Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кем шәберәк һауа?
Кем шәберәк һауа?
Иртәнге ысыҡты ярып, ҡоштарҙың бер-береһен уҙҙырып һайраған тауышына ҡолаҡ һала-һала һыйыр һауырға барғанда, Миңзәлә Ғәлләм ҡыҙы үҙенең тап ошо илаһилыҡты күреү бәхетен кисереүенә шатланһа, икенсе яҡтан тәрән уйҙарға ла сума. “Һауымды арттырыуҙа әле күпереп баш ҡалҡытҡан үләндең шифаһы күп, ана, хуш еҫле сәскәләрҙең дә иң татлы һутҡа тулышҡан мәле. Ямғырҙың булмауы ғына үләнде ҡатырмаһа инде”.



Кем шәберәк һауа?Бына инде 34 йылдан ашыу иртәнге әтәс ҡысҡырыуынан башлап, киске ҡояш байыуға тиклем шулай уҙа Әбйәлилдең иң уңған һауынсыһы Миңзәлә Дауытованың һәр көнө. 2004 һәм 2008 йылдарҙа район буйынса иң яҡшы һауынсылар конкурсында беренселекте яулаһа, 2008 йылда – Әлшәй, 2010 йылда Стәрлетамаҡ районында үткән республика бәйгеһендә ҡатнашты. Был юлы ла өлкән йәштәге һауынсылар араһында ул беренселекте алды.
Малды йәйләүгә күсереү менән йыл һайын район хужалыҡтарында иң яҡшы һауынсылар һәм малдарҙы яһалма ҡасырыусы белгестәр араһында бәйге ойошторола. Был юлы ярыш “Аграрий” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Ҡырҙас йәйге лагерында үтте. Конкурста ҡатнашыу өсөн 14 һауынсы һәм дүрт техник-осеменатор килгәйне. Тәүҙә теория буйынса һынау тотһалар, артабан һөт һауыу ҡорамалын тиҙ арала һүтеп, кире йыйҙылар, һәүкәштәрҙе һауынға әҙерләп, һауып, баһалама ағзаларына тапшырҙылар.
Кем шәберәк һауа?Малдарҙы яһалма ҡасырыу – бөгөн заман талабы. Хужалыҡта был эш яҡшы ойошторолған икән, мал һанының кәмеүенә юл ҡуйылмаясаҡ. Шуға күрә районда техник-осеменаторҙарҙың ярышына етди иғтибар бирелә. Быйыл, ҡатнашыусыларҙың аҙ булыуына ҡарамаҫтан, талаптар шул килеш ҡалды, абруйлы жюри алдында һәр береһе һынау тотто, махсус бүлектә тәжрибә эшләп күрһәтелде. Беренсе урынға “Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативынан Илгиз Йомағужин лайыҡ булһа, икенсе урында — Рәйсә Шәмсетдинова, өсөнсөлә — Гүзәл Һибәтуллина.
Һауынсылар өс төркөмгә бүлеп баһаланды. Оло йәштәге һауынсылар араһында еңеүсе булып Миңзәлә Дауытова билдәләнде, урта йәштәгеләр араһында Гүзәлиә Ғибәҙәтоваға тиңләшеүсе табылманы. Ир-егеттәр араһында иң шәбе булып Илгиз Көҫәпҡолов танылды. Еңеүселәрҙең барыһына ла бүләктәр, диплом һәм маҡтаулы таҫма тапшырылды.
Был көндә ябай һөнәр эйәләренә ҡарап, йәнә бер ҡат уларҙың эше бик еңелдән булмауына инандыҡ. Ҡармы, буранмы, ямғырмы, томра эҫеме — улар һәр саҡ яратҡан эшенә ашыға, үҙҙәренең ябайлығы, баҫалҡылығы менән хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәтә.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Журналистар музейға юллана

Журналистар музейға юллана 22.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил...

Тотош уҡырға 39

Ғорурлығым – Рәсәй!

Ғорурлығым – Рәсәй! 22.09.2018 // Йәмғиәт

“Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара методик үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы...

Тотош уҡырға 31

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 40

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 54

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 47

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 38

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 51

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 48

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 43

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 43

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы?

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы? 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй халҡының дүрттән өс өлөшө мәктәптә дәрестәр барғанда смартфон һәм башҡа гаджеттар ҡулланыуҙы...

Тотош уҡырға 60

Бала мәнфәғәтендә

Бала мәнфәғәтендә 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә юғалған балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнгән активистарға ярҙам иткән түләүһеҙ смартфон...

Тотош уҡырға 47