Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
"Әгәр ҙә Тәтешлелә тыумаһам, Илештә тыуған булыр инем", — тигән Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев. Ысынлап та, Илеште күргән кешенең йөрәген әскелтем үкенес тойғоһо семетеп ҡуялыр: "Эх, нишләп мин бында тыуманым икән!"

Игенселек, малсылыҡ һәм, иң мөһиме, ҡунаҡсыл халҡы менән дан тотҡан Илешкә һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул. "Башҡортостан" гәзитенән килгән ҡунаҡтарҙы ла ихлас йөҙ, йылы һүҙ менән ҡолас йәйеп ҡаршыланы улар: Үрге Йәркәйҙең китапханаһында халыҡ шығырым тулы ине. "Башҡортостан" гәзите килә тигәс, туғандарыбыҙ килә тип ашҡынып көттөк", — ти илештәр. Шулай булыуына тамсы ла шикләнмәйбеҙ, юҡҡамы ни Илеш халҡы — "Башҡортостан" гәзитен алдырыу буйынса республикабыҙ райондары араһында иң алдынғыларҙың береһе. Һай, афарин, илештәр, тип ҡабатлағы килә ошо урында.
Осрашыуҙың башынан аҙағына тиклем ҡатнашҡан Илеш районы хакимиәтенең муниципаль хеҙмәт, мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар эше буйынса бүлек етәксеһе Рәмил Кәүсәр улы Нуретдинов, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ғәлинур Шәкүр улы Әлимбәков беҙгә райондың тормош-көнкүреше, мәҙәни хәле тураһында ихлас һөйләне.
Эйе, маҡтанып күкрәк һуғырлыҡ ҡаҙаныштары мул Илеш халҡының. Хәйер, был ҡаҙаныштар хаҡында гәзитебеҙҙе алдырып уҡып барыусылар яҡшы белә. Ошо урында талантлы шағир Рәйес Түләктең бер шиғырының юлдары келт итеп иҫкә төштө лә, уны саҡ ҡына үҙгәртеп, теркәп ҡуйырға булдым.
Баймаҡтарҙың күкрәктәре
Күгәреп бөткән имеш.
Ғәжәпләнмәҫ инек һис тә
Күкрәк күгәртһә Илеш.
Эйе, әйткәнемсә, Илеш халҡы күкрәк ҡағырға тулыһынса хаҡлы, сөнки уларҙың ил эше тип йән атып йәшәүсе етәкселәре — хакимиәт башлығы Илдар Иршат улы Мостафин уҙамандары бар. Уйлап ҡараһаң, уның исемен кешеләр юҡҡа ғына доға урынына ҡабатламай: ҡайҙа ҡарама бөхтәлек, тәртип... Етәксенең эште ойоштора белеү һөҙөмтәһе былар.
Китапханалағы осрашыуҙан һуң, Рысай урта мәктәбенә юлландыҡ. Мәктәп директоры Айҙар Миҙхәт улы Фархшатов, уҡытыусылар һәм уҡыусылар түргә әйҙүкләне беҙҙе.
— "Башҡортостан" гәзитен электән алдырам, — тине уҡытыусы-пенсионер Луиза Ғәлиева. — Гәзит килдеме, бөтә эште ташлап уҡырға тотонабыҙ. Баҫма беҙҙең өсөн рухи аҙыҡ та, донъя көтөргә өйрәтеүсе яҡын дуҫ та. Розалия Солтангәрәева, Мәрйәм Бураҡаева, Гүзәл Ситдиҡоваларҙың мәҡәләләрен яратып уҡыйбыҙ.
Уҡыусылар ҡунаҡтарға бер-бер артлы һорауҙар яуҙырҙы, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған мәҡәләләр, әҫәрҙәр хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашты. Осрашыуҙа "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимовтың ҡатнашыуы уҡыусыларҙа гәзиткә ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Үрге Йәркәйҙә лә, Рысайҙа ла Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсуринаның моңло йырҙары елкендерҙе күңелдәрҙе. Илештәр йырсыбыҙҙың тағы килеүен һораны.
Шулай итеп, ил эше менән янып йәшәгән Илештән йөрәгебеҙгә илһам, йән ҡыуанысы алып, дуҫлығыбыҙ усағына ут өҫтәп ҡайттыҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Әҫәрҙәр уятҡан уйҙар

Әҫәрҙәр уятҡан уйҙар 23.10.2018 // Йәмғиәт

Башҡорт халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева, һис шикһеҙ, көслө һәм ижади шәхес. Уның “Яҡтыға” трилогияһы...

