Ғүмерҙәр өҙөлдө

30-08-2014, 04:37 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Ғүмерҙәр өҙөлдө
Контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтәгәндә һәләк булған ике һалдаттың кәүҙәһе Башҡортостанға ҡайтты. Меңдәрсә халыҡтың күҙ йәшен түктергән Украиналағы һуғыш башҡорт егеттәрен дә аяманы.


Көйөргәҙе районының Яңы Таймаҫ ауылы егете Марсель Араптанов тыуған көнөндә, 22 августа, ер ҡуйынына тапшырыла. Фажиғә 12 августа Рәсәй менән Украина сигендә була. Хәрбиҙәр машинанан сығып та өлгөрмәй, ут аҫтына эләгә.
Һуңғы 13 йыл дауамында Чечняла хеҙмәт итеп, ата-әсәһе менән бик йыш күрешергә форсат булмай Марселгә. Асыҡ күңелле, ихлас, ярҙамсыл кеше ине, тип хәтерләйҙәр егетте таныштары. Батырҙы һуңғы юлға бөтә ауыл оҙата. Киң мәғлүмәт саралары табутта мәрхүмдең бар ағзаларының да теүәл булмауы хаҡында имеш-мимеш таратты, әммә быны ауылдаштары ла, Марселдең әсәһе Венера Араптанова ла тулыһынса инҡар итте. Ауыл Советы вәкилдәре белдереүенсә, Тыуған иле өсөн йәнен аямаған егеттең исемен мәктәптең бер класына биреү планлаштырыла.
– Тыумышы менән Күгәрсен районының Әлмәс ауылынан булып, Күмертау ҡалаһында төпләнгән Илнур Килсенбаев бөгөн ерләнәсәк. Мәрхүмдең ғаиләһенә, ата-әсәһенә ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам күрһәтәсәкбеҙ, – тине Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусин.
Ике егеттең ғүмере йәшләй генә өҙөлөүе тотош республика халҡын тетрәндерҙе. Украина ерендә барған һуғыштың Баш­ҡортостан өсөн һуңғы шаңдауы булһын ине тигән теләк барыбыҙҙа ла.