Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » СИК БУЙЫНДА ТӨБӘК ДАНЫН ҺАҠЛАЙ
СИК БУЙЫНДА ТӨБӘК  ДАНЫН ҺАҠЛАЙ
Ағиҙел йылғаһының Камаға ҡойған, туғандаш Башҡортостан, Татарстан һәм Удмурт республикалары сикләшкән ерҙә, райондың көнбайышында ятҡан Сауыҙбаш ауылына быуат ярым самаһы элек Йәнәй ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған һәм уға яҡындағы күл исемен биргән. Тарихи сығанаҡтарҙан төйәктең тәүге атамаһының Яңы Йәнәй булыуы ла билдәле. Кама аръяғында йәшәгән урыҫтар иһә ауылды, халҡы башлыса һарыҡ ите менән һыйлағанлыҡтан, Барановка тип тә йөрөткән.
1902 йылғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Сауыҙбаштағы 125 йортта 334 башҡорт ир-аты ғүмер иткән. 1917 йылда үткәрелгән Дөйөм Рәсәй ауыл хужалығы һәм ер иѕәбен алыуҙа 176 йортта – 934 башҡорт, ике йортта – һигеҙ урыҫ һәм бер хужалыҡта типтәрҙәрҙән ике кеше йәшәүе теркәлгән. 1961 йылда нәшер ителгән “Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше” исемле белешмә-китапта, шул йылдың 1 ғинуарына ауылда 742 башҡорт йәшәй, тип күрһәтелгән. Баҫманың 1981 йылғы сығарылышында ла “Ҡыҙыл таң” колхозына ҡараған Сауыҙбашта башҡорттар йәшәүе телгә алына. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыуға килгәндә иһә 451 кеше теркәлгән. Бөгөн 190-ға яҡын йорт-хужалыҡта йәшәүселәрҙең һаны 480-дән ашыу.


«Ҡыҙыл таң»дан
ҡалған мираҫ

СИК БУЙЫНДА ТӨБӘК  ДАНЫН ҺАҠЛАЙСовет осоронда Сауыҙбаш хәлле һәм ныҡлы хужалыҡтан иҫәпләнгән “Ҡыҙыл таң” колхозының үҙәге була. Тәбиғәт шарттары әллә ни иркәләмәһә лә, тейешле иғтибар бирелеп, етерлек көс түккәнлектән, малсылыҡ та, игенселек тә йылдам алға барған. Ауыл кешеләренең күбеһе ярты быуат элек үк үҫеш юлына баҫҡан нефть һәм газ сығарыу предприятиеларында эшләгән. Бәғзеләр, 40 саҡрымда ғына ятҡан Нефтекамала төпләнеп, ҡала халҡын арттырған. Атом электр станцияһы төҙөлә башлаған Ағиҙел дә үҙенә ылыҡтырған. Әлбиттә, ауылда ла эшсе ҡулдарға әллә ни ҡытлыҡ һиҙелмәгән. Ярайһы уҡ юғары һөҙөмтәләр, колхозсыларға булған иғтибар, халыҡҡа бөгөн дә хеҙмәт итерлек социаль объекттарҙы төҙөү мөмкинлеген биргән. Күп кенә ерҙәрҙән айырмалы рәүештә, Сауыҙбашта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты, икмәкхана һәм магазиндар яҡшы ғына эшләп килә. Ауыл Советына ҡараған өс ауылдың икеһендә клуб, китапхана, мәҙәниәт һәм белем усаҡтары бар.
СИК БУЙЫНДА ТӨБӘК  ДАНЫН ҺАҠЛАЙСовет дәүерендәге төҙөлөштәр хаҡында һүҙ сыҡҡас, шуны ла әйтәйем: үткән эштәрҙе барлағанда ауыл халҡы тәү сиратта колхозда сирек быуаттан ашыу хеҙмәт иткән баш агроном, партия ойошмаһы секретары, хужалыҡта ун биш йыл етәксе булған Хәмит Ситдиҡовты ҙур ихтирам һәм хөрмәт менән телгә алды. Бөгөн иһә Хәмит Миңлейәр улы – элеватор директоры, Краснокама район Советы рәйесе вазифаһын да уңышлы башҡара. “Уны районға күсергәс, кол­хозыбыҙ етәксегә мандыманы шул”, — тип тураһын әйтте заманында “ысын хужа” ҡулы аҫтында эшләүселәр.
СИК БУЙЫНДА ТӨБӘК  ДАНЫН ҺАҠЛАЙИке быуат киҫешкән ҡатмарлы осорҙа ла, бөгөн дә Краснокамала мәҙәниәт, мәғариф тармаҡтары – етәкселектең даими иғтибары үҙәгендә. Район ха­кимиәте башлығы Рәзиф Ғилмуллиндың, уның социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Фәнүдә Дмитриева­ның был йүнәлештәге көндәлек эше, хәстәрлеге айырып билдәләүгә лайыҡ.
СИК БУЙЫНДА ТӨБӘК  ДАНЫН ҺАҠЛАЙКүп күрһәткестәр буйынса өлгө булырлыҡ, төрлө йүнәлештә уңышлы эшләгән алдынғы хужалыҡлы ауылдар районда байтаҡ. Шулай ҙа бөгөн һүҙебеҙ – ҡәҙимгенән ҡайтышыраҡ шарттарҙа ла гөрләп йәшәгән Сауыҙбаш тураһында.

