Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көс-дәртегеҙ ташып торһон
Көс-дәртегеҙ ташып торһонЯңы йыл саптырып килеп тә етте. Саптырмай ни, 2014 бит Йылҡы йылы. Йондоҙҙар беҙгә нимә вәғәҙә итә һуң? Бөгөн һүҙебеҙ сәләмәтлек хаҡында булыр. Аттай һау-сәләмәт булыу өсөн нимәгә иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәк?

ҠУҘЫ (21.03 – 19.04)
Киләһе йыл организмда яңырыу тойорһоғоҙ. Ғинуарҙа башығыҙ ауыртыуы, ҡан баҫымы күтәрелеүе ихтимал. Февралдә имгәнеү хәүефе бар. Марттың аҙағы спорт менән шөғөлләнеү, организмды нығытыу өсөн ҡулай. Июндә бауырға тәьҫир итерлек аш-һыуҙан баш тартырға кәңәш ителә. Йылдың икенсе яртыһында һаулығығыҙға бер ниндәй ҙә хәүеф янамай.

БУҒА (20.04 – 20.05)
Ғинуарҙа теш дауалау, ҡуйҙырыу кәңәш ителмәй. Февралдә лә сәләмәтлегегеҙ шәптән булмаясаҡ. Киҫкен респиратор ауырыуҙарҙы һәм киҙеүҙе иҫкәртеү менән шөғөлләнегеҙ. Мартта вируслы сирҙән һаҡланығыҙ. Апрелдә көс-ҡеүәтегеҙҙе бушҡа сарыфламағыҙ. Июндә эндокрин система иғтибарға лайыҡ. Июлдә мускулдарға зыян килеүе ихтимал. Октябрҙә сит-ят аҙыҡ-түлектән баш тартыу зыян итмәҫ.

ИГЕҘӘКТӘР (21.05 – 21.06)
Һаулыҡ яғынан йыл яҡшы булмаҡсы. Мартта һәм ноябрь уртаһында һаҡ булығыҙ – имгәнеү хәүефе ҙур. Апрелдә тамаҡты һаҡларға кәңәш ителә. Июнь бауырҙы дауалау өсөн ҡулай. Июлдә диетаға ултырырға, октябрҙә ҡанды тикшертергә мөмкин.

ҠЫҪАЛА (22.06 – 22.07)
Йыл дауамында һаулыҡҡа иғтибарҙы кәметмәгеҙ. Ғинуарҙа быуындар, теш һыҙлауы ихтимал. Февралдә юлда һаҡ булығыҙ. Мартта магнитлы дауылдарға бәйле үҙегеҙҙе насар тойорһоғоҙ, моғайын. Майҙа тире ауырыуҙарынан, июлдә аш һеңдереү ағзалары сирҙәренән һаҡланығыҙ. Октябрь йөрәкте дауалау өсөн ҡулай.

АРЫҪЛАН (23.07 – 22.08)
Дөйөм алғанда, йыл уңышлы ғына булмаҡсы. Февралдә ҡан тамырҙарын нығытығыҙ, хәүефле спорт төрҙәренән баш тартығыҙ. Мартта – имгәнеү, майҙа йоғошло сир эләктереү хәүефе бар. Июнь йөрәк ауырыуҙарын дауалау йәһәтенән ҡулай. Ә бына июлдә дауаханаға эләгеүегеҙ ихтимал. Августа иммунитетты нығытығыҙ. Йыл аҙағында һаулыҡҡа әллә ни зыян килмәҫ.

ҠЫҘ (23.08 – 22.09)
Киләһе йыл етди ҡыйынлыҡтар көтөлмәй. Мартта хроник сирҙәрҙең көсәйеүе ихтимал. Шулай уҡ рулдә һаҡ булығыҙ. Апрель – диетаға ултырыу өсөн ҡулай ай. Июль ҡатмарлы булмаҡсы, табипҡа мөрәжәғәт итеүегеҙ бар. Киләһе айҙарҙа әллә ни хәүеф көтөлмәй.

ҮЛСӘҮ (23.09 – 22.10)
Февралдә һөйәктәр һәм быуындар борсоуы ихтимал. Тикшеренеү, дауаланыу өсөн иң ҡулай мәл. Мартта нервы системаһы иғтибарҙы талап итер. Саф һауала күберәк йөрөргә кәрәк. Апрелдә гинекология йәки урология мәсьәләләрен хәл итегеҙ. Имгәнеү хәүефе юғары, йоҡоғоҙҙоң насарайыуы ихтимал. Майҙа косметология менән шөғөлләнмәү хәйерле. Сентябргә операция планлаштырмағыҙ.

САЯН (23.10 – 21.11)
Ғинуарҙа – һалҡын тейҙереү, февралдә имгәнеү хәүефе юғары. Ә март, киреһенсә, һаулыҡ йәһәтенән уңышлы булмаҡсы. Июль – йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау өсөн уңайлы мәл. Сентябрҙә радикулиттың ҡуҙғалыуы ихтимал. Ноябрҙә ағзаларҙа таш барлыҡҡа килеүҙән һаҡланығыҙ.
УҠСЫ (22.11 – 21.12)
Ғинуарҙа ҡан баҫымына иғтибар итегеҙ, көсөргәнештән һаҡланығыҙ. Шулай уҡ хроник, нәҫелдән күскән сирҙәрҙең борсоуы мөмкин. Февралдә һалҡын тейеү хәүефе бар. Бауырығыҙ ауырта икән, апрель — дауаланыу өсөн ҡулай осор. Июндә һәм сентябрҙә дауаханаға эләгеүегеҙ ихтимал. Июлдә башығыҙҙы, аяғығыҙҙы һаҡлағыҙ. Сентябрҙә таҙарыныу процедуралары үткәрегеҙ. Ноябрҙә аш һеңдереү ағзалары эшен яйға һалырға, яман ғәҙәттәрҙән ҡотолорға мөмкин.

