«Кеше булһын затығыҙ!»

31-01-2014, 15:56 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Төрлө халыҡ – төрлө холоҡ тигәндәй, баҫалҡы, күркәм, йә иһә тиҫкәре, насар, яман ҡылыҡлы һәм ғәҙәтле кешеләр була. Ғалимдар нарыҡлауынса, холоҡ-фиғел — кешенең тәбиғәтендә сағылған рухи һәм психик үҙенсәлектәр. Нәҡ шулайҙыр. Ололар аҡылынса, ағас емешенән, әҙәм ҡыланышынан билдәле; холоҡлоноң күңеле хуш, холоҡһоҙҙоң – буш; күңеле киңдең донъяһы киң, ҡартына ла, йәшенә лә.


Был аҡыл халыҡ ижады үрнәктәрендә, мәҫәлән, “Аҡыллы ҡарт” риүәйәтендә лә сағылған:
“Бынан күп заман элек бер ҡалала булған, ти, бер йәш батша. Ул ҡарттарҙы һис тә яратмаған, шуға күрә уларҙы үлтереп бөтөрөргә бойорған. Тик бер егет үҙенең олоғайған атаһын, ер аҫтына йәшереп, үлемдән ҡотҡарып алып ҡалған.
Артабан хикәйәләнеүенсә, яуға барғанда, бөтә нәмә аҡыллы ҡарт улына әйткәнсә булып, егет күреп туя алмаҫлыҡ күк атты эйәрләп, ғәскәр башлығына биреп, уның дуҫы булып киткән. Йәнә атаһының кәңәше буйынса, аҫыл нәмә эҙләп, диңгеҙ төбөнә сумып үлеүҙән ҡотолған, алмасты ағас башындағы оянан алып төшөп, батшаға тотторған.
— Һуғыш ваҡытында бик матур ат тотоп, ғәскәр башлығына биргәнһең, инде хәҙер миңә алмас бүләк иттең. Быға нисек башың етте һинең? — тигән батша.
— Эй батшам, — ти егет, — әйтһәм дә ҡурҡам, әйтмәһәм дә ҡыйын. Һин ҡарттарҙы үлтереп бөтөрөргә бойороҡ биргәс, ҡартайған атайымды йәшереп алып ҡалғайным. Үҙем эшләгән бөтә нәмәне мин унан белдем. Хөрмәтле батшам, әгәр һин ҡарттарҙы үлтерергә ҡушмаған булһаң, улар бик күп яҡшы кәңәштәр бирер ине, — тигән.
Ошонан һуң батша егеттең аҡыллы атаһын ер аҫтынан сығарырға ҡушҡан, үҙ эргәһенә саҡыртып, уға ҙур хөрмәт күрһәткән. Ошо көндән батша үҙенең дыуамал әмерен юҡҡа сығарып, ҡарттарҙы үлтермәҫкә, ҡәҙерләргә тигән яңы әмер биргән”.