Мәҙәниәт йылы дәртте тағы ла көсәйткән

СИК БУЙЫНДА ТӨБӘК  ДАНЫН ҺАҠЛАЙСауыҙбаш – ауыл Советындағы иң боронғо ауыл. Кешеләрҙең көнитмешен хәс­тәрләгән хакимиәт тә бында. Уның башлығы Эльза Хәйретдинова һәм барлыҡ яуаплы хеҙмәткәрҙәр халыҡтың тын алышын яҡшы белә. Уларҙың төп ярҙамсылары – депутаттар, ауыл старосталары, әүҙемселәр һәм зыялылар.
Эльза Әхиәр ҡыҙы 30 йыл ауыл Советы секретары, һуңынан хакимиәттең эштәр идарасыһы булған. Башлыҡ вазифаһында иһә өсөнсө йыл. Ауыл­дарҙағы хәлдәр халыҡтың төрлө яҡлы проблемалары, көндәлек эш-мәшәҡәте уға яҡындан таныш.
— Сауыҙбаш – бай тарихлы, милли йолалар һаҡланып ҡалған, кешеләре дуҫ­лыҡта һәм татыулыҡта йәшәгән төҙөк һәм матур ауыл, — тип һөйләп алып китте ул. – Бында барлыҡ саралар биләмә кимәлендә ҡабул ителгән “Ауылдарҙы социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү программаһы” нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Төп иғтибарҙы төҙөкләндереүгә, урамдарҙы йәшелләндереүгә, уларҙы яҡтыртыуға, юлдарҙы тәртиптә тотоуға йүнәлтәбеҙ. Мәҫәлән, был көндәрҙә “Һаҡлау – Сауыҙбаш – Яңы Ҡабан” юлы­на асфальт һалыу эштәре бара, ауыл аша үткәненә япма түшәлде лә инде. Йыл аҙағынаса бер урамға энергияны экономиялаған лампалар ҡуясаҡбыҙ.
Эльза Хәйретдинова билдәләүенсә, һәр эш халыҡ мәнфәғәтендә атҡарыла. Әйтәйек, һуңғы йылдарҙа ете саҡрымлыҡ газ үткәргес төҙөлөп, ауылға “зәңгәр яғыу­лыҡ” индерелгән, һыу үткәргес һалынған.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан төйәкте йәшелләндереү буйынса махсус акция иғлан ителгән. Мәҙәниәт йорто тирәһендә былтыр көҙ 80 төп ағас үҫентеһе ултыртылһа, әле был эште магазиндар, шәхси йорттар алдында дауам итергә әҙерләнәләр.
— Сауыҙбаш, “Айыҡ ауыл-2013” республика конкурсында ҡатнашып, махсус дипломға лайыҡ булды, – тине хакимиәт башлығы. – “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Шәжәрә байрамдары ла спиртлы эсем­лектәрһеҙ үткәрелә. Район кимәлендәге фестиваль-конкурстарҙа ла әүҙем ҡат­наша сауыҙбаштар. Быйылғы Мәҙәниәт йылында ла үҙешмәкәр артистарыбыҙ бәйгеләрҙә алдынғылыҡты бирмәй.
Яҡташтарының ҙур ихтирамын яула­ған эшҡыуарҙар ҙа бар ауылда. Мәҫәлән, Флүдә Ғәлимова бына бер нисә йыл инде икмәк бешереү менән мәшғүл. Уның хуш еҫле тәмле ризығын күрше ауылдар, Ағиҙел ҡалаһы халҡы маҡтап бөтә алмай. Уңған йүнсел йылына уртаса 13-14 мең килограмм продукция етештерә.
Салауат Исламов үҙ иҫәбенә мәсет төҙөүгә тотонған. Уға ауылдашы Илфаҡ Гәрәев ихлас ярҙамлаша.

