Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Һорау - яуапБорсолорға урын юҡ

Улым миңә һәм әсәйемә, йәғни уның өләсәһенә, яҙылған өйҙә теркәлгән. Әммә һуңғы ваҡытта әсәйемә ейәненең банкка кредит түләмәүе тураһында хаттар килә башланы. Шуға ул, фатирҙы һатып, ейәненең бурысын ҡаплатырҙар тип ҡурҡа. Үҙем әсәйемә ярҙам итер инем дә, ситтә йәшәйем.
Б. БУЛАТОВА.
Баймаҡ районы.

Бында хәүефләнергә урын юҡ, сөнки күсемһеҙ милек — һеҙҙең һәм әсәйегеҙҙең генә фатиры. Әгәр ҙә улығыҙҙан бурысын түләтергә булһалар, фәҡәт уның ғына мөлкәтен тартып алыуҙары ихтимал. Әммә әсәйегеҙҙе төрлө шылтыратыуҙар менән йонсотоуҙары, улығыҙҙы таптырыуҙары, суд приставтарынан хаттар килеүе бар. Әгәр фатирҙағы әйберҙәрҙе улығыҙ түгел, үҙегеҙ генә һатып алһағыҙ, быны һеҙ төрлө чектар, квитанциялар һәм башҡа документтар менән иҫбатларға йыйынығыҙ.

Түрәләр юлын тапҡан

Былтыр Рәсәй Президенты В. Путин өс йәшкә тиклемге сабыйҙарҙың балалар баҡсаһына сиратын бөтөрөргә бойорҙо. Һөҙөмтәлә илдең Мәғариф һәм фән министрлығы түрәләре бик «ҡыҙыҡлы» ысул уйлап сығарған: сират менән бергә яслеләр институтын да бөтөрөргә. Ошо хаҡта һеҙ нимә әйтерһегеҙ?
Д. ИБРАЕВА.
Әлшәй районы,
Раевка ҡасабаһы.

Эйе, ысынлап та, министрлыҡ бойороғонда әйтелеүенсә, дәүләт кескәйҙәргә өс йәшенән балалар баҡсаһында урын гарантиялай. Күрәһең, өс йәшкә тиклемгеләр мәғариф тармағына ҡарамаясаҡ. Тимәк, федераль ҡаҙна яслеләрҙе ябыу һөҙөмтәһендә 140 миллиард һумды һаҡлап ҡаласаҡ. Шул уҡ ваҡытта был аҡса, уйлап ҡараһаң, Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы бюджетының ни бары унынсы өлөшө йәки Төньяҡ Кавказға бүленгән дотацияларҙан аҙ ғына кәмерәк. Әммә шул уҡ ваҡытта өс йәшкә тиклемге ҡыҙын йәки улын балалар баҡсаһына йөрөтөп, эшкә төшкән әсәләрҙән ҡаҙнаға һалым рәүешендә күпме иғәнә ингәнен иҫәпкә алмайҙар. Әгәр хәл үҙгәрмәһә, ҡатын-ҡыҙға өйҙә ултырырға тура киләсәк.

Йәштәр өсөнпрограммалар

Мин үҙем уҡытыусы, ирем – табип. Был һөнәр эйәләренә илдең төрлө төбәктәрендә эш урыны тәҡдим итәләр, етмәһә, аҡса ла түләйҙәр тип ишеткәйнек.
МОРАТОВ.
Илеш районы.

«Рәсәйҙә эш» порталын асһағыҙ, бөтә мәғлүмәтте табырһығыҙ. Илдә бындай программалар 2010 йылдан уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Был йәштәрҙе ауыл еренә йәлеп итеү өсөн дә атҡарыла. Ауылда эшләргә теләгән табиптарға йәки уҡытыусыларға торлаҡ алғанда ташлама һәм яңы урында эш башлағанда бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған.

Радиоактив ҡалдыҡтарға ер бүленгән

Благовещен ҡалаһынан йыраҡ түгел ер биләмәһе һатып алғайныҡ. Әммә унда радиоактив матдәләр бар тип ишеттек. Ошо хаҡта тулыраҡ белгебеҙ килә.
АҠБУЛАТОВ.