ЫЛАҠ (22.12 – 19.01)
Февралдә планға ярашлы дауаланыуҙы кисектереп торорға кәңәш ителә. Был мәлдә һалҡын тейҙереү хәүефе ҙур. Мартта тамаҡты, һөйәктәрҙе һаҡлағыҙ, кеше менән бәхәскә инмәҫкә тырышығыҙ. Апрелдә ҡатын-ҡыҙҙарға маммологка күренергә кәрәк. Майҙа күҙҙе тикшертегеҙ. Июндә бауырға иғтибар итегеҙ. Йылдың икенсе яртыһында сәләмәтлек өсөн әллә ни хәүеф юҡ.

ҺЫУҒОЯР (20.01 – 18.02)
Йыл буйы организм үҙе хаҡында иҫкәртеп торор. Мартта аяҡтарҙы дауалау менән шөғөлләнергә мөмкин. Апрелдә теш һыҙлау хәүефе юғары. Августа диетаға ултырығыҙ йәки аҙыҡ-түлек һайлау мәсьәләһендә һаҡ булығыҙ. Октябрҙә дарыуҙарҙы күпләп ҡулланмау хәйерле. Ноябрҙә һалҡын тейеүе ихтимал.

БАЛЫҠ (19.02 – 20.03)
Февралдә шәхси проблемалар арҡаһында йоҡоһоҙлоҡ борсоуы, баш ауыртыуы ихтимал. Мартта ҡанға иғтибар талап ителә: тамырҙарҙың киңәйеүе һөҙөмтәһендә тромб барлыҡҡа килеүе бар. Дөйөм алғанда, сәләмәтлегегеҙ өсөн әллә ни борсолорға урын юҡ кеүек.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Саф шишмә кеүек

Саф шишмә кеүек 25.09.2018 // Йәмғиәт

Шундай кешеләр осрай: ҡарашы ла, һүҙе лә тынысландырып ебәргәндәй була. Һәр кемгә ихлас күңелдән...

Тотош уҡырға 38

Динебеҙҙә – сәс хаҡында

Динебеҙҙә – сәс хаҡында 25.09.2018 // Йәмғиәт

Һаулыҡта матурлыҡтың сағылышы бар, тиҙәр. Ысынлап та, тән сәләмәтлеге, күңел бөтөнлөгө һәм таҙалыҡ...

Тотош уҡырға 37

Ауылдаштарымдың ҡаһарманлығы

Ауылдаштарымдың ҡаһарманлығы 25.09.2018 // Йәмғиәт

Илебеҙҙе һаҡлаған, кешелек донъяһын фашизмдан ҡотҡарған кешеләргә рәхмәтебеҙ сикһеҙ булырға тейеш....

Тотош уҡырға 27

Булдыҡлының эше уң

Булдыҡлының эше уң 25.09.2018 // Йәмғиәт

Байым ауылында өлгөлө ғаиләләр күп. Улар тырышып донъя көтә, балалар үҫтерә. Ауыл ерендә эш юҡ тип,...

Тотош уҡырға 31

Артабан да бергә ҡалайыҡ

Артабан да бергә ҡалайыҡ 25.09.2018 // Йәмғиәт

Һәр ваҡыттағыса, редакцияға хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙҙан хаттар ағымы туҡтамай. Уларҙың һәр юлы...

Тотош уҡырға 32

Таш хәтерен яңыртыусы

Таш хәтерен яңыртыусы 25.09.2018 // Йәмғиәт

Геолог тормошона арналған саралар үтте. Күренекле геолог һәм дәүләт эшмәкәре, СССР Дәүләт премияһы...

Тотош уҡырға 46

Юл түләүле буласаҡ

Юл түләүле буласаҡ 25.09.2018 // Йәмғиәт

М-5 һәм М-7 федераль трассаларын тоташтырасаҡ Өфө ҡалаһынан Көнсығыш сығыу юлы автомобиль...

Тотош уҡырға 40

Әбейҙәр сыуағы хушлаша

Әбейҙәр сыуағы хушлаша 25.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан биләмәһендә һауа торошо үҙгәрә: сыуаҡ көндәргә алмашҡа көҙгө ямғырҙар башланыуы һәм...

Тотош уҡырға 39

Ҡомартҡылар тарих һөйләй

Ҡомартҡылар тарих һөйләй 25.09.2018 // Йәмғиәт

Көслө зат яҙмышы иленекенән айырылғыһыҙ. Музей. Тынлыҡ. Яй ғына баҫып, бер ҡомартҡынан икенсеһенә...

Тотош уҡырға 33

Сик буйында тора һаҡсы...

Сик буйында тора һаҡсы... 25.09.2018 // Йәмғиәт

Ошондай һәйкәлдәр һәр төбәктә бармы? Төбәгебеҙҙең рухи мәккәһе булған Сибайҙа тарихыбыҙға, йәштәр...

Тотош уҡырға 42

Элвин Грей ауырыған

Элвин Грей ауырыған 25.09.2018 // Йәмғиәт

Кисә йырсы Радик Юлъяҡшиндың (Элвин Грей) социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уның сирләп китеүе...

Тотош уҡырға 44

“Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмаҫҡа”

“Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмаҫҡа” 25.09.2018 // Йәмғиәт

Риэлтор эшмәкәрлеге ниҙән ғибәрәт? Яңы фатир алам тип бөтөнләй мөйөшһөҙ ҡалғандар хаҡында...

Тотош уҡырға 41