Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Һалым өҫтөнә һалым

Икмәк, һөт кеүек социаль тәғәйенләнешле ризыҡтан, дарыуҙарҙан, аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙарҙан тыш, бөтә әйберҙәргә һәм хеҙмәттәргә 3 процент күләмендә һалым һалынасаҡ, тип ишеткәйнем.

З. ИЛЬЯСОВ.

Белорет районы.

Ысынлап та, Рәсәйҙең Финанс министрлығы ошондай һалым тураһындағы закон проекты әҙерләй. Министр Антон Силуанов: «Илдең бюджет сығымдарын ҡаплау мөмкинлектәре сигенә килеп етте», – тип белдерҙе. Белгестәр әйтеүенсә, ғәмәлдә хәлдәр башҡасараҡ. Төбәктәргә аҡса кәрәк, ләкин илдәге бөтә һалымдарҙың өстән ике өлөшөн йыйған Федераль үҙәк бүлешергә теләмәй. Шуға күрә ул урындағы төбәк етәкселәрен халыҡ һатып алған һәр тауарҙан, хеҙмәттән 3 процент һалым түләтергә өндәй. Министрлыҡта, был сумма яҡынса 200 миллиард һум тәшкил итәсәк, тиҙәр. Белгестәр 2015 йылда ваҡлап сауҙа итеү күләме яҡынса 30 триллион һум булыр тип күҙаллай. Шулай итеп, һатыуҙан 3 процент һалым алыуҙан табыш 900 миллиард һум тәшкил итәсәк, тигән фекерҙә тора финансистар.
Әйткәндәй, бындай һалым илдә ике тапҡыр индерелгән. Уның беренсе сәбәбе: йыйымдар 40 проценттан артмаған. Хәҙер был алымды өсөнсө тапҡыр ҡулланмаҡсылар. Тик һалымды бары эре сауҙа нөктәләре булған төбәктәрҙә, тимәк, ҙур ҡалаларҙа ғына йыйып буласаҡ. Был тәү сиратта Мәскәүгә, Санкт-Петербургка ҡағыла. Шул уҡ ваҡытта ярлы төбәктәрҙең ҡаҙнаһын тултырыу маҡсаты тағы бойомға ашырылмай ҡаласаҡ, сөнки тап уларҙа был һалымды йыйыу еңел булмаясаҡ.

Ҡағыҙ аҡса урынына – карта


Тиҙҙән ҡағыҙ аҡса бөтөрөлә тип ишеттем...
Динара.
Мишкә районы.

Һүҙ, моғайын, банк карталары тураһында баралыр. Тағы биш – ун йылдан илдәге бар­лыҡ эш би­реүселәр ҙә хеҙмәт хаҡын ошо ысул буйынса бирер тип көтөлә. Бындай карталар Рәсәй Һаҡ­лыҡ банкына ҡараған Түләү карталарының милли системаһы тарафынан әҙерләнәсәк. 2015 йылда күпләп етештерелә башлар тип фараз ителә. Әле илдәге халыҡта яҡынса 200 миллион дана карта бар. Шул уҡ ваҡытта эш биреүселәрҙән бер кем дә был системаға күсеүҙе талап итә алмай. Ләкин был ысулды һайлаған ойошмаларға һалым йәһәтенән ҡайһы бер ташламалар булыуы ихтимал. Ғөмүмән, карталарға күсерелгән эш хаҡы конвертта бирелгәндән төрлө яҡлап отошло буласаҡ, ти белгестәр.

Иң тәүҙә – бала мәнфәғәте

Ирем менән күптән айырылыштыҡ. Ул бала тураһында онотто, алимент түләмәй. Сумма көндән-көн арта. Күптән түгел элекке йәмәғәтем хатта аҡса түләтеүҙән баш тартыуымды һораны. Миңә нимә эшләргә икән?

Әлиә.
Ейәнсура районы.

Был осраҡта суд приставынан ниндәй саралар күрергә мөмкин икәнлеге хаҡында белешегеҙ, бурыслының мөлкәт исемлеген төҙөүҙәрен һорағыҙ. Унан шулай уҡ башҡарыу производствоһы һәм ай һайын түләнергә тейешле бурыс күсермәләрен алығыҙ. Был сумманы яңынан үҙегеҙ бухгалтер ярҙамында иҫәпләп сығарығыҙ. Әгәр ирегеҙ эш урынын, килеме тураһындағы күрһәткестәрҙе дөрөҫ бирмәгән тип уйлаһағыҙ, суд приставтары хеҙмәтенә мәғлүмәттәрҙе тикшереүҙе һорап ғариза яҙығыҙ. Улар Пенсия фондынан – стаж, һалым органдарынан эш хаҡы күләме тураһындағы белешмәне бирергә тейеш. Әгәр суд приставтары хеҙмәтенең тәүтикшереүселәре мәғлүмәт­тәрҙең дөрөҫлөгө һәм тикшереү кәрәкмәгәнлеге хаҡында әйтһә, Прокуратураға ғариза яҙырға һәм мировой судьяға алимент буйынса бурысты яңынан иҫәпләү тураһында мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Бурыс асыҡланғас, был сумма яҙылған заказлы хатты элекке ирегеҙгә ебәрегеҙ. Неустойка бер ҡасан да кәмергә тейеш түгел икәнлеген хәтерҙән сығармағыҙ. Ул йылына 182,5 процент тәшкил итә. Әгәр ул был аҡсаны түләмәһә, яҡшы адвокатҡа барығыҙ һәм судҡа ғариза яҙығыҙ. Бурыслы дәүләт пошлинаһын һәм башҡа бөтә сығымдарҙы түләйәсәк. Алимент аҡсаһы – баланыҡы. Был хаҡта бер ҡасан да онотмағыҙ. Әгәр ҡыҙығыҙҙы йәки улығыҙҙы һеҙ яҡламаһағыҙ, уның мәнфәғәтен кем ҡайғыртыр?

Килешеү «таҙа»мы?

Йорт һатып алырға теләйбеҙ. Хаҡы тураһында һөйләшеп килешелгән. Күсемһеҙ милектең юридик йәһәттән «таҙалығы»н нисек тикшерергә мөмкин?

Л. БОЅҠОНОВА.
Архангел районы.

Ниндәй ҙә бул­һа килешеүҙең юридик йәһәттән «таҙалығын» мот­лаҡ кәрәкле до­кументтарҙың теүәллеге һәм уларҙа ҡапма-ҡар­шылыҡтарҙың юҡлығы менән раҫлана. Күсемһеҙ милеккә һәм улар менән килешеү­ҙәргә хоҡуҡ тураһында белгегеҙ килһә, берҙәм дәүләт реестрынан күсермә (выписка) алығыҙ: фатирға йәки йортҡа сикләүҙәр барлығын йәки юҡлығын асыҡларһығыҙ. Бынан тыш, суд тәртибендәге дәғүәләр, күсемһеҙ милеккә хоҡуҡлыларҙың барлығы-юҡлығы тураһында ла хәбәрҙар булырһығыҙ. Ундай белешмә биш көн эсендә бирелә.