Грант юҡҡа
бирелмәгән!

Һуңғы йылдарҙа районда асылған алты моделле китапхананың береһе нәҡ Сауыҙбашта урынлашҡан. Күптән түгел уның 60 йыллығы билдәләнде. Китапхана мөдире Ансария Гәрәева тантанаға мине лә саҡырҙы. Башта уҡ шуны әйтергә кәрәк: район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге вәкилдәре, китапхана етәкселәре, ветерандар йыйылған байрам бик йәнле һәм күңелле үтте. Мәктәп уҡыусылары, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәк­тә­ренә йөрөүселәр матур концерт күр­һәтте. Бай йөкмәткеле күргәҙмәләрҙә китапхананың күп йыллыҡ тарихы һәм төрлө яҡлы эшмәкәрлеге сағылдырыл­ғайны.
1954 йылда 500 дана әҙәбиәт менән мәсет бинаһында асылған китапханаға 150-гә яҡын кеше йөрөһә, бөгөн уның кәштәләрендә 9 меңгә яҡын китап иѕәпләнә. Уҡыусылары ла бермә-бер артҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1996 йылда белем үҙәге бәләгә тарый: янғын сығып, барлыҡ фондты юҡ итә. Һөҙөмтәлә китапхана, ваҡытлыса мәктәптең бер бүлмәһендә урынлашып, үҙәк район китапханаһы, уның филиалдары ярҙамында эшен дауам итә. Әле иһә ул мәҙәниәт йортонда өй туйлай.
Хеҙмәткәрҙәр һәм әҙәбиәт яратҡан ауыл халҡы “китаптарҙың тәүге етәксеһе” Хәлимә Әхмәтова-Ғилметдиноваға, унан һуң эшләгән Фәнзилә Йыһаншина, Алмазия Миңлекәева, Вәрисә Хәйретдинова, Зәлифә Йыһаншина һәм Римма Шәмғоловаларға белем юлында маяҡ булғандары өсөн ҙур рәхмәтле.
Сауыҙбаш ауыл китапханаһы, мәғ­лүмәт, белем биреү һәм мәҙәниәт учреждениеһы булараҡ, районда ал­дынғыларҙан һанала. Был юҫыҡта уның 100 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булғанын телгә алыу ҙа урынлы булыр.
Китапхананың башҡаларҙан айырылып торған тағы ла бер мөһим эшмәкәрлеге иғтибарға лайыҡ: уға “Йәнәй – минең ырыуым” исеме аҫтында тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге статусы бирелгән. Борон-борондан республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышында йәшәгән был башҡорт ырыуы тураһында бай мәғлүмәт тупланған. Уҡытыусы Әнфисә Миңле­кәеваның башланғысы менән аҫаба халыҡтың тарихын өйрәнеүгә мәктәп уҡыусылары, китапхана хеҙмәт­кәрҙәре йәлеп ителгән. Айырым нәҫел­дәрҙең шәжәрәләре, башҡа мәғлүмәттәр матур итеп ҡағыҙға төшөрөлгән.
Июнь аҙағында бында күп томлы “Башҡорт ырыуҙары тарихы” моног­ра­фияһының Йәнәй ырыуына арналған беренсе томының исем туйы булды. Сараға китап авторҙары, фән кандидаттары Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов һәм Рәфил Асылғужиндарҙың килеүен Са­уыҙбаш һәм яҡын-тирәләге ауылдар халҡы бик йылы ҡабул итте. Ошондай күп төрлө сараларҙы ойоштороуҙа сирек быуатҡа яҡын китапхана мөдире булып эшләгән Ансария Кәниф ҡыҙының шәхсән өлөшөн етәкселәр юғары баһалай.

