Яңғыратты яңауылдар Беүә буйын

2-07-2014, 06:00 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Яңғыратты яңауылдар Беүә буйын
Тәүге тапҡыр мәшһүр Мостай Кәрим тарафынан Башҡортостандың “төньяҡ ҡапҡаһы” тип нарыҡланған Яңауылда дәртләнеп эшләй ҙә, күңелле ял итә лә беләләр. Республиканың йәш ҡалаларының береһе, нәҡ Йәштәр көнөндә үҙенең 23 йыллығын билдәләп, быны тағы ла бер тапҡыр раҫланы. “Хыялдар ысынға әйләнгән ҡала” тип аталған бай сара кискә тиклем дауам итте һәм фейерверк менән тамамланды.


Рәсми тантанаға тиклем үҙәк майҙанда төрлө спорт ярыштары ойошторолдо. Исем­дәре Рәсәй генә түгел, донъя кимә­лендә билдәле йәш шашкасылар тәрбиә­ләгән тренер Ирек Хафизов ҡала ғо­рур­­­лы­ғы булған Илнара Сафина менән Диана Погосян ҡатнашлығында балалар араһында шашка турниры үткәрҙе, эргәлә генә баскетболсылар, гер һәм штанга кү­тә­реүселәр ярышты, теләгәндәр ҡул кө­рә­шен­дә көс һынашты.
Мәҙәниәт йылы айҡанлы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы иғлан иткән “Асыҡ ишектәр көнө”, үҙәк район китапхана­һының “Китап, спорт, хәрәкәт — барыбыҙ өсөн маҡсат” исем­ле, шулай уҡ китап алмашыу («Буккроссинг») акциялары һәм китап күргәҙмәһе лә күптәрҙе ҡыҙыҡ­һындырҙы.
Яңауыл халҡына һәм ҡунаҡтарға ҡот­лау һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итеп, район хакимиә­те башлығы Илшат Вәзиғәтов, ҡалала етеш­терел­гән тауар һәм күрһә­тел­гән хеҙмәт күләме былтырғы менән сағыштырғанда 121,7 процент тәшкил итте, тип айырып әйтеп үтте. Төҙөлөш эштәре әүҙем бара.
Яңауыл “Башҡортостандың иң төҙөк ҡала­һы” республика конкурстарында күп­тән алдын­ғылыҡты бирмәй, ә былтыр, ошондай бәйгенең бөтә ил кимәлендә үткәрелгәнендә ҡатнашып, Рәсәй Төбәк үҫеше министр­лығының маҡтаулы дипломына лайыҡ булды. Халыҡтың, тәү сиратта йәштәрҙең тормош-көнкүреш шарт­­­тарын яҡшыртыуға ла даими иғти­бар бирелә. Әле ғәмәлдә булған программалар нигеҙендә 37 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.
Байрам көнөндә йәштәргә мөрәжәғәт итеп, Илшат Әғзәм улы уларҙы тырышып эшләү менән бер рәттән ныҡлы ғаилә ҡорорға, өй тултырып балалар үҫтерергә саҡырҙы. “Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа һеҙгә бар яҡлап ярҙам итеп, кәрәкле шарттар булдырасаҡбыҙ”, — тине ул.
Етәксенең был һүҙҙәрен раҫлап, тантана барышында ун дүрт йәше тулған бер төркөм үҫмер егет һәм ҡыҙға Рәсәй паспорттары, шул көндә яҙмыштарын ғүмер­леккә бәйләгән йәш парҙар – Сулпан менән Радик Саҙ­рет­ди­нов­тар, Эльза ме­нән Вадим Туҡта­мы­шевтар, Анастасия менән Николай Ла­за­ревтарға “Мендельсон маршы” аҫтында никахлашыу тура­һын­­да таныҡлыҡ тапшырылды.
Йәштәр беҙҙең өмөтлө киләсәк булһа, кисә­ге һәм бөгөнгө ҡаҙаныштарыбыҙ оло быуын вәкилдәренең, хөрмәтле ветеран­дар­ҙың хеҙ­мә­тенә бәйле. Яңауылдың үҫешенә лайыҡлы өлөш индергән, уны бар яҡлап республика һәм ил кимәлендә танытҡан маҡтаулы граждандар исемле­генә әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге урта­һын­да ҡайна­ған Зинфир Минязев та өҫтәл­де. Район­дың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесенең яурынына шулай уҡ “Яңауыл райо­нының почетлы гражданы” тигән яҙыулы таҫма ла тағыл­ды.
Бергә йәшәүҙәренә ярты быуат тулыу­ҙы билдәләгән ғаиләләр – Әлбирә менән Фәнәүи Сәләховтар, Нәфисә менән Хәбир Тарисовтар, Рима менән Рәүил Хәсәнов­тар халыҡ алдына саҡырылып тәбрик­ләнде, уларға бүләктәр тапшырылды.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йома­бикә Ильясова үҙенең тәрән хисле сығы­шында яңауылдарҙы байрам менән ихлас ҡот­лап, уларға яңынан-яңы уңыштар теләне. Мәр­тәбәле ҡунаҡ ҡулынан район хакимиәте башлығының иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урын­баҫары Лариса Сәфәрғәлиева Башҡортостан Республикаһының Почет гра­мотаһын алды.
“Иң яҡшы күп ҡатлы йорт-2013” республика конкурсында ҡаланың ете йорто еңеүсе тип бил­дәләнде. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ми­нистр­­лығының дипломдары һәм 100-әр мең һум аҡ­са­лата премия ошо йорттар советы рәйес­тәренә тапшырылды.
Йыл барышында хеҙмәттә, уҡыуҙа һәм спорт­та юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеп, район хакимиә­тенең Рәхмәт хаттарына лайыҡ булған бер төр­көм алдынғыларҙы йыйылғандар көслө алҡыш­тарға күмде.
Байрам йыр-моң һәм бейеүһеҙ, төрлө бәйге­ләрҙән башҡа буламы ни?! Яңауыл­дарҙың был йәһәттән бер ҡасан да һынатҡаны юҡ. Баш­ҡортостан, күрше Татарстан һәм Удмурт республикалары сәнғәт оҫталарының, шул иҫәптән Ижевск ҡалаһы ҡунағы — танылған “Италмас” дәү­ләт академия бейеү һәм йыр ансамбленең сығышы сараның үҙенсәлекле биҙәге булды. Рес­пу­бликабыҙҙың атҡаҙанған артисы Наил Шәй­мәрҙәновты ла айырым бил­дәләргә кәрәк. Сығышы менән Әлшәй районы егете, ижадының юл башын — Яңауылды – бик яҡын күрә. Популяр йырсы һәм композиторҙың райондың ысын ғо­рур­лығы булған шағирә Кәү­сәриә Шафиҡова менән бик тә ғүмерле ижади дуҫлығы үҙе генә лә ни тора! Ижади дуэттың тағы ла бер матур емеше – “Яңауыл — ул беҙҙең Яңауыл” йыры автор башҡа­ры­уында байрам сәхнәһенән тәүгә яңғыраны.