Халҡыбыҙҙың лайыҡлы улы

30-07-2014, 05:30 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Халҡыбыҙҙың лайыҡлы улы
Тарихи шәхестәребеҙ үҙебеҙ янында, күҙ алдында йөрөгәндә күрмәйбеҙ, ҡәҙерен белмәйбеҙ, тейешенсә баһаламайбыҙ.
Дәүер үтеп, ҡәҙерлеләребеҙ аранан китһә, һағынабыҙ, ер тырнап табып алырҙай булабыҙ ҙа, һуң шул...
Минең был яҙмам бәләкәй ауылдың бөйөк шәхесе, класташым, балалыҡ дуҫым Әнүәр Закир улы Әсфәндиәровтың яҡты иҫтәлегенә арнала.

Мәрхүмдең күңелен шат ҡылыу ниәтенән, ҡыҫҡаса аят бағышлап, уның зарлы бала сағы тураһында бер аҙ иҫкә алырға булдым.
Әгәр ғүмере өҙөлмәгән бул­һа, майҙа 80 йәшен билдә­ләр ине.
Ҡот осҡос ауыр заман. 1941/42 уҡыу йы­лы. 1-се клас­ҡа тәүге тапҡыр белем-тәрбиә алырға, уҡырға-һанар­ға өй­рәнергә тип шатланып мәк­тәпкә ашығабыҙ. Тау ба­­шын­дағы мәктәптә уҡы­тыусыбыҙ Ғәфүр ағай Мотаев, ауылға килгән йәш мөғәллим Зекериә Шәрә­фетдин улы Аҡназаров бөтә ихласлыҡтары менән беҙҙе ҡаршы алды. Ҡайһы беребеҙ­ҙең арҡа­һынан һөйөп, бәке менән ялтыр итеп ҡырылған баштарыбыҙҙан һыйпап класҡа индерҙеләр. Зекериә ағай ауылға тәү­гә килгәс, беҙҙең ғаилә, көнкүреш хәл­дәребеҙҙе белмәй, исемдәребеҙҙе генә бе­лә. Ғәфүр ағай беҙҙең тормошто үтәнән-үтә күреп торғас, аталы ба­ла­ларҙы бергәрәк, етем­дәрҙе айырыбыраҡ парталарға бүлеп ултыртты. “Аталы бала арҡалы” тигәндәй, уларҙың күңелдәре көр, шаярыуҙары ла, тауыштары ла икен­се төрлөрәк. Әнүәр менән мине бер пар­таға ултырттылар. Мин – ярты, Әнүәр үкһеҙ етем. Мин үҙ йортомда әсәй менән йәшәйем, Әнүәр – тыу­ған йортонан айырылып, Мырҙый ауылындағы өләсәһе Ғәйниямал инәйҙәрҙә. Әнүәрҙең өләсәһе әсә­йем менән бергә урманда утын ҡырҡа. Әсәйем утыҙ йәште үткән. Ғәйниямал инәй иллегә етеп килә. Уларҙың өйөндә буй ет­кән, мыҡты кәүҙәле Менәүәрә һәм аяҡҡа зәғиф Мәғәтифә тигән апай­ҙары бар. Һуғыш башланып күп тә үтмәне, Менәүәрә апайҙы хеҙмәт армияһына алып киттеләр.
