Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙҙәре өсөн генә йәшәмәнеләр
Үҙҙәре өсөн генә йәшәмәнеләр
Маһинур менән Рауил Үтәбаевтар Башҡортостанда күптәргә таныш. Улар бөтә ғүмерен халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен һәм мәғрифәтен үҫтереүгә арнаны. Маһинур Мөхлис ҡыҙы оло йөрәкле педагог булып танылһа, ислам дине белгесе Рауил ағай Үтәбай-Кәрими Башҡортостанда һәм унан ситтә лә абруй яулаған ғалим ине.


1931 йылда Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуған Маһинур Мөхлис ҡыҙының яҙмышы хаҡында бер-ике һүҙ менән генә әйтеп булмай. Уға бары бер йәш тулған саҡта илебеҙҙе, халҡыбыҙҙы һөргөн тарихтары тетрән­дерә. Мөхлис Үтәбаев та ошо йылға тиклем тыуған ерендә йәшәп, уҡымышлы Суфиян мулланың нәҫел ебен дауам итеп, күп балалы ғаилә башлығы булып, үҙе лә ауылдаштарына дини тәрбиә би­реүгә һәм артабан, заманса мәктәп асып, унда балалар уҡытыуға бар көсөн һала. Мөхлис Суфиян улы Беренсе донъя һуғышында батша армияһында Буг, Брест, Киев, Варшава ҡалаларында хеҙ­мәт итә. Фронттан ҡайтҡас, Темәстә Бөрйән-Түңгәүер кантоны секретары ва­зифаһында Зәки Вәлидиҙең ярҙамсы­һы була. Бына ошолай яңы тормош ҡо­роуҙа әүҙем ҡатнашҡан Мөхлис мул­ланың ғаиләһе лә, хәлле тип иҫәп­ләнгән крәҫтиәндәрҙе “халыҡ дошманы” итеүҙең яңы тулҡынына эләгеп, алты балаһы, ҡатыны, әсәһе менән бергә Себергә һөргөнгә ебәрелә.
Ул осорҙағы фажиғәле яҙмыштарҙы бында, гәзит битендә генә, яҙып бөтөрөү мөмкин түгел, әлбиттә. Былар хаҡында Маһинур Мөхлис ҡыҙы үҙенең “Тере хәтер” китабында һәм гәзит-журнал бит­тә­рендәге башҡа хәтирәләрендә бәйән итте. Мәғариф өлкәһендә әүҙем эшләү менән бер рәттән (ул һуңғы 30 йылға яҡын ғүмерендә РСФСР педагогик йәм­ғиәтенең Башҡортостан бүлеге секретары булды), 1991 йылдан алып Баш­­ҡортостандың сәйәси золом ҡор­бан­дары ассоциацияһын етәкләне, нахаҡҡа рән­йетелгәндәрҙе иҫкә алыу, уларҙың нәҫел-ырыуҙарына, балаларына ниндәй­ҙер рухи ярҙам күрһәтеү эше менән шө­ғөлләнде. Был эштәрҙе ысын күңелдән, бөтә көсөн һалып башҡарҙы ул. Аяныслы яҙмыштар хаҡында киң мәғлүмәт сараларында йыш ҡына сығыш яһаны, сөнки уның бала ғына саҡтан ун алты йәшкәсә Себер михнәттәрен кисереүе оноторлоҡ та, битараф ҡалырлыҡ та түгел. Маһинур апай олоғайған сағында, 80 йәшенән һуң да, Баймаҡ районынан һөргөнгә оҙа­тылған ғаиләләр хаҡында китап әҙерләне, уны “Китап” нәшриәтенә тапшырырға өлгөрҙө, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ба­ҫылып сыҡҡанын күрергә насип булманы. Маһинур апай нәҡ бер йыл элек ба­ҡыйлыҡҡа күсте. Әгәр насип булһа, ул китап донъя күрмәй ҡалмаҫ, тип ыша­найыҡ.
Үтәбаевтар ғаиләһен Себерҙә 1937 йыл ваҡиғалары ла урап үтмәй. Мөхлис мулланы инде быныһында Зәки Вә­ли­диҙең ярҙамсыһы булараҡ хөкөм итәләр һәм, 10 йыл срок биреп, Свердловск өлкәһенә төрмәгә оҙаталар. Ҡараусыһыҙ ҡалған (Маһинур апайҙың әсәһе, биш туғаны, өләсәһе Черемхово ҡалаһында ауыр тормош шарттарына, аслыҡҡа түҙә алмай вафат була) Маһи­нур менән апаһы Маһруйҙы балалар йортона ебәрәләр. Мөхлис мулла Свердловск төрмәһенән үҙенең отҡорлоғо һәм уҡымышлылығы арҡаһында иҫән-имен ҡотолоп, һуғыш башланыр алдынан тыуған еренә ҡайта, ғаиләһен юллап йәнә Себергә китә. Унда балалар йортонда тәрбиәләнгән ҡыҙҙарын таба, ләкин был юлы уларҙы бергә алып ҡайтырға яҙмай. Маһинурға 1947 йылда ғына тыуған районы Бай­маҡҡа ҡайтыу бәхете тейә. Оҙон юлдан яңғыҙы нисек атлауын иламай һөйләй алмай торғайны.
Үҙенең ҡыйыулығы, уңғанлығы, зиһен­лелеге арҡаһында тыуған ергә аяҡ баҫҡан үҫмер ҡыҙ ҙур тормош юлына сыға, уҡытыусы булырға хыяллана һәм, Мәскәүгә барып, Ленин исемендәге педагогия институтына уҡырға инә. Унда бик әүҙем студент була, яҡташтар менән ос­рашыуҙарға йөрөй (ул осрашыуҙар ха­ҡында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов та көндә­лектәрендә бер нисә тапҡыр иҫкә алған), студенттар ҙа, уҡытыусылар ҙа уны ярата. Мәскәүҙә ҡалырға ла тәҡдимдәр була, ләкин оло йөрәкле ҡыҙ тыуған ауылына ҡайтып, балалар уҡытыуҙы өҫтөн күрә һәм 1954—1960 йылдарҙа Баймаҡ районында уҡытыусы, завуч булып эшләй. Арта­банғы хеҙмәт юлы Өфө менән бәйле: 1960—1963 йылдарҙа – Башҡортостан уҡытыусыларының белемен камиллаштырыу институтында методист, кабинет мөдире, 1963—1968 йылдарҙа – Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлегендә методика кабинеты мөдире, 1968—1970 йылдарҙа Мәғариф йорто директоры булып эшләй. Ә артабанғы хеҙмәт юлы хаҡында юғарыла әйтеп киткәйнек инде.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та Маһинур Мөх­лис ҡыҙының тынғыһыҙ көндәре дауам итә. Ул Башҡортостандан һөргөнгә ебә­рел­гән яҡташтарының яҙмышын, исем­дәрен тергеҙеү менән шөғөлләнә. Үҙе белгән, кисергән тарихтың эҙһеҙ юғал­мауы өсөн көрәшә. Был өлкәлә байтаҡ уңышҡа өлгәшә, 2008 йылда балалыҡ йылдары үткән Черемхово ҡалаһына барып, сәйәси золом ҡорбандары балалары, бергә үҫкән тиңдәштәре менән осрашып, күптәрҙең яҙмышын белеп, улар тураһында фильм төшөртә. Был фильм телевидение аша бер нисә тапҡыр күр­һәтелде. Себерҙең Черемхово, Ачинск, Иркутск ҡалаларында үҙе кеүек әүҙем йәмәғәтселәр менән осрашып, сәйәси золом ҡорбандары исемлеге ҡуйылған таш һәйкәлдәрҙе фотоға, фильмға тө­шөрөп алып ҡайта.
Маһинур Мөхлис ҡыҙының тырыш хеҙмәте үҙе эшләгән коллективтар, Хөкү­мәтебеҙ тарафынан юғары баһа­ланды. Ул Рәсәй Сәйәси золом ҡорбандары ассоциацияһының почетлы ағза­һы итеп һайланған, Башҡорт­остандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, шулай уҡ В. Сухомлинский, “Хеҙмәт ветераны” ми­ҙалдары, төрлө юбилей билдәләре, Башҡортостан Мә­ғариф министр­лығының, бүтән ведом­стволарҙың бик күп маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.
Маһинур менән Рауил Үтәбаевтар бик рухлы балалар үҫтерҙе. Зөһрә менән Салауат әсәләренең әле телгә алынған бөтә эштәрендә беренсе ярҙамсылары булды, әле лә уларҙың тамамланмай ҡалған ҡайһы берҙәрен дауам итәләр. Былтыр Баймаҡ районының Буранбай ауылында олаталары Мөхлис мулла исемен йө­рөткән мәсеткә барып, ата-әсәләренең, туған-тыумасаларының рухына Ҡөрьән уҡытып, ауыл халҡына оло рәхмәттәрен еткереп ҡайттылар.
Шулай, Маһинур Мөхлис ҡыҙының һәм уның тормош иптәше Рауил ағайҙың рухи мираҫы онотолмаҫ, һәр ваҡыт халҡыбыҙ хәтерендә ҡалыр. Улар үҙҙәре өсөн генә йәшәгәндәрҙән түгел, ә бөтә йөрәк йылыһын халҡына өләшкән шәхестәрҙән ине.

Замандаштары
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйсә ТИМЕРҒӘЛИНА,
Сәнә САБИРЙӘНОВА.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 19

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 65

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 66

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 77

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 44

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 54

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 76

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 50

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 73

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 105