Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙмышыбыҙ — үҙ ҡулыбыҙҙа
Яҙмышыбыҙ — үҙ ҡулыбыҙҙа
“Башинформсвязь” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Салауат Мөхтәр улы Ғайсин “Ватандаш” журналында үҙ башынан үткән иҫ киткес ғибрәтле ваҡиғаны яҙып сыҡҡайны. Уҙған быуаттың 50-се йылдары аҙағында Учалы районынан килгән етем малай хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернаты баҡсаһында ун төн йоҡлап йөрөй, сөнки уның иң ҙур теләге — ошонда белем һәм тәрбиә алыу. Әммә “урын юҡ” тип, уны алырға теләмәйҙәр.

Малай, кемдеңдер кәңәшен тотоп, мәғариф министры Фатима Мостафина апайға бара, әммә ул Мәскәүҙә кәңәшмәлә булып сыға. Министрҙың командировканан ҡайтыуын ныҡыш малай ун көн, ун төн ошо баҡсала көтә.
Фатима Хәмит ҡыҙы, Мәскәүҙән ҡайтҡас, етем баланы ҡабул итеп, интернатҡа урынлаштыра. Һуңынан егет мәктәпте тамамлағас, уны Новосибирск электротехник элемтә институтына уҡырға ебәрә.
Ейәнсура районы малайы Зиннәт Бикбулатов та интернатҡа нәҡ ошондай мажаралар аша килеп урынлаша. Эйе, бындай етем балаларға министр айырыуса иғтибарлы була, уларҙы йә балалар йортона, йә интернат-гимназияларға, ғөмүмән, төрлө белем һәм тәрбиә усаҡтарына урынлаштырырға ярҙам итә.
Атайһыҙ ҡалғас, минең тормош юлымда ла изге күңелле, ярҙамсыл кешеләр күп осраны. Шуларҙың береһе ил инәһе Фатима апай Мостафина ине. Тик уның ярҙамында ғына мин БДУ-ға уҡырға инә алдым. Кеше яҡты донъянан китһә, туғандарының, яҡындарының, замандаштарының, уны белеп-күргән айырым кешеләрҙең хәтирәләре һаҡланып ҡала, тормошоңда тәрән эҙ ҡалдырған шәхескә оло һөйөү тойғоһо уяна. Хәтирәләр...
Ваҡиға ошолай булды. Мин 1959 йылда, Өфөгә уҡырға инергә тип, юлға сыҡтым. Ул ваҡыттағы Сталин урамында (хәҙерге Коммунистик) урынлашҡан институтҡа проректор Мельниковҡа килдем. Ул, секретарын саҡыртып, документтарҙы килтерергә ҡушты, әммә ҡағыҙҙарҙы тапманылар, ә мин уларҙы бер йыл алда ебәреп, ауырып китеү сәбәпле, имтихан тапшырырға килә алмағайным. Хәҙер ҡабул итеү комиссияһында “документтарың юғалған”, “архивҡа тапшырылған” тип имтиханға индермәҫкә булдылар, ә иртәгә — тәүге һынау. Ҡайҙа барырға? Кемдән кәңәш һорарға? Өфөгә тәүгә килеүем. Бер ниндәй адресты ла, таныш кешеләрҙе лә белмәйем. Тупһа эргәһендә уйланып бошонҡо ғына торғанда, яныма галстук таҡҡан мөләйем генә бер башҡорт ағайы килеп баҫты.
— Ҡайҙан килдең? Ниңә балтаң һыуға төшкән кеүек тораһың? — тип хәлемде һорашты. Мин уға барыһын да һөйләп бирҙем. Ул оҙаҡ уйланып торғандан һуң:
— Улай икән, әйҙә киттек, — тине лә Министрҙар Советы бинаһына алып килде. Икәүләп мәғариф министрының ҡабул итеү бүлмәһенә индек. Теге ағай секретарға барыһын да аңлатып бирҙе.
Фатима апай беҙҙе оҙаҡ көттөрмәй, ихлас күңелдән ҡабул итте. Ҡайҙан килеүемде, ҡайҙарҙа уҡыуымды белеште. 1956 йылда Темәс педучилищеһы ябылғас, һуңғы курсты 1957 йылда Белорет педучилищеһында тамамланым, тиеүемә, уның етди йөҙөндә шатлыҡ сатҡылары күренгәндәй булды. Баҡһаң, ул да шунда уҡыған, һуңынан Белорет ҡалаһында совет партия системаһында эшләгәнен әйтеп бирҙе. Минең бында килеүемдең сәбәптәрен тыныс ҡына тыңлап бөткәс, ул кем менәндер телефондан ҡаты ғына һөйләшеп алды.
— Хәҙер шунда барығыҙ, барыһы ла хәл ителде, — тине. — Тағы ла берәй аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡһа, тура үҙемә килерһең, — тип, Фатима апай миңә үҙенең визит карточкаһын тотторҙо.
Беҙ барыуға проректор ҙа, уның ярҙамсыһы ла беҙҙе коридорҙа ҡаршы алып, бүлмәгә саҡырҙылар. Минең бөтә документтар ҙа табылған, өҫтәлдә ята ине.
Проректор:
