Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дуғалы йортта доға бар
Дуғалы йортта доға барЯңы йыл менән бергә йылҡыныҡын ҡаршыларға йыйынһаҡ та, был изге мал йылына һуңыраҡ аяҡ баҫабыҙ икән. Көнсығыш иҫәбе буйынса, ул 2014 йылдың 31 ғинуарынан алып 2015 йылдың 18 февраленә саҡлы дауам итәсәк. Шул айҡанлы был сығарылышты аҡыллы, эшһөйәр малҡайҙарға арнарға булдыҡ. Әйҙәгеҙ, бергәләп Яңы йылды 31 декабрь төнөндә лә, иҫкесә 14 ғинуарҙа ла, Көнсығыш халыҡтарынса 31 ғинуарҙа ла ҡаршылайыҡ. Йылдың йыһан элементы — ағас, төҫө — күк ат. Талисманы күк ағас ат булып һанала. Халҡыбыҙ Аҡбуҙат, ҡанатлы Толпар, данлыҡлы Дөлдөл образдарында сағылдырған ат — әлмисаҡтан кешенең тоғро юлдашы, ышаныслы ярҙамсыһы.
Үҙен белә башлағандан бирле ат өҫтөндә булған башҡортто, ғәҙәттә, һыбайлы яугир итеп күҙ алдына килтерәбеҙ. Тормоштағы бәлә-ҡаза, ихтилал, һуғыш афәттәре хәтерҙә тәрәнерәк уйылғанға шулай ҡабул ителә ул. Борондан ярым күсмә тормош алып барған халҡыбыҙ өсөн аттың иң беренсе нәүбәттә йәшәү сығанағы икәнен онотмайыҡ. Хәҙер, республикала йылҡысылыҡты тергеҙеү өлкәһендә күп эш башҡарылған саҡта, ат беҙҙең тормошта мөһим урын биләй тип әйтә алмайбыҙ әле, сөнки йылҡы малының һаны ике тиҫтә йыл дәүерҙә генә артты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һандың тулыһынса сифатҡа әүерелеүе әлегә күҙәтелмәй, йәғни ат тәүге мәлдә хужалыҡтарҙа бөтөп барған, иҫкергән техниканы ғына алмаштырҙы. Һатыуға мини-тракторҙар, мотоблоктар, шәхси хужалыҡта ҡулланыу өсөн башҡа бәләкәй техника, ҡорамал сығарыла башлағас, йылҡы һанының йәнә кәмеүе күҙәтелә. Әммә быны ваҡытлы күренеш тип баһаларға кәрәктер. Республикала ат спортының үҫеүе, ҡымыҙ, йылҡы ите етештереүҙең халыҡ араһында таралыуы, табышлы кәсепкә әйләнә барыуы — шуға дәлил.

Юрауҙар, һынамыштар

dТөшөңдә ат менһәң — һөйөнәһең.
dМенге ат бирһәләр — өндә насипҡа ирешәһең.
dАт аунаһа — йылыға.
dАт ҡарға ятһа — йылыға.
dАт ҡуршылдаһа — буранға.


Дағалау

Атты файҙаланыуға ҡарап дағалайҙар: һыбай йөрөү өсөн генә булһа — алғы тояҡтарын, егеү өсөн — дүрт тояғын да. Дағаның ныҡлығын тикшереп торорға кәрәк.
Улар йәтеш итеп тура килтерелгән булырға тейеш. Шулай ҙа бер нисә ай дағаһыҙ йөрөтөү мөһим. Ат дағалағанда ҡыпһыуыр, эре тешле игәү (рашпиль), киҫкес, шымартҡыс, бысаҡ, дағалау өсөн сүкеш, даға һәм уның өсөн махсус ҡаҙаҡтар кәрәк. Дағаны элегерәк ҡулдан эшләгәндәр. Сәнәғәт етештергән даға ГОСТ 5408-77 стандарттарына ярашлы була, уны 8 үлсәмдә эшләйҙәр. 1-се үлсәм — иң бәләкәй, ә иң ҙуры — 8. Ҡаҙауҙар ҙа ГОСТ 1217-77 стандарты буйынса етештерелә: 5, 6, 7, 8, 9 һандары беркетелә. 5-се һанлы ҡаҙаҡтың оҙонлоғо — 55 мм, етенсенеке — 59, һигеҙенсенеке — 64, туғыҙынсыныҡы — 70 мм.
Дағалау технологияһын үҙләштереү өсөн ат тояғының төҙөлөшөн белеү мотлаҡ. Ул өс өлөштән тора: табан, уҡсалар һәм тояҡ ҡатламы. Тояҡ ҡатламы үҙе өс өлөшкә бүленә: эске, уртансы һәм тышҡы. Эске өлөшө аҡ таҫма һымаҡ асыҡ күренеп тора. Был таҫмала тойоусанлыҡ юҡ, шуға күрә лә ҡаҙауҙы уға ҡағалар. Таҫманан тайпылып ҡағылған ҡаҙау тояҡты яралай.

