Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙмыштан уҙмышмы был?
Флүрә Хәй ҡыҙы Әхмәтшинаның ғүмер юлын күҙаллағанда күңелдә шундай һорау тыуа: яҙмыштан уҙмышмы был? Учалы районының Мулдаҡай ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ, урта мәктәпте тамамлап, 1954 йылда медицина институтына уҡырға инә. Педиатр һөнәрен һайлай. Ҡырҡ йылдан ашыу балаларҙың һаулығын һаҡлауҙа ҙур фиҙакәрлек менән эшләй.


Замандаштарының хәтирәләренә ҡарағанда, уның тырышлығына, тәрән белеменә һоҡланмаған кеше булмағандыр, моғайын. Медицина институтының ординатураһында ғилем туплай, студенттарҙы уҡыта. Артабан табиптарҙың белемен камиллаштырыу факультетында эшләй, райондарҙағы хеҙмәттәштәренә ярҙамлашыу, уларҙы медицина өлкәһендәге яңы ысулдар менән таныштыра барыуға тырышлыҡ һала. Аралашырға насип булған кешеләр күңелендә ул үтә лә изгелекле, һәр кемгә мәрхәмәтле, фәрештәләй ила­һи зат булып һынлана. Педиатр һөнәрен һайлауы ла тәбиғәтенә тура килә: Флүрә Хәй ҡыҙы бөтә булмышын, зирәклеген, беле­мен балалар һаулығын һаҡлауға, кешеләр яҙмышын еңеләйтеүгә бағышлай.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, рес­­­пуб­­ликаның Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында эшләп, бөтә ғүмерен яратҡан эше библиографияға бағышлаған Рәйсә Хәсән ҡыҙы Тимерғәлинаның хәтирәләренән бер өҙөк: “...70-се йылдарҙа Өфөнөң Спорт һарайынан Октябрь проспектына тиклемге өлөшөндә билдәле ғалимдар, яҙыусылар, артистар һәм башҡа интеллигенция вәкилдәре йәшәй ине. Бер тиҫтер балалар, үҫә төшкәс, барыһы ла 117-се мәктәпкә уҡырға төштө, был уҡыу йорто уларҙың икенсе өйөнә әүерелде. Флүрә Хәй ҡыҙы ла беҙҙең менән йәнәш йортта торҙо. Ул ошо кварталда йәшәгәндәрҙең “ғаилә врачы”на әйләнде. Балалар сирләгәндә, тәүлектең ниндәй ваҡыты булыуына ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт йүгереп килеп етер, төплө кәңәштәре менән ярҙам итер, тейешле дарыуҙарын тәғәйенләр ине. Уның изгелеген бер ваҡытта ла онотманыҡ, һәм әле лә күптәрҙең күңелендә юғары категориялы табип хаҡында яҡты иҫтәлектәр һаҡланыуы ғәжәп түгел”.
Флүрә ханым үҙ ғаиләһенә лә бик иғтибарлы, ихтирамлы булды. Тормош иптәше Булат Шәрипов менән балалары Марат һәм Гүзәлде бик яратып тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙары, әсәһенең юлын дауам итеп, медицина институтын тамамланы, фармацевтика белгесе ул. Марат, Мәскәүҙә уҡып, иҡтисадсы һөнәрен алды.
Тормоштоң ошондай юғары баҫҡысына етеү өсөн Флүрә Хәй ҡыҙына ниндәй генә ҡатмарлы юлдар үтергә тура килмәй. Уға ике генә йәш бул­ғанда Мулдаҡай мәктәбе директоры вазифаһында эшләгән атаһы Ғәбделхәйҙе (Флүрәне атаһының исемен ҡыҫҡартып Хәй ҡыҙы тип кенә йөрөтәләр) фәҡәт Әхмәтзәки Вәлидиҙең бер туған ҡустыһы бул­ған өсөн генә “халыҡ дошманы” мөһөрөн тағып, 1937 йылда ҡулға алалар. Ә ғаиләгә бер ниндәй ҙә хәбәр еткерелмәй. Тик байтаҡ ғүмер уҙғас ҡына уның атылғаны тураһында ишетәләр. Флүрәнең әсәһе Фатима апайҙы береһенән-береһе бәләкәй биш балаһы (иң ҙуры Фәүзиә — ун йәшлек, ә иң кесе Лилиә дүрт айлыҡ ҡына була) менән мәктәп фатирынан ҡыуып сығаралар, хатта тормош кәрәк-ярағын алырға рөхсәт итмәйҙәр. Ғаилә, был хәлдәрҙең ваҡытлыса булырына өмөт итеп, бирешмәҫкә тырыша, ләкин яфалы тормош шарттарына кескәй Лилиә генә сыҙамай, баҡыйлыҡҡа күсә. Фатима апай үҙенең ныҡышмалылығы, йүнселлеге һәм күркәм холҡо менән ҡыҙҙары Фәүзиә ме­нән Флүрәне, улдары Шәүкәт менән Салауатты уҡы­тыу, иҫән-һау үҫтереү өсөн бөтә көсөн һала. Тырышлыҡ бушҡа китмәй: дүрт балаһы ла тормошта үҙ урынын таба, халҡына тоғро хеҙмәт итә, маҡтаулы исемдәр ала. Флүрәнең дә эшмәкәрлеге тейешле ба­һа­ланып, ул халҡыбыҙ күңе­лендә саф, эшһөйәр, күр­кәм шәхес булып һаҡлана.
Флүрә апай менән мин сәйәси золом ҡорбандарына бағышланған “Живая память” (төҙөүсе авторы – М. Үтәбаева, Өфө: Китап, 2008) тигән китапты баҫмаға әҙерләгәндә таныштым. Ул атаһы Ғәбделхәйҙең һәр ваҡыт белемгә ынтылған, ситтән тороп Өфөлә пединститутта уҡыған, ауыл балаларын кис­тәрен музыкаға йәлеп иткән, скрипкала, мандолинала уйнарға өйрәткән бик зыялы кеше булыуы тураһында яҙа. Барлыҡ “ғәйебе” — Әхмәтзәки Вәлидиҙең ҡустыһы булыуында.
Ҡара һөрөмлө 1937 йылдың ҡорбандары иҫәпһеҙ, үкенескә ҡаршы. Һуңлап булһа ла аҡланып, халҡыбыҙға исеме әйләнеп ҡайтҡан Зәки Вәлидиҙең балалары Сүбидәй, Иҫәнбикәләр менән осрашып, улар менән ғәҙеллектең өҫкә сығыуын Флүрә Ғәбделхәй ҡыҙына күрергә насип булыуы уның балалары, туғандары, таныштары, замандаштары күңеленә лә ниндәйҙер еңеллек өҫтәгәндәй. Тәрбиәле, аҡыллы балаларының күңел түрендә лә ул һаман иҫән кеүек. Беҙ, Флүрә Ғәбделхәй ҡыҙының дуҫтары, уны яҡындары менән бергә юҡһынабыҙ, һағынабыҙ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 19

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 65

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 66

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 77

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 44

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 54

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 76

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 50

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 73

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 105