Һеҙ яңынан ерләнәсәк радиоактив матдәләр тураһында һүҙ йөрөтәһегеҙҙер, моғайын. Был хаҡта күптән түгел генә Благовещен районы хакимиәтендә йәмәғәт тыңлауҙары булған. Ҡаты радиоактив ҡалдыҡтарҙы күмеү өсөн 2 мең кубометр майҙан бүленгән. Әйткәндәй, 1958 йылдан «Радон» махсус комбинаты биләмәһендә булған ҡаты радиоактив ҡалдыҡ ятҡылыҡтары был матдәләрҙе һаҡлау буйынса әлеге нормаларға һәм талаптарға тура килмәй. Уны 2022 йылда тулыһынса утилләштерергә уйлайҙар.

Баш ҡала халҡы күбәйә

Һуңғы осорҙа баш ҡалала балалар донъяға күп килә тип ишеттем. Был дөрөҫмө?
Айгөл.

Быйылғы һигеҙ ай мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Өфөлә 11 мең 191 бала тыуған. Был, үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 720-гә күберәк. Тимәк, һеҙ ишеткән хәбәр дөрөҫ булып сыға инде.

Һатып алғанда һаҡ бул

Күптән түгел полиция хеҙмәткәрҙәре минең икенсел баҙарҙа һатып алған машинаны тартып алды. Асыҡланыуынса, ул урланған булған. Әммә миңә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре машинаны «таҙа» тип әйткәйне. Мин аҡсамды һыуға һалдым. Етмәһә, әллә күпме нервымды бөтөрҙөм.
С. ИСРАФИЛОВ.
Әлшәй районы.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хәлдәр беренсе тапҡыр ғына осрамай. Машинаны бер ниндәй закон боҙмайынса һатып алғанда ла уны элекке хужаһына кире ҡайтарыуҙары бар. Әгәр шәхси кешенән һатып алғанһығыҙ икән, аҡсаны кире ҡайтарыуы еңел булмаясаҡ. Һәр осраҡта ла полиция хеҙмәткәрҙәренән тикшереүҙе үтенегеҙ. Әммә шуны белергә кәрәк: теркәү үткәргән инспекторҙар яуаплылыҡ тотмай. Улар эксперт түгел, машинаның һандарын ғына тикшерә. Шуға кемдең ҡулланылған машиналы булыу теләге бар, уны иң беренсе сиратта рәсми ойошма аша һатып алырға тырышығыҙ. Двигателенең, кузовының йәки башҡаларҙың үҙгәртелеү-үҙгәртелмәүен тикшереү ҙә ҡамасау итмәҫ.

Компьютерҙың зыяны бар

Беҙ бәпес көтәбеҙ. Ҡатыным компьютерҙа эшләй. Был хәүефлеме, компьютер менән эш иткәндә ауырлы ҡатындарға ташламалар ҡаралғанмы?
Әхәт МӨЛӨКОВ.
Әбйәлил районы.

Эйе, бындай ташламалар бар. Әммә күп кенә ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары тураһында белмәй. Эш биреүселәр был хаҡта яҡшы хәбәрҙар булһа ла, ҡул аҫтындағыларға әйтә һалмай.
1996 йылғы санитар-гигиена нормалары ауырлы ҡатындарҙы компьютерҙа эшләтеүҙе ҡәтғи тыя торғайны. 2003 йылғы талаптарға ярашлы иһә, буласаҡ әсәләргә монитор алдында өс сәғәттән дә артыҡ ултырмаҫҡа һәм һәр сәғәт һайын ун биш минут ял итергә тәҡдим ителә. Әгәр ҡатындың һаулығын күҙәткән табип һәм ҡатын үҙе компьютерҙа эшләмәүҙе яҡшыраҡ тип һанаһа, буласаҡ әсә был хоҡуҡтан тулыһынса файҙалана ала. Рәсәй Хеҙмәт кодексы, Санитария нормалары һәм ҡағиҙәләре ауырлы ҡатынға компьютерға бәйле булмаған эш биреүҙе талап иткән положениеларҙы үҙ эсенә ала. Шул уҡ ваҡытта предприятие етәксеһе ауырлы ҡатынды зыянһыҙ эш шарттарына ваҡытлыса күсерә ала йә, буласаҡ әсәнең ғаризаһына ярашлы, ҡыҫҡартылған эш көнө билдәләй. Был осраҡта хеҙмәт хаҡы эшләгән сәғәттәргә ҡарап түләнә.

Пластик паспорт уңайлыраҡ

2015 йылдың 1 июленән пластик паспорт бирелә башлаясаҡ, тиҙәр…
Д. НӘҘЕРШИН.
Ҡариҙел районы.