Ҡурҡыныс сирҙән ҡотҡара

Йылҡы ите — башҡорттарҙың иң яратҡан ризығы. Һутлы булыуҙан тыш, уның һаулыҡ өсөн файҙаһы ифрат ҙур. Мәҫәлән, ҡан баҫымы юғары булғанда, йылҡы итен ашап, был сирҙән ҡотолғандар. Баланың буйы насар үҫһә, борон ата-бабабыҙ йылҡының елек майын биргән.

Йылҡы ите бик таҙа була һәм, ололар әйтеүенсә, ул кешенең ашҡаҙан-эсәк юлдарында тупланған артыҡ майҙарҙы һыпырып алырға һәләтле. Үҙегеҙ ҙә абайлағанығыҙ барҙыр — аттар бер ваҡытта ла аш-һыуҙан ҡалған йыуынтыны эсмәй, ә һыуҙы сылтырап аҡҡан йылғаның иң таҙа еренән генә һайлап һемерергә ярата.
Аттар — шулай уҡ бактериология институттарының алмаштырғыһыҙ "хеҙмәткәрҙәре" лә. Улар гангрена, столбняк, дифтерия, ботулизм кеүек һәм башҡа ҡурҡыныс сирҙәрҙән ҡотҡара. Бының өсөн табиптар йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы иммунитет булдырылған донор-аттарҙың ҡанын алып, уны “эремсек” ("сыворотка") итеп эшкәртә.

Ҡасан, күпме?

l Донъяла 1913 йылда — 102 миллион, 1937 йылда — 115 миллион, 1975 йылда 65 миллион, 2006 йылда 58 миллион 372 мең 106 ат була.
l Рәсәйҙә 1916 йылда — 38,2 миллион, 1941 йылда СССР-ҙа — 21,1 миллион, 1956 йылда — 13 миллион, 1970 йылда — 7,5 миллион, 1980 йылда 5,6 миллион йылҡы малы иҫәпләнгән. 2006 йылда Рәсәйҙә 1 миллион 319 мең 358 ат була.
l 1845 йылда Ырымбур губернаһында 1 миллион 852 мең йылҡы булған. 1850 йылда ошо губернала йәшәүсе башҡорттарҙа ғына ла 569 979 баш йылҡы иҫәпләнгән.
l Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Башҡортостанда 524 мең ат иҫәпләнә. 1987 йылда 160,7 мең баш йылҡы аҫралған.
l Ат һаны буйынса Башҡортостан Яҡут-Саханан ҡала икенсе урында. Рәсәйҙекенең ундан бер өлөшө беҙҙең республикаға тура килә.
l 1990–2011 йылдар арауығында беҙҙә аттар 70 мең башҡа кәмеп, 2012 йылға 123 мең баш иҫәпләнгән. Ошо йылдарҙа кәмеү күмәк хужалыҡтарға, ойошмаларға тура килә — 40 мең 400 башҡа тиклем. Шәхси хужалыҡтарҙа, киреһенсә, күбәйгән. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында 2000–2011 йылдарҙа 11 (!) тапҡырға артып, 2012 йыл башына 17 мең 700 башҡа ишәйгән.

Ҡымыҙ тарихынан

Ҡымыҙ эшләү күсмә халыҡтарҙа борондан булған. Әммә ул сер итеп һаҡланған. Сит-ят кеше эсемлектең нисек яһалыуын белеп ҡалһа, уны шунда уҡ һуҡырайтҡандар.
Ҡымыҙҙы әсетеү һәм уның кеше организмына тәьҫире хаҡында тәү тапҡыр 1253 йылда француз сәйәхәтсеһе Вильгельм Рубрикиус яҙып ҡалдырған. Һуңынан итальян сәйәхәтсеһе Марко Поло (1254 — 1323) уны аҡ шарап менән сағыштырған.
Рәсәйҙә ул тәүге тапҡыр Ипатовтың йылъяҙмаларында телгә алына. Игорь Северской ҡыпсаҡтарҙа 1182 йылда әсирҙә булғанда, һаҡсылар ҡымыҙ эсеп иҫереп йоҡлап киткәс ҡасҡан. Башҡа йылъяҙмала Тверь кенәзе Михаилды әсир булараҡ ҡымыҙ эсергә мәжбүр итеүҙәре, 1245 йылда Батый хан кенәз Даниил Галицкийҙы ҡымыҙ менән һыйлауы ла телгә алына.
Урыҫ сәйәхәтсеһе Паллас 1770 йылда: "Башҡорт далаһына ҡымыҙ эсергә Московиянан һәм Дондан төрлө халыҡ йыйыла, сөнки һаулыҡҡа уның файҙаһы бик ҙур", — тип яҙа. Был файҙалы эсемлек тураһында заманында мәшһүр урыҫ яҙыусылары В. Даль, С. Аксаков, Л. Толстой һәм башҡалар үҙ һүҙҙәрен әйтеп ҡалдырған. Ҡымыҙҙы пропагандалаусы инглиз Дж. Каррик хатта башҡорт аттарын Англияға ла алып ҡайта.
"Ҡымыҙ һәр ваҡыт уға ярҙам итте. Атайым башҡорт тирмәһендә робинзонса тормош алып барыуы тураһында ҡыуанып һөйләй торғайны. Ул ҡымыҙ яратты һәм күпләп эсте... Башҡорт тағы ла һала, тағы ла... Йыш ҡына бер ултырыуҙа һигеҙ йә унан да күберәк кәсә эсә ала ине", — тип яҙа Л. Толстойҙың улы.
"Яҙ етеп, ер асылғас, туғай-болондар хуш еҫле йәшеллек менән ҡапланғас та, ҡышҡыһын ябыҡҡан йылҡы малы тиҙ генә көрәйеп ала. Башҡорттар ҡымыҙ әҙерләү эшенә тотона. Бер аҙҙан имсәк балаларҙан алып ҡарыуы ҡайтҡан ҡарттарға тиклем шифалы эсемлек эсә башлай. Аҙ ғына ваҡыт эсендә оҙон ҡышты аслы-туҡлы үткәреүҙән барлыҡҡа килгән ауырыуҙары һыпырып алғандай юҡҡа сыға. Кешеләрҙең ябығыуҙан һурыҡҡан йөҙҙәре тулыланып, йәшәреп китә", — ти үҙенең иҫтәлектәрендә яҡташыбыҙ С. Аксаков.
Рәсәйҙә ҡымыҙ менән дауалау учреждениеһы тәүге тапҡыр 1890 йылда С. Аксаковтың ейәнсәре О. Аксакова тарафынан төҙөлә. 1892 йылда Шафран тимер юл станцияһы тирәләй шифаханалар барлыҡҡа килә. 1898 йылда Андреевский шифаханаһы асыла.
Бөгөн Башҡортостан ҡымыҙ менән дауалау үҙәге булып тора. "Шафран", "Йоматау", "Алкин", "Глуховская", Чехов, Аксаков исемендәге шифаханалар һәм башҡа учреждениелар бар. Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа милли эсемлек етештереүгә айырым колхоз-совхоздар, ғаиләләр ҙә тотондо. Тимәк, ҡымыҙҙың киләсәге, үткәне һымаҡ уҡ, быуаттар аша артылыр...


Былар ҡыҙыҡлы

l Башҡа йорт малына ҡарағанда, аттың йөрәге ҙурыраҡ була. Уртаса ауырлығы — 3,5–4,5 килограмм.
l Тик торғанда аттың йөрәге минутына 28–44 тапҡыр тибә, ауыр йөк тартҡанда ул 130-ға (!) барып етә.
l Аттар алыҫтан күрмәй, 500 метрға тиклем генә асыҡ төҫмөрләй. Шуның өсөн дә “ҡурҡаҡтар”. Әммә улар башын бормайынса ла 360 градусҡа етә яҙғансы күрә. Әйтергә кәрәк, төндә бәләкәй генә нәмәнең дә төҫөн, һынын айыралар. Был инде төнөн юлды, ашар аҙыҡты табырға ярҙам итә.
l Аттың иң һиҙгер ере — ирендәре, айырыуса өҫкөләре. Унда нервы системаһы менән туранан-тура тиерлек тоташҡан ҡылдар бар.
l Аттарҙың тойоу көсө ифрат ҙур. Тояғы менән дә юлды күрәләр.
l Ишетеүе лә кешенекенән көслөрәк. Улар алыҫтағы ультратауыштарҙы, өйөр килеүен, тау-таш емерелеүен һәм башҡаларҙы ишетә.
l Аттар кеше тауышын ғына түгел, интонацияларҙы ла айыра. Әгәр ҡысҡырһаң, әрләһәң, пульсы йышая.
l Еҫ тойоу көсө лә ҙур: әллә ҡайҙан ҡолонон таба, үҙенең йүгәнен белә, аҙыҡ төрләй.
l Башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ халыҡтарында хөрмәтле ҡунаҡты йылҡы ите менән һыйлау йолаһы борондан булған. Ә бына уны ашау Рәсәйҙә рәсми рәүештә — 1867, Данияла — 1830, Австрияла — 1854, Францияла — 1866, Германияла — 1879, Англияла 1883 йылда уҡ тыйылған. Хәйер, хәҙер ни ашаһаң да барыбер...
l Күк (ап-аҡ) төҫтәгеһе тыуғас та бер нисә ай эсендә салланған мал ул. Тыумыштан уҡ аҡ йөнлө ҡолондар — бик һирәк күренеш.

Күренекле шәхестәр — башҡорт аттары хаҡында

Этнограф Руденко "Башкиры" тип аталған китабында: "Иң бай башҡорт 3–4 мең баш йылҡы тотһа, иң ярлыһы 20–30 баш йылҡыға хужа", — тип яҙған.
Сергей Минцлов: "Мин башҡорт аттарына һоҡланам! Кем был яҡтарҙы күрмәгән, шуға 25–30 саҡрымға ярыштар булмаҫтай хәл кеүек тойола... Ашатмайынса 60-ар, 90-шар саҡрым юл үтәләр. Ныҡлы әйтә алам, Стәрлетамаҡтың төрмә начальнигын йөрөтөүсе башҡорт 160 саҡрым юлды һелтәгән. Башҡорттар гелән һыбай килеш 90-шарҙы үтә, улар өсөн был — ғәҙәти хәл..."
Маршал Семен Буденный: "Башҡорттарҙа йылҡысылыҡ тармағы тарихта монголдар барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк үҫешкән булған. Шуға күрә башҡорт атының монгол тамырҙарын эҙләү (ҡайһы бер хеҙмәттәрҙәге кеүек) нигеҙһеҙ"...

Төҫтәре

Уларҙың төҫтәре һәм төҫсәләре бик күп. Ҡәҙимге аҡ, ҡара, һоро, ала төҫтәрҙән, ҡатнаштарынан тыш, төрлө урындағы таптары буйынса ла айырылалар. Йылҡысылыҡта аҡ төҫ хупланмай, сөнки альбинослыҡ кире күренеш тип иҫәпләнә. Төп төҫтәргә туҡталайыҡ.

Ерән (рыжий) — ҡыҙыл менән һары ҡатыш, ҡыҙғылт һары (ҡан ерән, ҡола ерән, сағыу ерән һ.б. төҫсәләре була).

Саптар (игреневый) — ялы һәм ҡойроғо сал булған ерән ат.

Туры (гнедой), ҡоба туры (каурий) — ҡара- ҡыҙыл, ял-ҡойроғо ҡара төҫтәге ат (ҡара туры, ҡобау туры, ҡыҙыл туры һ.б.)

Ҡола (саврасый), аҡ ҡола (буланый) — үҙе һары, ҡойроҡ, ялы ҡара ат.

Буҙ (сивый), аҡ буҙ (светлосивый) — көлһыу күгелйем төҫ (аҡ буҙ, күк буҙ, ҡара буҙ).

Күк, күксәй, күксәнәй — күк буҙ төҫтөң төрҙәре.

Тимергүк — ҡараһыу буҙ, ҡорос төҫөндәге ат.

Бурыл (чалый) — буҙ менән ҡара ҡатыш.

Кир (мухортый) — һарғылт туры төҫ.

Бүртә (караковый) — аҡ менән туры ҡатыш төҫ.

Ала (пегий) — аҡ менән берәй төҫ таптары ҡатнашҡан.

Алмасыбар (в яблоках) — буҙ төҫ өҫтөнән тимгел-тимгел ҡара таптар ятҡан төҫ.


Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә

Тупһаға, һикәлтәгә даға ҡағыу йолаһы бар. Кешенең яман уйы, яман һүҙе шул дағаға эләгеп ҡала тип һанала. Даға ен-шайтандан да һаҡлай. Уны ҡаҡҡан саҡта:
— Шайтан килмәһен өсөн,
Хәрәм кермәһен өсөн,
Тел-теш баҫмаһын өсөн,
Бәрәкәт ҡасмаһын өсөн, —
тип һамаҡлайҙар. Ул даға яңы түгел, ә ат тояғынан төшөп ҡалған булырға тейеш. Сөнки ат тояғы ҡатынан да ҡаты иҫәпләнгән, ундағы даға ла ҡаты тип һаналған.

* * *
Йорт тирәһенә тел-теш ҡағылмаһын өсөн кәртә-ҡура бағанаһына йылҡының башын, салыу һөйәген кейҙереп ҡуйыу ырымы бар.

* * *
Яҙ еткәс, арба юлы төшмәҫ элек, йәш ҡолон күрергә кәрәк. Шул саҡта йыл буйы ҡолон шикелле еңел йөрөрһөң, һау-сәләмәт булырһың.

* * *
Тирләгән атҡа ҡапыл һыу эсерергә ярамай, юғиһә ул "эҫеләй булып яна". "Эҫеләй булған" атҡа андыҙ үләненең төнәтмәһен эсерәләр. Андыҙ эсе киткән атҡа ла килешә. Шуға "андыҙ барҙа ат үлмәҫ" тигән әйтем бар.

* * *
Ат һатҡанда хужа һатып алыусыға уны йүгәне менән тоттора. Ҡото китмәһен тип малды аҙбарҙан арты менән сығаралар. Һатҡан кеше лә, алғаны ла бер-береһенә таҫтамал бирешә.

* * *
Малды йомарт кешенән алһаң, уңа. Кешенең ҡулы ауыр булһа, уға һатҡан мал киңгәй (һулый): ялы-ҡойроғо бөтә, күҙҙәре ыуҙыға.

* * *
Һатҡан саҡта малдың ҡотон алып ҡалалар. Ҡурала ҡалған мал өҙөлмәһен өсөн өс тапҡыр "Ҡотомдо алам" тип ҡабатлайҙар. Һырт буйынан, ҡолаҡ төбөнән өс мәртәбә берәр семтем йөн йолҡоп, ҡура егенә ҡыҫтыралар. Кеше ҡулынан мал алғас, артҡа ҡарарға ярамай, юғиһә алған малың үрсемһеҙ була.

* * *
Шүлгәндән ала-ҡола, сысҡан һыртлы (арҡа буйына ҡара һыҙат) мал сыҡҡан. Шундай йылҡы малы үрсемле, ҡотло була.
Айғырҙарҙа тыуған өйөр, тыуған төбәк тойғоһо көслө була. Шуға ла борон юлға сыҡҡан кеше мотлаҡ айғыр эйәрләгән. Бер-бер хәл булһа йәки, барып еткәс, атты кире ҡайтарырға кәрәкһә, үҙен сығарып ебәргәндәр, ул әйләнеп ҡайтҡан. Йәйәүле ҡунаҡты ла айғыр мендереп оҙатҡандар. Малҡай шулай уҡ боролоп ҡайтҡан.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә

  1. Уҡыусы
    Уҡыусы от 28.12.2013, 17:22
    Шәп мәҡәлә ! Рәлис туған , "ат" менән " йылҡы" араһында ниндәй айырма бар? Мәҫ., "ат ите" тимәйбеҙ - "йылҡы ите" тиеү дөрөҫ."Ат"," айғыр"синоним һүҙҙәрме ?






