Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уңғанлыҡта — бәрәкәт
Уңғанлыҡта — бәрәкәтРайоныбыҙҙағы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында халыҡ оҫталары әйберҙәренең "Йәрмәкәй биҙәктәре" күргәҙмәһе асылды. Экспозициялағы эштәрҙең авторы — ауылдарҙағы оҫтабикәләр. Бөтә нескәлеген иҫәпкә алып эшләнгән экспонаттар ысын сәнғәт әҫәрҙәрен тәшкил итә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе, уларҙың ҡул эштәре менән район халҡы күптән таныш булһа ла, әлеге сарала яңы исемдәр ҙә байтаҡ ине.

Бындай идея күптән тыуғайны. Февралдә район ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге "Ҡатын-ҡыҙҙың мәшғүллеге" тигән темаға "түңәрәк өҫтәл" ойошторҙо. Унда ҡатнашыусылар өйҙәге хеҙмәт нигеҙҙәре менән танышты. Тиҙҙән халыҡ оҫталары әйберҙәрен һатыу күргәҙмәһе ойошторолдо. Әкренләп күргәҙмә даими эшләргә тейеш тигән фекергә килдек.
Уңғанлыҡта — бәрәкәтХакимиәт башлығы урынбаҫары Татьяна Головина әйтеүенсә, һәләтле кешеләрҙе эҙләп табырға, уларҙы районда һәм тотош республикала танытырға, ижади процесҡа, файҙалы эшкә йәлеп итергә кәрәк. Элегерәк ҡул эштәре ғаиләгә ҙур файҙа килтерә торғайны. Ҡатын-ҡыҙ кейем-һалымды үҙе теккән, балаҫ, келәм һуҡҡан. Бөгөн бындай шөғөл хоббиға әүерелде. Традицион эш алымдарын яңы технологиялар менән оҫта берләштереү, заманса материалдар файҙаланыу һөҙөмтәһендә халыҡ кәсептәренә ҡыҙыҡһыныу арта бара. Әлеге экспозиция — быға асыҡ дәлил. Ҡыҙыҡһыныу бар икән, тимәк, үҫеш бар.
— Күргәҙмә бер ай дауам итә, — ти музей директоры Гөләпәт Шәйхетдинова. — Теләге булған һәр кешене оҫтабикәләребеҙҙең эштәре менән танышырға саҡырабыҙ.
Сарала шулай уҡ оҫталыҡ дәресе үткәрелде.
Уңған оҫтабикәләр араһында Йәрмәкәй районының Әбделкәрим ауылында йәшәгән Розитта Ниғмәтуллина ла бар ине. Ул ҡул эштәре менән йәштән үк мауыға. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ижади ҡеүәтен тормошҡа ашырыу маҡсатында художестволы сигеү менән шөғөлләнә башлаған.
— Схемаларҙы, методик мәғлүмәтте махсус магазиндарҙан, Интернет селтәренән табам. Рамдарҙы Приюттағы оҫтахананан һатып алам, — ти Розитта Әхәт ҡыҙы. — Сигелгән картиналар өйҙө биҙәү өсөн дә бик ҡулай, шулай уҡ яҡындарыма яҡшы бүләк тә.
Фәйрүзә Солтанова Ҡыҙыл Яр ауылында йәшәй. Йәш саҡта ирҙәр һөнәрен үҙләштереүҙән ҡурҡмай. Ул — 6-сы разрядлы токарь. Балалары менән декрет ялында булғанда сигеү менән мауыға. Хәҙер уның йортон ҡулдан сигелгән Ҡөрьән сүрәләре биҙәй.
Йәрмәкәйҙәге Роза Ибраһимова һигеҙ йыл элек сәйлән менән бәйләү серен үҙләштергән. Эш урынын алмаштырыу ҙа быға этәргес булғандыр, моғайын. Роза Рауил ҡыҙы үҫмерҙәр клубына тәрбиәсе булып эшкә килә, ошонда балаларҙан яңы һөнәр өйрәнә, һуңыраҡ махсус әҙәбиәт һәм Интернет ярҙамында оҫталығын камиллаштыра.
Гөлназ Сәлимгәрәева үҙе эшләгән сәс ҡыҫтырғыс, төйрәмес (брошка), резинка кеүек әйберҙәрен ҡыуанып-шатланып туғандарына, яҡындарына, таныштарына бүләк итә. Ул атлас таҫмалар ярҙамында сигеү, Канзаш стилендәге төрлө биҙәүестәр эшләү менән мауыға.
Яңы Николаевка ауылынан Алевтина Журавлева һөнәре буйынса тегенсе. Өҫтәүенә селтәр ырғағы менән бәйләү буйынса ысын оҫта ла ул. Ҡул эштәрен машинала бәйләнгәндән айырыу мөмкин түгел. Һәр эшенә күңел йылыһын һала. Уның Мәскәүҙәге Халыҡ ижады күргәҙмәһендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн район ҡатын-ҡыҙҙар cоветы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнеүе лә осраҡлы түгел.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тирә-йүнгә яратып баҡ