Бөтәһе лә ташламалы түгел

Мәктәптә физика уҡытыусыһымын. Дөйөм эш стажым 25 йыл тәшкил итә. Хеҙмәт юлымдың тәүге ике йылында, педагогик уҡыу йортонда ситтән тороп белем алғанда, түңәрәк етәксеһе булғайным. Ошо арауыҡ ташламалы
стажға инмәй, тиҙәр. Был дөрөҫмө?

Р. СӘЙФЕТДИНОВА.
Салауат ҡалаһы.

Эйе, дөрөҫ. Бөтә педагогик хеҙмәт йылдары ла хаҡлы ялға алдан китеү хоҡуғын биргән ташламалы стажға инмәй. 2002 йылдың 29 ноябрендәге Рәсәй Хөкүмәте Ҡарарына ярашлы ҡабул ителгән исемлектәге ойошмаларҙа һәм вазифаларҙа эшләгән ваҡыт ҡына ташламалы стажға инә ала. Ошо һәм быға тиклем ғәмәлдә булған документтарҙа «түңәрәк етәксеһе» тигән һүҙҙәр юҡ. Шуға судҡа мөрәжәғәт иткән хәлдә лә ике йылды ташламалы педагогик стажға индерә алмаясаҡһығыҙ.

Ике хужа – бер иҫәп
2009 йылда ҡатыным менән ер участкаһы һатып алдыҡ. Бер йыл үткәс, күршебеҙ баҡсаһын тәҡдим итте. Хәҙер ҡулыбыҙҙа ике һатыу-һатып алыу договоры, ике күсемһеҙ милекте теркәү буйынса таныҡлыҡ һәм ике кадастр һаны бар. Өҫтәүенә был участкаларҙа иҫке өйҙәр урынлашҡан. Уларҙы һүтеп, биләмәләрҙе бергә ҡушып, 12 сутый ер уртаһында яңы йорт һалмаҡсыбыҙ. Бының өсөн ике ер участкаһы өсөн дә бер кадастр һаны алыу кәрәкме?

З. ДИНИСЛАМОВ.
Өфө районы.

Ике участканы берләштерергә кәрәк буласаҡ. Бының өсөн Рәсәйҙең Ер кодексының 11-се статьяһын уҡып сығыу ҡамасауламаҫ. Закон тарафынан ер участкаһы менән ундағы күсемһеҙ милек (объект) өсөн берҙәм яҙмыш принцибы ҡаралған. Кадастр инженерына мөрәжәғәт итегеҙ. Ул 12 сутый ерҙе ыҙанлаясаҡ һәм ошо план нигеҙендә кадастр иҫәбенә ҡуясаҡ.
Фатир кемгә ҡала?

Биш йыл элек бер туған ағайым вафат булды. Әле ҡатыны ҡаты сирләй. Мин уны тәрбиәләйем. Вафатынан һуң фатирҙы үҙемә яҙҙырта аламмы? Яҡын туғандарынан өс туған ҡустыһы ғына бар.
Әлиә.

Ағиҙел ҡалаһы.

Еңгәйегеҙ һеҙгә фатирын имен-һау сағында уҡ бүләк итеү, рента йәки һатыу-һатып алыу договоры нигеҙендә бирә ала. Бынан тыш, васыятнамә яҙыу хоҡуғына эйә. Әгәр ул ошо эште атҡармаһа, ҡатындың вафатынан һуң бөтә мөлкәт ҡустыһына күсәсәк. Һеҙ фатирҙың ниндәйҙер бер өлөшөнә лә дәғүә итә алмаясаҡһығыҙ. Шуға еңгәйегеҙ менән был мәсьәләне уртаға һалып һөйләшергә кәрәк. Әммә васытнамәне һеҙгә әйтмәйенсә лә үҙгәртә алыуҙары йәки юҡҡа сығарыуҙары бар. Шуға иң ҡулайлыһы – рента договорын төҙөү. Ҡатын һеҙгә фатирын бирә, ә һеҙ уны ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем ҡарайһығыҙ.

Һүҙгә түгел, яҙыуға ышан

Былтыр 50 мең һумлыҡ йорт йыһазын кредитҡа алғайным. Магазинда банк консультанты һөйләгән бөтә шарттар ҙа оҡшағайны, шуға күрә договорға ҡул ҡуйҙым. Уны өйҙә уҡып сыҡҡас ҡына, алдауҙарын аңлап ҡалдым. Миңә түбәнерәк процент вәғәҙә итһәләр ҙә, ысынбарлыҡта ул 29,4 булып сыҡты. Ә бына бурысты ҡаплау графигында – бөтөнләй икенсе һандар. Таныш-белешемдән аҡса йыйып, кредитты түләнем. Әммә әле һаман банктан шылтыраталар. Мин бөтөнләй икенсе сумманы түләргә тейешмен бит...
Лилиә.
Өфө ҡалаһы.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә нәмә лә документҡа бәйле. Банк һеҙ договорҙы өҙгәндән һуң түләнмәгән суммағыҙҙы талап итә. Һеҙ кредитты ике көн генә файҙаланһағыҙ ҙа, банкта ай ставкаһынан сығып процент алып ҡалалар. Бынан тыш, договорҙа килешеүҙе өҙөү алдынан бер ай элек хәбәр итергә тейеш булыуығыҙ хаҡында әйтелгәндер, моғайын. Әгәр һеҙ аҡсаны түләп, банкты бурысығыҙҙы ваҡытынан алда ҡаплауығыҙ тураһында иҫкәртмәһәгеҙ, кредит алыу шарттары үҙгәрмәйәсәк һәм һеҙҙән ай һайын кәрәкле сумманы һораясаҡтар. Был осраҡта, моғайын, ошо сәбәпле бурыс килеп сыҡҡандыр. Мәсьәлә үҙаллы хәл ителер тип өмөт итмәгеҙ. Ваҡиғаларҙы үҙ яйына ла ҡуйырға ярамай, юғиһә аҙаҡ суд приставтарының барлыҡ мөлкәтегеҙгә арест һалыуы ихтимал.
Шуға тиҙ арала мәсьәләнең осона сығыу өсөн банкка мөрәжәғәт итергә кәрәк, сөнки бурысығыҙ көндән-көн арта бара.

Ниндәй документтар кәрәк?

Күптән түгел ҡатыным вафат булды. Мираҫ буйынса ҡалған фатирҙы юллау өсөн нотариусҡа барғанда ниндәй документтар кәрәк?
З. ДАНИЯРОВ.
Иглин районы.