Уҡытыусы Зекериә ағайыбыҙ беҙ­ҙең ме­нән ихлас эш башланы. Биргән китаптарын, ҡәләмдәрен, буй, сатраш, ҡыя һыҙыҡлы дәф­тәрҙәрен ағас сумкаға һалып, парта аҫ­тына ҡуйғас, эшкә кереш­тек. Өйҙә эшләп алып килгән ун бөртөк таяҡты парта өҫтөнә теҙеп һа­лып, уҡытыусы ыңғайына ҡысҡырып унға тиклем уңға һәм һулға һанайбыҙ. Үҙ алдыбыҙға һанаһаҡ, буталабыҙ. Өйрәнер­гә теләгебеҙ шул тиклем ҙур! Парта бейек булғас, аяҡтарыбыҙ иҙәнгә етмәй. Ихлас­лыҡ шул тиклем, танау эсе ебеп, оста­ры тирләп китә. Бөтәбеҙ ҙә танауҙарҙы мыш-мыш тартабыҙ, бер-беребеҙгә боролошоп ҡарап алабыҙ. Ғәфүр ағай мәктәп буйынса ҡыңғы­рау биргәс, эркеле­шеп тәүге тәнәфескә тыш­ҡа сығабыҙ. Әллә ниндәй ҙур эш баш­­ҡар­ғандай бу­лып, бөтәбеҙ ҙә бер юлы өйкөлөшөп алыҫтағы бәҙрәфкә сабабыҙ. Тәүге дә­рес, тәүге тәнәфес. Бөтә кешенең дә кү­ңелендә ныҡ һаҡланалыр ул.
Уҡыуҙар башланып, бер аҙ ваҡыт үткәс, ауылдан бер нисә ирҙе фронтҡа оҙаттылар. Клас­та тағы етемдәр һаны артты. Халыҡҡа күп итеп һалым һалдылар. Икмәк нормаһын кәметтеләр. Урман ҡырҡыусыларға — 200 грамм, ә балаларына — 100 грамм. Барлыҡ халыҡты дөйөм ҡайғы баҫты. Нисек теләй­һең, шулай йәшә, үлмә, эшлә! Дошманды тиҙерәк тар-мар итер­гә! Ошондай тормош ҡуйған ҡаты талапты һәр кем үҙенсә хәл итә. Ситтән ярҙам көтөрлөк урын юҡ.
Парталаш дуҫым Әнүәрҙең нисек беҙҙең ауылға килеп эләккәнен аңлап та етмәйем. Беҙгә ҡарағанда матурыраҡ кейенгән. Өҫтөндә фабрикала тегелгән һорғолт өр-яңы костюм, салбар, фуражка. Аяғында – яңы ботинка. Ундай кейем кла­сыбыҙҙа берәүҙә лә юҡ. Икебеҙ ҙә бер үк йәштә булһаҡ та, ул миңә ҡарағанда йәтешерәк кәүҙәле. Күңеле һәр саҡ бойоҡ. Бик тыныс холоҡло. Малай­ҙар менән шаярып та бармай. Беҙҙең исем­дәребеҙҙе лә белмәй. Ипләп кенә, тауышы сығыр-сыҡмаҫ ҡына һөйләшә. Үҙе тиҙ генә илап бара. Ҡарап тороуға йомро ғына, тере­мек күренә. Күрәһең, кесе йәштән етемлек баҫҡанға шулай булғандыр инде. Беҙ, әсәй ҡулында үҫкәс, һәр төрлө ҡаршылыҡтар­ға бирешеп бармайбыҙ, еңеп сығырға ты­ры­шабыҙ.
Бер-бере­беҙҙе аңлап, ныҡлы дуҫлашып алғас, 1942 йылдың февраль аҙаҡтарында Әнү­әр юҡ булды. Мине икенсе урын­ға кү­сереп ултырттылар. Байтаҡ көндәр үткәс, өләсә­һе-нән һорағайным:
— Ҡайтып китте, ҡабат беҙгә килмәй, — тине.
— Ҡайһы ауылға? — тип һорайым.