Йәнә “Аҡыллы батша” хикәйәтендә һөйләнеүенсә, ете йыл идара иткәндән һуң, ҡартайған хакимды киң даръя аръяғына, кеше йөрөмәгән утрауға алып барып ташлайҙар. Донъяла нисәмә бәлә булһа, бында шуның бөтәһе лә бар икән. Унда ҡалған әҙәмде йылан сағып, айыу, бүре ашап бөтөрә, ти. Яңы ҡуйылған аҡыллы батша был хәлдең асылына төшөнөп, утрауҙы кешегә зыян иткән йылан-саяндан, йыртҡыстарҙан таҙарттыра, уның уртаһына хозур һарай һалдыра. Ете йыл үткәс, бик ғәҙел эш иткән был батша: ”Йә, уландар, ғәҙәтегеҙҙе атҡарығыҙ, мине теге утрауға сығарып ташлағыҙ. Минән берәй йәбер-золом күргән булһағыҙ, кисерегеҙ, әҙәмсә бәхилләшәйек, хушлашайыҡ, яҡшы ғына айырылашайыҡ”, — ти. Халыҡ уның аҡылына таң ҡалып тора ла: ”Был ҡарт бик аҡыллы, кешегә итәғәтле булды, үлгәнсе батшабыҙ булһын”, – тип уны ҡайтанан вазифаһында ҡалдыра. Ҡарт иһә, утрауҙа яңы ҡала ҡороп, батшалыҡты шунда күсерә, үлгәнсе ғәҙел идара итә.
Хәҙерге заманда ла күкрәгенә аҡыл кермәгәндәр, ололарҙы ҡыйырһытҡандар бар. Аҡты ҡаранан, ҡараны аҡтан айырмаған ҙур власҡа эйәләр, оло түрәләр йыш ҡына яҡшыға юлдаш булмаҫ, ғәҙеллек тип тырышҡан изге йәндәрҙе һөймәҫ бәғерһеҙҙәрҙе, һөмһөҙҙәрҙе вазифалы урындарға ултырталар, йәш, перспективалы, тиҙәр. Ошондай “перспективалы” берәү үҙен күтәргән башлыҡты аҙаҡтан “аңра, алдаҡсы” тип яр һалды. Хаҡһыҙ үрләтелгәндәр, иҫәүәндәр иһә үҙҙәрен бик аҡыллыға, шәпкә һанап, баш аша ҡараған һауалы затҡа әйләнеп, киң ҡарашлы, ғилемле, тура һүҙле хеҙмәткәрҙәрҙе тинтәккә иҫәпләп, утҡа атырға, тамуҡ утрауына ташларға әҙер. Сөнки “мин – баш, мин ҙур, ә һеҙ – алабута күмәсе” тигән ҡуҡырлыҡ, тәкәбберлек, самаһыҙ эрелек, баш-баштаҡлыҡ сифаттары бүртеп сыға. Хатта ки Тәңре лә биҙер тәкәбберҙәр ҙур уңыштарға өлгәшкән уйсан, фекерле, эшсән уҙамандарҙы кәмһетеп, түбәнһетеп, низағлашыуға, эҙәрлекләүгә, эштән ҡыуыуға барып етә. Әлбиттә, һуйыл күтәрмәй, теңкәне ҡоротмай ғына оло ҡаҙаныштары менән үҙен иленә, халҡына танытҡан азаматтарҙың белеменә, донъяуи тәжрибәһенә таяныу, һис шикһеҙ, отошло булыр ине. Әммә мин-миндәргә ҡул аҫтындағы үҙ ҡарашы, һүҙе, ижад ҡомары һәм емеше юҡ ярамһаҡтар, юхалар, ҡуштандар нығыраҡ хуш. Халыҡ тапҡыр әйткәнсә, ҡуштан эшләп ярамаһа, кешнәп ярай шул.
Беҙҙә борон-борондан ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе, кеселәрҙе кеселәү — кешелектең билдәһе. Күңеле аҡ, йөрәге саф һәм халҡын, ил-йортон ҡурсалаған, ҡәрҙәштәренең мәнфәғәтен ҡайғыртҡан кеше генә абруйлы етәксе була ала. Ә яҡшылыҡҡа күҙ йомған, арзан дан артынан ҡыуған, дан өсөн йән һатҡан яһил, шомло зат кешегә яҡты көн, иркен һулыш килтермәй, ергә ырыҫ сәстермәй. Сөнки Алла шайтанынан әҙәм шайтаны яманыраҡ бит. Әммә халыҡ аҡылынса, ҡарға маҡтанып, шоңҡар булмаҫ, ишәк маҡтанып, толпар булмаҫ; мин-минлеккә бирелгән – бейек тауҙан йығылған. Изге йолаларҙы, милли ҡиммәттәрҙе һанға һуҡмаған, башҡалар күрһен өсөн шау-шыу ғына ҡорған ике йөҙлө бәндәләрҙең кемлеге ҡасан да бер беленер. Яҡшылыҡҡа юл асҡан, еренә ҡот-ырыҫ, именлек, шатлыҡ килтергән ир-уҙамандар ғына данлы, шөһрәтле.
“Урал батыр” эпосында асылына ҙур мәғәнә һалынған ошондай юлдар бар: ”Атаң беҙгә Тәңреләй ярҙам итте, балаҡай. Атаң хаҡын һаҡлайбыҙ, инәң хәтерен һаҡлайбыҙ. Һин атаңдан ҡот йыйған, һин инәңдән һөт имгән, аларға уртаҡ бала һин, беҙгә дана бала һин”. Изгелек менән яуызлыҡ алышҡан һәр дәүерҙә лә һис ниҙән тайшанмай, өркмәй-ҡурҡмай көрәшкән, Урал батырҙай һәр кемде ҡыуандырған олуғ зат халҡы өсөн Тәңреләй. Уның ҡәҙерен беләләр, ярҙамын онотмайҙар, исемен, яҡшылығын йөрәк түрендә һаҡлайҙар.
Донъя боларған мәлдә бихисап ҡәрҙәштәребеҙ, айырыуса вазифа биләүселәребеҙ, иң тәүҙә фәҡәт үҙҙәрен ҡайғырта, күҙҙәре тоноп, байлыҡ йыя. Иң ҡыҙғанысы, үҙенә-үҙе әллә кемдәр, аҡылы кермәле лә сыҡмалылар ҡәрҙәштәре хаҡын даулаусылар, йәшәгән еребеҙҙе йылан-саяндан таҙартырға, илдең ҡотон арттырырға тырышыусылар менән айҡаша. Ундайҙар “Урал батыр” эпосындағы Шүлгән һымаҡ яуызлығын – ат, йөрәген – таш, ата йөҙөн – ят, инә һөтөн – ыу, ҡәрҙәштәрен хур итә, яҡшылыҡты тиңһенмәй, кешеләрҙе ишһенмәй. Көйөнөстән ошо хаҡта 1999 йылда уҡ бер шәлкем шиғыр яҙғайным:
Их, ҡәрҙәштәр...
Беҙгә бер ни тормай
Йәмһеҙ итеү йәмле көндәрҙе.
Әшәкелек ҡылып, түбәнһетеп,
Ситкә тибеү ғәйре ирҙәрҙе.
Ингә бар күңеле хуш ғәҙелгә
Түҙмәйбеҙ ниңәлер ирсәйеп.
Тәңре биҙгән тәкәббер әҙәмгә
Бағабыҙ өндәшмәй иңкәйеп.