Мираҫ тапшырыусы йәшәгән урындағы нотариус мираҫты рәсмиләштереү менән шөғөлләнә. Бының өсөн ҡатынығыҙ үлгәндән һуң алты ай үткәнгә тиклем шунда барып, мөлкәттең һеҙгә күсеүе тураһында ғариза яҙырға кәрәк. Нотариусҡа кәрәкле документтарҙы тапшырыу һәм мираҫҡа хоҡуҡ таныҡлығын алыу мөһим.
Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 1152-се статьяһының 4-се пунктына ярашлы, мираҫҡа хоҡуҡ уны асҡандан һуң барлыҡҡа килә. Ҡабул итеүсе, теләге булһа, милекте теркәтә һәм ошондай таныҡлыҡты дәүләт реестрында алыу мөмкинлегенә эйә.
Нотариусҡа барып, фатирҙы мираҫ булараҡ ҡабул итеү өсөн түбәндәге документтар талап ителә:
мираҫты ҡалдырыусының үлеме тураһындағы таныҡлыҡ (уның төп нөсхәһе һәм күсермәһе);
вафат булған кешенең һуңғы йәшәгән урынынан белешмә: федераль миграция хеҙмәте идаралығының 9-сы формаһы буйынса белешмәнең йәки идара итеүсе компанияның, торлаҡ-эксплуатациялау идаралығын­дағы йорт китабынан күсермәнең төп нөсхәһе;
никах тураһындағы таныҡлыҡ;
хоҡуҡты билдәләүсе документтар – милеккә хоҡуҡ тураһындағы таныҡлыҡ йәки хосусилаштырыу, төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу, һатып алыу-һатыу һәм башҡа договорҙарҙың төп нөсхәләре һәм күсермәләре;
шәхси иҫәптән коммуналь түләүҙәр буйынса күсермә;
техник инвентаризациялау бюроһынан фатирға инвентаризация баһаламаһы йәки ҡиммәте һәм хисаплама тураһында белешмә;
техник инвентаризациялау бюроһынан алынған кадастр һәм техник паспорттарҙың төп нөсхәләре һәм күсермәләре.
Мираҫты алты ай үткәс тә алырға мөмкин. Бының өсөн ваҡытында килергә ҡамасаулаған сәбәптәрҙе дәлилләргә кәрәк. Мираҫ ҡабул итеүсе хоҡуҡтарының боҙолоуын белгәндән һуң өс йыл эсендә судҡа мөрәжәғәт итергә тейеш. Әйткәндәй, нотариус аша милекте үҙең йөрөмәйенсә, вәкил аша рәсмиләштерергә лә мөмкин. Мәҫәлән, мираҫ хоҡуҡтары менән шөғөлләнгән юрист табырға була.
Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты

Улыма административ штраф һалғайнылар, әммә ул түләргә теләмәй. Шулай итеп, алты ай ваҡыт үтеп тә китте...

М. МУСИНА.
Мәләүез районы.

Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 32.2-се статьяһында административ штраф һалыу тураһындағы ҡарарҙың үтәлеше хаҡында әйтелә. Уға ярашлы, штраф, ҡарар көсөнә ингән көндән алып, 60 көн эсендә түләнергә тейеш. Әгәр ошо ваҡытта ул ирекле рәүештә бирелмәһә, ҡарарҙы ҡабул иткән орган йәки вазифалы кеше 10 көн эсендә суд приставы-башҡарыусыға мәғлүмәт ебәрә. Һөҙөмтәлә, закондарға ярашлы, штрафты улығыҙҙың иркенән тыш түләттерәсәктәр. Тимәк, аҡсаны барыбер бирергә тура килә.

Мотлаҡ түгел

Таныштарым эш урынынан ҡыҙҙары өсөн балалар лагерына путевка ала. Был йәһәттән үҙебеҙҙең ойошманың кадрҙар бүлегенә мөрәжәғәт иткәйнем: «Беҙҙә бындай бүләктәр бирелмәй», – тип яуап бирҙеләр. Был законлымы?
Альбина ӘХӘТОВА.
Бөрө районы.

Илдәге закондар ойошма-предприятие етәкселәренән хеҙмәткәрҙәре өсөн балалар лагерҙарына, пансионаттарға путевка юллауҙы талап итмәй. Финанс мөмкинлектәре булған ҡайһы бер урындарҙа шарттар тыуҙырыла, улар сығымдарҙы тулыһынса йәки өлөшләтә ҡаплай. Ҡағиҙә булараҡ, эш биреүсенең был йәһәттән бурысы коллектив договорында сағылыш таба.

Миҙгелгә ҡарамай

2014 йыл аҙағында пенсияға йыйынам. Йәй ял итеп ҡалғы килә. Бәлки, уртаса хаҡының күләмен һаҡлау өсөн отпускты көҙ алып, хаҡлы ялға бер юлы китергәме икән? Эштән киткәндә түләнә торған пособие кәмемәһен өсөн нимә эшләргә?
Д. ЗӘЙНИЕВА.
Белорет ҡалаһы.

Хеҙмәт тураһындағы закондарға ярашлы, хаҡлы ялға сығыу айҡанлы эштән киткәндә түләнә торған пособие ҡаралмаған. Бындай түләүҙәр, бәлки, һеҙҙең коллектив килешеүҙә яҙылғандыр. Әгәр шулай икән, уның күләме, шарттары, иҫәпләү тәртибе лә ошо документта күрһәтелә.
Ғөмүмән, уртаса эш хаҡын иҫәпләү закон тарафынан билдәләнгән. Әммә ул Рәсәй Хеҙмәт кодексында күрһәтелгән осраҡтар, мәҫәлән, отпуск аҡсаһын түләү өсөн генә мотлаҡ. Ә был пособиены билдәләгәндә эш биреүсегеҙ үҙе уртаса эш хаҡының иҫәпләү тәртибен индерә ала. Әгәр ойошмағыҙҙа был йәһәттән дөйөм ысул файҙаланыла икән, отпускыға ҡасан китеүҙең айырмаһы юҡ, сөнки ул барыбер иҫәпкә алынмаясаҡ.


Һәр урында ла туған
терәк булмай

Енәйәт эше ҡаралған суд процесында туған кеше адвокат була аламы?
Айгөл.
Миәкә районы.

Рәсәйҙең Енәйәт-процессуаль кодексының 49-сы статьяһына ярашлы, енәйәт эше буйынса производствола яҡлаусы шик аҫтындағыларҙың һәм ғәйепләнеүселәрҙең хоҡуҡтарын һәм законлы ҡыҙыҡһыныуҙарын яҡлай, юридик ярҙам күрһәтә. Был сифатта адвокат сығыш яһай. Уның менән бергә, суд билдәләмәһенә һәм ҡарарына ярашлы, процесҡа туғандарҙың береһе йәки башҡа берәү индерелә ала. Был кешеләрҙе ғәйепләнеүсе юллай. Әммә енәйәт эштәре буйынса процестарҙа туған кеше адвокат була алмай.
Мировой судта ғына яҡыны ғәйепләнеүсенең хоҡуҡтарын яҡлай ала.

