Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Димсе диңгеҙ кистерә
Димсе диңгеҙ кистерәКәләш алмаған таныштарым бихисап. Кейәүгә сыҡмаған әхирәттәрем тағы ла күберәк. Егеттәр йүнле ҡыҙҙар юҡ ти, ҡыҙҙар иһә көслө заттың "ысын ир" була белмәүенә баҫым яһай. Ә бит тегеләрҙең дә, быларҙың да ғаиләле булғыһы, бала баҡҡыһы килә. "Их, элек рәхәт булған, димселәр, ата-әсәләр үҙ-ара ғына кәңәшләшеп мәсьәләне хәл иткән дә ҡуйған. Меңәрләгән кеше араһында үҙенә кәрәклеһен эҙләп тә йонсомағандар", — тигәйне яңыраҡ утыҙҙы үтеп тә бер тапҡыр ҙа кейәүгә сыҡмаған әхирәтем. Ә ниңә бошонорға? Димселәр бөгөн дә бар бит! Яңыраҡ шуларҙың береһе менән таныштым.

Әнүзә апай Йомағолованы күреүгә үк йөҙө таныш кеүек тойолдо. Бик әүҙем апайҙың булышмаған шөғөлө, йөрөмәгән ере юҡ икән. Ғүмерен уҡытыусылыҡҡа арнаған ханым, пенсияға сыҡһа ла, тәрбиә биреү эшен ташламаған. Асыҡ, тура һүҙле, рухлы апай менән аралашыуы еңел һәм рәхәт. Бер сәғәт эсендә генә лә ул шул тиклем күп нәмә тураһында һөйләргә өлгөрҙө.
Димселеккә килгәндә, был — уның күңеле, йөрәге ҡушыуы буйынса башҡарған эше. Бының өсөн уға аҡса ла, ниндәйҙер баһа ла кәрәк түгел.
— Үҙебеҙҙең милләт йәштәренең яңғыҙ йөрөүенә шул тиклем йәнем әрней. Ҡыҙҙарыбыҙ сит милләт кешеләренә кейәүгә сыға башланы, шәп кенә егеттәребеҙҙе үткер башҡалар эләктереп ала һала. Ошоларҙы күҙәтеп йөрөп, шундай фекергә килдем: үҙемә димселеккә тотонорға кәрәк, — ти Әнүзә апай.
Эш тәүҙә таныштар араһында башлана. Дуҫтар, туғандар, курсташтарҙың балаларын бәләкәйҙән белгәнлектән, һәр береһенең холоҡ-фиғелен күҙаллай. "Бының улына бының ҡыҙы тура килер, был ҡыҙҙың холҡона шуның улы яҡшы пар буласаҡ" тигәнерәк фекер йөрөтә. Йәштәрҙе ҡауыштырыу өсөн бәләкәй хәйләләргә лә бара ул. Мәҫәлән, филармонияға билет ала ла, алдан әйтмәй генә урындарын тура килтерә. Шулай яңы ғаиләләр тыуа.
Баш ҡала мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләгәс, һәр саҡ күреп йөрөй: юғары белемле уҡытыусы ҡыҙҙар һаман кейәүгә сыға алмай.
— Ҡайҙа ҡарама, бына тигән шәп башҡорт ҡыҙҙары. Тик ҡыйыуһыҙҙар, оялсандар. Беҙҙе дөрөҫ тәрбиәләмәгәндәр бит, имеш, тыйнаҡ, сабыр бул. Минеңсә, был мәүешлеккә килтерә. Һин тыныс ҡына көтөп ултырғансы, һәйбәт ҡыҙҙар-егеттәрҙе үткерерәктәр эләктереп тә ала. Ата-әсәләр ҙә балаларына, уҡып бөтмәйенсә өйләнеү тураһында уйлама ла, тип ҡаты әйтеп ҡуя. Ә бит студент осоро — ғаилә ҡороу өсөн иң уңайлы мәл. Уҡыу йортонда, ятаҡта тиңдәштәрең күп, күңелеңә ятҡанын һайлап алырға мөмкин, — ти ул.
Димселеккә ныҡлы тәүге мөһим аҙым ул ойошторған осрашыуҙар була. Тәүҙә егет-ҡыҙҙарҙы "Нефтсе" мәҙәниәт һарайына саҡыра. Тик ҡыҙҙар әүҙем булһа ла, кисәгә бер егет тә килмәй. Оялалар. Аҙаҡ Салауат Юлаев майҙанында тағы бер осрашыу үткәрә. Бында инде егеттәр күберәк йыйыла. Бергәләп ултырып аралашалар, бер-береһен оҡшатҡан ике пар йөрөп тә килә.
