Урман һаҡсыһы
Уҙған быуаттың 60-сы йылдары башы. Совет дәүеренең сәскә атҡан осоро. Мин, бынан бер нисә йыл элек урта мәктәпте тамамлап, Стәрле ҡалаһында бухгалтерҙар курсында уҡып ҡайтҡандан һуң, туған колхозымда эшләп йөрөйөм.


Ҡыштың хозур тәбиғәтле салт аяҙ иртәһе. Тирә-яҡ ап-аҡ, күҙҙәр ҡамаша. Кисә ҡар күп яуғанлыҡтан, урамда йәйәүлеләр ҙә, атлылар ҙа күренмәй. Ҡапҡа тышына сығып, ауылды күҙәтәм. Бына шул саҡта урам осондағы бейек кенә йорттан кашауайға егелгән ат килеп сыҡты ла “һә” тигәнсә яныма килеп туҡтаны.
— Хәйерле көн, ҡустым! Ял көнөң бит, әйҙә, үҙеңде бер тәбиғәт ҡосағына алып сығып киләйем. Урмандың матурлығын йәй генә түгел, ҡыш та күр әле. Бер ыңғайҙан урмандағы дуҫтарым менән дә осрашырһың!
Әлбиттә, мин уның тәҡдименә ҡуш ҡуллап ризалаштым: йәһәт кенә йылы кейемдәремде кейеп, сихри моңға төрөлгән ҡышҡы урманға ҡарай юл алдыҡ...
Яҙмамдың геройы — тиҫтә йылдан ашыу урман ҡарауылсыһы булып эшләгән Шәкирйән ағай — менән күптән танышбыҙ. Күршеләге Түбә ҡасабаһында тыуып үҫкән, махсус урмансылар курсын тамамлағандан һуң, Ҡолсора ауылына килеп төпләнеп, 2-се Этҡол урмансылығына ҡараған биләмәләргә ҡарауылсы итеп тәғәйенләнгән. Урмансылыҡта иң ҙур биләмә — 5 мең гектарҙан ашыу ер — уның ҡарамағында булды. Майҙаны ҙур булыуға ҡарамаҫтан, уны көн дә тиерлек урап үтмәһә, күңеле тынысланманы. Бының өсөн ихатаһында тотолған ике атын алмаш-тилмәш тигәндәй һыбай ҙа, егеүле килеш тә файҙаланды. Шунһыҙ мөмкин дә түгел ине. Бына беҙ йырып үткеһеҙ ҡар менән ҡапланған урмандан Оло Тәбей яланына килеп сыҡтыҡ. Шул сағында күҙҙәрем ғәжәйеп күренешкә юлыҡты. Урмандың ситенә ҡуйылған утлыҡсаларҙың береһендә урман баһадирҙары — балалары менән ике мышы — тыныс ҡына бесән ашай ине. Үҙ күҙҙәремә ышанмай, ағайға боролоп, һорауымды бирмәйенсә түҙә алманым.
— Беҙҙән нисек ҡурҡмайынса тора улар? Ғәжәп тә инде!
— Һиңә алдан уҡ әйткәйнем, урманда дуҫтарым бар тип, бына улар, тап үҙҙәре инде. Мин көн дә тип әйтерлек аҙыҡ алып килгәнгә тамам эйәләшеп бөттөләр. Ҡурҡыуҙың ни икәнен дә белмәйҙәр. Кисә уларға ат санаһында бесән килтергәйнем, бөгөн һоло менән һыйлайым, — тип кашауай сана төбөндә ятҡан бер тоҡ һолоно утлыҡсаға бушатырға тотондо Шәкирйән ағай.
Урман бәһлеүәндәре, ситкә тайпылмайынса, яңы ризыҡты кемуҙарҙан ашай башланы. Бына шул саҡта мин тормошомда тәү тапҡыр ҡыр хайуандарының кешегә ни тиклем яҡын булыуын, беҙҙең күңелдәге йылыны тойоуын, һиҙемләүен аңланым. Урмандың ғәжәйеп һомғол буйлы һылыуын яҡындан тәү мәртәбә күреүем ине был.
Ошо илаһи күренештән айнып та өлгөрмәнем, ағай миңә санаға йәһәт кенә ултырырға ҡушты ла билдән ҡапланған ҡарҙы аты менән йыра-йыра артабан урман төпкөлөнә юлланды. Баҡтиһәң, бынан бер-ике саҡрым алыҫлыҡтағы аҡланда ла ошондай утлыҡсалар ҡуйылған икән.