Яңылышмағандар

Хеҙмәт өсөн кәрәкле машинаны алыу маҡсатында эштән процентһыҙ заем биргәйнеләр. Бурысты эш хаҡынан алып ҡалдылар. Уны яңыраҡ тулыһынса түләп бөттөм. Әммә иҫәпләүҙәрҙең дөрөҫ түгеллеге асыҡланды. Шуға бухгалтериянан белешмә һораным. Унда ссуданан файҙаланған өсөн ниндәйҙер һалым алып ҡалғандары асыҡланды. Һанап сығарғайным, шул мәғлүм булды: банктан кредит алһам, ошондай уҡ сумманы тәшкил итер ине. Заем процентһыҙ ине бит. Был ниндәй һалым ул? Ни өсөн уны эш хаҡынан алып ҡалғандар?
Ильяс.
Бөрө ҡалаһы.

Бухгалтерҙар яңылышмағандыр, сөнки ссуда алғанда проценттарҙы экономиялау иҫәбенә һеҙгә матди табыш килгән. Был хаҡта Рәсәй Һалым кодексының 212-се статьяһында әйтелә. Килем күләме Үҙәк банк тарафынан ҡуйылған рефинанслауҙың 3/4 ставкаһынан сығып иҫәпләнгән процент суммаһынан артыу булараҡ билдәләнә. Әле был ставка 8,4 процент тәшкил итә. Уның дүрттән өс өлөшө – яҡынса 6,19 процент.
Хеҙмәткәрҙәргә процентһыҙ заем биргән ойошма үҙе һалым агенты булып тора. Шуға йыйымдарҙы бухгалтерия иҫәпләй. Әгәр был аҡсаны һеҙҙән тотмаһалар, һалым инспекторҙары предприятиеға штраф һалыр ине. Әгәр һуңлап тотоп ҡалһалар, пеня түләргә тура килер ине.
Йыл башынан һәр ай һөҙөмтәләре буйынса һалым иҫәпләнә. Бухгалтерҙар уны эш хаҡығыҙҙан мотлаҡ алып ҡалырға тейеш ине. Әммә тотоп алынған сумма түләүҙәрҙән 50 проценттан юғарыраҡ булырға тейеш түгел. Әгәр заем өй төҙөлөшө йәки торлаҡ өсөн алынмаған икән, 35 процент күләмендә һалым һалына. Әйткәндәй, был һан бөтә суммаға ла түгел, табышҡа ғына ҡағыла.

Инвалидлыҡ юллағанда

Былтыр ғаиләбеҙгә ҡайғы килде: 70 йәшлек атайым психиатрия дауаханаһына эләкте. Әле уға инвалидлыҡ юллайбыҙ. Әсәйем уны опекаға алырға теләй. Атайымдың пенсияһын алыу өсөн ниндәй документтар йыйырға кәрәк? Әсәйемдекенә лә берәй өҫтәмәләр булмаҫмы икән?
З. ЗӘЙНИЕВА.
Миәкә районы.

Пенсияны түләү раҫланған ҡағиҙәләр буйынса атҡарыла. Улар хаҡында Рәсәй Пенсия фондының һәм Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының 2004 йылдың 16 февралендә ҡабул ителгән 15п/18-се ҡарарында әйтелгән. Был нормаларға ярашлы, пенсиялар психиатрия ойошмаларындағы юридик хоҡуҡлы йәки сикләнгән хоҡуҡлы граждандарға ябай тәртиптә, шул иҫәптән ышаныс ҡағыҙы нигеҙендә түләнә. Документ хаҡлы ялдағы кеше ҡаралған дауахананың баш табибы тарафынан раҫлана.
Әгәр сирле суд ҡарары нигеҙендә юридик хоҡуҡһыҙ тип танылһа, пенсияһы опекунға түләнә. Ә инде уны ҡарарлыҡ кеше юҡ икән, аҡсаһы дауаланған учреждениеға бирелә. Ә опекаға бәйле һорауҙар менән урындағы опека һәм попечителлек органына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әсәйегеҙҙең пенсияһына өҫтәмә түләүҙәренә килгәндә, 173-сө Федераль закондың 9-сы, 14-се статьяларына ярашлы, ул быға иҫәп тота алмай. Хеҙмәткә яраҡлы кешеләргә генә (бүтән рәсми эш урыны булмаған осраҡта) инвалидты ҡараған өсөн түләү билдәләнә.

Иҫәптә аҡса тиҙ бөтһә...

Һуңғы ваҡытта кеҫә телефоны иҫәбендәге аҡса бик тиҙ бөтә. Шылтыратыуҙар тураһындағы белешмәне алып, сумманың ҡайҙа киткәнлеген асыҡлап була, әлбиттә. Быны офисҡа бармайынса, Интернет аша ғына белеп булмаймы икән?
Зилиә.
Сибай ҡалаһы.

Ысынлап та, бындай хеҙмәт һәр операторҙа ла бар. Бының өсөн үҙегеҙҙең операторҙың сайтында теркәлергә йәки SMS-һорау ебәрергә мөмкин. Яуап SMS-код рәүешендә киләсәк. Уны сайтта ҡарай аласаҡһығыҙ. Был башҡа ҡыҙыҡһынған кешеләрҙең мәғлүмәтте белмәүе өсөн эшләнә. Ошонан һуң үҙегеҙҙең иҫәп буйынса операцияларҙы яҡшылап ҡарай аласаҡһығыҙ.
Ҡағиҙә булараҡ, операторҙар деталләштереүҙең ике юлын тәҡдим итә. Беренсеһе: бер тапҡыр ғына асыҡлай торған төрө ярҙамында бөтә шылтыратыуҙарҙың, SMS-хәбәрҙәрҙең һәм интернет-сессияларҙың кемдән икәнлеген белергә мөмкин. Операторҙар быға, ғәҙәттә, абонент түләүҙәрҙе һәм һеҙҙең телефондағы өҫтәмә хеҙмәттәрҙе индермәй.
Икенсенән, абонентҡа көндәлек бирелгән хисапламала бөтә хеҙмәттәр һәм шылтыратыуҙар буйынса мәғлүмәт бирелә.
Әгәр һеҙ кеҫә телефонын ҡулланмаған хәлдә күпмелер аҡсағыҙҙы алғандар икән, үҙәккә шылтыратып белешеүҙе бер кем дә тыя алмай. Хеҙмәткәр кәңәш бирәсәк һәм ялыуығыҙҙы яҙып алып ҡаласаҡ.

Ҡәрҙәшлекте лә
раҫларға тура килә

Миңә 3 миллион һумлыҡ фатир бүләк иттеләр. Бының өсөн һалым түләргә кәрәкме?

Зәйнәп.
Учалы ҡалаһы.

