Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халҡына фиҙакәр хеҙмәт итте
Халҡына фиҙакәр хеҙмәт иттеМостафина Фатима Хәмит ҡыҙының исеме республиканың оло быуын вәкилдәренә – педагогтарға, ғалимдарға, ижади интеллигенцияға – яҡшы таныш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кеше хәтере ҡыҫҡа була, беҙ йыш ҡына илебеҙҙе, бәләкәй ватаныбыҙҙы үҫтереүгә тос өлөш индергән геройҙарыбыҙҙы онотабыҙ. Республикабыҙҙа атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәр элек тә булған, бөгөн дә бихисап. Иң мөһиме – улар тураһында хәтерҙе йәш быуындың аңына һеңдереү зарур. Мәҫәлән, кем ул Фатима Мостафина? М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары үҙҙәре уҡып йөрөгән юғары уҡыу йортоноң 1967 йылда ул осорҙоң ике етәксеһе – БАССР-ҙың мәғариф министры Ф.Х. Мостафина менән Министрҙар Советы рәйесе З.Ш. Аҡназаровтың тырышлығы һәм ныҡышмаллығы арҡаһында асылғанын беләме икән?
Мостафинаның министр булараҡ эшмәкәрлеге тураһында һөйләр алдынан уның тормош юлы, ниндәй шарттарҙа үҫеүе, шәхес, ғалим, дәүләт эшмәкәре булып формалашыу өсөн ниндәй ҡыйынлыҡтарҙы үтергә тура килеүе хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреүҙе кәрәк тип иҫәпләйем.
Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина 1913 йылдың 26 декабрендә Һамар өлкәһенең Диңгеҙбай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Уларҙың яҙмышы бик ауыр була. Айырыуса был үткән быуаттың 20-се йылдарында башланған аслыҡҡа бәйле. Ғаиләһен һәм ауылдаштарын үлемдән ҡотҡарыр өсөн Фатиманың атаһы Хәмит губерна властарына барып, барлыҡ ауыл халҡын поезда йылы яҡҡа ебәреүҙәрен һорай. Оҙаҡламай ҡайһы бер ауылдаштарын (улар араһында буласаҡ шағир Рәшит Ниғмәти ҙә була) поезд менән Украинаға ебәрәләр. Ташкент яғына юл тотҡас, яҡташтарының яртыһынан күбеһе холера менән сирләп, һуңғы станцияға тиклем барып етә алмай. Фатиманың атаһы ла сир тырнағына эләгеп, Төркөстан дауаханаһында донъя ҡуя. Ғәзизә апай балаларын приютҡа урынлаштыра. Фатима менән ҡустыһы Әнүәр ҡаҙаҡ мәктәбендә уҡый башлай.
Биш йылдан һуң, 1926 йылда, Мостафиндар ғаиләһе Өфөгә күсеп килә. Бында уларҙы Һәҙиә менән Ғөбәй Дәүләтшиндар үҙ ҡанаты аҫтына ала: балаларҙы В.И. Ленин исемендәге мәктәп-интернатҡа урынлаштыралар, дөйөм ятаҡтан урын бирәләр. Ғәзизә апай ошонда уҡ йыйыштырыусы булып эшкә төшә.
Мәктәпте тамамлағандан һуң, 1930 йылда, Фатима Мостафина К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтының әҙерлек курстарына уҡырға инә, тиҙҙән химия-биология факультеты студенты була. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, Фатима Белорет район-ара совет-партия мәктәбендә уҡыта башлай. Унда үҙен яҡшы уҡытыусы һәм оҫта ойоштороусы итеп күрһәтә. Фатима Хәмит ҡыҙының алдағы баҫҡыстары комсомол һәм партия эшмәкәрлегенә бәйле: ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты секретары, ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире булып эшләй.
1944 йылда ул Мәскәүҙәге Ижтимағи фәндәр академияһы аспирантураһына уҡырға инә һәм 1950 йылда философия фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. РСФСР-ҙың Педагогия фәндәре академияһы ағзаһы, профессор Александр Леонтьев: “Фатима Хәмит ҡыҙы, һеҙ – философия фәндәре кандидаты булған беренсе башҡорт ҡыҙы!” – тип үҙенең аспирантын был уңышы менән ҡотлай һәм ике йыл эсендә докторлыҡ диссертацияһын яҡларға кәңәш итә. Әммә йәш кандидаттың артабанғы яҙмышы башҡасараҡ булып сыға. Уны партияның Үҙәк Комитетында юғары вазифаға тәғәйенләйҙәр, фатир бирәләр. Әммә күңеле тыныслыҡ тапмай, Фатима Хәмит ҡыҙы республикаға һәм уның халҡына фиҙакәр хеҙмәт итер өсөн тыуған яғына ашҡынып ҡайта.
Өфөлә ул партия өлкә комитетының ҡайтанан ойошторолған фән, мәктәптәр һәм уҡыу йорттары бүлеге мөдире булып эшләй башлай. Был яуаплы вазифала ла Фатима Мостафина үҙен эшлекле һәм сәйәси яҡтан белемле ойоштороусы итеп күрһәтә.
Әлбиттә, Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихында Ф.Х. Мостафина БАССР-ҙың мәғариф министры булараҡ иң яҡты эҙҙәр ҡалдырҙы. Был вазифаға ул етди әҙерлекле, тәжрибәле белгес булып килә. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, һәр ваҡыт балалар һәм йәштәр менән тәрбиә, ойоштороу эшен дә алып бара ине. Бындай тәжрибә уға, министр булараҡ, йәш быуын менән дә, бөтә Союз, федераль һәм республика кимәлендәге ҙур етәкселәр, академиктар, юғары уҡыу йорттары ректорҙары менән дә ҡыйыу аралашырға, үҙенең идеяларын, проекттарын тормошҡа ашырырға ярҙам иткәндер.