Тирә-йүнгә яратып баҡ 17.10.2018 // Йәмғиәт

Бөрйән ҡыҙы һәр көнөн хәйерле эштәргә арнарға тырыша. Һоҡланырлыҡ йәштәребеҙ бар: улар төплө белем...

Тотош уҡырға 51

Ғәйеплемен тимә, башың түбән эймә

Ғәйеплемен тимә, башың түбән эймә 17.10.2018 // Йәмғиәт

Һәр кемгә үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла ғәйеп тойғоһон кисерергә тура килгәне барҙыр. Әммә...

Тотош уҡырға 40

Әсә йөрәге

Әсә йөрәге 17.10.2018 // Йәмғиәт

Ҡустыбыҙҙы бәлә-ҡазанан ҡотҡарҙы ул. Был хәл ҡустыларымдың өлкәненә 14 йәш тулған йылда булды......

Тотош уҡырға 71

Белем бирә, бейетә, самолеттан һикерә...

Белем бирә, бейетә, самолеттан һикерә... 17.10.2018 // Йәмғиәт

Тормошта үҙгәрештәрҙән ҡурҡырға кәрәкмәй. Хәҙерге йәштәрҙең өлгөрлөгөнә генә түгел, төрлө өлкәне...

Тотош уҡырға 29

“Ашығыҙ тәмле булһын!”

“Ашығыҙ тәмле булһын!” 17.10.2018 // Йәмғиәт

Официант булыу еңелме? …Клиент янына килдең, иҫәнләштең, нимә кәрәклеген һорап, ашын килтерҙең дә...

Тотош уҡырға 50

“Күңелемдең тыныслығын тоям”

“Күңелемдең тыныслығын тоям” 17.10.2018 // Йәмғиәт

Заһретдиновтар дәүләт ярҙамына таяна. Шамил Заһретдиновтың Үрге Тәтешле ауылында төпләнеүенә уның...

Тотош уҡырға 33

“Башҡортостан 24” телеканалы тәҡдим итә

“Башҡортостан 24” телеканалы тәҡдим итә 16.10.2018 // Йәмғиәт

Тәүлек әйләнәһенә эшләгән “Башҡортостан 24” телеканалы тамашасылар өсөн өр-яңы 10 тапшырыу әҙерләне....

Тотош уҡырға 39

Ғаилә бәхете – ил бәхете

Ғаилә бәхете – ил бәхете 16.10.2018 // Йәмғиәт

Һәр кемдең үҙ маҡсаты, шөғөлө, эше бар. Әсәйем Рима һәм атайым Мирхәт Сәғитовтар икеһе лә...

Тотош уҡырға 47

Һәләтенә иҫең китерлек

Һәләтенә иҫең китерлек 16.10.2018 // Йәмғиәт

Башта ошо фотоға ҡарағыҙ әле. Учалы районының Ҡобағош ауылында йәшәгән Рәшиҙә апай Зыкрина...

Тотош уҡырға 76

Килгәндәр кире китмәй

Килгәндәр кире китмәй 16.10.2018 // Йәмғиәт

Оло юлдың, Иҫәнғол һәм Троицк баҙарҙарының яҡынлығы, ерҙәрҙең уңдырышлылығы һәм ул ваҡытта мул...

Тотош уҡырға 38

Ағасҡа йән өрә

Ағасҡа йән өрә 16.10.2018 // Йәмғиәт

Күңел йылыһы һалынған әйберҙәр күҙ яуын ала. Өфө оҫтабикәһе Ирина Коробейникованың ҡулдарында ағас...

Тотош уҡырға 39

Ауыл йәме

Ауыл йәме 16.10.2018 // Йәмғиәт

Хәйбулла уңғандарының баҡсаһы гөл-сәскәгә күмелә. Уларҙың ихатаһына ингәндән алып үҙеңде гөлдәр...

Тотош уҡырға 101