Бөтәһе лә бүләк биреүсенең кемлегенә бәйле. Әгәр ул һәм һеҙ бер ғаилә ағзалары йәки туғандар икән, килемдән алынасаҡ һалым түләргә тейеш түгелһегеҙ. Әйткәндәй, ир менән ҡатын, әсәй менән атай һәм балалар ғаилә ағзалары булып тора. Ә өләсәй, олатай, ейәндәр, ағайҙар һәм апайҙар яҡын туғандар тип һанала.
Әлеге милек өсөн һалым түләргә теләмәһәгеҙ, бүләк биреүсе менән туғанлығығыҙҙы һалым инспекцияһында раҫларға тура килә. Әгәр туған булмаһағыҙ, һалым инспекторҙары фатирҙы һеҙҙең килем тип һанаясаҡ. Уның хаҡының 13 процентын дәүләткә тапшырырға тура киләсәк.

Яңы урында төҙөргә мөмкинме?

Ауылда өйөм бар. Бынан тыш, ул һалынған биләмәлә ер-кадастр һәм топография-геодезия эҙләнеү эштәрен атҡарыу буйынса райондың муниципаль унитар предприятиеһының мәңгелеккә бирелгән белешмәһе һәм башҡа теркәлгән документтар бар.
Йортто икенсе урынға күсергән осраҡта миңә ергә ҡағылышлы ниндәй эштәр атҡарырға, документтар юлларға кәрәк?
Рамаҙан.
Күмертау ҡалаһы.

Яңы йортоғоҙҙо үҙегеҙҙең исемгә күсемһеҙ милек булараҡ теркәлгән ер участкаһына күсереп төҙөү хоҡуғына эйәһегеҙ. Әммә уны һалғанда күршенең ҡоймаһынан күпме йыраҡлыҡта булыуы кеүек шарттарҙы күҙ уңында тоторға кәрәк. Йортто төҙөп бөткәс, уға документтарҙы яңынан юлларға тура киләсәк.
Кем түләй?

Ирем менән айырылышыуға ике йыл ваҡыт үтте. Никахта саҡта уның аҡсаһына алынған фатирҙы уртаҡ теләгебеҙ буйынса миңә ҡалдырырға тип һөйләшкәйнек. Әммә йорт икебеҙҙең исемгә лә яҙылған. 13 процент күләмендә һалым түләргә тейешле булып сығаммы?

Мәрйәм.
Нефтекама ҡалаһы.

Хәлегеҙ үҙегеҙ уйлағандан күпкә яҡшыраҡ, сөнки никах ваҡытында алынған мөлкәт уртаҡ тип һанала, йәғни ул – ҡатындың да, ирҙең дә милке. Был осраҡта фатирҙың кемгә рәсмиләштерелеүе лә мөһим түгел. Тимәк, уртаҡ теләк буйынса фатир һеҙҙеке тип һанала.
Нотариусҡа барып, никах ваҡытында алынған фатирҙың һеҙгә тәғәйенләнгәнен раҫлатырға һәм дәүләт реестры аша үткәрергә кәрәк. Был осраҡта килем өсөн ҡаралған һалымды түләргә кәрәкмәй.

Закон сиктәренә һыймай

Яңы төҙөлгән йортто электр утына тоташтырырға теләгәйнем. Күрше риза түгел. Ул электр үткәргестең бер өлөшөн үҙем үткәрҙем тип раҫлай. Шуға уға тоташыу өсөн аҡса һорай. Уның талаптары законлымы?

В. МИРХӘЙҘӘРОВ.

Бәләбәй ҡалаһы.

Юҡ, күршегеҙҙең талаптары бер ниндәй закон сиктәренә лә һыймай. Ул электр үткәргес линияһын үҙе тоташтырған булһа ла, уға ҡушылыуығыҙ өсөн рөхсәт кәрәкмәй. Һеҙгә урындағы электр селтәре ойошмаһына ғариза яҙырға тура килер. Әйткәндәй, объекттарҙы күршегеҙ биләмәһе аша үткәрелгән электр селтәренә тоташтырған саҡта ла уға аҡса түләргә бурыслы түгелһегеҙ.


Ҡул ҡуйырға ашыҡмағыҙ

Былтыр банктан 14 процентлы кредит алғайным. Бынан тыш, өҫтәмә рәүештә уның страховкаһын түләнем. Яңыраҡ ошо уҡ банктан процент күләмен 16-ға тиклем үҙгәртеүҙәре хаҡында шылтыраттылар. Банктың быға хоҡуғы бармы?

Л. ЗӘЙНИШЕВА.
Өфө ҡалаһы.

Һеҙҙең ризалыҡтан тыш банк кредит биреү шарттарын насарайта алмай. Кредит процентының, договорҙа ҡаралмай тороп, күтәрелеүе бер ниндәй закон талаптарына ла һыймай. Бындай хәлгә тарығанһығыҙ икән, судҡа мөрәжәғәт итергә тура киләсәк. Шуға был хаҡта ишеткәс үк, банкка хоҡуҡтарығыҙҙың боҙолоуы хаҡында ғариза яҙырға кәрәк. Унда ставканы үҙгәртеү сәбәптәрен нигеҙләүҙәрен талап итегеҙ. Әгәр банк договор шарттарын теүәл үтәмәһә, судҡа мөрәжәғәт итеү теләгегеҙ тураһында иҫкәртегеҙ. Бер үк ваҡытта Рәсәй Үҙәк банкына һәм Роспотребнадзорға хәбәр ебәреү мотлаҡ. Бынан тыш, Интернеттағы ялыуҙар ҙа ҙур тәьҫиргә эйә. Уны социаль селтәрҙәге банктың рәсми битендә йәки финанс учреждениеларының эшен яҡтыртҡан сайттар­ҙа, мәҫәлән, www.banki/ru сайтында, ҡалдырырға мөмкин. Был үҙенең һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ.
Әгәр процент ставкаһының артыу мөмкинлеге тураһындағы өҫтәмә килешеүгә ҡул ҡуйған икәнһегеҙ, кредитты 16 процент менән түләргә тура киләсәк. Шуға бер ҡағыҙға ла яҡшылап уҡымайынса ҡул ҡуйырға ярамай. Уларҙы өйгә алып ҡайтып яҡшылап өйрәнеү мөһим. Бәләкәй хәрефтәр менән яҙылғандарына айырыуса ныҡ иғтибар итегеҙ. Иң мөһим мәғлүмәттең тап шунда булыуы ихтимал.

Тағы ла мираҫ

Әсәйемдең ағаһы өс йыл элек вафат булғайны. Ул хосусилаштырылған баҡсаһы тураһындағы бер ниндәй документын да ҡалдырмаған. Мин – берҙән-бер вариҫымын. Туғанымдың ере ҡалғанлығы хаҡында дуҫымдан ишетеп белдем. Баҡсасылыҡ ширҡәтенең иғәнә түләнмәгән өсөн ерҙе тартып алыуҙары мөмкинме? Ерҙе нисек үҙемдең исемгә рәсмиләштерергә?
Дамир.