Ул йылдарҙа Фатима Мостафина етәкселегендә дөйөм һигеҙ йыллыҡ белем биреүгә күсеү киң үҫеш ала, урта дөйөм белем биреү мәктәптәре эшмәкәрлеген артабан яҡшыртыу буйынса ҙур эш башҡарыла. Үҙе етем булараҡ, ул һуғыштан һуң ата-әсәһеҙ ҡалған балаларҙы яҡлау өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй: балалар йорттары, мәктәп-интернаттар асыла, иң яҡшы уҡыусылар төрлө йүнәлеш буйынса Мәскәү, Ленинград, Минск, Киев ҡалаларының юғары уҡыу йорттарына белемен камиллаштырырға ебәрелә.
Фатима Хәмит ҡыҙы уҡыу йорттарының матди базаһын нығытыуға, уҡыусыларға хеҙмәт тәрбиәһе биреүгә, кадрҙар әҙерләүгә ҙур иғтибар бүлә. Һәләтле йәш уҡытыусыларға ҡарата иғтибарлы, хәстәрлекле була, уларҙы министрлыҡ аппаратының һәм башҡа республика учреждениеларының яуаплы вазифаларына тәғәйенләй. Ул тәҡдим иткән күп белгестәр аҙаҡ билдәле ғалим, халыҡ мәғарифын ойоштороусы, дәүләт эшмәкәре, журналист булып китә.
Мин, шул заман уҡытыусылары вәкиле булараҡ, республика мәғарифы ул ваҡытта министрҙан уңды, тип әйтә алам. Уның ныҡышмаллығы, зирәклеге арҡаһында Башҡорт дәүләт педагогия институты (әлеге ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге БДПУ), Салауат, Сибай, Күмертау, Өфө ҡалаларында педагогия училищелары асыла; баш ҡалабыҙҙа В.М. Комаров исемендәге Пионерҙар һәм мәктәп уҡыусылары һарайы, республиканың ҡала һәм райондарында балалар ижады үҙәктәре төҙөлә.
Ф.Х. Мостафинаның башланғысы һәм БАССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесе З.Ш. Аҡназаровтың ярҙамы менән 1958 йылда Өфөлә РСФСР Мәғариф министрлығы Милли мәктәптәр фәнни-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалы асылыуы айырыуса иғтибарға лайыҡ, тип иҫәпләйем. Беҙҙең күп милләтле автономиялы республика өсөн Башҡортостан филиалының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур була. Педагогика фәне өлкәһендә һәләтле тикшеренеүселәрҙе берләштерергә, башҡорт мәктәптәрендә башҡорт, урыҫ телен һәм әҙәбиәтен, башҡа предметтарҙы уҡытыу методикаһының байтаҡ көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итергә, милли белем биреү учреждениеларын үҫтерергә, башҡорт мәктәптәрен ғилми яҡтан нигеҙләнгән уҡытыу программалары, фәнни-методик әсбаптар менән тәьмин итергә филиал ҙур мөмкинлек бирә. Бынан тыш, филиал ярҙамында йәш белгестәр ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә йәлеп ителеп, диссертациялар, дәреслектәр, фәнни-методик әсбаптар яҙыуға өлгәшә.
Фатима Хәмит ҡыҙы Башҡортостандың педагогика фәненә лә тос өлөш индерә. Уның БАССР-ҙа белем биреү тарихы буйынса 100-ҙән ашыу ғилми эшенә бөгөн дә ихтыяж кәмемәй. Ул йылдарҙа Ф. Мостафина бер нисә ғилми проектты тормошҡа ашыра, Башҡорт АССР-ында мәғариф үҫешенең тарихына арналған ике монография сығара.
50-се йылдар аҙағы һәм 60-сы йылдар башы мәғариф тарихында ҙур үҙгәрештәр осоро булараҡ иҫтә ҡалған: хеҙмәт тәрбиәһе биргән берҙәм 11 йыллыҡ мәктәптәр иғлан итеү, өс йыллыҡ башланғыс звеноға һәм дүртенсе кластан алып предметтар системаһына күсеү. Шәхсән министр өсөн ул йылдар иң ауыр осор булғандыр, тип уйлайым. Мәктәптәрҙең исемен, структураһын үҙгәртеүҙән башлап бөтә мәғариф системаһын үҙгәртеп ҡороу талап ителде. Хеҙмәт тәрбиәһе биргән ҙур урта мәктәптәр барлыҡҡа килде, улар өсөн тейешле база булдырырға, кадрҙар менән тәьмин итергә кәрәк ине. Министрҙың ойоштороу, кадрҙар туплау, йәмәғәт ойошмаларын йәлеп итеү һәләте ярҙамында республика белем биреү системаһының алдында торған был бурыстар уңышлы үтәлде. Ул заманда “Барыһы ла балалар өсөн!” тигән лозунг халыҡ мәғарифын уңышлы үҫтереүҙә ныҡлы нигеҙ булды. Фатима Хәмит ҡыҙы республиканың һәм Үҙәктең партия һәм совет органдары етәкселәре араһында оло ихтирам ҡаҙанды. Ҙур сәнәғәт предприятиелары, колхоз, совхоздар, төҙөлөш ойошмалары етәкселәре менән һәр ваҡыт уртаҡ тел таба белде, шуға күрә улар белем биреү учреждениеларына ярҙам итеүҙә ихлас ҡатнашты.
РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, философия фәндәре кандидаты, күренекле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Фатима Мостафина күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн байтаҡ наградалар, шул иҫәптән Ленин ордены һәм ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Өфөләге 20-се башҡорт гимназияһы хәҙер уның исемен йөрөтә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында?