— Һәр хайуан үҙ урынын, ваҡытын белеп бөткән. Ошо ваҡытта улар яланға сығып туҡлана. Бер-береһенең утлығына килмәйҙәр, ҡамасауламайҙар. Ҡыш бит уларға аҙыҡ табыуы ҡыйынлаша, — тип һүҙен дауам итә ағай. — Шуға күрә һәр урман ҡарауылсыһы уларға йәй аҙыҡ әҙерләй һәм мөмкин тиклем ярҙам итергә тырыша. Тәғәйен урынға килеп етеүгә, бер нисә һылыуҡайыбыҙ беҙҙе көтөп торған һымаҡ дәү мөгөҙҙәрен тырпайтып ҡаршы алды ла, һуңынан тынысланып, алдында ятҡан бесәнде ашарға тотондо.
Бына шулай көн дә тигәндәй ғүмерен йәнлектәр янында үткәрергә күнеккән урман һаҡсыһы менән хозур ҡыштың бер көнө һиҙелмәйенсә үтте лә китте. Йырып сыҡҡыһыҙ көрт өйөмдәрен артта ҡалдырып, атыбыҙҙы лысма тиргә батырып, ауылға кисләтеп кенә ҡайтып төштөк. Шул саҡта ғына урман ҡарауылсыһы эшенең ни тиклем мәшәҡәтле лә, ауыр ҙа икәненә төшөндөм. Әлбиттә, бындай һөнәргә үҙ эшен ихлас күңелдән башҡарған кеше генә тотона алалыр, тигән фекер ҙә тыуҙы.
Йыл артынан йылдар уҙа торҙо. Урман ҡарауылсыһы Шәкирйән ағай тураһында матбуғатта мәҡәләләр, һүрәтләмәләр йыш күренә башланы. 2-се Этҡол урмансылығында ғына түгел, район кимәлендә лә уның абруйы артҡандан-арта барҙы. Баймаҡтың урман хужалығы буйынса күргәҙмә-семинары ла тап уның биләмәһендә үткәрелер булды.
Урманға ҡараш ул йылдарҙа бөтөнләй икенсе ине. Законһыҙ ағас ҡырҡыу тыйылды. Утынға йәки өй һалыу өсөн һәр ғаиләгә тиерлек ағас бүленде, өйөлгән ботаҡтар иртә яҙҙан яндырылды, ҡырҡылған диләнкәләр урынына, ерҙәрҙе һөрөп, питомниктан килтерелгән йәшел үҫентеләр ултыртылды. Йыл һайын һәр урмансы үҙенең биләмәһендә ағас ултыртыу менән шөғөлләнде. Ул ғына түгел, эшкәртеү, сүп үләндәренән таҙартыу һәр урман ҡарауылсыһының иңенә төштө. Бына шул кескәй генә үҫентеләрҙең, бер нисә йыл эсендә баш ҡалҡытып, “йәшел ҡалҡан”ға әүерелә барыуын күреү үҙе күңелдәрҙе күтәреп, йәшәүгә дәрт өҫтәр ине.
Шәкирйән ағай менән йылдың һәр миҙгелендә урманға бихисап сәйәхәт ҡылырға тура килгеләне. Бына шул сағында урмандың таҙалығы хайран ҡалдыра ине. Ерҙә арҡыс-торҡос ятҡан ботаҡтар күренмәҫ, булғандары ла бер яҡҡа ҡаратып ағас төптәренә өйөүле. Уның биләмәһе ҡайһы саҡ “Башҡортостан” ҡурсаулығын хәтерләтеп тә ҡуйыр ине.
Үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, урманды ишәйтеүҙең юлдарын камил белгән Шәкирйән Базиков ҡырмыҫҡалар, ваҡ шишмәләр хаҡында хәстәрлек күреүҙе Баймаҡ урмансылығында тәүгеләрҙән булып башлап ебәрҙе. Үҙенең биләмәһендә 500-ҙән ашыу ҡырмыҫҡа иләүен, шишмәләрҙе кәртәләп алып, башҡаларға үрнәк күрһәтте. Әлбиттә, ул был эшкә ауыл йәмәғәтселеген дә йәлеп итте.
Бына ошо юлдарҙы яҙып ултырам да урмандың бөгөнгө яҙмышын элеккеһе менән сағыштырам. Ер менән күк араһы кеүек бит! Тәбиғәттең шул осорҙағы матурлығын үҙ күҙҙәрем менән күргән кеше булараҡ яҙам. Бөгөнгө урмандың яҙмышы иҫ китмәле: уны ҡырағайҙарса ҡырыу, үртәү көн дә дауам итә. Ҡырҡылғаны урынына яңы үҫентеләр ултыртыу — хәҙер бик һирәк күренеш.