Салауат ҡалаһы.

Ерҙе үҙегеҙгә рәсмиләштерер алдынан башта уны мираҫ булараҡ ҡабул итергә кәрәк. Һеҙҙең осраҡта быны эшләүе бик ауыр, сөнки туғанығыҙ үлгәндән һуң алты ай эсендә башҡарырға кәрәк ине. Шуға һеҙгә милекте суд аша юлларға тура киләсәк.
Дәғүә ғаризаһында ер хаҡын күрһәтергә һәм туғанығыҙҙың участкаһына кадастр паспортын, әгәр ул юҡ икән, урындағы үҙидара органынан күсермәһен табырға кәрәк. Дәүләт пошлинаһы ерҙең кадастр хаҡынан сығып билдәләнәсәк. Шулай итеп, судҡа ғаризаға нотариустан белешмә, участканың кадастр паспорты, мәрхүм менән туғанлығығыҙҙы раҫлаған документтар, шуның үлеме тураһындағы белешмәне ҡушып тапшырығыҙ. Баҡсасылыҡ ширҡәте участканы мираҫ булараҡ ҡабул итеү хоҡуғына ҡаршы бер нәмә лә эшләй алмаясаҡ. Әммә был ерҙе милек итеп ҡабул иткәс, ширҡәт алдындағы бурыстарҙы ҡапларға тура киләсәк.

Ҡағиҙәләр үҙгәрҙе

Дүрт йыл элек 500 мең һумға фатир һатып алдыҡ, уның өсөн һалым ҡайтармаһы булды. Былтыр иһә 1 миллион 400 мең һумға тағы бер фатир алдыҡ. Уның өсөн дә һалым ҡайтармаһын алырға мөмкинме?

Нәғимә Мәхмүт ҡыҙы.
Сибай ҡалаһы.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был осраҡта икенсе фатир өсөн һалым ҡайтармаһын бирмәйәсәктәр. Быйыл ғинуарҙан 2 миллион һумдан ҡайтармаһын тулы алмағандар ғына сумманың ҡалған өлөшөнә дәғүә итеү хоҡуғына эйә. Әммә был ҡағиҙә быйыл 1 ғинуарҙан һуң һатып алынған торлаҡҡа ғына ҡағыла. Дүрт йыл элек фатир алған булһағыҙ ҙа, ташлама бирелмәйәсәк. Ул ваҡытта бөтөнләй икенсе ҡағиҙәләр ине, һалым ҡайтармаһына ла кеше ғүмерендә бер тапҡыр ғына иҫәп тота ала.

Бушлай ойошторола

Балалар баҡсаһына эшкә урынлашҡанда үҙ иҫәбемә медицина тикшереүен үтергә тура килде. Мәғариф учреждениеһы был аҡсаны кире ҡайтарырға тейешме?

Земфира.
Баймаҡ ҡалаһы.

Эйе, балалар учреждениелары хеҙмәткәрҙәре эшкә урынлашыр алдынан медицина тикшереүен үтергә бурыслы. Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексының 213-сө статьяһына ярашлы, был сумманы эш биреүсе кире ҡайтарырға тейеш. Бының өсөн медицина учреждениеһына түләүегеҙҙе раҫлаған чектарҙы, белешмәләрҙе һаҡларға кәрәк. Әгәр был аҡса кире ҡайтарылмаһа, хеҙмәт инспекцияһына ялыу яҙа алаһығыҙ. Бынан тыш, даими медицина тикшереүҙәре лә етәкселек тарафынан бушлай ойошторолорға тейеш.

Әйткән һүҙ – атҡан уҡ

Юғары уҡыу йорттарының береһендә белем алам. Һуңғы сессияла уҡытыусым менән һүҙгә килештем: ҡыҙып китеп, бөтәһен дә әйтеп һалдым, аҙаҡ ғәфү үтендем. Әммә ул ректор менән һөйләшеүе, мине университеттан ҡыуасаҡтары тураһында әйтте. Ебәреүҙәре ихтималмы?

Ильяс.
Кушнаренко районы.

Уҡыу йортоноң ус­тавында белем учреждениеһынан ҡыуылыу сәбәптәре, шулай уҡ тәртибе тураһында яҙылырға тейеш. Шуға был документ менән танышып сығыу ҡамасауламаҫ. Уҡыу йортонан ҡыуыу – дисциплинар яза. Ул студенттың хәлгә яҙма аңлатмаһын алғандан һуң ғына тәғәйенләнә. Уҡытыусының кемделер уҡыуҙан ҡыуыу кәрәклеге хаҡында әйтеүе нигеҙендә генә һеҙҙе студенттар исемлегенән һыҙып ташлай алмаясаҡтар. Башта университет хакимиәте хәлде асыҡларға бурыслы. Шуға һеҙ ысынбарлыҡты аңлатып яҙырға тейешһегеҙ.
Дисциплинар яза иһә ҡылынған эштән һуң бер ай үткәс, алты айҙан да ҡалмайынса һалына. Был ваҡытҡа студенттың сирләүе йәки каникулда булыуы иҫәпкә алынмай.

Һуңларға ярамай

Алты ай элек көсөнә ингән район суды ҡарарына ялыу бирергә мөмкинме?

Г. МИНАСОВА.
Өфө ҡалаһы.

Рәсәйҙең Гражданлыҡ-процессуаль кодексының 338-се статьяһына ярашлы, кассация ялыуын биреү ваҡыты суд ҡарарын ҡабул иткәндән һуң ун көн тәшкил итә. Бынан тыш, күҙәтеү инстанцияһы суд ҡарарҙарына көсөнә ингәндән һуң алты ай эсендә ялыу биреү хоҡуғына эйә. Әммә был хәлдең Рәсәйҙең Гражданлыҡ- процессуаль кодексы тарафынан ҡаралған бөтә юлдар атҡарылғас ҡына теркәлеүе мөмкин. Ошо алты ай үткәндән һуң яңынан асылған хәлдәр хаҡында хәбәр ителмәһә, законлы көсөнә ингән ҡарарға ялыу биреп булмай.

Сәсемде «матурайттым»

Сәсемде химия ярҙамында матурлар өсөн бөҙрәханаға барҙым. Әммә унан һуң сәсем генә түгел, маңлайым да, ҡолаҡтарым да янды. Был хаҡта табиптан белешмәм дә бар. Салон етәксеһенә аҡсаны кире биреүҙәрен һорап, аҙаҡ килеп борсоп йөрөмәүебеҙҙе белдереп барҙыҡ. Әммә ул хаҡтың бер өлөшөн генә ҡайтарырға риза. «Сәсегеҙ матур бөҙрәләнгән, химия килешкән», – ти. Был бөтөнләй дөрөҫ түгел! Табипта бушҡа булманыҡ бит. Аҡсаны нисек тулыһынса ҡайтарырға?
Әлимә.
Өфө районы.