— Нуғайға, үҙенең ауылына, — тип яуап­ланы. Мин ул дәүерҙә II Этҡолдан башҡа ауылды күргәнем юҡ ине. 1948 йылда V класҡа II Этҡол мәктәбенә уҡырға бар­ҙым. Беҙҙең менән бергә уҡыған бала­лар ара­һында Үрнәк, Нуғай ауылынан да уҡыусылар бар ине. Үрнәктән килгән Әкрәм Мырҙаҡаев, Нуғай егете Әбделхәй Раев, Рәжәп Кә­ри­мовтан да Әнүәрҙе һорашып ҡараным. Улар ҙа: “Беҙҙең клас­та Әнүәр исемле малай булманы”, – тине. Күп дәүер үтте. Үҫтек, ҙурайҙыҡ. “Ярай, берәй осрар әле, барыбер танырмын”, тип үҙемде тынысландырып йөрөнөм, һәм шулай булды ла...
37 йылдан ашыу ваҡыт үткәс, ир ҡо­рона тулғас, уйламаған урында осраштыҡ. Темәс урта мәктәбендә директор булып эшләп йөрөгән ваҡытта, 1978 йылдың октябрендә, урта мәктәп директорҙарын Өфө ҡалаһына өс көнлөк семинарға са­ҡырҙылар. “Ағиҙел” ҡунаҡханаһына урын­лаштыҡ. Ул дәүерҙә ра­йонда мәғариф бүлеге мөдире булып эшләгән Рәфҡәт Фәтхулла улы Абдуллин менән киске сә­ғәт 4-5-тәр тирәһендә мәктәп йомошо менән БДУ-ға киттек. Эштәребеҙҙе теүәл­ләгәс, ҡайтырға сыҡтыҡ. Тупһаға килеп еткәс: “Бер килгәндә ағайҙың да хәлен белеп сығайыҡ әле”, — тип Рәфҡәт Фәт­хулла улы, мине кире бороп, 1-се ҡаттағы бүлмәгә ин­дерҙе. Бүлмәлә шкаф тулы ҡалын-ҡалын китаптар, өҫтәл өҫтөн­дә һәр төрлө эш ҡа­ғыҙ­ҙары ята. Тарих фәндәре кафедраһы мөдире бүлмәһе булған икән. Килеп ингәс тә олпат кәү­ҙәле, күҙлекле, ҡуйы ҡара мыйыҡ­лы кеше менән өҫтәл аша ынтылып күреш­тек тә, һәр беребеҙ үҙ урындарыбыҙға ул­ты­рыштыҡ. Мин ситкәрәк, ишек төбөнәрәк ултырҙым. Үҙ-ара дөйөм темаға мәрәкә­ләшеп һөйләшә башланыҡ. Дәрәжәле кабинет хужаһының аралашҡанда иғти­барлы ҡарашын тойоуҙан уңай­һыҙланып, етеш­һеҙлектәремде йә­ше­рергә тыры­шып, аяҡта­рымды рәтләп ҡуй­ҙым. Костюмымдың сал­ғый­ҙарын һиҙ­ҙермәй генә тартҡыланым, ауыл кешеһе икәнлегем һиҙелеп торалыр тип, һиҙ­ҙермәй генә галстугымды төҙәтке­ләнем. Уңай­һыҙланыу­ҙан танау остарым тирләп, йөҙөм, ҡолаҡтарым ҡыҙарып киткәндәй булды. Кинәт ул:
— Әллә, Сәлимйән, һинме? — тип һүҙ ҡатты.
— Эйе, мин, – тинем. – Әнүәр, әллә һинме?
— Эйе, мин.
Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, ике­беҙ ҙә урында­рыбыҙҙан һике­реп тороп, иҙән уртаһында ҡосаҡ­лашып күрештек. Ул мине би­лемдән һыға ҡосаҡлап:
— Сәлимйән, ҡалай ҙура­йып киткәнһең, — тип, күкрәгенә ҡыҫҡан килеш күтәреп иҙән урта­һында бер әйләндерҙе. Мин үҙем дә һиҙмәҫтән уны ҡыҫа ҡосаҡлап:
— Һин ҡайһылай йыуанайып, ауырайып киткәнһең, — тинем, иҙән уртаһында бер әйләндергәс, икебеҙ ҙә үҙ урындарыбыҙға барып ултырҙыҡ.
37 йыл буйы кү­ңелдә төйөн булып йөрө­гән һорауҙы ҡысҡырып әйттем дә ҡуйҙым: “Һин ҡай­ҙа юғалдың?” Ул, көтөл­мәгән һорауға яуап бирергә уңайһыҙланып, өҫтәл­дә ятҡан китаптарын ситкәрәк өйгөләне, һул ҡулына ҡыҙыл ҡәләмен алып, өҫтәлдәге быяла өҫтөндә әкрен генә һелкетеп, аҫҡа ҡа­раған килеш яй ғына һүҙ башла­ны.
— Эй, Сәлимйән, ул ауыр заманды үҙең беләһең бит инде, — тип миңә ҡарашын төбәне. — Әсенеп һөйләмәһәк тә, ул ғазап­тарҙы күрҙек бит инде. Ҡар яуып һыуытҡас, һыйырҙар һыуалғас, бөтәбеҙҙә лә бер үк хәл ине, өшөйбөҙ, асығабыҙ. Ул көндө өләсәйем бәләкәй сана һөйрәп, урыҫ ауылына картуф эҙләп сығып киткәйне. Төн урта­һында Мәғә­тифә апай мине уятып ке­йендерҙе лә: “Ҡайҙан килгәнһең шунда кит, беҙгә тамаҡ яуы булып йөрөмә. Һиңә түгел, үҙебеҙгә ашарға юҡ”, — тип таяҡ алып, II Этҡол юлы буй­лап туҡмай-туҡмай ҡыуа башланы... Бөркөт яланы­ның уртаһына тиклем эткеләп-төрткөләп баҫтырып килде. Шул китеүҙән ҡайтманым... Мырҙый ауылын һағынам, әле лә күр­гем килә. Өләсәйемдең өйөнөң нигеҙ урынына барғым килә лә, һис барып булмай шул, — тип һүҙен тамамланы.
Икебеҙ ҙә ауыр итеп тын алып ҡуйҙыҡ. Уйлап ҡараһаң, күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Ҡыш көнө, ҡараңғы төндә, аслы-туҡлы йөрөгән ете йәшлек баланың илай-илай 50 километрҙан да ашыу алыҫлыҡ­тағы Сыңғыҙ ауылына ҡайтып барыуын... Юл буйында II Этҡол, Үрнәк һәм башҡа бер нисә ауыл аша үтә. Ул дәүерҙә кем балаһы кемгә ғәзиз. Берәүҙе лә бел­мәгәс, төн уртаһында кемгә барып ишек ҡаҡһын. Кем индерһен, кемгә кәрәк та­маҡ яуы етем бала. Һәр кем үҙ сабыйын туйҙыра алмай ғазаплана.
Уның бала сағы тураһында, йөрәгенә яра һалмайым тип, ҡабат бер һүҙ ҙә ҡуҙғат­ма­ным. Төр­лө темаларға бер аҙ һөйләшкәндән һуң, уны кискеһен “Ағиҙел” ресторанына са­ҡырҙым.
1979 йылда, Иҫән ял йортона килгән ваҡытында, Ирәндек тауы ҡуйынында тағы ла осраштыҡ, һарыҡ һуйып, сама­уыр ҡай­натып, ут яғып ҡаҙан аҫтыҡ. Йә­шел үләнгә кәзә йөнөнән һуғылған биҙ­әкле балаҫ йәйеп, өҫтөнә ҡорама юр­ғандар түшәп, сигелгән тышлы яҫтыҡтар һалып, боронғоса шартына килтереп, байрам ойошторҙоҡ. Табында ғаиләм, йырсы Гөлнур Усман ҡыҙы Лоҡ­манова, Рәфҡәт Фәтхулла улы, Әнүәр һәм профессор Дамир Вәлиев булды.
