Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Румил АҘНАБАЕВ: “Башҡорт ауылын һаҡлайыҡ!”
Румил АҘНАБАЕВ:   “Башҡорт ауылын һаҡлайыҡ!”
Бөгөн иғтибарығыҙға Башҡортостанда ғына түгел, ә күрше төбәктәрҙә лә билдәле шәхес, республиканың әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Румил Тәлғәт улы Аҙнабаев менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. Ошо көндәрҙә уның Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетында эшләүенә теүәл 10 йыл тулды. Үтә тынғыһыҙ, мәшәҡәтле вазифаға күптән түгел генә тағы ла яуаплырағы өѕтәлде: депутат булып һайланғас, ул Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде.
Республикала һәм унан ситтә йәшәгән башҡорттарҙың телен, мәҙәниәтен, тарихын һаҡлау, милләттәштәребеҙҙең матди хәлен нығытыу, башҡорт ауылдары яҙмышы, уның бөтмәѕ-төкәнмәѕ проблемаларын хәл итеү... Хәҙер иһә бөтә ошо мәшәҡәттәр Башҡортостан парламентында депутатлыҡ хәстәре менән дә бергә үрелеп бара. Румил Тәлғәт улы, Башҡорт ҡоролтайындағы ун йыллыҡ эшмәкәрлекте барлап, үткәндәргә күҙ һалды, бөгөнгө мөһим эштәрҙе һананы һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.


— Румил Тәлғәт улы, Ҡоролтайҙағы тәүге эш көндәрегеҙҙе хәтерләйһегеҙме? Мәшәҡәтле хеҙмәт юлын нимәнән башланығыҙ?
— Беренсе тапҡыр Ҡоролтайға килеп инеүем әлегеләй хәтеремдә. Мине башҡарма комитеттың ул саҡтағы рәйесе Әхмәт Сөләймәнов саҡырып алды. Икенсе ерҙә эшләп йөрөй инем. “Әйҙә, беренсе урынбаѕар булып кил, ойоштора беләһең, Хөкүмәттә тәжрибә тупланың”, — тине. Был 2004 йылдың феврале ине.
Беҙ тәүге хеҙмәт көндәрен комиссиялар эшен тергеҙеүҙән башланыҡ. Һәр кем үҙ тармағы буйынса эшмәкәрлекте йәнләндерҙе. Икенсе мөһимерәк бурысҡа ла тотондоҡ – төбәктәр менән бәйләнеш әүҙемләштерелде, яйға һалынды. Ул осорҙа Пермь крайында ҡоролтай юҡ ине. Тәүге сирҡаныс алыуым ошонда, крайҙың ҡоролтайын үткәреүҙә булғандыр. Бик ҙур ҡыйынлыҡтар менән ойошторолдо ул. Урындағы хакимиәттең, губернаторҙың фекере буйынса, татар-башҡорт ойошмаһы бар бит, беҙгә шул да етә, имеш. Быға бөтәһен дә ышандырғайнылар. Беҙ үҙебеҙҙең ныҡлы һүҙебеҙҙе әйтеп, халыҡты яҡлап, крайҙың башҡарма комитетын һайлап ҡайттыҡ. Рәсил Мөхәмәтйәновты рәйес итеп ҡуйҙыҡ. Край ҡоролтайы, шөкөр, уңышлы ғына эшләп китте, һәм әле лә ул — алдынғыларҙың береһе. 2006 йылда булды был хәл. Ул осорҙа күрше төбәктәр менән яҡшы эшләп алдыҡ, байтағында ҡоролтай рәйестәрен алмаштырҙыҡ. Тап шул осорҙа ойошмаға етәксе булып эшҡыуарҙар килә башланы. Силәбелә — Марсель Харис улы Йосопов, Ырымбурҙа Рөстәм Мәүлит улы Ғәбитов ҡуйылды. Йыл аҙағында Ямал-Ненец төбәгендә округтың ҡоролтайын һайланыҡ, рәйес итеп Руслан Аҡсулпанов тигән егетте ҡуйҙыҡ, ул да өмөттө аҡланы.
Минең өсөн күрше төбәктәргә сығып, халыҡтың тын алышын, хәлен белеү үтә фәһемле булды. Арыу ғына тәжрибә тупланды, кешеләр менән аралашыу, ҡоролтайҙарҙы ойоштороу артабанғы эшмәкәрлектә ифрат ярҙам итте. Һуңынан был яҡтарға йөрөү еңелләште, сөнки төбәктең халҡын, етәкселәрен белеп бөткәйнек инде.
— Шул осорҙа күп кенә тарихи шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү буйынса ла эш йәнләнде кеүек...