Бөҙрәханаға дәғүәгеҙҙе яҙып ҡалдырығыҙ. Унда договорҙы өҙөүегеҙ һәм сифатһыҙ хеҙмәт өсөн аҡсағыҙҙы кире ҡайтарыу теләгегеҙ хаҡында әйтегеҙ. Әгәр ун көн эсендә һорауығыҙ ыңғай хәл ителмәһә, судҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Сәләмәтлегегеҙҙе тергеҙеү, бешкән тән өсөн сарыф ителгән аҡсаны кире ҡайтарыу, әхлаҡи зыян өсөн түләүҙәрен талап итә алаһығыҙ. Берәй белгестең сәсте бөҙрәләтеү технологияһының боҙолоуы тураһындағы һығымтаһын алыу ҙа ҡамасауламаҫ.

Утыҙ йыл бергә йәшәгәс…

Ирем менән утыҙ йылдан ашыу бергә йәшәнек. Улдарыбыҙ бар. Был минең – икенсе, уның өсөнсө никахы. Ҡайғыны ла, шатлыҡты ла бергә кисерҙек. Ирем миңә аҡса бирмәй башлағас, үпкәләүҙәрем башланды. Икебеҙ ҙә 80 йәште уҙғанбыҙ, татыу ғына йәшәргә ине лә бит... Уның пенсияһының күләме – 30, минең 7 мең һумдан ашыу тәшкил итә. Өҫтәүенә банкта 400 мең һум аҡсаһы бар. Уның матди ярҙамына өмөт итә аламмы? Был сумманың ниндәйҙер өлөшө миңә бирелерме?

Шәрифә Дауыт ҡыҙы.
Мәсетле районы.

Әгәр банктағы аҡса никах ваҡытында йыйылған икән, һеҙ уның яртыһына дәғүә итә алаһығыҙ. Бының өсөн судҡа мөрәжәғәт итергә, был иҫәпкә арест һалыуҙарын һорарға кәрәк. Әгәр ирегеҙ был иҫәптән аҡсаһын алһа, бер нисек тә иҫбат итеп булмаясаҡ. Икегеҙ ҙә хаҡлы ялдаһығыҙ. Шуға ирегеҙҙең пенсия күләме ҙур булһа ла, унан алимент алыу хоҡуғына эйә түгелһегеҙ. Алиментты тәү сиратта ата-әсә балалары өсөн түләргә тейеш. Ә бына улдарығыҙҙан, түләй алалармы-юҡмы, алимент һорай алаһығыҙ.
Бер хата әллә күпме
мәсьәләне ҡуҙғата

Наилә менән игеҙәкбеҙ. Һамар өлкәһенең Сызрань ҡалаһында тыуһаҡ та, әле Башҡортостанда йәшәйбеҙ. Минең паспортта шулай тип яҙылған. Ә Наиләнең тыуған урыны Куйбышев өлкәһенең Сызрань ҡалаһы тип күрһәтелгән. Ошо уҡ паспортым менән фатирҙы һатыу-һатып алыу договорын төҙөнөк. Әммә уға хоҡуҡты теркәү тураһындағы документты юллай башлағас, паспортыңды алмаштыр, тип талап итә башланылар...

Рәйлә Хәнәфи ҡыҙы.
Октябрьский ҡалаһы.

1991 йылға тиклем Һамар өлкәһе Куйбышев өлкәһе тип атап йөрөтөлһә лә, паспортығыҙҙа барыбер хаталы яҙылған. Тыуыу тураһындағы таныҡлығығыҙҙа иһә Куйбышев өлкәһендә донъяға килеүегеҙ күрһәтелгән. Ә паспортҡа тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтағы мәғлү­мәттәр теүәл күсерелергә тейеш. Шуға, шәхесегеҙҙе раҫлаған документта хаталарҙың булыуы сәбәпле, ул алмаштырылырға тейеш. Юғиһә киләсәктә үрҙә әйтелгән генә түгел, әллә күпме башҡа мәсьәләгә юлығыуығыҙ ихтимал.

Хаҡы түләнһә лә...

Йортобоҙҙа ҡуйылған антенна һөҙөмтәһендә телевизор бик насар күрһәтә. Бер каналды ғына яҡшы ҡарап була, башҡалары хыял ғына булып ҡала. Ҡатыным ҡаты сирләй, йөрөй алмай. Уның өсөн «зәңгәр экран» – мәғлүмәт сығанағы. Антенна өсөн ваҡытында түләп барам. Беҙҙе хеҙмәтләндергән ойошмаға мөрәжәғәт иткәйнем, ғәйеп телевизорығыҙҙа, тинеләр. Эш унда түгел, каналдарҙың насар күрһәтеүендә. Шуға Интернет аша ҡарау яҡшыраҡ, антеннаны тоташтырмау хәйерлерәк тигән фекергә килдем. Әммә әле һаман ойошманың хеҙмәткәрҙәре килеп антеннаны алыу сараһын күрмәй...

Дамир Ильяс улы.
Бәләбәй ҡалаһы.

Һеҙ, әлбиттә, сифатһыҙ хеҙмәттән баш тарта алаһығыҙ. Бынан тыш, суд аша әхлаҡи зыян өсөн аҡсалата компенсация талап итегеҙ, сөнки һеҙҙең осраҡта телевизор ҡарау бик мөһим. Әммә аҡса түләп тә, был хоҡуҡтан мәхрүм ҡалғанһығыҙ.

Штраф һалынмаҫҡа тейеш

Хаҡлы ялдамын, әммә участка дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләүемде дауам итәм. Беҙҙә табиптарға эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса бирелгән ҡағыҙҙарҙы дөрөҫ тултырмау өсөн штраф яҙалар. Улар хаҡлымы?

Зәйтүнә Мираҫ ҡыҙы.
Өфө ҡалаһы.

Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары дөрөҫ тултырылмаған осраҡта штраф түләттереү законлы түгел. Ә бына ойошмағыҙҙа хеҙмәт өсөн түләү йәки премия яҙыу положениеһында өҫтәмә аҡсаның намыҫлы хеҙмәт, шул иҫәптән документтарҙы теүәл тултырыу өсөн генә бирелеүе хаҡында әйтелгәндер. Уға ярашлы, эш был закон талаптарына яуап бирәсәк.

Ҡояш нуры төшмәй

Ер участкабыҙ баҡсасылыҡ ширҡәтендәге урамдың ситендә урынлашҡан. Уның ҡоймаһы йығыла башлағайны. Урынына 3,5 метр бейеклектәгеһен ни өсөндөр беҙҙең биләмәгә терәп күтәрҙеләр. Һөҙөмтәлә ҡыяр, помидор һәм башҡа йәшелсә түтәлдәренә ҡояш нуры ныҡлап төшмәй башланы. Ширҡәт идараһынан ошо ҡойманы күсереүҙәрен һорай алабыҙмы?

