Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Йәшелсәнән йомороҡастар
Кишер, кәбеҫтә, картуф һәм киптерелгән бәшмәкте ваҡлап турап, кәстрүлгә һалығыҙ ҙа, тоҙ һибеп, бер аш ҡалағы май төшөрөп, ярты стакан һыу ҡойғас, ҡапҡасын ябып быҡтырабыҙ. Унан икмәктең йомшаҡ ерен шаҡмаҡлап турайбыҙ. Тоҙлап, әҙләп он һибеп, айырым һауытта йомортҡа туҡыйбыҙ. Ошо шыйыҡсаны, ҡурылған икмәкте, быҡтырылған йәшелсәне бергә ҡушып, борос һибеп болғатабыҙ ҙа йомарлайбыҙ.
Тоҙло һөттә бешерегеҙ. Өҫтөнә сохари вағы һибеп, май ҡойоғоҙ.
Ризыҡты әҙерләү өсөн ике-өс кишер, 200 грамм кәбеҫтә, өс-дүрт картуф, 50 грамм кипкән бәшмәк, 50 грамм он, бер күмәс, 200 грамм һары май, өс йомортҡа, бер литр һөт, кәрәгенсә тоҙ, борос һәм ике аш ҡалағы сохари валсығы кәрәк булыр.

Тәмле ит
Һөйәгенән айырылған итте телемләп киҫеп, тоҙ һәм борос һибеп, майлы табала ҡыҙҙыралар. Һәр киҫәк өҫтөнә ваҡ ыуғыстан үткәрелгән кишер, унан туралған һуған һалырға кәрәк. Уға сыр һипкәндән һуң, майонез һөртөп, 40 — 50 минут мейестә йәки духовкала бешерәләр. Аш тәмләткестәр ҡушып, итте табынға эҫе килеш бирәләр.

Сәтләүекле печенье
150 г сәтләүек, 400 г шәкәр, өс йомортҡа, өс аш ҡалағы он, аҡ май кәрәк.
Сәтләүектәрҙе табала ҡыҙҙырып ваҡлайбыҙ ҙа, уға шәкәр, бер йомортҡаның ағын һалып, ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Йомортҡаның һарыһын шәкәр менән туҡып, өс аш ҡалағы он һалып бутайбыҙ. Әҙер массаға сәтләүек ҡушып, эҫе духовкала бешереп алабыҙ.

"Гөлбаныу" торты
Был ризыҡты әҙерләү өсөн ете йомортҡа, өс стакан шәкәр ҡомо, бер аш ҡалағы он, 200 грамм аҡ май, бер стакан һөт кәрәк.
Йомортҡаларҙың ағына ике стакан шәкәр ҡомон ҡушып, ҡуйырғансы туҡыйҙар. Уны ике табаға бүлеп һалып, һүрән мейестә йәки духовкала бер сәғәт самаһы бешерәләр. Табаның төбөнә май һөртөлгән пергамент ҡағыҙы йәйергә кәрәк.
Крем әҙерләү өсөн йомортҡаларҙың һарыһын, бер стакан шәкәр ҡомон, бер аш ҡалағы ондо, бер стакан һөттө бергә ҡушып болғатып, ҡуйы ҡаймаҡ хәленә килгәнсе ҡайнатаһың. Һыуынғас, әҙләп кенә алдан иҙелгән 200 грамм аҡ майҙы ҡушырға кәрәк. Унан кремды торттың араһына һәм өҫтөнә яғаһың, ҡыҙҙырып ыуалған сәтләүек емешен һибәһең. Мөмкинлек булһа, төрлө еләк-емеш менән биҙәргә лә була.

Емешле ҡатлама
600 грамм алма, бер стакан шәкәр ҡомо, 100 грамм эремсек, 100 грамм май һәм бер стакан он алына.
Алмаларҙы таҙартып, йоҡа итеп турайбыҙ. Бер төрлө масса хасил булғансы май, эремсек менән ыуып, тоҙ, он һалып болғатып, ҡамыр баҫабыҙ, уны ике киҫәккә бүлеп, өс сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Шунан һәр киҫәген йәйеп, өҫтәренә алма теҙәбеҙ. Һуңынан шәкәр ҡомо һибеп, ҡат-ҡат төрөргә, йомортҡа менән майларға һәм духовкаға ҡуйырға кәрәк.

Эремсекле алма
Бер ҙурлыҡтағы алмаларҙы йыйып, уларҙың үҙәген, төшөн алып, эремсек тултырабыҙ ҙа духовкаға йә мейескә бешерергә ултыртабыҙ. Табаға бер аҙ һыу һалырға кәрәк. Бешеп сыҡҡас, өҫтөнә шәкәр ҡомо һипһәгеҙ, тағы ла тәмлерәк булыр.
Ун алмаға өс стакан эремсек, өс аш ҡалағы шәкәр ҡомо кәрәк.