Эйе, ысынлап та, 2015 йылдың 1 июленән илдең ҡайһы бер төбәктәрендә пластик паспорт бирә башлаясаҡтар, ә 2016 йылдың 1 ғинуарынан ҡағыҙ паспорттарҙы тапшырыу тамамланасаҡ. Ул кредит карточкаһына оҡшатып эшләнәсәк. Иҫкеләренән айырмалы, яңыларын ун йыл һайын алмаштырып торорға кәрәк буласаҡ. Яңы паспорт менән бергә электрон ҡултамғаға пин-код биреләсәк. Элек юғалған паспорт ярҙамында кредит юлларға, әллә күпме мигрантты торлаҡҡа теркәргә мөмкин булһа, яңылары менән бындай хәлдәр ҡабатланмаясаҡ.

Ҡуртымға бирһәң, һалым хаҡында онотма

Фатирымды ҡуртымға бирергә уйлайым. Әммә күптән түгел генә туғаным, хәҙер торлаҡта кешене йәшәткәндә һаҡ булырға кәрәк, штрафтар көсәйтелгән, тигәйне...
М. ҠОРБАНОВА.
Иглин районы.

Эйе, ысынлап та, легаль миграцияның артыуы һөҙөмтәһендә Рәсәй Эске эштәр министрлығы торлаҡты законһыҙ ҡуртымға биреү осраҡтарына контролде көсәйтә. Был иң башта торлаҡты һалым түләмәйенсә ҡуртымға биреүселәргә ҡағыла. Әйткәндәй, ҡуртымға биреүсе килемдең 13 процентын ҡаҙнаға күсерергә бурыслы. Әгәр улар Рәсәй граждандары түгел икән, һалым ставкаһы 30 процентҡа тиклем күтәрелә.
Күсемһеҙ милек хужаһы фатирын ҡуртымға биреү тураһындағы договорҙың өс данаһын һалым инспекцияһына тапшырырға тейеш. Һалым декларацияһы иһә йылына бер тапҡыр тултырыла. Әгәр фатир, бүлмә йәки өйҙөң ҡуртымға законһыҙ биреү осрағы асыҡланһа, хужаһы һалым буйынса бурысын пеняһы, бөтә сумманың 20 процент күләмендәге штрафы менән бергә түләргә тейеш. Әгәр бындай осраҡ икенсе тапҡыр теркәлһә, штраф ике тапҡырға артасаҡ. Ҡуртымға биреүсенең һалым буйынса бурысы 300 мең һумдан ашһа, уға 100 меңдән 300 мең һумға тиклем штраф һалына. Бынан тыш, хоҡуҡ боҙоусыны бер йылға тиклем ултыртыуҙары ла ихтимал. Әгәр ҡуртымға биреүсе йылына 1,5 миллион һумлыҡ табыш алып та һалым түләмәй һәм штраф күләме 500 мең һумға барып баҫа икән, уны өс йылға рәшәткә артына оҙатыуҙары бар.

Килешеү «таҙамы»?

Беҙ йорт һатып алырға теләйбеҙ. Һатып алыусы менән һөйләшеп килешелгән. Күсемһеҙ милектең юридик яҡтан «таҙалығы»н нисек тикшерергә мөмкин?
Л. БОЅҠОНОВА.
Архангел районы.

Ниндәй ҙә булһа килешеүҙең «таҙалығы» мотлаҡ кәрәкле документтарҙың барлығы һәм уларҙағы ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың юҡлығы менән раҫлана. Күсемһеҙ милеккә һәм уларға бәйле килешеүҙәргә Берҙәм дәүләт реестрынан өҙөмтә алырға кәрәк. Унан һеҙ сикләүҙәрҙең барлығы-юҡлығы тураһында белә алаһығыҙ. Бынан тыш, йорттоң быға тиклемге хужаларын асыҡларһығыҙ. Белешмә биш көн эсендә бирелә.


Автобусҡа ултырһаң...

Юлда даими йөрөргә тура килә. Әммә страховкаланыуыбыҙ, һәләкәт осрағында компенсация алыу-алмауыбыҙ тураһында белмәйбеҙ...
ӨМӨТБАЕВ.
Иглин районы.

