Ҡустым менән ғорурланам

30-07-2014, 05:10 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Ҡустым менән ғорурланам
Беҙҙең халыҡҡа тартыныу, тыйнаҡлыҡ хас, шуғалыр ҙа күптәр ата-әсәһен, туғандарын бигүк маҡтап бармай, бигерәк тә матбуғат аша. Бына мин дә: “Нишләп ҡустың хаҡында яҙмайһың, ул бит Баймаҡта иң шәп журналистарҙың береһе”, – тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетһәм дә, урынһыҙ булмаҫмы икән, тип оҙаҡ икеләнеп йөрөнөм. Тик шулай ҙа 60 йәшлек юбилейын билдәләгән бер туған ҡустым Хәйризаман Зиннәт улы Үтәев тураһында яҙмаҡсы булдым, сөнки уның яҡын туған булыуынан бигерәк, иң элек оҫта журналист, һөйөклө ир, атай, ҡартатай, изге күңелле, ярҙамсыл кеше тип беләм.



Хәйризаман, ата-әсәһе мәрхүм бул­ғас, үкһеҙ етем ҡала һәм өлкән ағаһы Рәфҡәт, еңгәһе Ҡәмәриә ҡара­мағында тәрбиәләнә. Тыуған ауылы Матрайҙа (Йылайыр районы) баш­ланғыс мәктәпте тамамлағас, Өфөнөң 1-се мәктәп-интернатына ебәрелә. Артабан Башҡорт дәүләт педагогия институтында математик профессияһына эйә була. Йәш уҡытыусы тәүге хеҙмәт йылдарын Йылайыр һәм Баймаҡ райондары мәк­тәптәрендә үткәрә.
Элегерәк Башҡортостанда журналистика һөнәренә уҡытманылар, һәм редакция штатын күп осраҡта гуманитар фән уҡытыусылары тулыландырҙы. Район гәзиттәренә ауыл хужалығы белгестәре лә йәлеп ителде. Ә бына физмат бөткән Хәйризамандың журналист булып китеүе – осраҡлы ғына хәл. Әммә был бәхетле осраҡлыҡ булды. Хәйризаманға Баймаҡта һөнәре буйынса эш булмағас, ҡатыны Зәлифә уны ваҡытлыса булһа ла редакцияла эшләп тор, тип үҙенә ярҙамсы итеп саҡыра. Ҡустым “Октябрь байрағы” гәзитенең ауыл хужалығы бүлегендә хәбәрсе йөгөн тартты. Яңы һөнәре ғүмерлеккә булды – бына 35 йылдан ашыу гәзит эшендә үҙенә генә хас фиҙакәрлек менән яуаплы бурысын үтәүҙе дауам итә.
Эйе, математик оҫта журналист, ысын профессионал булып танылды. Быға ул үҙенең ныҡышмаллығы, яуап­лылығы, уҡымышлылығы, ҡыҙыҡһы­ныу­санлығы, һәр эшен урын-еренә ет­ке­реүе менән өлгәште. Ауыл хужа­лығы тематикаһын тулыһынса үҙләш­тереп кенә ҡалманы, сәнәғәт һәм партия тормошо бүлегендә лә уңышлы эшләне, хаттар бүлеге мөдире булараҡ та ҙур абруй ҡаҙанды. Ғөмүмән, ул район гәзитенең бөтә тематикаһын да тәрән белеп, тейешле кимәлдә яҡтыртты. Баҫманың йөкмәткеһен байытыу, уны ҡыҙыҡлыраҡ итеү һәм уҡыусылар һанын арттырыу өсөн төрлө конкурстар ойошторҙо, шахмат-шашка мәсьәлә­ләре, кроссвордтар баҫтырҙы, әҙәбиәт, шәмбе биттәрен сығарҙы. Хәбәрселәр менән даими бәйләнештә булды, уларға һәр саҡ ярҙам итте.
2000 йылдан Баймаҡта тәржемә ителгән гәзит урынына саф башҡортса “Һаҡмар” сыға башланы. Яңы гәзиткә нигеҙ һалыусыларҙың, уның абруйын күтәреү һәм тиражын арттырыу өсөн күп ижади көс түккән журналистарҙың береһе яуаплы секретарь Хәйризаман Үтәев була. Баҫманың йөкмәткеһе, художество биҙәлеше, тематик йүнәлеше тап уның эшенә тығыҙ бәйләнгәйне. Элек ике телдә сыҡҡан күп гәзиттәрҙә мәҡәләләр урыҫса яҙылды һәм һуңынан тәржемә ителде. Үтәевкә лә урыҫса яҙыуҙан башҡортсаға күсергә кәрәк булды, һәм ул милли телде камил белеү өсөн бөтә тырышлығын һалды. Был йәһәттән яңы гәзиттең йәш журналистарына матур өлгө күрһәтте. Бер арауыҡ мөхәррир вазифаһын баш­ҡарғанда тел мәсьәләһенә бигерәк тә ҙур иғтибар бирҙе.
2005 йылдан журналист “Баймакский вестник” гәзитенең мөхәррир урын­баҫары, был вазифа ҡыҫҡартылғас, яуаплы секретарь эшен башҡара. Гәзит эшенең бөтә баҫҡыстарын да үткән ҙур тәжрибәле журналист – йәш коллега­ларының абруйлы остазы, һәр кеменә ышаныслы терәк-таяныс, изге ярҙамсы. Әйткәндәй, “Һаҡмар” хеҙмәт­кәрҙәре менән дә тығыҙ бәйләнештә, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер ул.