Ҡабартма
Бер аш ҡалағы эремсек, өс йомортҡа, дүрт аш ҡалағы шәкәр ҡомо, бер стакан он, бер аҙ тоҙ, ярты балғалаҡ сәй һеркәһе һалып, ҡамыр баҫабыҙ. Унан ваҡ шарҙар әүәләп, ҡыҙған майға һалабыҙ ҙа ҡыҙарғансы бешерәбеҙ. Һөҙөп алғас, шәкәр ҡомонда әүәләп, өҫтәлгә ҡуябыҙ.

Кекс
Ярты ҡап маргарин, ике йомортҡа, бер стакан ҡаймаҡ йә кефир, бер ҡалаҡ сүпрә, бер балғалаҡ аш һеркәһе, бер стакан шәкәр ҡомо, ике стакан он (бер аҙ йөҙөм һалһағыҙ, бигерәк тәмле була) кәрәк.
Барыһын да табаға һалып бутайһың да духовкаға ултыртаһың. 40 минуттан кекс әҙер.

Перәник
Бер стакан ҡатыҡ, бер стакан шәкәр ҡомо, өс йомортҡа һарыһы, бер балғалаҡ аш һеркәһе һәм он кәрәк булыр.
Уртаса ҡатылыҡта ҡамыр баҫабыҙ ҙа, уны бармаҡ ҡалынлығында йәйеп, түңәрәктәр киҫеп, духовкала бешерәбеҙ. Әҙер булғас, өс йомортҡаның ағын ике стакан шәкәр ҡомо менән болғатып, перәниктәрҙең өҫтөнә һөртәбеҙ.

"Рафаэлло"
300 грамм ҡаты сыр, 140 грамм краб таяҡсаһы, бер нисә бүлкәт һарымһаҡ, 150 грамм майонез, ике-өс ҡап кокос юнысҡыһы алабыҙ.
Сырҙы, краб таяҡсаларын һәм һарымһаҡты ныҡ итеп ваҡлайбыҙ ҙа бөтәһен бергә ҡушып бутайбыҙ һәм майонез өҫтәйбеҙ. Килеп сыҡҡан массанан шарҙар әүәләргә һәм уларҙы кокоста тәгәрәтеп алырға кәрәк.
Ҡабымлыҡты табынға бирер алдынан һыуытҡыста тоторға кәрәк.

Әйткәндәй...
* Бутҡаны һөттә бешергәндә тоҙҙо ярманан алда һалалар.
* Һөтөгөҙ көймәһен тиһәгеҙ, уны ҡайнатыр алдынан һауытты һалҡын һыу менән сайҡатып алығыҙ.
* Тоҙ быяла һауытта еүешләнмәй, һәйбәт һаҡлана.
* Кипкән емеш-еләкте металл йәки тығыҙ ябылған һауытта, ҡоро һәм ҡараңғы урында һаҡлау яҡшыраҡ.
* Лимон кислотаһы ҡушылған емеш-еләк ҡайнатмаһы әллә ни шәкәрләнеп бармай.
* Сыр оҙағыраҡ боҙолмаһын өсөн уны ике-өс сәй ҡалағы шәкәр һалынған ябыулы һауытта һаҡлағыҙ.
* Духовкала бешергәндә ҡамыр көймәһен өсөн форма төбөнә бер аҙ тоҙ һибергә кәрәк.
* Торт менән печеньеларға һөртөлә торған шәрбәтте ҡыҙыл төҫкә индереү өсөн — сөгөлдөр һуты, һарыға буярға уйлаһаң, әфлисун һуты ҡушырға була.
* Йоҡа итеп йәйелгән ҡамырҙы табаға йыртмайынса һалыуы ҡыйын. Шуға күрә йәймәгә он һибеп, уҡлауға урап алалар.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында?

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында? 23.02.2019 // Йәмғиәт

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығының нигеҙе ниҙә? Үҙенең кешелек бурыстарын белгән, лайыҡлы атҡарған...

Тотош уҡырға 55

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм!

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле курорт-ҡала...

Тотош уҡырға 77

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен"

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен" 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер...

Тотош уҡырға 76

Батырҙары данлай төйәкте

Батырҙары данлай төйәкте 23.02.2019 // Йәмғиәт

Күгәрсен районының Волостновка ауылында ошо төйәктән сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Николай Ежовҡа...

Тотош уҡырға 32

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе?

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе? 23.02.2019 // Йәмғиәт

– Тиҙерәк, тиҙерәк! Башҡаларҙан алдараҡ барып етергә кәрәк! Шулай ҡабаланып йүгерҙе аҡ халатлылар....

Тотош уҡырға 175

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә...

Тотош уҡырға 44

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика халҡын Ватанды...

Тотош уҡырға 68

Ауылды бер итеп...

Ауылды бер итеп... 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылында “Зарница” үткәреү “ҡанға һалынған” тиергә мөмкин. Был уйында...

Тотош уҡырға 95

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк!

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалынды: Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Әсәй бәлеше”...

Тотош уҡырға 82

"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 59

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 57

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 985