Саф шишмә кеүек

Саф шишмә кеүек 25.09.2018 // Йәмғиәт

Шундай кешеләр осрай: ҡарашы ла, һүҙе лә тынысландырып ебәргәндәй була. Һәр кемгә ихлас күңелдән...

Тотош уҡырға 38

Динебеҙҙә – сәс хаҡында

Динебеҙҙә – сәс хаҡында 25.09.2018 // Йәмғиәт

Һаулыҡта матурлыҡтың сағылышы бар, тиҙәр. Ысынлап та, тән сәләмәтлеге, күңел бөтөнлөгө һәм таҙалыҡ...

Тотош уҡырға 38

Ауылдаштарымдың ҡаһарманлығы

Ауылдаштарымдың ҡаһарманлығы 25.09.2018 // Йәмғиәт

Илебеҙҙе һаҡлаған, кешелек донъяһын фашизмдан ҡотҡарған кешеләргә рәхмәтебеҙ сикһеҙ булырға тейеш....

Тотош уҡырға 27

Булдыҡлының эше уң

Булдыҡлының эше уң 25.09.2018 // Йәмғиәт

Байым ауылында өлгөлө ғаиләләр күп. Улар тырышып донъя көтә, балалар үҫтерә. Ауыл ерендә эш юҡ тип,...

Тотош уҡырға 31

Артабан да бергә ҡалайыҡ

Артабан да бергә ҡалайыҡ 25.09.2018 // Йәмғиәт

Һәр ваҡыттағыса, редакцияға хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙҙан хаттар ағымы туҡтамай. Уларҙың һәр юлы...

Тотош уҡырға 32

Таш хәтерен яңыртыусы

Таш хәтерен яңыртыусы 25.09.2018 // Йәмғиәт

Геолог тормошона арналған саралар үтте. Күренекле геолог һәм дәүләт эшмәкәре, СССР Дәүләт премияһы...

Тотош уҡырға 46

Юл түләүле буласаҡ

Юл түләүле буласаҡ 25.09.2018 // Йәмғиәт

М-5 һәм М-7 федераль трассаларын тоташтырасаҡ Өфө ҡалаһынан Көнсығыш сығыу юлы автомобиль...

Тотош уҡырға 40

Әбейҙәр сыуағы хушлаша

Әбейҙәр сыуағы хушлаша 25.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан биләмәһендә һауа торошо үҙгәрә: сыуаҡ көндәргә алмашҡа көҙгө ямғырҙар башланыуы һәм...

Тотош уҡырға 39

Ҡомартҡылар тарих һөйләй

Ҡомартҡылар тарих һөйләй 25.09.2018 // Йәмғиәт

Көслө зат яҙмышы иленекенән айырылғыһыҙ. Музей. Тынлыҡ. Яй ғына баҫып, бер ҡомартҡынан икенсеһенә...

Тотош уҡырға 33

Сик буйында тора һаҡсы...

Сик буйында тора һаҡсы... 25.09.2018 // Йәмғиәт

Ошондай һәйкәлдәр һәр төбәктә бармы? Төбәгебеҙҙең рухи мәккәһе булған Сибайҙа тарихыбыҙға, йәштәр...

Тотош уҡырға 42

Элвин Грей ауырыған

Элвин Грей ауырыған 25.09.2018 // Йәмғиәт

Кисә йырсы Радик Юлъяҡшиндың (Элвин Грей) социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уның сирләп китеүе...

Тотош уҡырға 44

“Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмаҫҡа”

“Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмаҫҡа” 25.09.2018 // Йәмғиәт

Риэлтор эшмәкәрлеге ниҙән ғибәрәт? Яңы фатир алам тип бөтөнләй мөйөшһөҙ ҡалғандар хаҡында...

Тотош уҡырға 41