Элек оялсан, тыйнаҡ йәштәребеҙ хәҙер аҙа башланы. Был мәсьәлә лә димсене борсой. Йә бигерәк тәртиплеләр, баштары уҡыуҙан сыҡмай, диплом артынан диплом алалар, йә аҙып-туҙып, эсеп, тәмәке тартып йөрөйҙәр. Хәҙер ауыл ҡыҙҙары ла боҙолдо.
— Ҡатын-ҡыҙҙы әллә нисәмә диплом, кандидат дәрәжәләре түгел, ә ире, балаһы, ғаиләһе бәхетле итә бит. Әле миңә килгән ҡыҙҙар араһында фән кандидаттары, икенсе, өсөнсө юғары белем алыусылар бар. Нимәгә ул һеҙгә ҡатырға? Бер юғары белем алғанһың икән, еткән! Әгәр уҡыуын, фән эшмәкәрлеген ғаиләһе, балалар үҫтереү менән бергә алып бара ала икән — яҡшы, юҡ икән – туҡтат, ғаиләле булыуҙы ҡайғырт. Шулай тураһын әйтәм уларға, — ти димсе, көлөп.
Үҙе күреп һөйләшмәгән кешеләр менән эшләп тә тормай. Һәр кемде белеп, эске донъяһын күҙалларға тырыша.
— Ниндәй принцип буйынса парҙарҙы тура килтерәһегеҙ? — тип һорайым.
— Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыймай. Шуға күрә холҡо буйынса ике лидерҙы таныштырмайым. Икеһе лә тыныс булғандарҙы ла осраштырмайым. Тормошта береһе үткер, алға әйҙәүсе булһа, икенсеһе эйәрергә, уға ярҙамсы, терәк булырға тейеш бит. Шул саҡта донъя көтөүе лә еңелерәк, — ти әңгәмәсем. — Айырылған кешеләрҙе айырылғандар, балалыларҙы балалылар менән ҡауыштырырға тырышам. Социаль, матди хәле, белеме буйынса ла тиң булыуҙары шарт.
Ауырлыҡтар, әлбиттә, бар. Мәҫәлән, димсе күҙәтеүенсә, хәҙер ҡыҙҙар тырышыраҡ. Күптәренең фатиры бар, юғары белемлеләр. Шуға күрә улар талапты юғары ҡуя, үҙҙәренән түбәнерәктәр, ауылда йәшәгәндәр менән күрешкеһе килмәй. Егеттәр ҙә, үҙенең торлағы юҡ икән, фатирлы ҡыҙ менән танышырға теләмәй. Имеш, ул альфонс түгел, ҡатын-ҡыҙ иңендә йәшәмәйәсәк. Ир-ат күберәк ауылда өй һалып донъя көтөргә теләһә, ҡыҙҙарҙың ҡалала, айырыуса Өфөлә төпләнгеһе килә. Тағы шуныһы: егеттәрҙең димсегә тәүге һорауы "Матурмы?" була. Матурлыҡтың туйҙа ғына кәрәклеге, ә тормошта уңғанлыҡ, изге күңеллелек мөһимлеген аңлап етмәй улар. Ҡыҙҙар ҙа тик юғары белемлене, байҙы таптыра икән.
— Өлкән йәштәгеләр менән күпкә еңелерәк. Уларҙың талаптары ҙур түгел, ни бары бергә ҡартлыҡ ҡаршыларға иптәш кәрәк. Бындайҙар менән эшләгәндә балалары менән уртаҡ фекергә килеү, уларҙы ризалаштырыу бурысы ла иңемә төшә, әлбиттә, — ти Әнүзә апай.
Республикала, илдә айырылышыуҙар һаны артҡандан-арта. Бик ҡыҙғаныс, әммә ҡайһы бер ғаиләләр өс айҙан да тарҡала бит. Йәнәһе, холоҡтары тура килмәгән. Йөрөгән саҡта матур, үҙен ҡараған ҡыҙ кейәүгә сыҡҡас, ирен дә тәрбиә итергә онота, егет иһә ғаилә башлығы роленә әҙер булмай сыға.
Буйҙаҡтар, яңғыҙҙар проблемаһы — үҙе бер заман бәләһе. Ә бит элек, ысынлап та, айырылышмағандар, ғаиләләр ныҡлы, күп балалы булған. Ошо шарттарҙа димселәр институтын тергеҙеү – өлгөрөп еткән мәсьәлә. Әнүзә апай кеүектәр ҡулдарынан килгәнсә кешегә ярҙам итә, ә ундайҙар һәр ҡалала һәм районда булһын ине.
Мәҡәләне бер ҙә күңелһеҙ тамамлағы килмәй. Шөкөр, республикабыҙҙа Әнүзә апай табыштырған тиҫтәләгән ғаилә бар, уларҙа бөгөн балалар үҫә, тормош дауам итә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы?

Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы? 23.03.2019 // Йәмғиәт

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың 100 йыллығы уңайынан Инстаграмдағы аккаунтында халыҡҡа...

Тотош уҡырға 29

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап 22.03.2019 // Йәмғиәт

Иртәгә, 23 мартта, Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу билдәләнә....

Тотош уҡырға 40

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә илдә йәмәғәт ойошмаларының...

Тотош уҡырға 80

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды 22.03.2019 // Йәмғиәт

Күптән түгел Баймаҡ районының Күсей мәктәбе “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылһа, кисә Беренсе Этҡолдағы...

Тотош уҡырға 45

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты 22.03.2019 // Йәмғиәт

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тарафынан ойошторолған “Иғтибар: балалар!” иҫкәртеү...

Тотош уҡырға 35

Бер быуатлыҡ документтар

Бер быуатлыҡ документтар 22.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының юбилейына арналған саралар сиктәрендә Башҡортостандың Милли архивы 100...

Тотош уҡырға 49

Бөгөн ниндәй көн?

Бөгөн ниндәй көн? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Бөтә донъя һыу ресурстары, Таксистар көнө билдәләнә. Шулай уҡ бөгөн Балтик диңгеҙе һәм, иң...

Тотош уҡырға 60

Буҙа эсеп, талҡан ашап...

Буҙа эсеп, талҡан ашап... 22.03.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта һәр кем сифатлы ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Магазиндағы ялтыр-йолтор ҡаплы, ҡайҙалыр...

Тотош уҡырға 144

Яҙ менән йәй нисек киләсәк?

Яҙ менән йәй нисек киләсәк? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Гидрометүҙәге илдә апрелдән сентябргә тиклем ниндәй һауа торошо булыуы тураһындағы яҡынса...

Тотош уҡырға 135

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы?

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Илебеҙҙең бер нисә ҡалаһы Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы менән бәйле....

Тотош уҡырға 37

Йолаларыбыҙ – милли сәнғәт нигеҙе
Күсмә ултырыш үтә

Күсмә ултырыш үтә 22.03.2019 // Йәмғиәт

25 – 28 мартта Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары...

Тотош уҡырға 29