Усаҡтың йылыһы
алға әйҙәй

Яҙманы төрлө кимәлдәге конкурс-бәйгеләрҙә тәүге урындарҙы алып килгән мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә бәйле дауам итеү урынлы булыр. Улар ижади мөхиттең «икенсе ҡанаты» бит. Элек-электән килгән йыр-моңға һөйөү, йолаларға ихтирам Мәҙәниәт йылына арналған сараларҙа айырыуса асыҡ сағылды. Улар әле лә шаулап-гөрләп дауам итә. Был йәһәттән краснокамалар күптәргә өлгө булырлыҡ. Райондың ауыл биләмәләре араһында ғинуар – июнь айҙарында “Ауылым һуҡмаҡтары” исемле үҙенсәлекле фестиваль-конкурс үткәре­леп, һабантуй көнөндә уның йомғаҡтары иғлан ителде. Тәүге тапҡыр ойошто­рол­ған был мәҙәни бәйге ауылдар тарихын өйрәнеү нигеҙендә халыҡта, бигерәк тә йәш быуында, тыуған мөхиткә һөйөү тәрбиәләү бурысын күҙ уңында тотто. Фестиваль еңеүселәре ун номинацияла билдәләнде.
Аҙна һайын тиерлек 14 ауыл Со­ветының һәр ҡайһыһы район үҙәгендә ижади ҡунаҡхана ойошторҙо. Хакимиәттә үткәрелгән “түңәрәк өҫтәл”дә иҡтисади һәм социаль үҫеш мәсьәләләре тикшерелде, мәҙәниәт һарайында ауылдарҙың тарихына, арҙаҡлы шәхестәренә һәм күп яҡлы ҡаҙаныштарға арналған бай йөк­мәткеле күргәҙмәләр ойошторолдо, һуңынан театрлаштырылған тамаша күрһәтелде. Ошо ижади бәйгелә Сауыҙ­баш ауыл Советының II урынды яулауында, һис шикһеҙ, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең, урындағы халыҡтың өлөшө тос.
Әйткәндәй, былтыр үҙешмәкәр театр коллективтарының район фестивалендә сауыҙбаштар, драматург Салауат Әбү­зәровтың “Усаҡ” комедияһын сәхнәләштереп, төп бүләкте яулағайны. Ошондай уҡ ярышта балалар театрының да ике йыл рәттән финалға сығыуы һәм бер нисә номинацияла билдәләнеүе – урындағы халыҡтың сәнғәткә тартылыуына сираттағы дәлил. Был бер ҙә осраҡлы түгел. Мәҙәниәт усағына бына 15 йылға яҡын инде үҙ эшен мөкиббән яратҡан Рәфҡәт Миңлекәев етәкселек итә. Уның тәүге һөнәре – агроном. Донъялар үҙгәреп, колхоз тарҡалғандан һуң “бала саҡтан сәнғәт “ене” ҡағылған” ир-уҙаман Стәрлета­маҡ­тағы әлеге Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында режиссерлыҡҡа уҡып сыҡҡан, был өлкәлә бик уңышлы эшләп йөрөй. Әйткәндәй, Рәфҡәт Йәһүҙә улы – гран-при яулаған “Усаҡ” спектакле­нең ҡуйыусы-режиссеры ғына түгел, төп ролде башҡарыусы ла. Уға һәм ижади етәксе ҡулы аҫтында эшләгән барлыҡ үҙешмәкәрҙәргә уңыштар йышыраҡ юлдаш булһын!