К. НУРИСЛАМОВА.
Өфө районы.

Эйе, бейек ҡойма арҡаһында йәшелсә уңышының кәмеүе, матди зыян күреүегеҙ тураһында судҡа дәғүә ғаризаһын яҙа алаһығыҙ. Әммә бейек ҡойманың уңышты кәметеүен раҫлаған дәлилдәрҙе үҙегеҙгә табырға тура киләсәк. Бының өсөн экспертиза, матди зыянды баһалау өсөн киткән сығымдарҙы үҙегеҙгә ҡапларға кәрәк бу­ласаҡ. Тағы шуныһы: был сығымдарҙың аҙаҡ ҡап­ланыуына ышаныс та бик аҙ. Шуға йәшелсә-емеште ҡойманан йыраҡҡараҡ ултыртыу хәйерлерәк.


Ейәнсәрегеҙҙең мәнфәғәте ҡайғыртылһын

Ҡасандыр әсәйем менән атайым Өфөлә минең өсөн фатир һатып алды. Унда бәлиғ булмаған улым теркәлде. Үҙем бер нисә йыл Мәскәүҙә эшләп ҡайттым. Был ваҡытҡа улым өйләнде, ҡыҙҙары тыуҙы. Килен бөтә әйберҙәремде лә сығарып ташлаған. Үҙе беҙҙең фатирҙа йәшәһә лә, пропискаһы – атаһының бүлмәһендә. Әле һаман улымдың ҡатыны менән уртаҡ тел таба алмайбыҙ, хатта ҡул күтәрә. Мин уларҙы фатирҙан сығара аламмы?

З. ӘХИӘРОВА.
Өфө ҡалаһы.

Киленегеҙҙе фатирҙан сығарыу өсөн бер ниндәй кәртә юҡ, сөнки ул унда теркәлмәгән, тимәк, уның был торлаҡта йәшәү хоҡуғы ла юҡ. Участковыйға мөрәжәғәт итегеҙ. Ул, һеҙҙең ғаризаға ярашлы, улығыҙҙың ҡатыны менән әңгәмәләшәсәк һәм йәшәү урынының законлы булмауын аңлатасаҡ. Әгәр киленегеҙ был хәлде инҡар итһә, уны фатирығыҙҙан суд аша ғына сығара алаһығыҙ. Ә бына улығыҙға һәм ейәнсәрегеҙгә бәйле хәл бик ҡатмарлы. Улар һеҙҙең фатирҙа теркәлгән, тимәк, унда йәшәргә хоҡуҡтары ла бар. Үҙ теләктәре менән китергә теләмәһәләр, судҡа мөрәжәғәт итергә тура киләсәк. Бының өсөн уларҙың фатирҙа йәшәү хоҡуғының көсөнән сығыуы, торлаҡтан теркәүҙән төшөүен һәм унан сығарылыуын талап итеп ғариза яҙығыҙ. Әммә шуныһы бар: илебеҙҙәге судтар бәлиғ булмаған балаларҙы теркәү урынынан төшөрә һалмай. Шуға ейәнсәрегеҙ фатирҙа йәшәй икән, уны һәм атаһын торлаҡтан сығарыуы бик ауыр буласаҡ. Мәсьәләнең икенсе яғы ла бар. Улығыҙға киленегеҙҙең фатирҙа йәшәргә хоҡуғы булмауы тураһында аңғартығыҙ. Бәлки, ошо һөйләшеүҙән һуң хәл яҡшыға үҙгәрер. Ғөмүмән, ваҡиғаларҙы ҡуйыртмаҫҡа, судҡа алып барып еткермәҫкә һәм бер-берегеҙ менән уртаҡ тел табырға тырышығыҙ.

Бәләгә тарыма...

Баш ҡалала ҡунаҡта булғанда, магазинға инеп сығыуға машинабыҙ урынында юҡ ине...

Вәсилә.
Ҡыйғы районы.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәгән, «тимер ат»ығыҙҙы дөрөҫ парковкаламаған икәнһегеҙ, уны штраф туҡталҡаһында эҙләгеҙ. Баш ҡалала улар – дүртәү. Шулай итеп, машинағыҙҙы алып китеүҙәре үҙе бер ауыр хәл булһа, уны кире алыуы иһә ҙур бәләгә әүерелә, сөнки бындай майҙандан автомобилен алып китергә теләүселәр һеҙ генә түгел, әллә күпме. Шуға иртәнән унда сират һыу буйы оҙон. Машинаңды тиҙ арала алып китәм тимә. Өҫтәүенә техниканың туҡталҡала торғаны өсөн дә штраф түләргә кәрәк.
Махсус ҡушымтаны Айһылыу Низамова әҙерләне



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы?

Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы? 23.03.2019 // Йәмғиәт

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың 100 йыллығы уңайынан Инстаграмдағы аккаунтында халыҡҡа...

Тотош уҡырға 30

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап 22.03.2019 // Йәмғиәт

Иртәгә, 23 мартта, Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу билдәләнә....

Тотош уҡырға 44

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә илдә йәмәғәт ойошмаларының...

Тотош уҡырға 86

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды 22.03.2019 // Йәмғиәт

Күптән түгел Баймаҡ районының Күсей мәктәбе “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылһа, кисә Беренсе Этҡолдағы...

Тотош уҡырға 45

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты 22.03.2019 // Йәмғиәт

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тарафынан ойошторолған “Иғтибар: балалар!” иҫкәртеү...

Тотош уҡырға 35

Бер быуатлыҡ документтар

Бер быуатлыҡ документтар 22.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының юбилейына арналған саралар сиктәрендә Башҡортостандың Милли архивы 100...

Тотош уҡырға 49

Бөгөн ниндәй көн?

Бөгөн ниндәй көн? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Бөтә донъя һыу ресурстары, Таксистар көнө билдәләнә. Шулай уҡ бөгөн Балтик диңгеҙе һәм, иң...

Тотош уҡырға 64

Буҙа эсеп, талҡан ашап...

Буҙа эсеп, талҡан ашап... 22.03.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта һәр кем сифатлы ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Магазиндағы ялтыр-йолтор ҡаплы, ҡайҙалыр...

Тотош уҡырға 152

Яҙ менән йәй нисек киләсәк?

Яҙ менән йәй нисек киләсәк? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Гидрометүҙәге илдә апрелдән сентябргә тиклем ниндәй һауа торошо булыуы тураһындағы яҡынса...

Тотош уҡырға 140

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы?

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Илебеҙҙең бер нисә ҡалаһы Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы менән бәйле....

Тотош уҡырға 37

Йолаларыбыҙ – милли сәнғәт нигеҙе
Күсмә ултырыш үтә

Күсмә ултырыш үтә 22.03.2019 // Йәмғиәт

25 – 28 мартта Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары...

Тотош уҡырға 30