— Иртәгә урыҫ теленән тәүге имтихан буласаҡ, әҙерлән, — тине һәм уҡытыусыны саҡыртып, — һеҙ иртәгә ошо егеттән имтихан аласаҡһығыҙ, — тип миңә күрһәтте.
Минең иң ҡурҡҡаным урыҫ теле ине. Имтиханды түҙемһеҙлек менән көтөп алдым. Бына ул минут килеп етте. Урыҫ теле уҡытыусыһы (фамилияһын онотҡанмын) мине иң алғы партаға ултыртып ҡуйҙы. Зал тулы абитуриент. Диктант яҙабыҙ. Уҡытыусы минең яҙғанды күҙәтеп кенә тора. Киткән хаталарҙы төҙәткеләп тә ҡуя. Был имтиханды “дүртле”гә бирҙем. Ҡалғандары минең өсөн ҡыйын түгел ине. Мин — БДУ студенты!
Шулай Фатима Хәмит ҡыҙы мине уҡырға индерҙе, һөнәрле итте, уның фатихаһы менән тормош юлымды дөрөҫ һайланым, халҡыма хеҙмәт иттем, тип тулыһынса әйтә алам бөгөн.
Эйе, әҙәм балаһы “был донъяға килгәнмен икән, нәҫелемә, халҡыма, тыуған еремә ниндәйҙер файҙалы эшем, изгелегем ҡалһын” тип йәшәй. Халҡы өсөн яҡшылыҡ эшләгән кеше яҡты донъянан китһә лә, ҡылған изгелектәре һис онотолмай. Уның үҙ халҡына ярҙамсыл булыуы ата-әсәһенән киләлер. Фатима апайҙың бала сағы иң ҡатмарлы осорға тура килгән, революция, граждандар һуғышы, аслыҡ-яланғаслыҡ, балалар йорто, 1937 йыл...
1971 йылда Фатима апайҙың атаһы — Диңгеҙбай ауылы мөғәллиме Хәмит Мостафин, Ырғыҙ буйы башҡорттарын аслыҡтан ҡотҡарыу өсөн барлыҡ көсөн һалып, күптәрен Украина яҡтарына оҙатҡан. Унда буласаҡ халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти ҙә булған. Ә үҙҙәре ғаиләһе менән икмәкле Ташкент яҡтарына хәтәр юлға сыҡҡан. Әммә милләттәштәрен ҡотҡарыу юлында ул аслыҡтан, тифтан һәләк булған.
Һамар башҡорттары һәр саҡ бер-береһен тартып, ярҙамлашып йәшәне. Фатима Хәмит ҡыҙының яҙмышында яҙыусы “Ырғыҙ” романының авторы Һәҙиә Дәүләтшина, Баймаҡ районының Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозына нигеҙ һалған, Ырғыҙ буйы башҡорттарын ошонда күсереп килтергән, совхоздың политбүлек начальнигы, башҡорт яҙыусыһы, партия һәм дәүләт эшмәкәре Ғөбәй Дәүләтшин, хәҙерге башҡорт әҙәби теленә нигеҙ һалған Ғәббәс Дәүләтшин ҙур роль уйнаған. Шулай уҡ Белорет ҡалаһына килеп урынлашыуҙа Тамъян-Нуғай кантонының Аҙнай ауылында тыуып үҫкән юғары белемле Фатима Нуретдин ҡыҙы Ғәниева ҙур ярҙам күрһәткән.
Белоретта Ф.Н. Ғәниева, бәләкәй генә фатирҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, Фатима Хәмит ҡыҙын да, “Йылайыр” совхозында ҡалған әсәһе Ғәзизә апайҙы ла ике балаһы менән үҙҙәре янына күсертеп килтергән.
Фатима Ғәниева 1935 йылда Баймаҡ районының 2-се Этҡол мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән. Ошо осорҙа ул СССР-ҙың беренсе саҡырылыш Юғары Советына депутат булып һайланған. Һуғыш йылдарындағы эшмәкәрлеген әле лә оло кешеләр яҡшы яҡтан иҫләй. Ярҙамсыл, күренекле шәхестәрҙең Фатима Хәмит ҡыҙына иғтибарлы һәм ихтирамлы булыуы уның үҙендә лә шул сифаттарҙы тыуҙырғандыр.
Һәр кемдең ғүмер юлында яҡшы кешеләр осрай, ҡайһылары, “яҡшы һүҙ — йән аҙығы” тигәндәй, яғымлы һүҙҙәре менән, икенселәре үҙҙәренең өлгөлө эштәре менән һине арбай. Ошондай осраҡлы ғына осрашыуҙан үҙеңә ҙур ҡыуаныс, ләззәт табаһың.
Ниндәй генә яуаплы вазифала эшләһә лә, үҙ халҡына тоғро хеҙмәт итеү теләге уны бер ваҡытта ла ташламаны. 1955 – 1971 йылдарҙа Фатима апай Башҡорт АССР-ының Мәғариф министрлығын етәкләгән осорҙа ла үҙ алдына алған бурыстарҙы төрлө ҡаршылыҡтарға ҡарамай ныҡышмалы рәүештә үтәне. Зирәк аҡылы, шул уҡ ваҡытта кешеләргә ҡарата ябай мөнәсәбәте, иғтибарлы булыуы арҡаһында абруй ҡаҙанды. Уның һүҙен ябай мәғариф хеҙмәткәрҙәре генә түгел, юғарыла ултырған түрәләр ҙә тыңланы, Ырғыҙ буйы ҡыҙы үҙ һүҙенән һис ҡайтманы, үҙ халҡының тоғро шәхесе булды.
Азамат ТАЖЕТДИНОВ,
Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы,
Башҡортостандың атҡаҙанған
мәҙәниәт хеҙмәткәре.