— Эйе, тарих комиссияһы менән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемдәрен мәңгеләштереү йәһәтенән байтаҡ эшләнде. Ул саҡтарҙа исеме халыҡ араһында бик таралмаған, әммә йәмәғәтселектә ҙур әһәмиәткә эйә, Уралда тәүге нефтте тапҡан Нәзир Уразмәтовты күтәреп сыҡтыҡ, “түңәрәк өѕтәл” үткәрҙек. Геология буйынса тәүге башҡорт ғалимы, девон нефте буйынса ғилми эштәр авторы Ҡадир Тимерғазиндың исемен данланыҡ. Пермь крайы башҡорто, беренсе рудасы, промышленник Исмәғил Тасимовтың шәхесен халыҡҡа ҡайтарыу буйынса ифрат уңышлы эш башҡарылды. Ул бит — Санкт-Петербургта беренсе Тау институтын астырған, үҙенең аҡсаһына бер нисә йыл ошо уҡыу йортон, студенттарҙы тәьмин итеп торған кеше.
Беҙ уның шәхесен өйрәндек, шәжәрәһен төҙөнөк, “түңәрәк өѕтәл”дәр үткәрҙек, Санкт-Петербургка барып, Тау институты стенаһына үҙебеҙҙең таҡтаташты ҡуйҙыҡ. Ул беҙҙең генә түгел, ә бөтә Рәсәй өсөн күренекле хеҙмәт булды. Әле шул уҡыу йортона Исмәғил Тасимовтың исемен бирергә тигән уй менән янып йөрөйбөҙ. Быны атҡарып булырмы, юҡмы, әммә ул бик дөрөѕ аҙым булыр ине. Ошондай оло шәхестәребеҙҙең барлығы элек-электән башҡорттоң грамоталы кешеләре күплегенә аныҡ дәлил. Башлы ла, аҡсалы ла, ярҙамсыл да булған халҡыбыҙ. Башҡалар уйлап таба алмағанды, бер башҡорт атҡарып сыҡһын, тормошҡа ашырһын әле! Быға нисек ғорурланмайһың!
— Башҡорт ҡоролтайының иң мөһим бурыстарының береһе — башҡорт телен һаҡлап ҡалыу тиһәк, моғайын, хата булмаѕ. Аңлауыбыҙса, был йәһәттән дә күп эшләнә. Ошо хаҡта ентекләберәк һөйләһәгеҙ ине.
— Һүҙ ҙә юҡ, ысынлап та, шулай. Телебеҙ бар икән, тимәк, халҡыбыҙ, илебеҙ бар, тигән һүҙ. Телде һаҡлауҙың мөһимлеге Ҡоролтайҙың программаһында ла, уставында ла яҙылған. Былтыр Рәсәйҙә Мәғариф тураһында закон ҡабул ителгәйне. Уның проектына беҙ Ҡоролтай исеменән бер нисә пункт индерҙек, хатта статья тип атарға ла булалыр. Белеүебеҙсә, закон проектында дәүләт телдәрен мотлаҡ уҡытыу буйынса пункт юҡ ине. Беҙ уны индереүгә өлгәштек, хәҙер инде республикала башҡорт телен дәүләт теле булараҡ, Рәсәй законына ярашлы уҡыта алабыҙ. Икенсеһе — туған телдәрҙә уҡытыу мәсьәләһе. Һәр бала үҙ телендә уҡыу мөмкинлеге алды. Ул да тәүге проектта юҡ ине. Был — Башҡорт ҡоролтайының ҙур ҡаҙанышы. Ошо статьялар беҙҙең закондарға ла инде.
Бөгөн йәмғиәттә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытырғамы, юҡмы, тигән бәхәстәр бара. Ундай һүҙ булырға тейеш түгел, сөнки был законда ҡаралған. Бер кемдең дә законды боҙорға хоҡуғы юҡ. Шуға күрә ҙур ышаныс менән әйтә алабыҙ: Башҡортостанда дәүләт теле — башҡорт теле уҡытыласаҡ, һәр башҡорт балаһы туған телендә белем аласаҡ.
Әлбиттә, ҡыйынлыҡтар ҙа бар. Айырыуса ҡала мөхитендә ауыр. Әлдә балаларыбыҙға милли ерлектә уҡырға ҙур мөмкинлек биреүсе башҡорт гимназиялары, лицейҙары бар әле, тип шатланабыҙ. Ҡаршылыҡтарҙы еңергә кәрәк. Ҡайһы бер дөйөм белем биреү йорттарында уҡыусылар һаны етмәгәнлектән, параллель урыѕ телле кластар асыу хәүефе бар. Ошо хәлде ата-әсәләр яҡшы аңлаһын ине. Гимназиялар халыҡты күтәреү, телде өйрәтеү өсөн булдырыла, шуға күрә оло эштең ҡәҙерен белергә, балаларҙы унда уҡытырға тырышырға кәрәк. Икенсе яҡтан, гимназия-лицей тамамлағандарҙың 95 процентҡа тиклеме юғары уҡыу йорттарына инә. Был бит иѕ киткес шәп күренеш!
