ҡайтыуын көттө, һуңынан “һағыныр ҙа үҙе килер”, тип өйәңке төбөндә көткән булды. Һөйгәне күренмәгәс, уларҙың ҡапҡаһы төбөндә төндәр үткәрҙе. Өйҙәренә инергә ҡыйыулығы етмәне. Ауылда таралған имеш-мимештән асыуы ҡабарып йөрөгән Гөлнурҙың әсәһенән шөрләне, дөрөҫөрәге, тәүәккәллеге етмәне Мөғәллимдең. Ә Гөлнур ғәфү итергә әҙер ине. Имтихандарын уңышлы тапшырып, конкурс ҙур булыуға ҡарамаҫтан, уҡырға ингәс, шатлығымды һөйгәнем менән уртаҡлашырмын, осрашырбыҙ, аңлашырбыҙ тигән өмөт менән ҡайтты ҡыҙ. Әсәһе: “Мөғәллим үҙенән оло ҡатындарға йөрөй, эсә лә башланы”, – тип һөйләгәс, күңеле һыуынды. Ул ошо көндән башлап башкөллө уҡыуға сумды.
Ҡойоп ҡуйған һылыуҡай тип әйтеп булмай Гөлнурҙы, ә яҡыныраҡ танышҡан һайын, үҙен яраттыра белә. Илһам исемле буласаҡ хирург күңелендә мөхәббәт осҡоно тоҡандырғас, йәштәр оҙаҡҡа һуҙмай яҙылышып, егеттең тыуған яғына, Урал аръяғындағы санаторийға эшкә китте. Илһам бәхетле итә алды ҡыҙҙы. Гөлнур бер-бер артлы ике малай, үҙенә оҡшаған ҡыҙ табып ҡыуандырҙы.
Тик Мөғәллимдең яҙмышы икенсерәк юл алды. Бөтөнләй һөнәрһеҙ көйө ауылда ла йәшәүе ситен, шуға ул механизаторлыҡҡа уҡып ҡайтты. Хәмер эсергә әүәҫ булманы, әммә тура килһә, баш тартманы. Әсәһе борсолоп: “Килен күрмәй үлеп китәм инде, ҡасан өйләнәһең? Миңә лә еңелерәк булыр ине”, – тиһә, иңбаштарын һикертеп кенә ҡуя ла яуаптан ҡотола. Ҡыҙҙар ҙа юҡ түгел, әммә тәүге мөхәббәтенән һуң бер кем дә йөрәген яулай алманы. Хатта Гөлнурҙың әсәһе лә, егетте йәлләп: “Ҡыҙыбыҙ кейәүҙә бит инде, һин дә өйлән”, – тиһә лә, Мөғәллим эштән һуң әсәһенә ярҙамлаша һалып, ҡармағын эләктерер, унан әлеге өйәңкеһе эргәһенә йүгерер булды. Ниндәйҙер тылсымлы ҡармаҡ ине ул. Мөғәллимдең ваҡыты наҡыҫ булғанда, йәһәт кенә хужаһына ла, бесәйенә лә етерлек балыҡты тота ла бирә. Тик Мөғәллим йышыраҡ балыҡ тотоу ниәтенән түгел, ә өйәңкеһен һағынып килә. Уйҙары Дим һыуы һымаҡ аға ла аға… Ул йылдар буйы ошолай өйәңкеһе эргәһендә күңелен йыуатты. Ғүмере заяға үтте кеүек.
Бер мәл төнөн Мөғәллим көслө тауышҡа уянды. Өйөнөң түбәһе иҫкергән, ҡағыҙ һымаҡ йоҡа ҡалай саҡ ҡына ел булһа ла дөбөрләй — йылҡы өйөрө сабып үтәме ни! Мөғәллим ишек алдына сыҡты. Тәҙрә эргәһендә үҫеп ултырған муйылдың, исмаһам, бер япрағы ҡыбырлаһасы. Төн тып-тын. Биле һыҙлауға, аяҡтарының ауыртыуына артыҡ иғтибар итмәй әлеге өйәңкеһе яғына китте. Һиҙенде ул һәм яңылышманы. Төнгө тауыш өйәңкенең Мөғәллим менән хушлашыуы булған икән: олоно һыу төбөнә китеп юғалған, ә яланғас тамырҙары аҡтарылып ята. Бала сағын, үҫмер-йәшлек йылдарын, ғөмүмән, бөтә ғүмерен күҙаллаған дуҫы – ҡарт өйәңкеһе – Мөғәллимде япа-яңғыҙ ҡалдырған. Быйыл ҡарғалар ҙа уға оя ҡормағайны, һиҙенгәндәр, күрәһең. “Ҡартайҙыҡ шул…” – Мөғәллим өйәңкеһенең йәнһеҙ ҡайырыһын һыйпаны. Күҙенән тыпылдап йәштәре тамды. Ағастарҙы тере йән тиҙәр. Әгәр буш һүҙ булһа, шул тиклем өҙгөләнер инеме һуң Мөғәллимдең йөрәге?! Ҡайғы менән килһә, ул өнһөҙ генә ҡара яна, ә шатлығына ботаҡтарын елберҙәтеп йәнләнеп китә торғайны бит. Ағас тамырҙарына йәбешеп, хәлһеҙләнеп сүкте Мөғәллим. Бер аҙға ниндәйҙер ике донъя уртаһында ҡалды. “Өйәңке, ал мине үҙ яныңа”, – тип бышылданы. Елеп кенә үтеп китеп барған ғүмеренең һуңғы минуттарында япа-яңғыҙ ҡалған Мөғәллим, ҡараңғылыҡҡа күсеп барғандай аңын тамам юғалтып, бөтөнләй бөгөлөп төштө…