(Аҙағы бар).



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тирә-йүнгә яратып баҡ

Тирә-йүнгә яратып баҡ 17.10.2018 // Йәмғиәт

Бөрйән ҡыҙы һәр көнөн хәйерле эштәргә арнарға тырыша. Һоҡланырлыҡ йәштәребеҙ бар: улар төплө белем...

Тотош уҡырға 47

Ғәйеплемен тимә, башың түбән эймә

Ғәйеплемен тимә, башың түбән эймә 17.10.2018 // Йәмғиәт

Һәр кемгә үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла ғәйеп тойғоһон кисерергә тура килгәне барҙыр. Әммә...

Тотош уҡырға 34

Әсә йөрәге

Әсә йөрәге 17.10.2018 // Йәмғиәт

Ҡустыбыҙҙы бәлә-ҡазанан ҡотҡарҙы ул. Был хәл ҡустыларымдың өлкәненә 14 йәш тулған йылда булды......

Тотош уҡырға 53

Белем бирә, бейетә, самолеттан һикерә...

Белем бирә, бейетә, самолеттан һикерә... 17.10.2018 // Йәмғиәт

Тормошта үҙгәрештәрҙән ҡурҡырға кәрәкмәй. Хәҙерге йәштәрҙең өлгөрлөгөнә генә түгел, төрлө өлкәне...

Тотош уҡырға 28

“Ашығыҙ тәмле булһын!”

“Ашығыҙ тәмле булһын!” 17.10.2018 // Йәмғиәт

Официант булыу еңелме? …Клиент янына килдең, иҫәнләштең, нимә кәрәклеген һорап, ашын килтерҙең дә...

Тотош уҡырға 39

“Күңелемдең тыныслығын тоям”

“Күңелемдең тыныслығын тоям” 17.10.2018 // Йәмғиәт

Заһретдиновтар дәүләт ярҙамына таяна. Шамил Заһретдиновтың Үрге Тәтешле ауылында төпләнеүенә уның...

Тотош уҡырға 33

“Башҡортостан 24” телеканалы тәҡдим итә

“Башҡортостан 24” телеканалы тәҡдим итә 16.10.2018 // Йәмғиәт

Тәүлек әйләнәһенә эшләгән “Башҡортостан 24” телеканалы тамашасылар өсөн өр-яңы 10 тапшырыу әҙерләне....

Тотош уҡырға 38

Ғаилә бәхете – ил бәхете

Ғаилә бәхете – ил бәхете 16.10.2018 // Йәмғиәт

Һәр кемдең үҙ маҡсаты, шөғөлө, эше бар. Әсәйем Рима һәм атайым Мирхәт Сәғитовтар икеһе лә...

Тотош уҡырға 47

Һәләтенә иҫең китерлек

Һәләтенә иҫең китерлек 16.10.2018 // Йәмғиәт

Башта ошо фотоға ҡарағыҙ әле. Учалы районының Ҡобағош ауылында йәшәгән Рәшиҙә апай Зыкрина...

Тотош уҡырға 73

Килгәндәр кире китмәй

Килгәндәр кире китмәй 16.10.2018 // Йәмғиәт

Оло юлдың, Иҫәнғол һәм Троицк баҙарҙарының яҡынлығы, ерҙәрҙең уңдырышлылығы һәм ул ваҡытта мул...

Тотош уҡырға 38

Ағасҡа йән өрә

Ағасҡа йән өрә 16.10.2018 // Йәмғиәт

Күңел йылыһы һалынған әйберҙәр күҙ яуын ала. Өфө оҫтабикәһе Ирина Коробейникованың ҡулдарында ағас...

Тотош уҡырға 39

Ауыл йәме

Ауыл йәме 16.10.2018 // Йәмғиәт

Хәйбулла уңғандарының баҡсаһы гөл-сәскәгә күмелә. Уларҙың ихатаһына ингәндән алып үҙеңде гөлдәр...

Тотош уҡырға 95