Роуминг бөтөргә тейеш

20-06-2014, 00:17 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Рәсәйҙә, Ҡаҙағстанда һәм Белоруссияла роумингты бөтөрөү – Евразия иҡтисади комиссияһы өсөн сик аша йөк ташыу баҙарын көйләү буйынса иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе. ЕИК-тың конкуренция һәм монополияға ҡаршы көйләү коллегияһы ағзаһы (министр) Нурлан Алдабергенов Өфөлә үткән “түңәрәк өҫтәл” ултырышында ошо хаҡта һөйләне.


– Европала был мәсьәлә бик уңышлы хәл ителә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 2015 йылға ҡәҙәр Евросоюзда роумингты бөтөрөү хаҡында һүҙ алып баралар, – тине ул.
Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, бөгөн Таможня союзы биләмәһендә телефондан һөйләшкән өсөн роуминг хаҡы халыҡ-ара һөйлә­шеүҙәрҙекенән 20 – 30 тапҡырға артып китә. Бөгөн уның хаҡын төшөрөү һәм әкренләп бөтөрөү хаҡында һүҙ алып барыла.
Тимер юл буйлап пассажирҙар йөрөтөү, күмәртәләп нефть һәм нефть продукттары, еңел автомобилдәр һәм запчастар, дарыу ташыу йәһәтенән дә өҫтәмә хаҡты кәметеү – Евразия комиссияһының иғтибар үҙәгендә. Был мәсьәләне хәл иткәндә, мәҫәлән, автозапчастарҙың 60 – 80, спорт тауарҙарының – 45, парфюмерияның – 60, фотоаппарат һәм башҡа тауарҙарҙың 20 – 40-тан алып 50 процентҡа ҡәҙәр арзанайыуы ихтимал.
Сарала республика Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Рөстәм Зәки улы ҡунаҡтарға республиканың иҡтисади ҡеүәте, бында йөҙҙән ашыу милләт халҡының дуҫ һәм татыу йәшәүе хаҡында һөйләне.
– Был конференцияның ошо йүнәлештә эшләгәндәр өсөн үтә мөһим ваҡиға булыуына ышанам, – тине ул.

Автор: И. ХАҠОВ.