Бар бит ул мөғжизә!

31-12-2011, 07:41 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Бар бит ул мөғжизә!Өфөлә егерменән ашыу боҙ ҡаласығы ҡалҡып сыҡты. Уларҙағы ҡупшы шыршы, гәлсәр һындар, хушты алырлыҡ һырғалаҡтар тирәһендә балаларҙың һәм өлкәндәрҙең ихлас көлөүе тынмай. Һеҙҙе лә, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ, шау-гөр килгән ҡайһы бер майҙансыҡтар буйлап сәйәхәткә саҡырабыҙ.
Ленин майҙанында тауҙан шыуып төшөү менән катокка барып эләктек. Конькиҙа йөрөргә яратыусылар өсөн быйыл ошондай бүләк яһағандар. Бушлай катокка ҡаланың төрлө мөйөшөнән киләләр. Шыршыны ике яҡтан һаҡлап ятыусы аждаһалар һәм башҡа боҙло һындар янында һәммәһе фотоға төшөргә ашыға.
“Өфө” универмагы эргәһендәге майҙанда ауыл мөхитенә юлыҡтыҡ. Ҡаланың 2-се художество мәктәбе уҡытыусылары Азамат Ғарипов, Салауат Ғиләжетдинов, Рәмил Ғәйфуллин “Ауыл күренештәре” композицияһын ижад иткән. Балыҡсы малай, милли кейемдәге әбей менән бабай, лабиринт рәүешендә эшләнгән мал-тыуар һарайы, ҡарлы сәскә эргәһенән тиҙ генә үтеп китеп булмай, уларға ҡарап, бер аҙға яҡты хәтирәләргә бирелге килә. Октябрь проспекты буйында һуҙылып төшкән аждаһа тинлектәр менән ҡапланып бөткән. Баҡтиһәң, өфөләр ырым уйлап сығарған: аждаһа һынына аҡса йәбештерһәң, йыл мул киләсәк, имеш.
Затон биҫтәһендәге “Тулҡын” баҡсаһы әкиәт донъяһына әүерелгән. Ғалим, яҙыусы Жәлил Кейекбаевтың “Урман әкиәттәре” китабына арналған ҡаласыҡ тылсымлы һәм изге күңелле геройҙар менән тулған.
Мотор эшләүселәрҙең мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанға ваҡыт машинаһын урынлаштырғандар тип уйларһың. Скульптор Ринат Бикбулатов ҡала халҡын 200 йыллыҡ тарих төпкөлөнә алып ҡайтырға ынтылған. Ҡыйыу йөрәкле атлылар, мөһабәт ҡәлғәләр күңелдә ҡурҡыу уятмай. “Яңы йылдар килә торор, тик үткәндәрен дә онотмағыҙ,” – тип киҫәтә кеүек улар.
Совет майҙанындағы ҡаласыҡтың быйыл Владимир Маяковский исемендәге бәләкәй баҡсаға күсерелеү хәбәрен ишетеп, шунда юлландыҡ. Рәссам Кәбир Ғөбәйҙуллин һәм Өфө студенттары боҙло һындарҙы совет шағирына бағышлаған. Атаһынан яҡшы менән ямандың нимә икәнлеген һораусы малай һәм башҡа геройҙарға ҡарап, В. Маяковскийҙың ижадына байҡау яһарға мөмкин. Авторҙар шағир йәшәгән дәүерҙе һынландырыуға ла күп тырышлыҡ һалған. Пионерҙар, “СССР” тигән яҙыулы ракета, скульптор Вера Мухинаның ураҡ һәм сүкеш тотҡан эшсеһе һәм колхозсыһы һынында ҡатып ҡалған Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, уҙған быуаттың 50-се йылдарындағы техника – барыһы ла баҡсаны Советтар иленә әүерелдергән.
Боҙло ҡаласыҡтар кешеләрҙе төрлө дәүергә күсереп алып китә, күңелдәрҙе шатлыҡ, өмөт менән һуғара. Мөғжизәләр юҡ тип кем әйтһен!
Нурзиә ХӘСӘНОВА