Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һәләт тә, тырышлыҡ та ҡандан килә...”
“Һәләт тә, тырышлыҡ та ҡандан килә...”— Нимәне күрһәм, шуның менән шөғөлләнеп ҡарайым. Һәр береһен эшләге килә, — ти Вәсилә Фәтхетдинова.
Юҡ, һис фәстереү юҡ оҫтаның һүҙендә. Үҙе әйтмәгән хәлдә лә, өй эсен биҙәгән әйберҙәре, бәйләгән кейемдәре, өҫтәлгә теҙелгән йомшаҡ уйынсыҡтары, төрлө материалдан үреп яһалған һауыт-һабаһы, диван-карауат япмалары һәм башҡа әйберҙәр шул турала һөйләй. Ысынлап та, һәр береһен эшләгеһе килеп, теләген тормошҡа ашырған.
Кемгә нисектер, миңә ҡалһа, һәләт тәбиғәттән, ҡандан килә. Оҫталыҡ иһә ошо һәләткә тырышлығыңды ҡушһаң ғына, ваҡыт үтеү менән “яулап” алына. Бер уйлаһаң, ер йөҙөндә һәләтһеҙ кеше юҡ – һәр кем күңелендә өлөшөнә төшкән көмөшөн йөрөтә. Тик ана шул тырышлыҡ булмау, тормошта Хоҙай биргәнде баһалап бөтмәү, үҙ урыныңды тапмау әҙәм балаһын ел ыңғайына йөрөтә.

Һәләт тә, тырышлыҡ та ҡандан килә, тинем. Вәсиләнең әсәһе Бибинур инәй ҡул эшенә бик оҫта булған. Атаһы Ғабдулхаҡ ағай ҙа балта тотһа, ҡурсаҡтай итеп бура бураған, кәртә-ҡураһы, ҡапҡаһы күҙҙең яуын алып торған. Башҡа нәмә тураһында әйтмәйенсә, ун бер баланы тәрбиәләп үҫтереп, белем бирергә тырышыуҙарын яҙһаң да етер. Ун бер бала! Ә заманаһы һуң?! Һуғыш михнәттәрен күреп ҡайтҡан Ғабдулхаҡ ағай ҙа, көнөн төнгә ялғап колхоз эшенән бушамайынса “таяҡ”ҡа эшләгән Бибинур инәй ҙә тормоштоң ҡәҙерен белә. Эйе, ишле ғаиләне ҡарарға ла кәрәк бит әле. Нәҡ ана шул саҡ өҫтәмә табыш – икеһенең дә ҡул, балта эштәренә оҫта булыуы — ярҙам итә. Атанан күргән — уҡ юнған, әсәнән күргән — тун бескән, тип әйтке килә шундай уңған, эшһөйәр ғаилә тураһында.
“Һәләт тә, тырышлыҡ та ҡандан килә...”Ҡул эштәренә өйрәнеп үҫкән ҡыҙ бәләкәйҙән матурлыҡҡа ынтыла, һынлы сәнғәткә тартыла. Элегерәк рәссамға уҡып, белем алыу сикле ине. Шул арҡылы тыумыштан рәссам булғандар, уҡып профессиональ белем ала алмағандар, бөгөн “һәүәҫкәр” исемен йөрөткәндәр бихисап беҙҙең арала. Шулай ҙа Вәсилә юлын таба: Һатҡы ҡалаһындағы училищела ике йыл рәссам-биҙәүсе һөнәрен үҙләштерә, һуңынан Мәсәғүт педучилищеһына юллана. Ошонда уҡ хеҙмәт кабинетында лаборант булып эшләп, тағы өс йыл белем эстәй. Уҡып бөтөп, бер йыл эшләгәс, Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетына документтарын тапшыра. Бөгөн Вәсилә Ғабдулхаҡ ҡыҙы үҙ һөнәренең серҙәрен мәктәптә балаларға өйрәтә.
Ағас эше менән мәшғүл булып, ҡулына лобзик тотҡан ҡатын-ҡыҙҙы һирәк осратаһың. Ә Вәсилә — хатта балта тотоп, үҙе мунса һалған кеше. Улы Руслан Себерҙә бер юлы ике эштә йөрөй, һирәк ҡайта. Яңғыҙ, тиктормаҫ әсә улын көтөп тормай, һатып алынған бураны күтәртеп ҡуя ла соланын, ишек-эләүкәһен үҙе яһай, мейесен сығара, иҙән-түшәмен йәйә, ҡыйыҡ аҫтына тупраҡ та һала. Бына шулай, беҙҙә лә бар ярһып сапҡан атты туҡтатҡан, янған өйгә ингән ҡатындар!
“Һәләт тә, тырышлыҡ та ҡандан килә...”Шулай ҙа төп шөғөлө уның энә-епкә, мамыҡ-кейеҙгә, сепрәк, үреү материалдарына бәйле. Оҫта ҡулында күңеленә ятҡан һәр нәмә йәнләнә. Быларҙың барыһы ла нәҫелдән килә, тинек. Ошоно тоя, ырыуына тап төшөрмәҫкә тырыша Вәсилә Фәтхетдинова.
— Атайым яғынан ун ике быуынға тиклем шәжәрәмде төҙөнөм. Тарих менән дә ҡыҙыҡһынам. Был да ҡул эштәре геройҙарын тыуҙырырға, милли биҙәктәрҙе аңлағас, сигеү-тегеү эшендә ярҙам итә, — ти оҫта.
Хаҡ һүҙҙәр. Ошоноң менән барыһы ла әйтелгән. Тамырҙарыңдың тәрәндән һут алыуын белеп, ата-баба рухы күңелеңдә йәшәһә генә, бөгөнгөң ҡәҙерле, киләсәгең өмөтлө булалыр. Бигерәк тә боронғо һөнәрҙе йәшәтеп, киләсәк быуынға тапшырғанда.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 26

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 27

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 28

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 25

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 44

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 41

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 38

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 33

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы?

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы? 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй халҡының дүрттән өс өлөшө мәктәптә дәрестәр барғанда смартфон һәм башҡа гаджеттар ҡулланыуҙы...

Тотош уҡырға 48

Бала мәнфәғәтендә

Бала мәнфәғәтендә 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә юғалған балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнгән активистарға ярҙам иткән түләүһеҙ смартфон...

Тотош уҡырға 41

“Янғантау”ҙан да башҡа геопарктар булыр

“Янғантау”ҙан да башҡа геопарктар булыр 19.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың “Янғантау” геопаркы проектын ЮНЕСКО эксперттары юғары баһаланы. Был хаҡта...

Тотош уҡырға 35

Юл – яҡшы тормош көҙгөһө

Юл – яҡшы тормош көҙгөһө 18.09.2018 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа юл селтәрен киңәйтеүгә биш миллиард һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Өфө хакимиәтенең юл...

Тотош уҡырға 34