Бала саҡ иленә сәйәхәт

31-05-2014, 05:00 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Бала саҡ иленә сәйәхәт
Балалар донъяны нисек танып белә икән? Быны аңлар өсөн улар төшөргән һүрәттәргә бер бағыу ҙа етә. Өфөнөң Архитекторҙар йортонда «Донъяны һүрәтләйем» тигән республика балалар ижады күргәҙмәһе ойошторолдо.


Бала саҡ иленә сәйәхәтБинаға килеп инеү менән бәхетле бала саҡ йылдары сағылдырылған һүрәттәр, ҡул эштәре, сувенирҙар шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Уларҙа кескәйҙәрҙең күңел байлығы, донъяға ҡарашы һынланыш таба, һәр береһенә күпме йылылыҡ, наҙ һалынған! Балаларҙың тәбиғәт хозурлығын, халыҡ йолаларын сағылдырған ижад емештәрен күреп, әкиәт иленә эләккәндәй хис итәһең үҙеңде.
Күргәҙмәлә республиканың төрлө төбәктәренән 800 ҡатнашыусының меңдән ашыу эше тәҡдим ителде. Сараны ябыу тантанаһында жюри ағзалары еңеүселәрҙе билдәләне. Шулай итеп, “Декоратив эштәр” номинацияһында – Өфө ҡалаһындағы Балалар техник ижады үҙәгенең коллектив эше, “Биҙәү-ҡулланма сәнғәте” номинацияһында – Стәрлебаш районынан Элеонора Торошенко, “Графика” номинацияһында – Федоровка районынан Александр Алексеев, “Һынлы сәнғәт” номинацияһында – Өфө ҡалаһынан Амелия Авсахова, “Ватансылыҡ өсөн” номинацияһында Салауат ҡалаһы һылыуы Аделина Маликова беренсе булды. Уларға аҡсалата премия тапшырылды.
Йәш быуында матурлыҡ тойғоһо, зауыҡ, тыуған яҡҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләгән, балаларҙы ижади эшләргә өйрәткән саралар йышыраҡ үткәрелһен ине.


Урал УРАҠСИН, Башҡортостандың Архитекторҙар союзы рәйесе:
– Республика кимәлендә бындай күргәҙмәләр ойоштороу – бик ҡыуаныслы хәл. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн мәктәптәрҙә һыҙым, рәсем дәрестәре ҡыҫҡартыла. Шулай ҙа киләһе йылда ҡатнашыусылар һаны тағы ла күберәк булыр, тип ышанғы килә.
Фото: Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ.