Рухи аҙыҡ тарата

30-07-2014, 05:05 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Рухи аҙыҡ  тарата
Зилә Әсәҙуллинаны Шаран яҡтарында белмәгән кеше һирәктер. Алсаҡ ханым көн һайын тиерлек халыҡ араһында. Уның бик яуаплы почтальон эшен ҡабул итеп алыуына ла байтаҡ ваҡыт үткән. Яңы танышыбыҙҙы Түбәнге Ташлы ауылының урамында тап иттек. Бынан тыш, ул Яңы Йүзәйҙә лә почта тарата.


– Ауылда хеҙмәт һө­йөүсән ғаиләлә ты­уып, үҙем дә уның араһында ҡайнап үҫкәс, бер эштән дә ҡурҡмайым, – тип башланы һүҙен Зилә Әсәҙуллина. – Почта ташыуҙы тәҡдим иткәс, һис икеләнмәйенсә ризалаштым. Һәр саҡ яҡташтарым янындамын хәҙер, кем әйтмешләй, һуңғы яңылыҡтарҙы иң беренсе белеп бүтәндәргә еткереүсе кеше – ул мин. Хатта ҡайһы берәүҙәр минең аша ла туған-тыумасаһына, дуҫтарына, әхирәттәренә төрлө хәбәр һәм сәләм еткереүҙе һорай. Ә мин һәр үтенесте ихлас үтәйем.
Почтальон – үҙенә күрә идеолог та. Кешеләргә рухи аҙыҡ таратыуҙа ул ҙур эш башҡара. Кемдер ҡайһы журнал-гәзиткә яҙылырға икән тип баш ватҡанда, һәр береһенә йүнәлеш бирәм, теге йәки был баҫманың үҙенсәлеге хаҡында һөйләйем. Минеңсә, әле кешеләр күбеһенсә ғибрәтле хәл-ваҡиғалар, хатта аяныслы яҙмыштар тураһындағы мәҡәләләрҙе ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡый.
Беҙҙең яҡтарҙа “Башҡортостан” һәм “Шаран киңлектәре”нә яҙылыусылар байтаҡ. Күршемдең һүҙҙәре менән әйткәндә, төбәк яңылыҡтарын “районка”нан беләм, Башҡортостанда йәшәп тә “Башҡортостан”ды алдырмау үҙемде хөрмәт итмәүгә тиң буласаҡ. Федераль баҫмаларға өҫтөнлөк биреүселәр ҙә етерлек. Хәҙер иркенлек бит – тормош менән йәнәш атларға ынтылыусылар үҙе теләгән баҫмаға һайлап яҙыла ала.

Илдар АҠЪЮЛОВ яҙып алды.