— Ә республикабыҙҙың көнбайыш райондарында башҡортса уҡытыу нисек ойошторолған? Унда ла хәл итәһе мәсьәләләр осрай бит.
— Ысынлап та, беҙ тел буйынса һаман да икегә бүленеп йөрөйбөҙ. Көнбайыш райондарҙа милләттәштәребеҙ татарсаға яҡын телдә, көньяҡта башҡортса һөйләшә. Төрлө сәбәптәр һөҙөмтәһендә көнбайыш башҡорттарын татарса уҡытып телен боҙҙолар. Быны бер кем дә инҡар итә алмай. Бөгөн хаталарҙы төҙәтеү буйынса эш алып барабыҙ. Был төбәктәрҙәге башҡорт ауылдарында балаларҙы туған телдә уҡытыу өсөн тырышабыҙ. Дөрөѕөн әйтергә кәрәк, ҡыйынлыҡ менән бара был эш. Ошо йәһәттән шәжәрә байрамдары беҙгә ныҡ ярҙам итә. Ғөмүмән, республикала шәжәрә байрамдарын үткәреү ифрат файҙалы булды. Нисек кенә булмаһын, үҙенең шәжәрәһен өйрәнгән кешенең тамырҙарының башҡортҡа барып тоташҡанын яҡшы аңлауынан милли аңы, рухы көсәйә. Ул яҡтарҙа ырыуҙар йыйыны үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирҙе. Ҡайһы бер ғалимдар беҙҙе тройбализмда ғәйепләргә тырыша. Йәнәһе, ырыуҙар йыйынына уҡ төшмәйек, ул бит иѕкелек ҡалдығы, тип әйтеүселәр бар. Беҙҙеңсә, ырыуыңды белеү башҡортлоҡҡа кире ҡайтыу, кешенең икеләнгән күңелен нығытыу өсөн кәрәк. Ҡайһы бер ауылдарҙа осрашыуҙарҙа шул асыҡлана: ул ырыуын да, шәжәрәһен дә яҡшы белә, тик татарса һөйләшкәс, үҙен башҡорт тип әйтергә теле бармай, икеләнә.
Шуныһы ҡыуаныслы: беҙ әле ырыу йыйыны үткәреп өлгөрмәгән яҡта ла төбәк тарихсылары үҙҙәре шәжәрәләрҙе өйрәнә, хатта китаптар яҙа. Мәѕәлән, Илеш районы тарихсылары — Ҡырғыҙ ырыуы, яңауылдар Уран ырыуы башҡорттары тарихы тураһында яҙып сыҡты. Ҡоролтай уларға китапты баѕтырырға, халыҡҡа таратырға ярҙам итә.
Быйыл һәр районда ырыу йыйындарын үткәреүҙе тамамлап, дөйөм республика кимәлендә ырыу башлыҡтарын йыйып, артабан нисек эшләү тураһында кәңәшләшергә уйлайбыҙ. Тарихсыларға мөрәжәғәт итеп, һәр ырыуҙың тарихын яҙҙыртыу мөһим. Был тәңгәлдә эш ифрат күп, өйрәнелеп бөтмәгәне, өѕтән-мөѕтән генә яҙылғаны байтаҡ. Ырыуҙар энциклопедияһын сығарырға була хатта. Ниндәй ырыуға ниндәй ауыл тура килеүе барланһа ла, бөтәһе лә инеп бөтмәгән, төшөп ҡалғандар ҙа бар. Тарихсыларыбыҙ баҡсаһына таш атырға һис кенә лә уйым юҡ. Байтаҡ ҡына материал тупланған, Әнүәр Әсфәндиәровтың ғилми эштәрендә мәғлүмәт күп. Нигеҙ бар, артабан дауам итергә генә ҡала. Был мөһим эшкә йәш ғалимдарҙы йәлеп итеү шәп булыр ине. Архив материалдары бар, Ҡоролтай ярҙам итергә әҙер.
— Башҡортса уҡытыу буйынса ауырлыҡтар нимәнән ғибәрәт?
— Был тәңгәлдә бер ниндәй ҙә проблема юҡ, тип әйтеү дөрөѕ булмаѕ. Күреп торабыҙ бит, дәрестәр ҙә, уҡытыусылар һаны ла ҡыѕҡартылды. Былтыр көнбайыш райондарҙың башҡорт ауылдарында уҡытыу сифатын тикшерҙек. Илеш, Яңауыл, Асҡын райондарында белем биреү яҡшы ойошторолған. Ә быйыл төньяҡ-көнсығыш төбәктәргә, Мәсетле, Салауат райондарына, министрлыҡ вәкилдәре менән бергә сығып, мәктәптәрҙә булып, методик ярҙам күрһәтергә тип торабыҙ. Мәғариф тураһында закон ҡабул ителгәнлектән, эште ойоштороу еңелерәк, бәхәсләшергә урын юҡ, сөнки барыһы ла законға ярашлы башҡарыла. Шулай ҙа Берҙәм дәүләт имтихандары ныҡ бәкәлгә һуға, ҡаҡшата, уларға әҙерләнәбеҙ тип, сығарылыш кластарында башҡорт телен ҡыѕҡартырға тырышыла. Дәүләт телен башланғыс кластарҙа уҡытырға ярамай, сөнки балаларға ауыр бирелә тип һылтау табалар.
