“Төньяҡ ҡапҡа” һәр кемгә асыҡ

2-08-2014, 05:00 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
“Төньяҡ ҡапҡа” һәр кемгә асыҡ
Горький тимер юлының Ижевск бүлексәһенә ҡараған “Яңауыл” тимер юл станцияһына тәүге поезд килеүгә 2016 йылда бер быуат тула. Әле бынан тәүлек әйләнәһенә ике яҡ йүнәлештә бер нисә тиҫтә йөк составы, шулай уҡ урындағы һәм йыраҡ араға йөрөгән 50-гә яҡын пассажир поезы үтә.

Туҡталҡа өсөн бирелгән ике минут эсендә килгәндәр вагондан төшөп, китеүселәр уға инеп өлгөрөргә тейеш. Был эште проводниктар менән берлектә вокзалдың 25 кешенән торған татыу коллективы ойоштора. Әйтергә кәрәк, ваҡыттың самалы булыуына ҡарамаҫтан, ниндәйҙер көтөлмәгән хәлдең теркәлгәне юҡ. Был, әлбиттә, тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ эшен белеп һәм күңел биреп башҡарыуы һөҙөмтәһе. Вок­залдың “Ялыуҙар һәм тәҡ­димдәр кенәгәһе”ндә йылд­ан-йыл пассажирҙарҙың тик маҡтау һәм рәхмәт һүҙҙәре генә теркәлә.
“Төньяҡ ҡапҡа” һәр кемгә асыҡБашлыса ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған күп милләтле коллективҡа тиҫтә йылдан ашыу етәкселек итеүсе Светлана Чернейкина был вазифала әсәһе Валентина Монохинаны алмаштырған. Әйткәндәй, Светлананың атаһы ла ғүмерен тимер юл хеҙмәтенә арнаған.
Хеҙмәткәрҙәр араһында тимер юлсылар династияһы вәкилдәре етерлек. Утыҙ йылдан ашыу эш стажы булған Татьяна Петунина вокзал буйынса дежур вази­фаһын уңышлы башҡара. Уның әсәһе өс тиҫтәнән ашыу, ә атаһы егерме йыл тимер юлында хеҙмәт иткән. Пассажирҙарҙы хеҙмәтлән­де­реүгә шулай уҡ утыҙ йыл ти­рәһе ғү­мерен арнап, бөгөн вокзал етәк­­се­һе­нең уң ҡулына әйләнгән Елена Гайгистың әсәһе лә вагон ҡараусы булған. Әйткәндәй, Елена Альф­редовнаның тыуған көнө быйылғы һөнәри байрамы менән тап килә.
Халыҡ менән эшләүҙең бер ҙә еңел түгеллеге барыбыҙға ла билдәле. Шуға ла вокзал хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы пассажирҙар өсөн бөтә тейешле шарт­тарҙы тыуҙырыуға йүнәл­телгән. Тәүлегенә бында булған меңгә яҡын кешенең һәр береһе сифатлы хеҙмәт алыуға хоҡуҡлы. Теләгәндәр өсөн ял бүлмәһенең ишеге асыҡ, сабыйҙары менән поезд көткәндәр балалар бүлмәһенә инә ала. Бер үк бинала автовокзалдың урынлашыуы ла юлда йөрөүселәр өсөн уңайлы.
“Төньяҡ ҡапҡа” һәр кемгә асыҡ— Физик мөмкинлектәре сиклән­гән­дәргә, оло йәштәгеләргә айырым иғтибар бүләбеҙ, — тип һөйләй вокзал етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса баш­ҡарыусы Елена Гайгис. – Бындай пас­сажирҙар тураһында бер-бере­беҙҙе алдан иҫкәр­тәбеҙ, кәрәк осраҡта составты беренсе юлға ҡабул итәбеҙ, ин­валид арбаһы, носилка алып сығабыҙ.

Ансар НУРЕТДИНОВ,
“Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.