1984 йылда ғаиләһе менән Талҡаҫта ял иткәндә, ғалимды Темәскә саҡырып, оло бер байрам ойошторҙоҡ. Ҡунаҡҡа үҙе менән бергә ял иткән I Этҡол мәктәбенең тәүге директоры булған Мирза Мәхмүт улы Мостафинды алып килде. Иртәгеһенә көслө йә­шенле ямғыр яуыу сәбәпле, Мирза ағай­ҙың “Запо­рожец”ында Мырҙыйға бара алманыҡ.
1993 йылдың февраль урталарында Темәс ауылында үткәрелгән Бөрйән ырыуы башҡорттарының йыйынынан һуң Әнүәр класташымды, уның менән бергә эшләгән Марат Ҡолшәриповты өйгә алып ҡайтып, рәхәтләнеп һөйләшеп ултырҙыҡ. Төнгө сәғәт икеләрҙә, ул дәүерҙә район Советында эшләгән Ҡорбан Мөбәрәк улы Халиҡов ки­леп, машина менән Баймаҡҡа киттеләр.
Йәшәү дәүерендә Әнүәр дуҫымды һәм уның хәләл ефетен ғаиләм менән ихлас ҡәҙер-хөрмәт итергә, бала саҡта һа­лынған йөрәк яраларын бөтөрөргә ты­рыштыҡ. Күңеленә рухи байлыҡ өҫтәнек. Был яҙмала Әнүәр Закир улының арта­банғы яҙмышы, ғаилә хәлдәре, ижади эштәре, хеҙмәттәре тураһында һөйләп торманым. Уның фәнни хеҙмәттәренең һа­нап бөткөһөҙ икәнлеген яҡшы беләбеҙ. Тик шуны өҫтәп әйткем килә: ул үҙенең хеҙ­мәте менән башҡорт халҡының данын арттырыуға ҙур өлөш индерҙе. Быға ҡә­ҙәр онотолоп бөткән тарихи шәхестә­ребеҙҙе асыҡланы. Бөгөн үҙенең телен, ди­нен, илен, шәжәрәһен, нәҫелен, йыр- моңон, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын онотоп бөткән затлы аҫаба башҡорттар­ҙы сит яҡтарҙан эҙләп, башҡорт итеп танытыуҙағы хеҙмәттә­ре ҙур тарихи әһә­миәткә эйә. Әнүәр Әсфән­диәровтың яҙ­малары буйынса баш­­ҡорт­тар­ҙың юғалып бөтөп барған фольклор ҡомартҡы­ларын йыйып, тергеҙеп халыҡ­ҡа еткереү­се ҡурайсы Юлай Ғәйнетдиновҡа ла ҙур рәхмәт. Әгәр ҙә Әнүәр Закир улын ваҡы­тында үҙе яҙған ауылдар буйынса йөрө­төп, халыҡ менән осраштырғанда, уның эшенә ҙур еңеллек булыр ине. Ул үҙенең һуңғы яҙмаларында, Хәсән ауылында Мирсаяф Бейешевҡа иғтибарһыҙ булыу­ҙарына борсолоп, был хәлде рухи фәҡирлеккә тиң­ләп яҙҙы. “Бөгөнгө көндә лә Ҡазан университеты йорто стенаһында Мирсаяф Бе­йе­шев­тың фотоһы менән исе­ме яҙып ҡуйылған. Ә беҙ, Хәсән ауылын­да, уны бөтөнләй оноттоҡ”, — тигән үкенесен белдерҙе беҙҙең ҡәҙерле ырыуҙашыбыҙ.
Эйе, Әнүәр Закир улы Әсфәндиәров­тың башҡорт халҡы өсөн башҡарған хеҙ­мәте ҡаһарманлыҡҡа тиң ул!
Сәлимйән ВӘЛИЕВ,
Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, “Атайсал” клубы рәйесе.