Республикала – яңы кинокомпания

20-06-2014, 00:35 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
25 июндә “Родина” кинотеатрында Булат Йосоповтың Кино мәктәбен тамамлаусылар үҙҙәренең ижад емештәре менән таныштырасаҡ. Улар – 26-сы сығарылыш уҡыусылары. Быйыл 1 июлдә Мәктәп үҙенең биш йыллығын билдәләй.


Программала алты ҡыҫҡа метраж­лы фильм күрһәтеү ҡаралған. Уларҙы кино сәнғәтенә яңы аяҡ баҫҡан һәм тәжрибәле уҡыусылар төшөргән. Тәҡдим ителгән ижади эштәр ара­һында Радмир Әхмәровтың “Икмәк бешереүсе – урам һепереүсе” сюр­реа­лизм фильмы, Марат Лотф­рах­мановтың “Барыһын да хәтергә тө­шөрөү” пародия комедияһы, Руслан Роничтың “Хыянат” социаль коме­дияһы, Георгий Ивановтың “Тормош кино кеүек” йәштәр драмаһы, Вадим Вәлиуллиндың “Тырнаҡ” триллеры, Илназ Мостафиндың башҡорт телен­дәге “Тәгәрмәс” социаль драмаһы бар. Уларҙың барыһы ла йәш режис­серҙарҙың үҙ аҡсаһына төшөрөлгән.
Артабан фойела “Йәнле таҫма” тип аталған яңы кинокомпанияның исем туйы үтәсәк. Тамашасыларға кино төшөрөү өсөн тәғәйенләнгән за­манса ҡорамалдарҙы, был шөғөлдөң яңы мөмкинлектәрен күрһәтеү, шулай уҡ уларҙы компания партнерҙары менән таныштырыу ҡарала.
– Әлегә беҙҙең кинокомпания респуб­лика халҡына “Визит” фильмын күрһәтеү менән мәшғүл. Киләсәктә ҡиммәт булмаған тулы метражлы таҫмалар төшөрөргә уйлайбыҙ. Яңы фильм һәм сериалдарҙың проекттары беҙҙә бар, – тип һөйләне кино­режиссер Булат Йосопов.