Йылҡы йылын һаҡлыҡ менән ҡаршы ал!

28-12-2013, 00:08 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Йылҡы йылын һаҡлыҡ менән ҡаршы ал!Халҡыбыҙҙың атлы башҡорт тигән даны бар. Уны ер йөҙөндә үҙен бер ҡәүем итеп танығандан бирле, Әлмисаҡтан алып, барлыҡ тарихы, тормошо, көнкүреше, бигерәк тә еребеҙ бәрәкәтенә бәйле ғәмәлдәре аттан айырылғыһыҙ.

Ир ҡанаты ат булыр тип раҫлай килгән әкиәттәре, ҡобайырҙары, эпостары, йырҙары. "Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алып уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын, аямаған йәнен, түккән ҡанын, һис бирмәгән башҡорт Уралын", "Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы", "Алыҫтарға киткәс, сыбай ҡашҡам башҡынайын бороп бер ҡарай..." Йөрәгебеҙ ынйылары булған бындай йырҙарҙың аҫыл һүҙҙәрен килтерә башлаһаң, атлы башҡорт асылына бәйле риүәйәттәрҙе, хикәйәләрҙе, шиғриәт өлгөләрен иҫкә төшөрәм тиһәң, мең дә бер кис кенә түгел, бер ғүмер ҙә етмәҫ кеүек. Урал батыр, сая Салауат, Муса Мортазин, Шайморатов: беҙҙең өсөн былар — Йылҡы йылының да рәсмилектән өҫтөн символдары булыр аҡбуҙатлы исемдәр.
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр тигәндәй, ғүмерем буйына тиерлек эске бер тәбиғилектә, ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, тип шуны шиғырҙарымда әленән-әле аса килгәнмен икән: "Ҡонажындар йөрөй ҡурпы утлап, еҙ ҡыңғырау ҡуя сыңғырлап", "Аяҙлана ир-егеттең рухы арғымаҡта бәйге сапҡанда", "Үрәпсеп тора үрләстә ҡырлас яллы саптарым — зыңҡылдата, өҙә баҫып саҡма сағыр сапҡырым", "Ут-һыуҙарҙы кискән затым барҙа атым үтә алмаҫ юл булмаҫ", "Артҡа сигеп ҡара үр менгәндә! Ат тибенләй бары үңерҙәрҙә", "Үҙе түгел, аты абынһа ла, намыҫланыр ирҙең аҫылы", "Эйәрҙәге егет йыр башлаһа, юл башлауы еңел атына. Арғымағы уның бәйгеләрҙә юҡҡамы ни уҡтай атыла", "Тотһағыҙсы бәйге ҡомарында артылыштар яулар аттарҙы!", "Оса арғымағым, оса, ялына ҡапты ялҡын. Тояҡ аҫтарында сәсрәй әллә ут, әллә алтын. Тауҙар рухын яңғырата арғымағым алғышы, күкрәү булып күсә күккә йөрәгенең ҡағышы"... Бындай юлдарҙы шиғырҙарымдан артабан да хәтһеҙ генә килтереп булыр ине. Әммә ваҡыт ҡыҫтау, сәғәт уҡтары Йылҡы йылы еткәнен аңғарта.
Шулай ҙа, форсаты сыҡҡас, тағы ошо һүҙҙәремде хәтерләтеп үтәйемсе: "Өмөттәрем еккән аттарҙы бәхеттәрем генә туғарһын". Һәр кемебеҙгә лә төбәлә был теләк. Һәр берәүҙең ҡураһында булмаһа ла, булһын һәр кемдең рухында эйәрле-йүгәнле ат! Аттың атағы ҙур — исеме ҙур. Әммә атҡаҙанған зат-ырыуыбыҙ ҙа, бергә йәшәгән дуҫтар ҙа халыҡ аҡылы, тормош тәжрибәһе әйттергән ошо һүҙҙәрҙе лә онотмаһын ине: "Йылҡы йылын һаҡлыҡ менән ҡаршы ал". Быны заманыбыҙ заңы үҙе үк иҫкәртә. Һәр хәлдә, ҡабатлап әйтәм: өмөттәребеҙ еккән аттарҙы бәхеттәребеҙ генә туғарһын!
Әйҙүк, түрҙән уҙ, Яңы йыл!