Аманатым – балалар

28-12-2013, 03:01 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Аманатым – балаларИлһөйәрлек ғаиләнән башлана, тиҙәр. Эйе, туғандарыңды, яҡындарыңды яратыуҙан һәм ҡәҙерләүҙән яралалыр күңелдә Ватанға ҡарата йылы тойғолар. Тыуып үҫкән йортоң, ауылың йә ҡалаң ни өсөн йөрәгеңә яҡын? Сөнки унда һинең өсөн ҡәҙерле кешеләр йәшәгән, йәшәй. Был туғайға олатайға эйәреп ат тышарға төшә инек, ә анау урманда ҡустылар менән һуйыр атып йөрөнөк, йылғаның теге ярында тороп ҡармаҡлағанда балыҡ һәйбәт эләгә торғайны… Ошондай хәтирәләр һағындыра тыуған яҡты. Әгәр кешеләр менән бәйле булмаһа, бер нәмәнең дә ҡәҙере беленмәҫ ине, тип уйлап ҡуям.
Балалар үҫтереүҙе лә ата-бабаһы, яҡын туғандары алдындағы аманаты, оло бурысы тип һанаусылар хаҡлылыр – шәжәрә өҙөлмәҫкә, тағы ла тармаҡланып, дауам итергә тейеш. Һәр кемебеҙҙең бурысы – үҙ артыңдан кешелек өсөн лайыҡлы быуын ҡалдырыу. Ғөмүмән, бала табып тәрбиәләүҙе ватансылыҡтың, Раббыбыҙҙың ризалығына өлгәшергә тырышыуҙың, кешелеккә матур киләсәк теләүҙең бер өлөшө тип иҫәпләйем.
Бәләкәй саҡта кис һайын йоҡларға ятыр алдынан өйҙәгеләрҙе барлап сыға ла, һигеҙгә тулһаҡ, Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итеп, тыныс күңел менән әүен баҙарына китә торғайным. Кемебеҙҙер ситтә булһа йәки ауырыһа, эстән генә уға иҫәнлек-һаулыҡ теләй инем. Яҡындарым менән ҡасан да берәй мәл мәңгегә хушлашырға тура киләсәген аңлап, юрған аҫтында шым ғына илап алғаным да булды. Әҙәм балаһына йәшәгән һайын ауырыраҡ һынауҙар бирелә бара икән: бик күп юғалтыу, хәсрәт кисерергә тура килә. Әгәр балалар булмаһа… Күп осраҡта ошо бәләкәстәрҙә күңелгә йыуаныс табам бит! Эйе, уларға ҡарайым да олатай-өләсәйҙәремде, баҡыйлыҡҡа киткән башҡа туғандарымды иҫкә төшөрәм. Йөҙҙәр оҡшашлығы булмаған хәлдә лә ҡан берлеге барыбер һиҙелә. Бер кем дә был донъяға мәңгелеккә килмәй, әммә үҙ артынан нәҫел ҡалдырғандар бәхетлерәк – уларҙың тәне һәм йәненең бер өлөшө йәшәй.
Малайҙарыма минең етешһеҙлектәр күсә күрмәһен, тип гел хафаланам. Бәхеткә күрә, әлегә ҡыуандыралар ғына: Вилдан уҡыу-яҙыу менән ныҡ ҡыҙыҡһына, хәтере шәп, әүҙем; Иҙел йырларға ярата, көйҙәрҙе бик тиҙ отоп ала, ныҡышмал. Маҡтанмайым, сөнки уларҙың һәләте – минең ҡаҙаныш түгел, ә Хоҙай тарафынан бирелгән, быуындан быуынға күсеп килгән сифаттар. Улдарым һәйбәт кешеләр булып үҫеп, атай-әсәйҙәренең, олатай-өләсәйҙәренең, туғандарының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, киреһенсә, барыһын һөйөндөрөп, ғорурландырып йәшәһен, беҙ башҡара алмаған эштәрҙе бойомға ашырһын, затыбыҙҙың, тыуған еребеҙҙең бәҫен күтәрһен, үҙҙәренә алмашҡа яҡшы ул-ҡыҙҙар тәрбиәләһен ине, тип теләйем.