Тотош уҡырға 0

Шишмә кеүек

Шишмә кеүек 23.10.2018 // Йәмғиәт

Моңо бар кеше илһамланмай сыҙай алмаҫ. Ғәли Ильясов – шишмә кеүек ҡыҫҡа, ләкин яҡты, сағыу тормош...

Тотош уҡырға 0

Уллыҡ бурысын теүәл үтәй

Уллыҡ бурысын теүәл үтәй 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Аталы кеше – арҡалы” тигән әйтемде күп тапҡыр ишеткәнегеҙ барҙыр. Халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын...

Тотош уҡырға 12

Һәр ғәмәлгә яуап тоторға тура килә

Һәр ғәмәлгә яуап тоторға тура килә 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Кисермәҫлек хата яһағанымды аңланым...” Ауылда тыныс ҡына, үҙ яйы менән һәүетемсә донъя көткән...

Тотош уҡырға 13

“Ғүмер буйы бейем менән йәшәнем…”

“Ғүмер буйы бейем менән йәшәнем…” 23.10.2018 // Йәмғиәт

Ололарҙың фатихаһын алыуға ни етә?! Килен-ҡәйнә мөнәсәбәттәре тураһында ниндәй генә әҫәрҙәр...

Тотош уҡырға 19

Һалдатҡа китә егеттәр...

Һалдатҡа китә егеттәр... 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Республика хәрби комиссариаттарында иҫәптә торған дүрт хеҙмәткә саҡырылыусы олимпия спорт төрө...

Тотош уҡырға 23

Радий ХӘБИРОВ: “Автобустан газ баллоны төшөп ҡалып, фажиғә булғанын көтөргәме?”

Радий ХӘБИРОВ: “Автобустан газ баллоны төшөп ҡалып, фажиғә булғанын көтөргәме?” 22.10.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров пассажирҙар ташыуҙың хәүефһеҙлеге...

Тотош уҡырға 54

Баймаҡта 500-сө сабый тыуҙы

Баймаҡта 500-сө сабый тыуҙы 22.10.2018 // Йәмғиәт

Баймаҡтағы гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлегендә быйыл тыуған 500-сө сабыйға тыуыу тураһында...

Тотош уҡырға 39

Йәштәр был программаны беләме?

Йәштәр был программаны беләме? 20.10.2018 // Йәмғиәт

Октябрьский ҡалаһында йәш ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләү алыуға сертификат...

Тотош уҡырға 129

“Бәләбәй йүкәләре” йыры булырмы?

“Бәләбәй йүкәләре” йыры булырмы? 20.10.2018 // Йәмғиәт

Ҡаланың Үҙәк мәҙәниәт һарайы янындағы сквер халыҡтың иң яратҡан урынына әйләнгән. “Заманса ҡала...

Тотош уҡырға 59

“Рәсәй лидерҙары”: һынауҙарҙа ниңә ҡатнашырға кәрәк?

“Рәсәй лидерҙары”: һынауҙарҙа ниңә ҡатнашырға кәрәк? 19.10.2018 // Йәмғиәт

2018 – 2019 йылдарға “Рәсәй лидерҙары” идарасылар конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә....

Тотош уҡырға 18

Балаларҙы ла, ололарҙы ла һаҡлайыҡ!

Балаларҙы ла, ололарҙы ла һаҡлайыҡ! 19.10.2018 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә булған Керчь фажиғәһе йәмәғәтселекте тетрәткән иң аяныслы хәлдәрҙең береһе булып...

Тотош уҡырға 21