Аҡ халатлы фәрештә

Тормош ҡайнап торған ауылдың фельдшер-акушерлыҡ пункты ла шул уҡ мәҙәниәт йортонда урынлашҡан. Аҡ халатлы Мәрсилә Нуриәхмәтова беҙҙе алсаҡ йөҙ менән ҡаршыланы.
— Сауыҙбашта тыуып үҫтем, Сарапул медицина училищеһын тамамланым. Эш башлауыма 22 йыл булды инде, – ти шәфҡәт туташы. – Һөнәрем оҡшай. Һәр кемгә тейешенсә ярҙам итергә тырышам. Айырыуса оҙайлы сиргә һабышҡандарға, оло йәштәгеләргә һәм балаларға ныҡлы иғтибар бүләбеҙ.
Мәрсилә Ринат ҡыҙы әйтеүенсә, өйө­нән сыға алмаған әбей-бабайҙар ике тиҫтәгә яҡын, өсәүһе түшәктә ята. Шәфҡәт туташы социаль хеҙмәткәрҙәр менән берлектә уларҙың хәлен еңеләйтеү өсөн барыһын да эшләргә ынтыла. Диспансер иҫәптә торған өс тиҫтә ярым ауырыу ҙа тейешле медицина ярҙамы, кәрәкле дарыуҙар ала. Шулай уҡ 18 йәшкә тиклемге 75 балаға һәм үҫмергә, бер йәше тулмаған алты сабыйға сирҙе иҫкәртеүсе прививкаларҙы үҙ ваҡытында яһау ҙа Мәрсиләнең иңен­дә. Буласаҡ әсәләрҙең һаулығы даими тикшерелә, уларға кәрәкле мәғлүмәт еткерелә.
Шәфҡәт туташы уҡыу йылы барышында мәктәп ашханаһының эшен, йәй көндәрендә лагерҙа ял иткән балаларҙың туҡланыуын күҙ уңынан ысҡындырмай. Уҡыусыларҙы тәүге ярҙам күрһәтеү алымдарына өйрәтеү буйынса практик дәрестәр ҙә бирә. Даими рәүештә өйҙәр буйлап йөрөй, әле тыуған йылдарына ярашлы 69 ауылдашын диспансерлаштырыуға йәлеп итә фельдшер.
— Был йәһәттән әллә ни ҡыйынлыҡ юҡ, – ти ул. – Үҙәк район дауаханаһынан махсус бригада килә. Флюорографияны ла урында үткәрәбеҙ.
Ҡыҫҡаһы, бурыстарын күңел биреп башҡарған шәфҡәт туташының бар эше лә ал да гөл. Оло йәштәге ата-әсәһенең, башҡа туғандарының хәлен белешергә лә, үҙ хужалығын алып барырға ла өлгөрә тырыш ханым. Ире Илүс Ғаян улы менән бергәләп иркен йорт һалып ингәндәр. Өлкән ҡыҙҙары Резеда эшләп йөрөй, БДУ-ның Нефтекама филиалында ситтән тороп уҡый ҙа. Төпсөктәре Рәмзиә техникумда программалаусы һөнәрен үҙләш­терә.
Тормошона шатланып, һәр яңы тыуған көндән йәм, хеҙмәтенән тәм табып ғүмер кисерә аҡ халатлы Мәрсилә. Ауыл­даштарының ышанысын тулыһынса аҡлап, урындағы Совет депутаты хәстәрҙәрен дә еренә еткереп башҡара. Афарин!