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы урмандарҙы һаҡлауға тотондо кеүек, әммә һөҙөмтәле эш, минеңсә, күренмәй. Законһыҙ ағас ҡырҡыуҙың, урлауҙың һис тә туҡталғаны юҡ. Был, әлбиттә, тәү сиратта халыҡтың тәрбиәһеҙлегенә бәйлелер.
Йырҙарҙа йырланған, шиғриәттә данланған Һаҡмар йылғаһын күптәрҙең күргәне, ишеткәне бар. Заманында ярҙарынан ашып ағып ятҡан тулы һыулы йылға йылдар үтеү менән һайыға, эргәһендәге муйыл, тирәк, тал, ерек ағастары юҡҡа сыға башланы, ярҙары яланғасланып ҡалды. Быны үҙ күҙҙәре менән күреп йөрөгән Шәкирйән Шәмсетдин улы түҙмәне: 2-се Этҡол урмансылығы менән килешеп, Түбәнге Иҙрис һәм Ҡолсора ауылы янынан аҡҡан Һаҡмар йылғаһы яры буйлап 7,5 гектар ерҙе һөрҙөртөп, тирәк, муйыл, ҡарағай, ҡарағат ултырттырҙы, һәм биләмә йәмәғәтселек көсө менән кәртәләп алынды.
Түбәнге Иҙристә ултыртылған ағастарҙың именлеге өсөн яуаплы итеп Усман Йәнғолов, Ҡолсорала Марат Ғафаров тәғәйенләнде. Хеҙмәт ветераны Сәлих Һамарбаев та үҙ тәңгәлендәге яр буйындағы ағастарҙы тәләфләтмәҫ өсөн үҙ көсө менән ошо урынды кәртәләп алыуға өлгәште. Ултыртылған ағастар мәрхәмәтле кешеләр ярҙамында һаҡланып, тәрбиәләнеп тотолдо һәм бөгөн, ике ауылға ла йәм биреп, килгән кешеләрҙе сәләмләп ҡаршы ала һәм оҙатып ҡала. Халыҡ телендә был ике баҡса ла “Базиков баҡсаһы” тип атап йөрөтөлә. Йәй бында халыҡ күпләп йыйыла, йәше лә, ҡарты ла рәхәтләнеп ял итә, күңел аса.
1985 йылда Урман хужалығы министрлығының, тармаҡ белгестәрен тап ошо баҡса урынында йыйып, күрһәтмә семинар үткәреүе, урман хужалығы министрының Шәкирйән Базиковты башҡа урмансыларға өлгө итеп ҡуйыуы күп нәмәгә ишара.
Бар булмышы, холҡо менән ул ысын-ысындан да тәбиғәт балаһы булды. Тыуған тәбиғәтен йәне-тәне менән яратыр, урманда йөрөгәнендә улар менән һөйләшкән һымаҡ хискә бирелеп китеп, үҙенең янында кеше барлығын онотоп тороу ғәҙәте лә була торғайны.
— Улар ҙа бит кеше һымаҡ, ҡустым, тик һөйләргә телдәре генә юҡ...
Шуны ғына әйтеү ҙә етә: урман үҙемдең ҡарамаҡта тип, үҙе теләгән урындан ағас йығырға һис ҡул барманы. Өйөнә яғыр өсөн утынды ҡартайып барған ағастарҙан йыйып алып ҡайтыр булды һәм башҡаларҙан да шуны талап итте. Ылыҫлы ағастарҙы ғына түгел, ҡайын, уҫаҡты ла йәштәре етмәйенсә ҡырҡырға рөхсәт бирмәне. Юғары даирәләрҙән дә рөхсәт алып килеүселәрҙе күп осраҡта кире бороп ҡайтарыр ине.
Бөйөк Ватан һуғышы алдынан, 40-сы йылдарҙа, Оло Тәбей йылғаһы буйлап 40 гектар ерҙә ҡарағай үҫентеләре ултыртылған булған һәм “Ҡыҙыл Октябрь” колхозы ҡарамағына тапшырылған. Һикһәненсе йылдар тирәһендә колхоз ҡарағай урманын вәхшиҙәрсә ҡырҡырға тотондо. Эре ағастарҙан буралар бурап, сит-ят ерҙәргә оҙатыу башланды. Ҡыҫҡаһы, колхоз етәкселеге ҡарағай урманын үҙ белдеге менән уңға-һулға осороуын дауам итте, әммә Шәкирйән Шәмсетдин улы был яһиллыҡҡа сыҙап тора алманы. Ҡарағайлыҡ уның биләмәһенә ҡарамаһа ла, вәхшилеккә сик ҡуйыуҙы үҙенең бурысы итеп һананы һәм был турала Баймаҡ урман хужалығына хәбәр итте. Артабан Урман хужалығы министрлығына барып үҙенең ҡәтғи һүҙен еткерҙе.