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы?

Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы? 23.03.2019 // Йәмғиәт

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың 100 йыллығы уңайынан Инстаграмдағы аккаунтында халыҡҡа...

Тотош уҡырға 29

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап 22.03.2019 // Йәмғиәт

Иртәгә, 23 мартта, Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу билдәләнә....

Тотош уҡырға 40

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә илдә йәмәғәт ойошмаларының...

Тотош уҡырға 80

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды 22.03.2019 // Йәмғиәт

Күптән түгел Баймаҡ районының Күсей мәктәбе “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылһа, кисә Беренсе Этҡолдағы...

Тотош уҡырға 45

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты 22.03.2019 // Йәмғиәт

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тарафынан ойошторолған “Иғтибар: балалар!” иҫкәртеү...

Тотош уҡырға 35

Бер быуатлыҡ документтар

Бер быуатлыҡ документтар 22.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының юбилейына арналған саралар сиктәрендә Башҡортостандың Милли архивы 100...

Тотош уҡырға 49

Бөгөн ниндәй көн?

Бөгөн ниндәй көн? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Бөтә донъя һыу ресурстары, Таксистар көнө билдәләнә. Шулай уҡ бөгөн Балтик диңгеҙе һәм, иң...

Тотош уҡырға 60

Буҙа эсеп, талҡан ашап...

Буҙа эсеп, талҡан ашап... 22.03.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта һәр кем сифатлы ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Магазиндағы ялтыр-йолтор ҡаплы, ҡайҙалыр...

Тотош уҡырға 144

Яҙ менән йәй нисек киләсәк?

Яҙ менән йәй нисек киләсәк? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Гидрометүҙәге илдә апрелдән сентябргә тиклем ниндәй һауа торошо булыуы тураһындағы яҡынса...

Тотош уҡырға 135

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы?

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Илебеҙҙең бер нисә ҡалаһы Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы менән бәйле....

Тотош уҡырға 37

Йолаларыбыҙ – милли сәнғәт нигеҙе
Күсмә ултырыш үтә

Күсмә ултырыш үтә 22.03.2019 // Йәмғиәт

25 – 28 мартта Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары...

Тотош уҡырға 29