Әйткән һүҙен елгә ташламаған, дуҫ­лыҡҡа тоғро булған, ауырлыҡтың үл­сәмен, шөһрәттең самаһын белгән ир уҙаманы бөгөн – абруйлы матбуғат ветераны. Хәйризаман Үтәев журналис­тарҙың Сәғит Мифтахов исемен­дәге ра­йон премияһы лауреаты, Журналис­тар союзының, Баймаҡ район-ҡала хакимиәтенең Почет грамоталары менән бүләкләнде. Күптән түгел уға республика башлығы Указы менән “Баш­ҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” исеме бирелде. Редакцияла абруйлы жур­налистың үтә лә тыныс холоҡло, изге күңелле, ярҙамсыл, иптәштәренә ихтирамлы, иғтибарлы булыуын билдә­ләйҙәр, шуға ла уны хөрмәт итәләр. Тиккә генә заманында комсомол, профсоюз, журналистар ойошмаларын етәкләмәгәндер. Әле иһә – “Һаҡмар” редакция-нәшриәт комплексының аттестация комиссияһы рәйесе, райондың шахмат-шашка федерацияһы ағзаһы.
Шундай фекер бар: һәләтле уҡыусы ҡасан да булһа уҡытыусыһын үтергә, юғарыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшергә тейеш. Был — уҡыусы өсөн генә түгел, уҡытыусыға ла һөйөнөс: ҡустым мине журналистикала ғына түгел, тор­моштоң башҡа өлкәһендә лә уҙып китте. Бер генә миҫал. Ҡасандыр минән шашка, шахмат уйнарға өйрәнде, ә хәҙер килеп, был ике спорт төрөнән дә күп тапҡыр район чемпионы булды, төбәк, республика ярыштарында ла призлы урындар яулай.
Ҡустым тураһындағы фекерҙәремде уның уҡыусыларының береһе, хеҙ­мәттәше – “Һаҡмар” гәзитенең мөхәр­рир урынбаҫары Гүзәл Иҫәнгилдина ҡеүәтләй:
— Хәйризаман Зиннәт улына (ә беҙ уны яратып һәм хөрмәтләп “Риза ағай” тип кенә йөрөтәбеҙ) “Һаҡмар” гәзитенә яңы тупланған йәш журналистар менән эшләүе еңелдән булмағандыр. Шулай ҙа ул сабыр, үҙенә генә хас кешелеклелек һәм кеселеклелек менән беҙҙе эшкә өйрәтте. Башҡалар нисектер, ә минең өсөн Риза ағайҙың мәҡәләне уҡып: “Был яҙманың мәғәнәһе, маҡсаты нимәлә?” – тип һорауы иң ауыр яза була торғайны. Был яуаплы секретарҙың һине әрләмәй, ауыр һүҙ әйтмәй генә, мәҡәләңдең “бешеп етмәүен” белдереүе ине. Ғөмүмән, Хәйризаман Зиннәт улының тауыш күтәргәнен түгел, ә ауыр һүҙ әйткәнен дә ишеткәнем булманы. Кәрәк саҡта кәңәшен бирергә, йыуатырға әҙер булған ағайыбыҙ үҙенең “Һаҡмар”ҙағы эшен яратып, ысын күңелдән баш­ҡарҙы. Уның “Зиһенеңде эшкә ҡуш” рубрикаһы аҫтында сыҡҡан “Шәмбе мөйөшө”н баймаҡтар түҙемһеҙлек менән көтөп алыр ине.
Ағайыбыҙ “Журналист һәр нәмәлә шикләнергә, һәр мәғлүмәтте ентекләп тикшерергә тейеш” тигән талап ҡуйҙы беҙгә. “Һаҡмар” гәзитенең мөхәррире булғанда ла, баҫмабыҙҙы артабан үҫтереү өсөн көсөн йәлләмәне. Һөҙөмтәлә гәзитебеҙ төрлө кимәлдәге ижади ярыш, конкурстарҙа алдынғы урындарҙы алыуын дауам итте, Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Бөгөн матбуғат аҡһаҡалы “Баймакский вестник”та эшләһә лә, кәңәш, аҡыллы һүҙ кәрәк саҡта, беҙ әле лә уның янына ашығабыҙ. Башҡорт һәм урыҫ телдәрен юғары кимәлдә белгән оҫта журналист гәзиттәрҙе бер ҡасан да бүлеп ҡарамай, сөнки уның тын­ғыһыҙ хеҙмәт юлы “Һаҡмар”ға ла, “Баймакский вестник”ка ла ныҡлы бәйләнгән.
Нисәмә йылдар үтһә лә, район гә­зитендә тәүге остаздарыбыҙҙың береһе булған Риза ағайҙың өйрәткәндәре онотолмаҫлыҡ булып күңелгә һеңгән. Шуға күрәлер инде сираттағы яҙмаларымды әҙерләп бөтәм дә “Ә был мәҡәләнең маҡсаты нимәлә икән?” тип үҙ алдыма йылмайып ҡуям. Ошо уйынлы-ысынлы баһалау һәр һүҙең өсөн яуаплылыҡ тойорға өйрәтә. Шундай ғүмерлек һабаҡ биргән өсөн дә мең-мең рәхмәт һеҙгә, Риза ағайыбыҙ! Хеҙмәт ветераны һаман да йәштәрсә дәртләнеп, бар күңелен һалып, йүгереп йөрөп эшләүен дауам итә. Был тик һоҡланыу тойғоларын уята.

Рәшит ҮТӘЕВ,
журналистика ветераны.