Башҡа милләт балаларын уҡытҡанда ла ҡатмарлыҡтар сығып тора. Мәғариф министрлығына программаны еңеләйтеүҙе һорап бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иттек, сөнки ул, ысынлап та, ҡатмарлы. Беҙҙеңсә, балаларға ҡағиҙә үҙләштереүҙән бигерәк һөйләү телен өйрәтеү мөһим. Бер нисә йыл буйы уҡып та һөйләшә белмәгәс, ниндәй фәтүә? Беҙгә бәләкәй саҡта инглиз, немец телен уҡыттылар, методика ауыр булғанлыҡтан, бер нәмә лә белмәй сыҡтыҡ. Шуға күрә телде яҡшы өйрәнеү өсөн мотлаҡ яңы китаптар, аңлайышлы, еңел уҡытыу методикаһы кәрәк. Башҡорт районында йәшәгән урыѕтар, аралашып үѕкәс, башҡортсаны һыу кеүек эсә бит. Үҙебеҙ эште ҡатмарлаштырмайыҡ.
— Тарих, тел тип йыш ҡабатлайбыҙ, ә халыҡтың матди хәле нисек һуң?
Румил АҘНАБАЕВ:   “Башҡорт ауылын һаҡлайыҡ!”— Тап ошо темаға һөйләшеүгә күсергә тип ултыра инем. Бөтөн нәмәне лә эшләргә була: тарихты өйрәнергә, телде күтәрергә, мәҙәниәтте үѕтерергә. Тик беҙҙең башҡорт ауылдарының йәшәү хәле ауыр. Төбәктәрҙә эш, йәшәү сығанағы юҡ икән, күпме генә тел, тарих, мәҙәниәт тураһында ауыҙ тултырып һөйләһәк тә, һүҙебеҙ кешегә барып етмәйәсәк. Шуға күрә Ҡоролтайҙың эшмәкәрлеген икенсерәк юѕыҡҡа йүнәлтергә уйлайбыҙ.
Бөгөн ауылдарҙы нисек һаҡлап ҡалырға? Башҡортостанда йәшәгән халҡыбыҙҙың күпселеге унда көн күрә. Тимәк, мәҙәниәтебеҙ ҙә, телебеҙ ҙә ауылда һаҡлана. Әгәр башҡа ерҙәге кеүек милләттәштәребеҙ ауылдан китеп таралышып бөтһә, ошо рухи байлыҡтарыбыҙҙың юғалыу ҡурҡынысы бар. Сөнки ҡала мөхитендә уны һаҡлап ҡалыу күпкә ауырыраҡ, башҡа милләттәр араһында йәшәйбеҙ. Шунлыҡтан халҡыбыҙҙың бөгөнгө иң ҙур проблемаһы — ауылдарҙа эш урыны булдырыу. Фермерҙар хәрәкәте ассоциацияһы менән берлектә кәңәшләшәбеҙ, ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса Президентҡа мөрәжәғәт итеү тураһында уйлайбыҙ. Был йәһәттән тәүге аҙым — 131-се закон буйынса ТОС-тар (территориаль йәмәғәт үҙидараһы) булдырыу. Ошо мөһим эш урындағы үҙидараның хәлен аңлап, ауылдың таралмауы, халыҡтың үҙенең хужа булыуы өсөн башҡарыла.
Бөгөн республикала биш ТОС бар, уларҙың иң уңышлыһы — Ишембай районының Смаҡай ауылында. Күп райондарҙа булып, яңы ойошманың әһәмиәтен күрһәтергә ынтылдыҡ. Уның кәрәклеген күптәр аңлап, ошондай советты төҙөргә тырыша. Дөрөѕөн әйтергә кәрәк, юғарынан ҡушып, яһалма булдырылған ойошмалар йүнләп эшләмәйәсәк. Араларында бер лидерҙың булыуы, башҡаларҙы ылыҡтырыуы күпкә мөһимерәк. Шул саҡта эш тә гөрләп торор.
ТОС-тар төҙөлгәндән һуң, ауыл хужалығы тауарҙарын һатыу урынын хәстәрләргә кәрәк. Был Хөкүмәт кимәлендә башҡарылырға тейешле. Әгәр маҡсатҡа өлгәшелмәһә, хәлебеҙ аяныслы буласаҡ, сөнки фермер мал тотоп та тауарын һата алмаһа, күңеле һүрелеүе һәм шөғөлөн ташлауы бик ихтимал. Халыҡтың үҙәгенә үткән тағы бер проблема — пай ерҙәрен нимә эшләтергә, табыш алыу юлын нисек табырға? Бөгөн был тәңгәлдә эштәр насар бара, ҡайһы берәүҙәр ере барлығын да белмәй. Пай өсөн һалым түләнә, ә файҙаһы юҡ.