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында? 23.02.2019 // Йәмғиәт

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығының нигеҙе ниҙә? Үҙенең кешелек бурыстарын белгән, лайыҡлы атҡарған...

Тотош уҡырға 55

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм!

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле курорт-ҡала...

Тотош уҡырға 77

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен"

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен" 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер...

Тотош уҡырға 76

Батырҙары данлай төйәкте

Батырҙары данлай төйәкте 23.02.2019 // Йәмғиәт

Күгәрсен районының Волостновка ауылында ошо төйәктән сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Николай Ежовҡа...

Тотош уҡырға 32

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе?

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе? 23.02.2019 // Йәмғиәт

– Тиҙерәк, тиҙерәк! Башҡаларҙан алдараҡ барып етергә кәрәк! Шулай ҡабаланып йүгерҙе аҡ халатлылар....

Тотош уҡырға 175

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә...

Тотош уҡырға 44

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика халҡын Ватанды...

Тотош уҡырға 68

Ауылды бер итеп...

Ауылды бер итеп... 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылында “Зарница” үткәреү “ҡанға һалынған” тиергә мөмкин. Был уйында...

Тотош уҡырға 95

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк!

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалынды: Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Әсәй бәлеше”...

Тотош уҡырға 82

"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 59

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 57

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 985