Илдә пассажир ташыу менән шөғөлләнгән 66 меңдән ашыу предприятие теркәлһә, шуларҙың 25 меңдән ашыуы страховкаланған. Әммә бәләкәйерәк компаниялар был эште атҡарырға ашыҡмай. Күптәр страховка полисының кәрәклеге тураһында аңлап етмәй. Аҙна һайын эре йәки ваҡ һәләкәттәр теркәлгәндә, был – бик кәрәкле эш, әлбиттә. Автобус страховкаланған осраҡта аҡса алып буласаҡ.

Фатир алырға ине

Мин – ғалимә. Тиҙҙән утыҙ алты йәшем тула. Уҡытыусыларға социаль ипотека ҡаралған тип ишеткәйнем. Фатирҙы нисек алырға икән?
Н. ИСМӘҒИЛЕВА.
Сибай ҡалаһы.

Эйе, ундай программа бар. Әммә һүҙ йәш уҡытыусылар тураһында бара. Тимәк, 35 йәшкә тиклемге белгестәр генә был программа буйынса күсемһеҙ милеккә эйә була ала. Һүҙ – фатир йәки өйҙө 8,5 процентҡа кредитҡа алыу тураһында. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һеҙҙең йәшегеҙ үткән. Был программа буйынса “ҡыйыҡлы” булыу өсөн 35 йәшкә тиклем хәстәрлек күрергә кәрәк ине.

Артһа ла, етерлек түгел

1 ғинуарҙан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта тип ишеткәйнем. Ысынлап шулаймы?
А. БИЛАЛОВА.
Белорет районы.

Әле закон проекты Рәсәй Дәүләт Думаһына ҡарауға ебәрелгән. Әгәр ул ҡабул ителһә, хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 5 мең 554 һум буласаҡ. Тимәк, 349 һумға артасаҡ. Был сумма федераль кимәлдә шулай тәшкил итәсәк. Урындағы властар мөмкинлектәренә һәм теләгенә ҡарап, илдәге кимәлдән кәм булмағанын билдәләй ала. Әммә яңы минималь эш хаҡы ла Рәсәйҙә оло кешенең йәшәү кимәлен күрһәткән сумманан түбән буласаҡ. Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме йәшәү кимәленеке менән 2018 йылда ғына тигеҙләшәсәк тип күҙаллай белгестәр.

Хәүефле эш айырым баһалана

Производствола ярҙамсы эшсемен. Ҡайһы бер ваҡытта «зыянлы» цехта эшләгән хеҙмәттәштәремде алмаштырам. Мин хәүефле етештереү эшсеһе тип һаналаммы? Әгәр шулай икән, бының өсөн түләүҙәр ҡаралғанмы?
Ильяс.
Дәүләкән ҡалаһы.

Өҫтәмә түләү «зыянлы» цехта нисек эшләүегеҙгә, хатта ваҡытлыса ғына булһа ла, бәйле. Хәүефле шарттарҙың булыу-булмауы һәр айырым эш урыны өсөн аттестация һөҙөмтәләре буйынса билдәләнә. Әгәр һеҙ шундай урында башҡа эшсене алмаштырғанһығыҙ икән, өҫтәмә түләүгә өмөт итә алаһығыҙ. Башҡа осраҡтарҙа һеҙгә өҫтәп аҡса түләнмәйәсәк.

Машинаны ла дөрөҫ ҡуя белергә кәрәк

Бер көндө баш ҡалаға барҙым. Магазинға тиҙ генә инеп сығырмын тип машинамды тейешле урынға ҡалдырмай киткәйнем. Сыҡһам, ул юҡ, штраф туҡталҡаһына алып киткәндәр. Мин генә шундай хәлгә тарыныммы икән?
Рәйлә ИГӘНӘКОВА.
Өфө районы.

Юҡ, баш ҡалала көн һайын яҡынса илле-алтмыш машинаны тейешле урынға ҡуймағандары өсөн эвакуациялайҙар. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, бөтәһе 45,5 мең административ протокол төҙөлгән. Шуларҙың биштән бер өлөшө машинаны дөрөҫ урынлаштырмаған өсөн.

Һорау - яуапВаҡытында түләү хәйерле

Шамонин ҡасабаһында йәшәйбеҙ. Электр утына күптән түләгәнебеҙ юҡ. Һәр түләнмәгән көн өсөн дөйөм сумманы 0,05 процентҡа арттырасаҡтар тигән хәбәр йөрөй. Шул дөрөҫмө?
Айрат.
Өфө районы.