Ауылдағы киѕкен мәсьәләләрҙе хәл итмәһәк, һис шикһеҙ, Ҡоролтай эшмәкәрлегенең әһәмиәте юғала. Әгәр маҡсатыбыҙға өлгәшһәк, урындарҙа мәктәптәр, участка дауаханалары һаҡланыр, халыҡ та бәхет эҙләп ситкә таралышмаѕ. Ҡала тирәһендәге ауылдарҙан йәштәрҙең күпләп китеүе сер түгел, ә балалар етешмәгәнлектән, мәктәптәр ҙә, дауаханалар ҙа ябылыуға дусар, хатта автобустар йөрөмәүе билдәле. Быға тиклем бөтә илде туйҙырған ауылдарҙың хәле мөшкөл. Ошо киѕкен проблемаларҙы хәл итеүҙә ТОС тәүге аҙым ғына. Бында дәүләттең хәстәрлеге төп ролде уйнарға тейеш, субсидиялар менән ярҙам итеү ҙә кәрәк булыр.
Элек ауыл ерендә колхоз, совхоз хужа булғанда, уның транспорты ла, эшсеһе лә, матди байлығы ла етерлек ине. Хәҙер көн бары ауыл Советына ҡалғанлыҡтан, биләмәне тәртиптә тотоу, төҙөкләндереү, ололарға ярҙам итеү, ойоштороу эштәре ҡатмарлашты. Күреп торабыҙ бит, мәктәптәр, клубтар, медицина учреждениелары ауыр хәлдә, күптәренә ремонт талап ителә. Донъя шулай барһа, йәштәр ауылда бөтөнләй ҡалмаясаҡ. Ҙур ҡалаға, Себергә киткәндәрҙең тыуған төбәктәренә кире ҡайтырына ышаныс юҡ. Республика сиктәрендә йәшәгәндәр күрше Силәбе, Магнитогорск, Ырымбурға юллана, ассимиляция көсәйә. Бер һүҙ менән әйткәндә, йөрәкте әрнеткән, тетрәндергән мәсьәлә был.
— Өѕтәүенә хәлде эскелек тағы ла киѕкенләштереп ебәрә...
— Туҡһанынсы йылдарҙа үтә ауыр хәлдә ҡалды ауыл. Колхоз һәм совхоздар тарҡалды, эшһеҙ ҡалғандарҙың күңеле төштө, эскелеккә һалышҡандар артты. Бындай осраҡта беҙ ҙә ҡул ҡаушырып ултыра алманыҡ. Бына икенсе йыл инде республикала “Айыҡ ауыл” бәйгеһе бара. Эскелектең халыҡты түбәнгә тәгәрәтеүсе, юҡҡа сығарыусы афәт икәнен күңелдәргә һеңдереү өсөн булдырылды конкурс. Аҙ ғына ваҡыт үтеүенә ҡарамаѕтан, халыҡтың тәрән уйға ҡалыуы һиҙелә. Элек табынға иң тәүҙә араҡы менеп ултыра ине, хәҙер хәл улай уҡ түгел. Йәштәр эсмәйенсә лә күңелле йәшәп, уңыштарға өлгәшеп булыуын аңлай башланы.
Былтыр бәйгелә 86 ауыл, 42 район ҡатнашты. Теләк белдереүселәр күп булһа ла, ҡушылырға өлгөрмәй ҡалыусылар булды. Шуға бәйгене артабан дауам итәсәкбеҙ. Файҙаһы ҙур: төбәктәр конкурста ҡатнашып ҡына ҡалмай, эш йыл әйләнәһенә дауам ителә. Даими аңлатыу алып барыла, айыҡ туйҙар, кисәләр үткәрелә. Ҡайһы бер магазиндарҙа һатыусылар ҙа араҡы һатмай башланы хәҙер. “Бар ауыл эскелеккә ҡаршы көрәш асҡанда, мин нисек оялмай хәмер һатып торайым инде”, — тиҙәр. Сауҙа өлкәһендә араҡы һатыуҙан тыш та табыш алыу мөмкинлеген улар ҙа аңлай. Араҡы аҡса килтерә, тигән һүҙ дөрөѕ түгел ул, хәмер ни бары афәт кенә алып килә. Бәйгене юғары дәрәжәлә ойоштороу өсөн күп көс һалдыҡ, ауылдар буйлап йөрөп, халыҡ менән осраштыҡ, лекциялар уҡыныҡ. Шөкөр, Хөкүмәт тә ярҙам итә, аҡса бүлә, еңеүселәргә премия бирелә. Быйылғы еңеүселәрҙең береһе — Әбйәлил районынан Рәхмәт ауылы кешеләре аҡсаның бер өлөшөн мәсет төҙөүгә бүлгән. Иглин районының Үктәй ауылы йәштәре уны спортты үѕтереүгә тотонған.
