Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Теләктәр тауы тарта
Теләктәр тауы тарта
Сусаҡтау... Ғәжәйеп матурлығы, мөһабәтлеге һәм серлелеге менән әллә күпме кешене арбай ул. “Башҡортостандың йөҙ матур урыны” китабына индерелгән был үҙенсәлекле тәбиғәт ҡо­март­ҡыһы һәр кемдә һоҡланыу тыуҙырып, йылдың барлыҡ миҙгелендә лә туристарҙы үҙенә тарта.


Тау башынан (уның бейеклеге 500 метрҙан ашыу) бөтә тирә-яҡ ус төбөн­дәгеләй күренә. Су­саҡтау осло түбә­һенә күтәрелгән һәр кемде иҫ киткес гүзәл­леге менән таң ҡалдыра. Тыуған яҡты өйрәнеү, тарих һәм археология менән мауыҡҡан кешеләр араһында был урын ҙур ҡыҙыҡһыныу, бәхәс, фараздар ҙа тыуҙыра. Ә яҡын-тирәләге ауылдарҙа йә­шә­гәндәр тауҙың мөғ­жизәле кө­сөнә ыша­на. Күп­тәр өсөн ул – барлыҡ теләктәр ҡабул булған из­ге ер, шуға күрә лә ҡайһы бе­рәү­ҙәр уны Теләктәр тауы тип йөрөтә. Борон заман­дарҙа Су­саҡтауҙа баш­ҡорт­тар йыйын йыйған, сәсән­дәр, ырыу аҡһаҡал­да­ры май­ҙан тотҡан, тап ошонда мөһим ҡа­рарҙар ҡабул ител­гән.
Хәҙер элекке матур йолалар тергеҙелә. Осло тау башынан йылдың теләһә ниндәй миҙгелендә лә кеше өҙөлмәй. Берәүҙәр – көс, икенселәр илһам алырға, өсөнсөләр Дим буйының гү­зәллегенә һоҡланырға, иҫ киткес матур тәбиғәт күренештәрен һүрәткә һәм фотоға төшөрөргә килә унда.
– 21 июндән 22-һенә ҡараған, йәғни йылдың иң ҡыҫҡа төнөндә, Ер шары буйлап йөҙҙәрсә мең кеше изге урындарға ашыға, – ти яҡта­шыбыҙ Миңзәлә Фазлетдинова. (Әйткәндәй, Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы – хажиә, ул Сурай ауылында тыуып үҫкән, ире Ҡәдүрий хажи әфәнде менән хәйриә эше алып баралар, мәсеттәр төҙөргә ярҙам итәләр, шул иҫәптән тыуған ауылдарында ла улар ярҙамында иман йорто һалынды). – Миңә лә бер нисә тапҡыр йәй көнө Арҡайымда, Һиндостанда, Ғәрәфәт, Торатау һәм Ирәмәл тауҙарында таң ҡаршыларға тура килде. Үҙебеҙҙә лә изге урындар бар­лығы һөйөндәрә. Хәҙерге заманда кешеләр­гә иман кәрәк. Ана бит Украинала ниндәй сыуалыштар ба­ра... Хоҙай шундай ҡай­ғы-хәсрәт күрһәт­мә­һен! Үҙе­беҙ­ҙең тә­биғәт ба­лаһы икән­лекте онот­маҫҡа, ҡул­­дары­быҙ­ҙы күккә, ҡояшҡа һоноп, тыуған ере­беҙгә рәхмәт әй­тергә, ты­ныслыҡ, һаулыҡ һәм изге ғә­мәлдәр теләргә кәрәк.
Абруйлы яҡташыбыҙҙың һүҙ­ҙәрен Ҡыпсаҡ-Асҡар ауы­лы йәштәре күтәреп алды. Ҡояш сығыуын Сусаҡтау башында ҡаршы алды улар, ә Сурай ауылының “Ағинәй” мәсете имам-хатибы Жәүит Ризуанов аҙан әйтте. Моңло аҙан тауышы иртәнге ысыҡ тамсылары менән бергә тирә-яҡҡа һибелде. Ошо ғәжәйеп иртәлә тауҙарға күтәрелгәндәр теүәл бер йылдан һуң Сусаҡтау башында тағы ла осрашырға һүҙ ҡуйышты.
Теләктәр ҡабул булһын!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 19

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 65

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 66

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 77

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 44

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 54

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 76

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 50

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 73

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 105