Илем тиеп янған ғәййәр заттың
“Мин-мин” тигән һуға башына:
“Уҙып ҡуймаһын дәртле, һиммәтле,
Йәшәһен буйһоноп шым ғына”.

Бар йәнгә илһам, шифа тигәнем,
Көйҙөрә йәшелен донъяның.
Им тиһәм, гел ыу сәсә иманһыҙ:
Кәмһетә ирҙәрҙең аҫылын,
Ҡорота рухыбыҙ асылын.

“Аямаған йәнен, түккән ҡанын, һис бирмәгән башҡорт Уралын” тигән атай-олатайҙар төйәген арҙаҡлы һаналған уҙамандарыбыҙҙың, ҡанундарға таянып, ҡурсаларға атлығып тормауы ла утҡа һалды:
Милләт йөҙө тигән шәхестәр,
Ике йөҙлө, ике тарафлы.
Шунан нисек күңел таҙарһын,
Шунан нисек милләт яңырһын?!

Берен-бере баҙға этәләр,
Берен-бере бахыр итәләр.
Шунан нисек башҡорт йәшәһен,
Шунан нисек ил-йорт йәшәрһен?!

Булыр илдең балаһы бер-беренә батыр тиер, булмаҫ илдең балаһы бер-береһенә бахыр тиер, тигәндәй, ҡәрҙәштәребеҙҙең үҙ-ара сағышыуы яман:
Сәскәләрҙең һуты ла бөткән —
Эй безелдәй бахыр бал ҡорто.
Башҡаларға көсө етмәгәс,
Үҙ ҡәрҙәшен саға башҡортом.
Үкһеп-әрнеп, илай йәнем,
Шишмә түгел, сөрләй йәшем...

Ярай әле мин-мин тигәнгә тәүбә бар, һум тимергә балға бар. Ҡыуанысҡа күрә, Урал атабыҙҙың, бөйөктәрҙән-бөйөк заттың: “Кешегә байман табығыҙ, кешегә ил ҡороғоҙ; олоно оло тейегеҙ, кәңәш алып йөрөгөҙ; кесене кесе тейегеҙ, кәңәш биреп йөрөгөҙ; яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ; яманға юл ҡуймағыҙ, яҡшынан баш тартмағыҙ!” – тигән алтын аманатын тормошобоҙҙоң, башҡортобоҙҙоң төп идеяһы, маҡсаты итеүселәр барлығы йөрәктәргә илһам, ҡөҙрәт өҫтәй, киләсәккә ышаныс уята.

Сәлимйән Бәҙретдинов,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
Шәһит Хоҙайбирҙин, Муса Мортазин исемендәге премиялар лауреаты,
филология фәндәре кандидаты.
 

Яҙҙы: Уҡыусы

31 ғинуар 2014 18:05 // цитировать
"... оло түрәләр йыш ҡына яҡшыға юлдаш булмаҫ, ғәҙеллек тип тырышҡан изге йәндәрҙе һөймәҫ бәғерһеҙҙәрҙе, һөмһөҙҙәрҙе вазифалы урындарға ултырталар". Был һеҙҙең һүҙҙәр, Сәлимйән ҡорҙаш.Тик шуныһы ла бар бит әле, шул түрәне шундай - шундай вазифа биләне, атҡаҙанған исеме алған, ордены - миҙалы бар, тип кем маҡтай матбуғатта ?Журналистар ! Һөмһөҙҙәр вазифа биләгәнгә тормоштоң рәте юҡ. Ә журналистар беләме - юҡмы, вазифа биләгән, депутат креслоһында ултырған һәр кемде күккә күтәреп маҡтай.