Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ярҙам”дың файҙаһы ҙур
“Ярҙам”дың файҙаһы ҙур Студент-ирекмәндәр ҡәберҙәрҙе тәртиптә тота

…Бер көн телевизорҙан илһөйәрлек хаҡында ҡыҙыу бәхәс бара. Шул тапшырыуҙа сығыш яһаған олпат ҡына әфәнде:
– Хәҙер йәштәр Тыуған ил, тарих төшөнсәләренең бөтөнләй ҡәҙерен белмәй, – тип күңелгә хафа орлоғо һалырға самалай. Шул саҡ студияла булһам: “Ағай, Стәрлетамаҡҡа кил, беҙҙең йәштәрҙе күрһәң, хатаңды шунда уҡ танырһың!” – тиер инем.


Ысынлап та, бер эшкинмәгән һыйыр бөтә көтөүҙе бысрата тигән­дәй, ҡайһы бер етешһеҙлектәре арҡа­һында йәштәрҙе бер ҡалыпҡа һалыр­ға күнегелгән (ә хәҙерге белем һәм тәрбиә системаһын алһаң, кемде кем ғәйепләргә тейеш икән әле?). Шулай ҙа, уйлап ҡараһаҡ, Тыуған ил, ғәзиз ер тип янып йәшәгән йәштәр бар ул! Һәр хәлдә, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ошо ыңғай күренеш менән ғорурлана ала. Был йәш быуындың изге эштә­рендә сағыла. Ололарға, әлеге көндә иҫән булған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ярҙам итеү, мәрхүм булғандарының ҡәберҙәрен тәртиптә тотоуҙы ғына алһаҡ та, күпте һөйләргә булыр ине.
Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы студенттары әлеге эштәрҙе изге бер йолаға әйлән­дергән. Бында теүәл ун йыл эшләп килгән “Ярҙам” исемле ирек­мәндәр отряды ауыр хәлдәге ветеран­дарға ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер. Әйтергә кәрәк, ҡайһы берәүҙәр һымаҡ, улар исем өсөн 9 Май алдынан ғына башҡармайҙар был эште. Күптән түгел уларҙы ҡала зыяратында тап иттем.
Егермеләгән студент ҡаланың йәштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының ҡарауһыҙ ҡалған ҡәберлектәрен таҙартып, буяп йөрөй ине.
– Ҡәберлектәрҙе өсөнсө йыл рәт­тән таҙартабыҙ. Үҙебеҙгә беркетелгән ветерандар ҙа бар ине, мәрхүм булдылар. Уларҙың да һуңғы төйәген тәртиптә тотоу – беҙҙең өҫтә, – тип ҡаршы алды хәбәрсене колледж директорының тәрбиә эштәре һәм маркетинг буйынса урынбаҫары Евгений Моратшин.
Һәр ваҡ-төйәккә иғтибарын йәл­ләмәй башҡара эштәрен студенттар: йондоҙсоҡтарҙы матур итеп буяй, ҡороған ботаҡ-япраҡтарҙы ҡәбер өҫтө­нән алып ташлай. Буяу тигәндән, аҡсаға әйләндергәндә, хәҙер уныһы ла осһоҙ тормай бит. Ҡайҙан алалар икән? Уйымды уҡығандай:
– Әлдә бағыусылар бар. Юҡһа, буяу материалын табыуы еңелдән булмаҫ ине. Ни тиһәң дә, һәр эштең башы аҡсаға барып төртөлә шул. Бөгөн, мәҫәлән, матди яҡтан “Глобус-трэвел плюс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙам итте. Кемдең күңе­лендә ветерандарыбыҙға хөрмәт бар – һәммәһе лә үҙ өлөшөн индерергә тырыша, – ти ҡала хакимиәтенең йәштәр бүлеге белгесе Людмила Мальцева. Килешмәй сара юҡ.
Ирекмәндәрҙе күҙәткән арала шуға иғтибар итәм: эш башҡарып ҡына ҡалмай, ваҡыты-ваҡыты менән йәш­тәр ҡәберлектәрҙәге яҙыуҙарға, йон­доҙҙарға оҙаҡ ҡына ҡарап ала. Әй­­тер­һең дә, ҡыҙҙар-егеттәр шул яҙыуҙар аша батырҙарҙың ҡаһар­манлығына күҙ һала, дәһшәтле йылдарға баға. Нисек кенә булмаһын, шул саҡ күңелдә ғорурлыҡ тойғоһо тыуа, баштан “бындай йәштәр барҙа тарих онотолмаҫ” һымағыраҡ уйҙар үтә. Изге бурысынан айырмаҫҡа тырышып, бер-ике студенттан уй-фекер­ҙәрен белешәм.
– Германия еңгән осраҡта илдә ниндәй тормош булырын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Хәйер, фашист ҡомһоҙлоғо арҡаһында, бәлки, беҙ ҙә булмаҫ инек. Шуға атай-олатай­ҙар­ҙың батырлығы халҡыбыҙ өсөн мәңге изге ваҡиға булып ҡаласаҡ. Ә беҙ был тарихты оноторға тейеш түгел һәм онотмайбыҙ ҙа, – тине III курс студенты Наил Фәтҡуллин. Һүҙгә Рөстәм Исмаҡов ҡушылды:
–- Уйлап ҡараһаң, һәр беребеҙҙең атай-олатай, ҡартатайы һуғышта ҡат­нашҡан бит. Мәҫәлән, үҙемдең ҡарт олатайым яу яланында ятып ҡалған. Ҡәҙерле кешем фашист самоле­ты­ның бомбаһы шартлауынан мәрхүм булған. Нисек итеп яу яланында ба­шын һалған олатайыңды, Еңеү өсөн баш күтәрмәй эшләгән тыл батыры – өләсәйеңде оноторға була? Һәммәһе лә хәтер һандығында һаҡланырға тейеш.
Бындай егеттәр үҙҙәре лә ил терәге булыр. Ошо илһөйәрлек түгелме ни?!
ГлавАренда - снять квартиру.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ





Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте

Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте 24.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте....

Тотош уҡырға 21

Хәтер — мәңгелек

Хәтер — мәңгелек 24.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим тыуған көндө республика Башлығы Рөстәм Хәмитов уның...

Тотош уҡырға 13

Журналистар музейға юллана

Журналистар музейға юллана 22.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил...

Тотош уҡырға 47

Ғорурлығым – Рәсәй!

Ғорурлығым – Рәсәй! 22.09.2018 // Йәмғиәт

“Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара методик үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы...

Тотош уҡырға 40

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 50

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 61

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 54

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 42

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 55

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 51

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 46

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 49