Эйе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары был закон проектын ҡарамаҡсы. Уға ярашлы, хаҡ түләнмәгән һайын сумма артҡандан-артасаҡ. Етмәһә, ул Рәсәй Үҙәк банкының рефинанслау ставкаһына бәйле буласаҡ. Тимәк, ул күбәйһә, сумма ла үҫәсәк. Бынан тыш, электр селтәрҙәренә үҙ белдеге менән, йәғни законһыҙ, тоташыусылар өсөн дә штраф артасаҡ. Йорт хужаларына ул 50 мең һум күләмдә (әле 2 мең һум), вазифалы кешеләргә — 40 мең, ойошмаларға 300 мең һум буласаҡ (әле — 4 һәм 40 мең).

Һорау - яуапАлтын, алтын...

Донъялағы алтындың өстән бер өлөшө Рәсәйгә тура килә. Әммә йыл һайын тағы яңынан-яңы ятҡылыҡтар асалар. Ошо хаҡта яҙһағыҙ ине.
Альберт.
Сибай ҡалаһы.

Эйе, илдә йыл һайын алтын сығарыу артҡандан-арта. Былтыр 226 тонна йыуһалар, быйыл был һан 230-ға етер тип күҙаллана. Әммә алтын «биҙгәге» донъяла был металға хаҡтар кәмегәндән һуң башланды. Бер нисә йыл элек ҡиммәтле металдың бер унцияһына 2 мең долларҙан ашыу һораһалар, әле ул ни бары 1,3 мең доллар тора. Шулай итеп, алтын сығарыу эше яҡшырһа ла, табыш әлегә маҡтанырлыҡ түгел.

Һорау - яуапӨйҙән сыҡмайынса йорт теркәү

Хәҙер – технологиялар заманы. Күп мәсьәләне Интернет аша ғына хәл итергә мөмкин. Өйҙән сыҡмайынса йортомдо теркәтә аламмы?
Илдар ХУЖИН.
Баймаҡ районы.

Эйе, хәҙер, ысынлап та, бындай мөмкинлек бар. Ошо хаҡтағы закон быйыл 1 октябрҙән көсөнә инде. Был хоҡуҡтан беҙ 2014 йылдан файҙалана башлаясаҡбыҙ, әммә күсемһеҙ милекте теркәү процесының ни бары документтарҙы теркәү учреждениеларына йыйыу өлөшөнә генә ҡағыла. Бөтә мотлаҡ документтарҙы иһә үҙегеҙгә тупларға тура киләсәк. Артабан уларҙы сканер аша үткәреп, электрон ҡултамға менән раҫлап, Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша кәрәкле инстанцияға ебәрергә мөмкин. Яңы ҡағиҙәләр буйынса документтар 18 көн эсендә ҡаралырға тейеш. Ләкин әҙер документ, элекке кеүек, тик ҡағыҙҙа биреләсәк.

Һорау - яуапХеҙмәт кенәгәһен юллайым тиһәң...

Хеҙмәт кенәгәһен юғалттым. Миндә уның күсермәһе бар. Документты юллау өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
А. МӨЛӨКОВА.
Илеш районы.

Рәсәй Хөкүмәтенең 2003 йылдың 16 апрелендәге ҡарары менән раҫланған хеҙмәт кенәгәләрен алып барыу һәм тултырыу ҡағиҙәләренә ярашлы, һеҙгә мөмкин тиклем тиҙ арала һуңғы эш урынығыҙ буйынса етәксегеҙгә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ул, ун биш көндән дә һуңлатмай, документтың дубликатын бирергә тейеш. Уны тултырғанда кадрҙар бүлеге хеҙмәткәре был эш биреүсегә килгәнгә тиклем үк документтар менән раҫланған дөйөм эш стажы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе индерергә онотмаһын.

Һорау - яуапҮҙеңә иғтибарлы булыу ҡамасауламаҫ

Быйыл апрелдә умарта баҙын һыу баҫты, 21 баш күс юҡҡа сыҡты. Беҙ ун йыл буйы йортто, мунсаны, умарта баҙын страховкалағайныҡ. Бер тин дә түләмәнеләр. «Росгосстрах» страховка компанияһының Күмертау филиалы вәкиле судҡа килмәне... Хәҙер ни өсөн закон беҙҙең кеүектәрҙе яҡламай?
Люциә УРМАНШИНА.
Көйөргәҙе районы,
Ковалевка ауылы.

Гәзит уҡыусыбыҙ редакцияға хат менән бергә был гражданлыҡ эше буйынса суд ҡарары күсермәһен дә ебәргән. Унда һүҙҙең суд эшенең туҡтатылыуы хаҡында бара. Күсермәлә шулай уҡ «суд ултырышында дәғүәсе Б.А. Урманшин, дәғүә талаптарынан баш тартыу сәбәпле, эш башҡарыуҙы туҡтатыуҙы һорап яҙылған ғаризаны күрһәтте» тигән юлдар ҙа бар. Тимәк, һеҙ үҙегеҙ судҡа «Росгосстрах» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән страховка түләүҙәрен талап итеп мөрәжәғәт иткәнһегеҙ ҙә аҙаҡ эште туҡтатыу тураһындағы ғаризаға ҡул ҡуйғанһығыҙ. Суд ғаризағыҙҙы ҡабул иткән. Был үҙем ултырған ботаҡты үҙем сабам тигән кеүек булып сыға инде.
Судҡа килергә тейешле вәкил, алдан эштең ҡаралыу ваҡыты, урыны тураһында хәбәр ителгән булһа ла, килмәгән. Ул Башҡортостандағы «Росгосстрах» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең түгел, ә «Росгосстрах» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең яуап биреүсе булыуын һорап, судҡа үтенес ҡағыҙы яҙып ебәргән. Суд, Рәсәй Гражданлыҡ-процессуаль кодексының 167-се статьяһы талаптарына ярашлы, яуап биреүсе килмәһә лә, эште ҡараған.
Гәзит уҡыусыларға, бигерәк тә оло йәштәгеләргә кәңәшебеҙ шул: судҡа барғанда, документтарға ҡул ҡуйғанда, бик һаҡ булырға кәрәк. Үҙегеҙгә үҙегеҙ зыян килтереп ҡуймағыҙ. Кәңәш һорап юристарға мөрәжәғәт итегеҙ. Район, ҡала хакимиәттәрендә эшләүсе белгестәр ҙә оло кешеләрҙең һорауын яуапһыҙ ҡалдырмаҫ. Закон беҙҙе яҡлай ул, әммә һәр ҡайҙа ла һаҡ, абай булырға кәрәк.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы?

Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы? 23.03.2019 // Йәмғиәт

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың 100 йыллығы уңайынан Инстаграмдағы аккаунтында халыҡҡа...

Тотош уҡырға 29

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап 22.03.2019 // Йәмғиәт

Иртәгә, 23 мартта, Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу билдәләнә....

Тотош уҡырға 40

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә илдә йәмәғәт ойошмаларының...

Тотош уҡырға 80

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды 22.03.2019 // Йәмғиәт

Күптән түгел Баймаҡ районының Күсей мәктәбе “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылһа, кисә Беренсе Этҡолдағы...

Тотош уҡырға 45

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты 22.03.2019 // Йәмғиәт

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тарафынан ойошторолған “Иғтибар: балалар!” иҫкәртеү...

Тотош уҡырға 35

Бер быуатлыҡ документтар

Бер быуатлыҡ документтар 22.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының юбилейына арналған саралар сиктәрендә Башҡортостандың Милли архивы 100...

Тотош уҡырға 49

Бөгөн ниндәй көн?

Бөгөн ниндәй көн? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Бөтә донъя һыу ресурстары, Таксистар көнө билдәләнә. Шулай уҡ бөгөн Балтик диңгеҙе һәм, иң...

Тотош уҡырға 60

Буҙа эсеп, талҡан ашап...

Буҙа эсеп, талҡан ашап... 22.03.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта һәр кем сифатлы ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Магазиндағы ялтыр-йолтор ҡаплы, ҡайҙалыр...

Тотош уҡырға 144

Яҙ менән йәй нисек киләсәк?

Яҙ менән йәй нисек киләсәк? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Гидрометүҙәге илдә апрелдән сентябргә тиклем ниндәй һауа торошо булыуы тураһындағы яҡынса...

Тотош уҡырға 135

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы?

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Илебеҙҙең бер нисә ҡалаһы Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы менән бәйле....

Тотош уҡырға 37

Йолаларыбыҙ – милли сәнғәт нигеҙе
Күсмә ултырыш үтә

Күсмә ултырыш үтә 22.03.2019 // Йәмғиәт

25 – 28 мартта Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары...

Тотош уҡырға 29