Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бөтә мәғарифтың аҫтын-өҫкә килтерҙеләр”, – тип борсола гәзит уҡыусы
Үткән йылдың һуңғы ике айында гәзит биттәрендә донъя күргән мәҡәләләрҙе уҡыусылар яратып ҡабул итте: сайтыбыҙҙа байтаҡ яҙма фекер теркәлде.
Шулай ҙа иң күп уҡыусыны йәлеп иткән һәм оҙаҡ ваҡыт “Популяр яҙмалар” рейтингының тәүге урындарын биләгән әҫәр Интернетты ҡулланыусылар өсөн генә тәғәйен ине, һәм ул үҙ маҡсатына өлгәште. Һүҙ — йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” повесы хаҡында. Бер йыл эсендә ике тапҡыр нәшер ителеп тә, магазин кәштәләренән тиҙ таралып бөткән китаптың электрон вариантын сайтҡа урынлаштырып, “Башҡортостан” гәзите үҙ уҡыусыларына ҙур бүләк яһаны. Күптәр әлеге әҫәр менән нәҡ беҙҙең сайт аша танышты. Рәхмәт һүҙҙәре шунда уҡ ағыла башланы:
Әнисә: “Иҫ китмәле повесть! Әллә нисә тапкыр уҡып иланым”.
Рәзилә Рыҫҡужина: “Әҫәр үҙенә тиҙ генә арбай ҙа ҡуя. Ябай, халыҡсан тел менән яҙылғанға шулайҙыр. Быны һәр кем булдыра алмай, Айгиз, оҫталығың әҫәреңдең тәүге һөйләменән үк тойола. Афарин! Ҡәләмеңдең үткерлегенә һоҡланам! Яңы үрҙәр, бәхет теләйем!” Наил: “Мин был повестың авторы оло кеше икән тип уйлағайным. Йәштәр ҙә шулай яҙа ала икән. Рәхмәт һеҙгә!”
Зилә: “Күптән эҙләнем ошо китапты. Авторға уңыштар!”
Яҙыусы һәм журналист Рәсүл Сәғитовтың “Имен-аман тороғоҙ!” исемле сираттағы китабы баҫылып сығыу айҡанлы хеҙмәттәшебеҙ Салауат Әбүзәров автор менән үткәргән әңгәмә уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятты. Кемдер авторға ихлас ҡотлау һүҙҙәре еткергән, кемдер китапты тиҙ арала табып уҡырға вәғәҙәләгән. Марсель исемле уҡыусы: “Минеңсә, Рәсүл Сәғитов – ысын, ҙур хәрефтән яҙмалы журналист, эшенә йәне-тәне менән бирелгән шәхес. Был хеҙмәте журналистика өлкәһендә ҙур яңылыҡ”, – тип ғорурлыҡ белдергән.
Рафаэль Аҙнағоловтың йән әрнеүе менән яҙылған “Уҡыу кәрәк. Тик нисегерәк?” тигән мәҡәләһе күптәрҙе битараф ҡалдырманы. Авторҙың “Баланың үҙ аҡылы, һәләте, маҡсаты, бурысы, донъяға ҡарашы бар ҙаһа! Уҡыусыларҙың үҙаллы фекерләү рәүешен боҙоу — енәйәт. Балаға белем биреү фәнни кимәлдә ойошторолмай” тигән һүҙҙәре менән гәзит уҡыусылар берҙәй килешәлер. Гөлшат Хажиева быға әсенеп: “Бөтә мәғарифтың аҫтын-өҫкә килтерҙеләр”, – тигән. Батырхан исемле уҡыусы: “Хөрмәтле Рафаэль әфәнде! Мәғариф өлкәһендә һеҙҙең кеүек төплө фекер йөрөтөп яҙыусы бүтән ғалим юҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Һеҙгә рәхмәт. Министрҙың йә Президенттың мәғариф буйынса кәңәшсеһе булһағыҙ, күпме яҡшы эш теүәлләнер ине!” – тип берсә үкенеп, берсә өмөтләнеп яҙған.
Һәр ваҡыттағыса, Рияз ағай Мәсәлимов әүҙем уҡыусыларыбыҙҙың береһе булып ҡала. Хеҙмәттәшебеҙ Лилиә Нуретдинованың “Ҡытайҙа ришүәтселәрҙе аталар” һәм Мәүлиҙә Яҡупованың журналист Ризван Хажиевтың яҡты иҫтәлегенә арналған “Был ғүмерҙәр аҡҡан һыу кеүек” тигән мәҡәләләренә ҡарата фекерҙәрен әйткән ул. Икеһендә лә (тәүгеһендә: “Беҙҙә иҡтисади наҙанлыҡ хөкөм һөрә. Чиновниктар, табиптар, уҡытыусылар, йәғни барса бюджетсылар үҙҙәренең эш урынын, башҡа эшҡыуарҙар һәм сауҙагәрҙәр һымаҡ, төшөм, табыш алыу урыны итеп файҙалана. Бына шуға ҡаршы көрәшергә кәрәк. Чиновниктарға эш хаҡын күтәрәләр, ә ҡалған бюджетсылар хәйерселектә йәшәй. Был – ришүәтселеккә тура юл!”; икенсеһендә: ағай Салауат Юлаев орденына хаҡлы ижадсы һәм эшмәкәр ине. Ләкин тарихи башҡорт батыры исемендәге орден менән йыш ҡына үҙ вазифаһын ғына башҡарып йөрөгән, башҡорт телен һәм мәҙәниәтен дә белмәгән, бик шикле әҙәмдәрҙе бүләкләйҙәр, ә ысын башҡорт ирҙәренең һәм ҡатындарының хеҙмәте баһаһыҙ ҡала...”) ғәҙелһеҙлеккә ҡарата үкенес һәм борсолоу белдергән Рияз ағай.
Венер Исхаҡовтың “Аҫыл заттан Аҫылбәков” һәм Лариса Абдуллинаның “Майҙан тотҡан саҡта шағирҙар” исемле мәҡәләләре лә уҡыусыларҙан хуплау тапты.
Сайтта урынлаштырылған яҙмаларға ҡарата төрлө фекер була. Мәҫәлән, Дамир исемле уҡыусыбыҙ, Мәҙәниәт йылының эмблемаһын үҙһенмәй, былай тип яҙған: “Оҡшаманы эмблема. Ғөмүмән, йәйғор төҫө – башҡа йүнәлештәрҙең билдәһе ул. Органға оҡшаған, ә уның Башҡортостанға бөтөнләй ҡыҫылышы юҡ. Хәйер, бер орган ултыра филармонияла. Скрипка асҡысы ҡуйылһа, аңлайышлыраҡ булыр ине, ә былай, нота тиһәң, баштүбән...” Тәнҡит һүҙҙәре булыуына ла шатбыҙ, сөнки беҙгә һәр кемдең фекере ҡәҙерле. “Башҡортостан” – халыҡ гәзите бит.
Яңы йылда ла фекер алышыу майҙаны төрлө төҫтә балҡып, гөрләп торһон, ниндәй хәлдә лә бергә ҡалайыҡ, берҙәм булайыҡ, дуҫтар!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Беҙ – хәүефһеҙ республика

Беҙ – хәүефһеҙ республика 17.11.2018 // Йәмғиәт

Республика халҡы менән тиҙ генә кире бәйләнеш булдырыу өсөн Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр...

Тотош уҡырға 0

Әллә ҡыш, әллә йәй...

Әллә ҡыш, әллә йәй... 17.11.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн, 17 ноябрҙә, Өфөлә урыны-урыны менән боҙло ямғыр яуып үтте....

Тотош уҡырға 0

Юлсылар эште туҡтатты

Юлсылар эште туҡтатты 17.11.2018 // Йәмғиәт

«Приуралье” юл идаралығы Өфө – Ырымбур юлын ремонтлауҙы туҡтатырға булды. Был ҡарарҙы ул үҙе...

Тотош уҡырға 32

Кокорин урамында ҡурҡыныс

Кокорин урамында ҡурҡыныс 17.11.2018 // Йәмғиәт

Сибайҙа Кокорин урамында “ПАЗ” маркалы автобус янып киткән. Янғын-ҡотҡарыу хеҙмәтенең диспетчер...

Тотош уҡырға 44

Эсәр һыу таҙа булһын!

Эсәр һыу таҙа булһын! 17.11.2018 // Йәмғиәт

Ҡариҙел ауылында һыу үткәргестәрҙе йүнәтеү, яңыларын төҙөү йәһәтенән район хакимиәте махсус ҡарар...

Тотош уҡырға 30

Подъезына ҡарап йортон ярат

Подъезына ҡарап йортон ярат 17.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандағы күп ҡатлы йорттарҙың байтағында подъездар насар хәлдә. Уларҙың күпселеге капиталь...

Тотош уҡырға 51

Парктар төҙөкләндереләсәк

Парктар төҙөкләндереләсәк 17.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда парктарҙы төҙөкләндереү буйынса төбәк программаһы әҙерләнәсәк һәм ҡабул ителәсәк....

Тотош уҡырға 29

Радий Хәбиров: «Беҙ һеҙгә эш хаҡын арттырасаҡбыҙ»

Радий Хәбиров: «Беҙ һеҙгә эш хаҡын арттырасаҡбыҙ» 17.11.2018 // Йәмғиәт

Октябрьский ҡалаһында төбәк етәксеһе Күп функциялы үҙәк эше менән танышты....

Тотош уҡырға 38

Радий Хәбиров: «Ауылдыҡы менән бергә ҡала медицинаһы ла иғтибар талап итә»

Радий Хәбиров: «Ауылдыҡы менән бергә ҡала медицинаһы ла иғтибар талап итә» 17.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡараусы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһына эш сәфәрен...

Тотош уҡырға 33

448 кеше һәләк булған

448 кеше һәләк булған 17.11.2018 // Йәмғиәт

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғалары ҡорбандарын хәтергә алыу...

Тотош уҡырға 36

Дауаханала шартлау

Дауаханала шартлау 17.11.2018 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенә Өфөләге 21-се ҡала дауаханаһында шартлау тауышы яңғырауы хаҡында...

Тотош уҡырға 26

Күп балалы ғаиләләрҙе транспорт һалымынан азат итәләр

Күп балалы ғаиләләрҙе транспорт һалымынан азат итәләр 16.11.2018 // Йәмғиәт

Күмәк бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙә ата-әсәнең (уллыҡҡа алыусының) йәки опекундың берәүһен транспорт...

Тотош уҡырға 79