Министрлыҡта абруйлы урман ҡарауылсыһының фекерен хупланылар һәм, махсус комиссия тәғәйенләп, күп тә үтмәй ҡырҡылған ҡарағай урманына килеп тә төштөләр. Биләмә колхоздан тартып алынып, Баймаҡ урмансылығы ҡарамағына тапшырылды һәм хәҙер ул, тарихи ҡомартҡы булараҡ, һаҡлауға ҡалдырылды, әрәм-шәрәм итеүгә юл ҡуйылмай. Кем белә, бәлки, ул был эшкә күҙен йомоп ҡараһа, быға тиклем ҡарағай урманы урынында ағас төптәре генә һерәйеп ултырған булыр ине...
Ул үҙ көсөн урманды һаҡлауға һәм үҫтереүгә генә йүнәлтмәне, гүзәл тәбиғәтебеҙҙе, уның йылғаларын, күлдәрен бысратыусыларға, урман йәнлектәрен, ҡош-ҡортон туҙҙырыусыларға ҡаршы аяуһыҙ көрәш алып барҙы. Рөхсәтһеҙ мышы, ҡоралай атып алыусыларҙың күбеһе уның тарафынан фашланды һәм яуапҡа тарттырылды. Һаҡмар йылғаһында ау менән балыҡ тотоусыларҙы ла аяманы. Шунлыҡтан ундайҙар һирәгәйҙе һәм йылғалағы балыҡ та бер ни тиклем үрсеп ҡалды.
Шәкирйән Шәмсетдин улы урмансылыҡтың йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәне һәм эшләне. 2-се Этҡол урмансылығының профком рәйесе вазифаһын бар теүәллегендә намыҫ менән башҡарҙы. Күп тапҡыр район һәм республика профсоюз конференцияларында делегат булып ҡатнашты, үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Уның туранан-тура ҡатнашлығында эшкә намыҫ менән ҡараған урмансылар һайлап алынды һәм эш дәүерендә һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшеп, алдынғы, үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылдылар. Улар араһынан Ғ. Мөхәмәтйәновты, С. Нурасовты һәм С. Ильясовты әйтеп үтеү ҙә етә. Улар бөгөн дә тармаҡта намыҫ өлгөһө күрһәтеп эшләүен дауам итә.
Дүрт тиҫтә йылға яҡын урманды һаҡлап хаҡлы ялға китеүенә ҡарамаҫтан, ул урманынан, хайуан-йәнлектәренән, ҡоштарынан һис тә айырылырға теләмәне. Йәмәғәт инспекторы сифатында тиҫтә йылдан ашыу ҡасандыр үҙе ҡараған, үҫтергән урмандарҙы һаҡлауға бөтә яҡтан да ярҙам итергә тырышты, ҡарауылсыларға кәңәштәрен бирҙе, бай эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Көн аша тигәндәй урманды әйләнеп сыҡмаһа, күңеле тынысланманы. Һуңынан ҡәнәғәтлек тойғоһо менән бар болоҡһоуҙарынан арынып, көр кәйефтә өйөнә ҡайтыр булды.
Әммә ғүмер бер кемгә лә мәңгелеккә бирелмәгән. Урмандың ысын-ысындан тоғро һаҡсыһы, яҡлаусыһы бынан бер нисә йыл элек беҙҙең аранан китеп барҙы. Һаҡлаған урманы унһыҙ бушап ҡалғандай булды, ҡурсалап үҫтергән ағастар иҫәпһеҙ-һанһыҙ юҡ ителде, иманһыҙ ҡулдар тарафынан туҙҙырылды. Ағастарҙың һөйләргә телдәре юҡ шул...
Шәкирйән Шәмсетдин улы Базиков ғүмер юлын ғорур ҙа, намыҫлы ла үтте, хеҙмәте йәш быуын өсөн илаһи өлгө булып тора. Тыуған илебеҙ уның фиҙакәр хеҙмәтен юғары баһаланы: БАССР-ҙың, РСФСР-ҙың дәүләт наградалары, Урман хужалығы министрлығының бихисап Почет грамотаһы, дипломы бирелде. Шәкирйән ағайҙың исеме Баймаҡ районы урмансылығында алтын хәрефтәр менән яҙып ҡуйылырға хаҡлы. Быға ул, һис шикһеҙ, лайыҡ.
 

Яҙҙы: Хөрмәтле уҡыусы

1 февраль 2014 21:51 // цитировать
Афарин автор. Үткән 2013 й. Тәбиғәтте һаҡлау йылы тип иғлан ителһәлә официал органдар иҫкә алманы. Земляки проекты ла чисто политизированный показуха булды, әллә лайыҡ кеше тип һанамағандарҙыр...