Беҙҙең изге башланғыс иғтибарһыҙ ҡалманы, хәҙер “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә башҡа милләт халыҡтары ла ҡатнашырға теләй. Бөтөн республика ҡатнашһа, бигерәк тә яҡшы булыр, афәтте күмәк көс менән еңеүгә ышаныс артыр ине. Эйе, беҙ конкурс үткәреп кенә эсемлектәрҙе бөтөрөргә тырышмайбыҙ, улар барыбер һатыласаҡ, өѕтәлдә ултырасаҡ. Тик кеше аңлы рәүештә уға ҡулын һуҙмай, эскелек һаҙлығына батмай икән, бына шул — еңеү.
— Әле Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа ла урындарҙа хәмерҙе тыйыу буйынса закон проекты эшләнә, тигән мәғлүмәт бар. Был да һеҙҙең эшме?
— Ул закон проектын парламентыбыҙҙың башҡа комитеты ҡарай. Бергәләп уйлаштыҡ, кәңәшләштек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәй законы буйынса эскелекте тыйып булмай, шулай ҙа бер юлы бар. Хәмер һатыуҙы айырым бер ауыл тыя ала. Бының өсөн уларға йыйын үткәрергә һәм шундай ҡарар сығарырға кәрәк. Ул бар икән, тимәк, законлы рәүештә ниндәйҙер көндәрҙә был ауылда хәмер бөтөнләй һатылмаясаҡ. Проект әле әҙерләнә, депутаттар ҡабул итһә, шулай яйлап-яйлап араҡыға һөжүм көсәйер, тип уйлайым.
— Киләсәк — йәштәр ҡулында, тип һөйләргә яратабыҙ. Башҡорт ҡоролтайы йәштәргә ниндәй мөнәсәбәттә, уларға өмөт бағлап буламы?
— Йәштәргә һүҙ тейҙерә алмайым. Әүҙемдәр, тырыштар. Әле патриотик тәрбиәне көсәйтеү буйынса эшләйбеҙ. Бында институттар менән хеҙмәттәшлек итеү ҡулай. Былтыр Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаһындағы юғары уҡыу йорттарында булдыҡ. Быйыл Бөрө, Нефтекама тарафтарына йыйынабыҙ. Студенттар менән телде һаҡлау, тыуған ергә ҡайтыу, унда эш башлау тураһында һөйләшәбеҙ. Февраль аҙаҡтарында улар менән йыйылып, ҙур ғына сара үткәрмәксебеҙ. Башҡорт йәштәре союзы, Башлидер ойошмалары әүҙемләште. Ғөмүмән, ундай берлектәр күп, бары тупларға кәрәк. Әле яңы совет ағзаларын һайларға йыйынабыҙ. Үтенестәре менән беҙгә мөрәжәғәт итеп, дөйөм эшкә ылығып торалар.
— Тағы ниндәй матур башланғыстарығыҙ бар?
— Һөйләй китһәң, күп инде ул. Шулай ҙа уларҙың береһе тураһында әйтмәй ҡала алмайым. Марсель Йосопов менән эшләгән осорҙа спорт йүнәлешен үѕтереүгә көс һалдыҡ. Атап әйткәндә, республика мәктәптәренә 250-нән ашыу көрәш келәме бүләк иттек. Әле малайҙар унда рәхәтләнеп шөғөлләнә, физик яҡтан үѕешә. Аҡса килеп сыҡһа, был эште артабан да дауам итәсәкбеҙ.
Тағы шуны әйтәйем: быйыл беҙҙең башҡарма комитет ағзалары һайлауҙа уңышлы ғына ҡатнашты. Район, ҡала кимәлендә үткәрелгәнендә ҡатнаша алмаһаҡ та, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәштек. Хәҙер алты кешебеҙ депутат булып китте, быға тиклем өсәү генә ине. Уңыштар ҡанатландыра, алдағы һайлауҙарҙа ла ҡул ҡаушырып ултырмабыҙ. Дәүләт Думаһына тауыш биреүҙә лә үҙ һүҙебеҙҙе әйттек, Марсель Йосопов менән Сәлиә Мырҙабаева депутат булып һайланды.
Күренекле кешеләрҙең исемен мәңгеләштереү айҡанлы саралар ойошторабыҙ. Әле бына Муллаян Халиҡовты халыҡҡа танытыу өсөн байтаҡ эш башҡарҙыҡ. Ауыр йылдарҙа автономияны һаҡлап ҡалған шәхестең иѕтәлегенә арнап, ҙур конференция уҙғарырға әҙерләнәбеҙ. Өфө II ҡаласығы буйынса халыҡ-ара конференция үткәреү уйы ла тынғы бирмәй.
