Илһам ҡошоң биҙмәһен

28-12-2013, 03:03 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Илһам ҡошоң биҙмәһенКешенең яҙмышы әсә ҡарынында уҡ яралып, дүрт ай үткәс үк яҙыла, тиҙәр. Ышанам. Мәктәп йылдарында китапханала китаптарҙың күплегенә хайран ҡала инем. "Тере яҙыусыны күрһәң ине берәй ҡасан", – тигән теләк тыуғайны миндә. Ул ваҡытта компьютер, кеҫә телефоны кеүек әйберҙәр булмағанғалыр, балалар китапты күп уҡый торғайны. Әле лә иҫемдә, китапты иң күп уҡыусыға конкурс иғлан иттеләр, унда беренсе урынды алдым. Төп шарт – уҡыған һәр китабыңдың эстәлеген һөйләү.

Китапҡа һөйөү хисе йылдар уҙған һайын арта ғына бара. Ни өсөн яҙаммы? Минеңсә, ҡулына ҡәләм алған түгел, ә ҡәләме булған һәр кем эстән генә шул мәсьәләнең асылына тәрәнерәк төшөнөргә тырышалыр. Имеш, кемдер яҙмай булдыра алмай, икенселәр, хаҡлы ялға сыҡҡас, буш ваҡыты күбәйгәс тотона был эшкә. Һәр кемдең ижад емеше – әҙәбиәттәме, музыкаламы, һынлы сәнғәттәме – ул һәр ваҡыт үҙе тураһында, тигән бер аҡыл эйәһе. Шәхсән миңә килгәндә, ғаиләмде ҡарау өсөн тиһәм, дөрөҫ аңламаҫтар. Бүтән урында тир түгеп тә аҡса табырға мөмкин дә баһа! Һәр кемдең был донъяла үҙ урыны, йәшәйештә тәғәйенләнеше булған шикелле, донъяға ҡарашы һәм эргә-тирәләгеләргә әйтер һүҙе лә бар. Кем әйтмешләй, иң ҡурҡынысы – фекере булмаған әҙәм, унан да хәүефлерәге – битарафлыҡ.
Журналисты аяғы туйҙыра, тибеҙ. Йәғни ҡәләмем – аҡ ҡағыҙҙа, күңелем – юлда. Кабинетҡа бикләнеп, тәҙрә аша ҡала урамына бағып ҡына үткер мәҡәләләр яҙыу мөмкин түгел. Сәфәрҙәр күп нәмә бирә – ҡыҙыҡлы шәхестәр, иҫтәлекле осрашыуҙар, ябай, әммә тормоштан йәм-тәм табып, һәр көндөң ҡәҙерен белеп ғүмер иткән кешеләр...
"Көн дә гәзит сығарыу ижадыңа ҡамасау түгелме, ваҡыт ҡаламы?" Кинәйәләп ошо һорауҙы биреүселәр ҙә бар. Уның ниндәй ҡыйынлығы булһын инде, тим, мәрәкәләп. Ғөмүмән, ижадсының тормошо бер ҡасан да еңелдән булмаған. Тәүге китабым донъя күргәс, яңы тыуған сабыйымды ҡулыма алғандай хис иттем үҙемде. Ҡыуанмаҫлыҡмы ни! Тыныслыҡта, иркенлектә ҡалып ижад итеп ултырыу һирәктәр өлөшөнә эләккән бәхет бит, ә һөҙөмтәһе иһә китап булып өҫтәлеңдә ятһын әле! Мәҡәлә яҙыу шул уҡ ижади эш бит, еңел-елпегә юл ҡуйылырға тейеш түгел, шуға күрә лә улар бер-береһен һәр саҡ тулыландырып тора. Хәйер, йәйелеп китеп, иркенләп яҙышып ултырыу мөмкинме һуң?! Әлеге лә баяғы юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙаһың. Фәлән көнөмдө тик уға ғына арнайым, тип план ҡороу ҙа ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Илһам ҡошоң ҡасан тәҙрәңде сиртә бит әле, шул ваҡытта ғына аҡ ҡағыҙҙы "сыбарлайһың"...
"Һин ниндәй атай, өс ҡыҙ тәрбиәләү нисегерәк?" – тиҙәр миңә. Уныһы инде мине белгәндәргә асығыраҡ күренә. Тик шуны әйтәм: яратҡан эшем бар, алдағы көнгә маҡсатым билдәле.
Эш урынына ашығып торғандар һәм өйөнә йүгереп ҡайтҡандарҙы бәхетле затҡа тиңләйҙәр. Кәләшем дә минең һымаҡ күп балалы ғаиләнән, шуғалыр ҙа фекерҙәребеҙ тап килә, һөйләшер һүҙҙәребеҙ уртаҡ. Йортобоҙҙоң усағын дөрләтеүсе тормош иптәшем, шулай уҡ ишекте асыу менән ҡосағыма ташланыусы балаларым йәшәүгә мәғәнә өҫтәй, киләсәккә дәрт уята.