Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юғарыраҡ баһаға лайыҡ
Юғарыраҡ баһаға лайыҡ“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән халыҡ мәҡәле тап Фирҙәүес Ғәниев тураһындалыр ул. Үҙе йәшәгән Краснокамала ғына түгел, яҡын-тирәләге райондарҙа ла уны күптән “алтын ҡуллы оҫта” тип нарыҡлайҙар, исеме республикала ғына түгел, Башҡортостандан ситтә лә киң билдәле.

Ғүмеренең күп йылдарын нефть сығарыу тармағына, бер ҙә еңелдән булмаған экскаваторсы хеҙмәтенә бағышлаған, әле алтмыш йәшенә яҡынлаған ир-уҙаман ике ҡатлы өй һалып ингән. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары аҙағында ул “Иң яҡшы шәхси йорт” республика конкурсы дипломына лайыҡ булған.
Фирҙәүес ағай ауылдаштарына ғына түгел, күрше райондарҙа йәшәүселәргә лә матур-матур өйҙәр күтәрергә булыша. Үҙе әйтеүенсә, Ҡалтасы, Краснокама һәм Яңауылда өс тиҫтәнән ашыу йорт уның ҡатнашлығында төҙөлгән.
Бына өс тиҫтә йыл самаһы инде ул ағасты юнып та, һырлап-семәрләп тә һоҡланғыс әйберҙәр эшләй, ҡумыҙын да, бәләкәй генә гармунын да яһай, улар араһында шырпы ҡабынан аҙ ғына ҙурыраҡтары ла бар.
Юғарыраҡ баһаға лайыҡ– Әллә ни уйланып тормайым, тотам да берәй фигура яһай башлайым, – ти Фирҙәүес Барый улы үҙенең шөғөлө тураһында ябай ғына. – Һуңынан берләштереп, ниндәйҙер композиция килтереп сығарам, шулай панно әҙер була. Был һөнәргә ҡайҙалыр уҡып-өйрәнеп йөрөмәнем, Хоҙай биргән һәләт инде...
Шулайҙыр. Ысын һөнәрмәндең ағастан эшләгән үҙенсәлекле һауыт-һабаһы, төрлө һындары, башлыса ауыл тормошон, халыҡ әкиәттәре сюжеттарын сағылдырған паннолары районда һәм республикала ғына түгел, элекке Советтар Союзының төрлө тарафтарына, хатта сит илдәргә лә таралған: ҡайһылары сувенир сифатында бүләк ителгән, бындай әйберҙәрҙең ҡиммәтен дөрөҫ баһалаусылар уларҙы һатып та алған. “Мөғжизәләр яланы” популяр телеуйынының ысын мәғәнәлә халыҡтыҡы булған музейында ла талант эйәһе эшләгән бер скульптура һаҡлана. Уны Краснокама районынан уйында ҡатнашыусы тапшырғайны.
Оҫта яһаған әйберҙәрҙе халыҡҡа, килгән ҡунаҡтарға күрһәтеү өсөн районда төрлө сараларға, һабантуйҙарға Фирҙәүес Ғәниевте йыш саҡыралар. Был көндәрҙә һөнәрмәндең шәхси күргәҙмәһе район үҙәге Николо-Березовкалағы тыуған яҡты өйрәнеү музейында ҡуйылған.
Юғарыраҡ баһаға лайыҡЭлекке мунсаһын йүнәтеп һәм матурлап, үҙенә оҫтахана йыһазлаған Фирҙәүес ағай. Уның икенсе ҡатында ағас эштәре, үҙе яһаған һәм йүнәткән гармундары, инде ҡулланыуҙан сығып, тарихи ҡомартҡыға әйләнеп барған иҫке тормош-көнкүреш әйберҙәре тупланған музей ойошторған. Баҡсаһының бер мөйөшөндә ситәндән тирмә лә үрә башлаған. Киләһе йәйгә ул әҙер буласаҡ.
Ҡара көҙгәсә күҙҙең яуын алып ултырған тиҫтәләгән төр сәскәгә күмелгән ихатаһын да кинолағыса йәмләгән һөнәрмән, һәр ҡура һәм ҡоролма үҙенсә һырлап-семәрләп биҙәлгән, сағыу төҫтәргә буялған. Ейән-ейәнсәрҙәре шатлығына йәйге миҙгелдә даими эшләп торған фонтанлы бассейн да ҡороп ҡуйған хәстәрлекле олатай.
Фирҙәүес Барый улы бер нисә музыка ҡоралында иркен уйнай. Яңауыл ҡалаһында үткәрелеп килгән “Моңға бай гармун байрамы” республика конкурсында бер нисә тапҡыр лауреат һәм дипломант исеме биргәндәр. Хәләл ефете Рәүилә ханым һәм Яңы Моштоноң һәүәҫкәрҙәре менән яҡын-тирә ауылдарҙың сәхнәләрен деү килтереп, концерттар ҙа ҡуялар.
Йәнә ике фекергә туҡталмаһам, яҙыҡ булыр тип иҫәпләйем. Беренсеһе – бөгөн төрлө шөғөл менән дан алған халыҡ оҫталары өсөн республика кимәлендә бер ниндәй ҙә маҡтаулы исем юҡ. Ижад кешеһен яңынан-яңы уңышҡа дәртләндереү өсөн кәрәктер ул. Бында уйланырға урын бар, әлбиттә.
Икенсе фекерем күп яҡлы талант эйәһе Фирҙәүес Барый улына ҡағыла. Юҡ түгел, бар уның ижади эштәре өсөн төрлө конкурстарҙа алған маҡтау ҡағыҙҙары. Шулай ҙа гармун, ҡумыҙ, ағасты семәрләп матур паннолар эшләү менән бер рәттән, үҙешмәкәр артист булып та төньяҡ-көнбайыш райондарҙа ғына түгел, бөтә Башҡортостанға танылған үҙенсәлекле ижадсы республика кимәлендә юғарыраҡ баһаға лайыҡ түгелме икән?



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 25

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 27

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 28

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 25

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 44

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 41

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 38

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 33

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы?

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы? 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй халҡының дүрттән өс өлөшө мәктәптә дәрестәр барғанда смартфон һәм башҡа гаджеттар ҡулланыуҙы...

Тотош уҡырға 48

Бала мәнфәғәтендә

Бала мәнфәғәтендә 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә юғалған балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнгән активистарға ярҙам иткән түләүһеҙ смартфон...

Тотош уҡырға 41

“Янғантау”ҙан да башҡа геопарктар булыр

“Янғантау”ҙан да башҡа геопарктар булыр 19.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың “Янғантау” геопаркы проектын ЮНЕСКО эксперттары юғары баһаланы. Был хаҡта...

Тотош уҡырға 35

Юл – яҡшы тормош көҙгөһө

Юл – яҡшы тормош көҙгөһө 18.09.2018 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа юл селтәрен киңәйтеүгә биш миллиард һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Өфө хакимиәтенең юл...

Тотош уҡырға 34