— Алда торған бурыстарға ла ҡағылып үтһәгеҙ ине...
— Пландар байтаҡ. Мәѕәлән, элек республика кимәлендә үткәрелгән Салауат көндәренең дәрәжәһе кәмей төштө. Байрамды мотлаҡ тергеҙергә кәрәк, быйыл Салауат районында үтәсәк иѕтәлекле көндө күркәмерәк, ҙурыраҡ итеп уҙғарырға ине иѕәбебеҙ. Күренекле шәхестәргә һәйкәлдәр ҡуйыу мәсьәләһе лә — көн ҡаҙағында. Мәѕәлән, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Әхмәтзәки Вәлидигә ул һаман да ҡуйылмаған, йыл да шул проблеманы ҡуҙғатып, хәл итергә тырышып ҡарайбыҙ, тик боҙ урынынан һаман ҡуҙғалмай. “Төньяҡ амурҙары” тигән исем алған 1812 йылғы һуғыш ҡаһармандарына ла лайыҡлы һәйкәл ҡуйылмаған. Уның макеты ла, урыны ла бар, тик тормошҡа ғына ашмай.
Иң ҙур бурысыбыҙ — Торатау итәгендә “Ырыуҙар ташы” тигән монументаль скульптура булдырыу. Ул 2010 йылда уҡ әҙер булырға тейеш ине. Проектын бушлай эшләп бирҙеләр, экспертиза үткәрҙек. Һәр ырыуҙың исеме яҙылған мөһабәт таштар ҡуйырға уйлағайныҡ. Был — изге тауыбыҙ Торатауҙы һаҡлауҙа ныҡлы аҙым. Тик, әлеге лә баяғы, аҡса мәсьәләһе аяҡ салды, халыҡ ярҙам итмәѕме тип, махсус иѕәп тә астыҡ. Әҙләп булһа ла туплана. Беҙ, әлбиттә, үҙебеҙҙең эшҡыуарҙарға өмөт итәбеҙ. Шуныһы ҡыҙыҡ, изге эшкә Дүртөйлөнән урыѕ мәктәбе уҡыусылары, Стәрлетамаҡ драма театры коллективы аҡса йыйып ебәргән. Сумма ҙур түгел, әммә халыҡтың изге эшкә берләшеүе ҡәҙерлерәк бит.
Туризмды үѕтерергә кәрәк, тип күп ҡабатлайбыҙ. Ошо комплексты барлыҡҡа килтерһәк, туризмды үѕтереүгә ҙур аҙым яһалыр, тарихи маршруттың ниндәй күркәм, ылыҡтырғыс башы булыр ине. Эште башлап, бер генә таш ҡуйғайныҡ, йәй буйы унан йәштәр өҙөлмәне, ял итте, фотоға төштө. Тулыһынса төҙөлөп бөтһә, башҡорт халҡына бөйөк һәйкәл буласаҡ ул. Янында мәсет, музей һалыу ҙа күҙаллана. Музейҙа аралар, ырыуҙар тарихы буйынса мәғлүмәт тупланасаҡ. Уңайлыҡ өсөн кафе, туҡталҡа, заправка ла булыр. Урыны бик матур, юл буйында ғына, асфальт түшәлгән, төндә яҡтыртыласаҡ. Проектын күрҙем, иѕ китмәле күркәм. Ошо хыялыбыҙ тормошҡа ашҡанда, изге тауыбыҙҙың киләсәгенә бер кемдең дә теше үтмәѕ.
— Күренеүенсә, маҡсаттарығыҙ изге. Ҡоролтай эшендә барыһы ла шулай шыма барамы?
— Барыһы ла ал да гөл тип әйтеп булмай шул. Һуңғы ике йылда аҡса мәсьәләһе бер аҙ ҡатмарлашты. 2010 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе булып эшләгән Азамат Ғәлин беҙҙе бурысҡа батырып китте. Полиграфия комбинатына, “Башинформсвязь”, “Вечерние огни” нәшриәтенә 3 миллион 149 мең һум бурыс бар ине. Шуның арҡаһында унан һуң рәйес итеп һайланған Илгиз Солтанморатовҡа эшләп китергә форсат булманы. Аҡса булмағас, саралар үтмәне, райондарға, күрше төбәктәргә сығып йөрөй алманыҡ. Марсель Йосопов килгәс кенә хәл әҙерәк йүнәлде, ул үҙ кеѕәһенән бурыстың бер өлөшөн ҡапланы. 2013 йылда бағыусылар ярҙамында ҡалған ике миллион һумды түләп ҡуйҙыҡ.