Уңыштарҙы күрә
беләләр


Ауылдың тиҫтәгә яҡын урамы төрлө яҡҡа һуҙылһа ла, бөтөн социаль-көнкүреш объекттар урта тирәлә. Мәҙәниәт йорто янында ғына ике ҡатлы төп дөйөм белем биреү мәктәбе урынлашҡан. Унда 48 бала уҡый, туғыҙ уҡытыусы эшләй. Башҡортостандың мәғариф отличнигы Флүрә Талипова етәкселегендәге коллективта ете педагог юғары белемле, дүртәүһе юғары категорияға эйә. Ғүмеренең өс һәм ике тиҫтәнән күберәк йылын киләсәк быуынды тәрбиәләүгә арнаған тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр исемлегендә мәғариф алдынғыһы Әнфисә Миңлекәева, Мәрүә Вәлиева, Фәндәлиә Ғәниева, Зәлинә Шәмсетдинова бар. Бер нисә йыл элек кенә хаҡлы ялға сыҡҡан маҡтаулы хеҙ­мәткәр Елина Рәхимова ла һөнәрҙәштәре һәм ауылдаштарының лайыҡлы ихтирамын яулаған.
Мәктәп коллективы һәр уҡыусының шәхси сифаттарын һәм үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уларҙың аң-белемгә ынтылышын арттырыу буйынса маҡсатлы методик эш ойоштора. Тәрбиәүи йәһәттән кластан тыш төрлө саралар, спорт ярыштары, кисәләр, конкурс һәм викториналар даими үткәрелә. Уҙған уҡыу йылы һөҙөмтәләренә килгәндә, мәѕәлән, мәктәп уҡыу­сылары район олимпиадаларының ба­ры­һында ла тиерлек ҡатнашҡан, приз­лы урын яулағандар ҙа байтаҡ. Алдынғылар “Мәктәп намыҫы өсөн!” байрамында тәбрикләнгән. Уҡыу буйынса – Лениза Лоҡманова, спорт өлкәһендә – Дамир Ғимранов, балалар йәмәғәт ойошмаһында иң әүҙем тип Алина Шәмсетдинова һәм йәштәр ойошмаһы алдынғыһы булараҡ Арина Баландина танылған.
Әйткәндәй, бындай сара республикала бары Краснокамала ғына ойошторола. Район хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Алексей Горбачевтың башлан­ғысы менән икенсе йыл рәттән үткәрелгән тантананы айырым билдәләргә кәрәк. Уның беренсе этабында алдынғылар үҙҙәре уҡыған мәктәп кимәлендә бер нисә номинацияла билдәләнә. Еңеүселәр иһә икенсе этапҡа сыға һәм район буйынса көс һынаша. Иң-иңдәр, мәҙәниәт һара­йында тантаналы шарттарҙа сәхнәгә саҡырылып, республика һәм район ки­мәлендәге ойошма етәкселәре һәм вәкилдәре, ветерандар ҡулынан бүләк­тәр ала. “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе лә быйылғы байрамда “Йәш­тәр берләшмәһе алдынғыһы” номина­цияһында еңеүселәрҙе ҡотланы.
Мәктәп етәкселеге тырыш хеҙмәткәр­ҙәрҙе атағанда Илүзә Шәймәр­ҙәнованың да исемен телгә алды. Ул ике тиҫтә йылдан ашыу уҡыусыларға йылы аш-һыу әҙерләй, ашханалағы барлыҡ эште бер үҙе башҡара. Һәр саҡ көләс йөҙлө был апайҙы балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа үҙ итә. Илүзә Нәжәх ҡыҙын ауылдаштары ла төрлө байрам табындарын әҙерләшергә саҡыра икән. “Үҙе гелән мөләйем булғас, бешер­гән ризыҡтары телеңде йоторлоҡ”, – тиҙәр уның тураһында. Был маҡтау һүҙҙәрен ашнаҡсы намыҫлы хеҙмәте менән яулаған. Сауыҙбашта тыуып, буй еткереп, шунда донъя ҡорған, ире Флүр Шәйғәрҙән улы менән ике ул тәрбиәләп үҫтергән уңған һәм оҫта хужабикә үҙен бик тә бәхетле тоя, тормошонан ҡәнәғәт булып, тирә-яҡтағыларҙы шатландырып йәшәй һәм эшләй.
Йүнсел йүнен таба

Әүҙем эшҡыуарҙар менән ҡыҙыҡ­һынғас, ауыл етәкселәре Илдус Ғәбсәләмовты тәүгеләрҙән атаны. «Ағас эшкәртеү менән шөғөлләнә, мал да ҡарай”, – тинеләр уның тураһында һәм йүнселдең йортона уҡ илтеп ҡуйҙылар. Мине алсаҡ йөҙлө, өсөнсө тиҫтәһен тултырып килгән ир-егет ҡаршы алды.
— Илдус булам, әйҙә, рәхим итегеҙ, — тип күрешеп, өйгә саҡырҙы. – Көндәлек юҡ-бар менән булышам әле, ауылда эш бөтмәй бит...
Танышым Сауыҙбашта тыуған, ғаи­ләләге ике малайҙың кинйәһе. Атай йортонда тора. Буласаҡ кәләше менән никах уҡытҡандар. Илдус ауылында туғыҙ класты тамамлағас, Нефтекама педагогия колледжында уҡып, 2006 йылда баш­ланғыс класс уҡытыусыһы һөнәрен алған, унан ситтән тороп Ҡазан дәүләт педагогия университетының филология факультетын тамамлаған. Оҡшаған урын юҡлыҡтан һәм йәш уҡы­тыусының хеҙмәт хаҡы наҡыҫлыҡтан мәктәптә эшләмәгән. Вахта ысулы менән Пермь һәм Мәскәү төҙөлөштәренә юл­ланған, ташсы, штукатур, буяусы булған.
— Ғүмер буйы улай йөрөп булмай бит инде, — тип һөйләй Илдус. – Ауыл үҙенә тартты. Ата-бабаларҙан ҡалған хеҙмәткә тотонорға ҡарар иттем. Беҙҙең яҡтарҙа игенселектән фәтүә юҡ, шуға ла малсылыҡты һайланым, ағас эше лә таныш...
Тапҡан аҡсаһына һимертеүгә 22 баш сусҡа алған йүнсел тиҙҙән был шөғөлдөң файҙа килтермәүенә төшөнгән. Халыҡ әйтмешләй, тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була шул. Баҙарҙа ситтән килтерелгән са­ғыш­тырмаса осһоҙ иттең күплеге сығым­дарҙы ҡапларлыҡ табыш алырға ҡа­ма­саулай. Ҡыҫҡаһы, сусҡаларын бө­төрөп, Илдус ағас эшенә тотонған. Ярыу һәм эшкәртеү ҡорамалдары һатып алып, бөгөн таҡта, бурса һәм рәшәткә әҙерләй.
— Тейешле хеҙмәт һалһаң, файҙаһы бар, — ти ул. – Төҙөлөш менән шөғөл­ләнеүселәр күп, материалды, ауыл­даштарҙан тыш, ситтән дә килеп алалар.
Эшҡыуар малсылыҡты ла бөтөнләй ситкә типмәгән. Маҡсаты — башмаҡтар һимертеү. Тейешле документтар әҙер­ләп, бизнес-план төҙөп, йәш крәҫтиән-фермер хужалығының етәксеһе сифа­­тында субсидия юллаған һәм быҙауҙар алған. Бесән әҙерләү өсөн тейешле техникаһын һәм ҡорамалдарын да хәстәрләгән. Егеткә район етәкселәре булышлыҡ күрһәткән. Ғаиләһе ярҙа­мында был шөғөлөн ырамлы ғына дауам итеренә ныҡлы ышанысы бар Илдустың. Әле ул көтөүлек мәсьәләһен хәл итеү менән янып йөрөй. Бар башлан­ғыс­тарында уңыш юлдаш булһын!