Әлбиттә, әле лә аҡса мәсьәләһе ауыр хәл ителә, табыуы ауыр. Матди мөмкинлек булһа, бик күп яҡшы эштәр башҡарырға булыр ине. Әлдә әүҙемселәребеҙ рухлы, ваҡыт тығыҙ, аҡса юҡ тип тормай, Ҡоролтай эшендә әүҙем ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙҙәре халҡыбыҙ өсөн ҡыл да ҡыбырлатмай, кире һөйләп, баш бутап йөрөүселәр ҙә бар. Теләһә ниндәй уйҙырмалар яҙып, кешеләрҙе Ҡоролтайға ҡаршы ҡуйырға тырышыусылар йәнде ҡыя.
— Хәҙер Һеҙ — Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа комитет рәйесе. Был ике эшмәкәрлекте алып барыу ауыр түгелме?
— Мин — урындағы үҙидара, киң мәғлүмәт саралары буйынса комитет рәйесе. Район, ауыл Советтарының проблемаларын хәл итәбеҙ. Дөрөѕөн әйткәндә, шул уҡ мәсьәләләр өѕтөндә баш ватабыҙ. Үҙидара йәшәһен өсөн бюджет булырға тейеш, тик аҡса юҡ. Был бөтә Рәсәй буйынса хәл ителмәгән. Уларҙы аҡсалы, власлы итеү өѕтөндә уйланабыҙ. Бюджет сәйәсәте урындағы үҙидара файҙаһына түгел шул. Ә ҡулдарына аҡса бирмәйбеҙ икән, бер ҡасан да үҙаллы эшләй алмаясаҡтар. Мәсьәләне Дәүләт Думаһы депутаттары менән бергә хәл итергә кәрәк.
Тағы шуныһы, Баймаҡта, Әбйәлилдә йөрөгәндә иғтибар иткәйнем: төбәктә урман эсендә урынлашҡан ауылдар бар. Ялан ерендә кешегә ер бүленгән, пайы бар. Ә мин телгә алған райондар халҡы бер нәмәһеҙ тороп ҡалған. Хәҙерге закон буйынса урман — Рәсәйҙеке. Был төбәктә йәшәгән халыҡҡа ниндәйҙер өлөш тейеш бит инде. Ауыл тормошо, эшһеҙлек мәсьәләләре комитетта ҡарала. Беҙҙең ҡайһы бер закондар кешенең тормош шарттарын еңеләйтмәй. Эйе, ер пайы бирҙеләр, тик ул ошоғаса эшкәртелмәй, ә һалымын түләргә кәрәк. Уны рәсмиләштереү өсөн дә аҡса талап ителә. Ҡалала фатирҙарҙы хосусилаштырғанда аҡса түкмәнек бит, ә ниңә ауыл халҡы түләргә тейеш? Газ менән дә шулай уҡ, ҡалала ул фатирға ингән, ауылда урам аша үтә, өйгә индерер өсөн тағы ла аҡса түлә. Был, бер яҡтан, депутаттар эшмәкәрлегенә ҡарамай ҙа кеүек, тик халыҡ өсөн үтә мөһим мәсьәлә. Әгәр шуны ла хәл итмәйһең икән, һинең депутат булыуыңдан ни файҙа? Башҡорт ҡоролтайында ла, бында ла — бер үк мәсьәлә һәм мәшәҡәттәр. Улар бер-береһенә ҡамасауламай, бергә үрелеп бара.
— Һөйләшеү йомғаҡлауға табан барғанда, һеҙҙән кәңәш-нәсихәт һүҙҙәре лә ишетке килә. Айырыуса йәштәр өсөн.
— Йәштәргә иң ҙур кәңәшем шул: бер кемдән дә, бер нәмә лә көтөп ятмаһындар. Үҙ эшен булдырырға тырышһындар, йә бергә тупланып асһындар. Үҙаллы йәшәһәң, бер кемгә лә бурыслы түгелһең. Хәҙер күп ерҙә йәштәр тупланып бизнесҡа тотона, юҡ ҡына нимәнән дә аҡса эшләй белә, табыш алыу юлдарын өйрәнә. Шуны аңларға ваҡыт, бер кем дә һиңә “мә” тип килтереп бирмәйәсәк. Хөкүмәт тә, министрлыҡтар ҙа, предприятиелар ҙа. Үҙеңдең эш аса алмауың да ихтимал, бөтәһенең дә ҡулынан килмәй. Ул саҡта юғары квалификациялы белгес булырға кәрәк. Һөнәреңдең оѕтаһы дәрәжәһенә ет, артыңдан йөрөп, үтенеп эшкә алырлыҡ булығыҙ. Шул саҡта хәлле йәшәрһегеҙ. Башҡаса булмай. Барыһы ла үҙ ҡулығыҙҙа.
— Төплө, ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Алдағы эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.

Әлфиә МИҢҒӘЛИЕВА
әңгәмәләште.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 19

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 65

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 66

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 77

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 44

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 54

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 76

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 50

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 73

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 105