Ғүмерҙе нимә оҙайта? Ҡәнәғәтлек!

Сауыҙбашта өлкән йәштәгеләр хаҡын­да тейешле хәстәрлек күрәләр. Ауыл Советы хакимиәте етәксеһе, барлыҡ яуаплы хеҙмәткәрҙәр әбей-бабайҙарҙың хәлен даими белешеп тора, килеп тыуған мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итергә тырыша. Һуғыш ветерандары, тылда эшләгәндәр – иғтибар үҙәгендә. Мөмкинлектәре бул­ғандар төрлө сараларға саҡырыла, йөрөмәгәндәрҙең иһә өйҙәренә барып хөрмәт һәм ихтирам күрһәтәләр, байрамдар, иҫтәлекле даталар менән ҡотлап, бүләк тапшыралар, йылы һүҙҙәрен йәлләмәйҙәр.
Ауылда йәшәгән 18 тыл эшсәненең ал­тауһы 90-ды үткән. Уларҙың береһенең – 5 октябрҙә 98 йәшен тултырасаҡ Өммө­гөлсөм Исламованың – хәлен белергә ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Фәйрүзә Жданова менән бергә инеп сыҡтыҡ.
Быуатҡа яҡын ғүмер кисергән инәй, ҡолаҡҡа аҙыраҡ ҡатыланып, насар күрһә лә, ауылдашы Фәйрүзә Мирхәт ҡыҙын танып, беҙҙе бик йылы ҡаршыланы. Уның аң-хәтере бер ҙә һүҙ тейҙерерлек түгел. Бирелгән һорауҙарға төплө яуаптары менән әңгәмәлә ихлас ҡатнашты, күпте күргән яҙмышы хаҡында бәйән итте. Һөйләшеү барышында пенсия биреп торған Хөкүмәтте, ҡотлауҙар ебәргән төрлө кимәлдәге башлыҡтарҙы маҡтай-маҡтай, уларға рәхмәттәр әйтеп ултырҙы.
— Яңы Ҡабанда тыуып, Яңы Аҡта­нышбаш ауылына килен булып төшкән әсәйем миңә өс йәш булғанда яҡты донъянан киткән, — ти Өммөгөлсөм инәй. – Беҙ өс бала етем ҡалдыҡ. Мине әсәйемдең хәлле туғандары үҙҙәренә алған. “Байҙа үҫтең, йөҙгә етерһең әле”, – тип әйтә торғайнылар, юрауҙары юш килә шикелле...
Башҡа ауылдаштары кеүек тормош кисергән Өммө­гөлсөм Исламова. Ире Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған, бөгөн Сарапул ҡалаһында йәшәгән улын бер үҙе аяҡҡа баҫтырған. Колхозда эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, әле өс туған һеңлеһе тәрбиәһендә көн күрә. Яҙмышына бер ҙә зарланмай ветеран. Алған пенсияһына риза булып, белгән доғаларын уҡып ултыра.
Ихтирамлы һәм ышаныслы инәй гүр эйәһе булғандарҙы йыуып-йыйыштырып, һуңғы юлға оҙатыу хәстәрҙәрен үҙ өҫтөнә алып, был сауаплы ғәмәлде оҙаҡ ваҡыт башҡарған. Бынан биш-алты йыл элек кенә бурысын башҡаларға тапшырған.
– Кешеләр хаҡына ошондай изге эштәр менән булышыуым да ярҙам итәлер инде: фани донъяла бар нәмәгә ҡәнәғәт булып, әллә ни сир-һыҙлау кисермәй йәшәп ятам бит. Барығыҙ ҙа таҙа-имен булығыҙ, – тип доға ҡылып, йылмайып оҙатып ҡалды Өммөгөлсөм инәй.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 19

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 65

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 66

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 77

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 44

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 54

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 76

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 50

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 73

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 105