Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр кем ун төп ағас ултыртһа...
Һәр кем  ун төп ағас ултыртһа...
Урман хужалығы бинаһына килеп ингәндә иртәнге кәңәшмә бара ине. Шуға бер аҙ сабыр итергә ниәтләп, иғтибарҙы икенсе мәсьәләгә йүнәлттек. Ул арала барыһы ла сығып, йәһәт кенә таралышырға өлгөрҙө. Ярай әле етәкселәре Юламан Кейекбирҙин урынында ҡалды.


— Эшебеҙҙең ифрат тығыҙ сағы, шуға һәр кем бурысын атҡарырға ашыға. Был көндәрҙә мәшәҡәт бигерәк артып тора, баҫыуҙарҙы һаҡлаған урман һыҙаттарын тәрбиәләү мәсьәләләре буйынса республика кәңәшмәһе беҙҙә үтә. Мәшәҡәт күбәйә тиһәк тә, шатлыҡлы хәл был, сөнки крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары үҙ биләмәләрендәге баҫыуҙар буйлап ағас ултыртырға теләк белдерҙе. Шул сараға әҙерлек бара, — тип аңлатты Юламан Дамулла улы. – Иглин урман хужалығы ҡарама­ғындағы май­ҙан 125 280 гектар тәшкил итә. Ошо ҡәҙәр йәшел ҡалҡанды һаҡлау, тәрбиәләү 32 урмансы иңендә ята. Нигеҙҙә, райондың Түбәнге Ләмәҙ, Урман, Оло Тәләк һәм Таутөмән төбәктәре йәшеллеккә бай. Беҙҙәге тәбиғәт хазинаһының 97 процентын — япраҡлы, 3 процентын ылыҫлы ағас биләй. Ғәҙәттә, урман хужалығы тураһында һүҙ барһа, хеҙмәткәрҙәрҙе ерҙең йәшел биҙәген һаҡлаусы тип кенә күҙ алдына килтерәләр. Ә асылда иһә әллә күпме төр эш атҡарабыҙ. Иң тәү сиратта янғындан һаҡларға тейешбеҙ. Шуға ла хәүеф көсәйгән мәлдән (ә ул апрель-май айҙарында башлана) көн һайын хәл тикшереп торола. Әйткәндәй, халыҡҡа телевидение, радио, матбуғат аша аңлатыу эше алып барыуҙың, урман ситтәренә баннерҙар ҡуйыуҙың һөҙөмтәһе күренә. Һуңғы ике йылда, шөкөр, беҙҙә янғын осраҡтары теркәлмәне. Алты участкаға бүленгән хужа­лығыбыҙҙың һәр береһен ике мастер, бер урмансы хеҙмәтлән­дерә. Шуға күрә халыҡ уларҙың эшен тейешенсә баһаларға өйрәнһен ине.
Әле еребеҙҙә алтын көҙ. Күптәр урманға сығып, тәбиғәткә хозурлана, унан көс-ҡеүәт ала торғандыр. Хеҙмәткәрҙәр ҙә көноҙоно тәбиғәт ҡосағында, тик уларҙың маҡсаты икенсе. Мәҫәлән, быйыл ултыртҡан үҫентеләр майҙанын утайҙар, күтәрелеп килгәндәренә яҡтылыҡ төшөрлөк итәләр – таҙарталар һәм һирәгәйтәләр. Ҡоро­ған­дарын да киҫеп, халыҡҡа тараталар. Шулай йыл әйләнәһенә туҡталмай, бер-береһенә ялғанып бара эштәре. Быйыл 55 гектар майҙанда ағас ултыртылған, йәмғеһе 260 мең үҫенте баш ҡалҡытҡан тигән һүҙ был.
Юламан Дамулла улы тәбиғәт байлығына һаҡсыл ҡараш бәләкәйҙән тәрбиәләнергә тейеш тип иҫәпләй. Шуға ла урмансылар балалар менән осрашыуҙарға теләп йөрөй. Аңлатыу, күҙмә-күҙ ҡарашып һөйләшеү кәрәк, әлбиттә. Шулай ҙа мәктәп эскәмйәһенән үк ағас ултыртыуҙа ҡатнашһалар, был фәһемлерәк булыр ине. Әлегә аңлатыу эше алып барыу менән генә сикләнергә тура килә, сөнки уҡыусыларҙы урман эшенә йәлеп итеүҙә ҡатмарлыҡтар бар. Һәр кем ун төп ағас ултыртһа ла, тәбиғәтебеҙ өсөн ифрат ҙур файҙа тип иҫәпләй Юламан Кейекбирҙин.
Шулай ҙа мәктәптәрҙә ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыуҙар үтеп тора. Мәҫәлән, Түбәнге Ләмәҙ мәктәбендә Иглин урмансылары – йыш ҡунаҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Билет алмаһа ла, сығарма

Билет алмаһа ла, сығарма 21.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә балаларҙы һалҡында йәмәғәт транспортынан сығарыуҙы тыйған закон ҡабул ителәсәк. “Берҙәм...

Тотош уҡырға 32

“Ялҡауҙар” ҡайҙа йәшәй?

“Ялҡауҙар” ҡайҙа йәшәй? 21.03.2019 // Йәмғиәт

“Росстат” Рәсәйҙең иң “ялҡау” төбәктәрен атаны....

Тотош уҡырға 64

Подъезың төҙөкмө?

Подъезың төҙөкмө? 21.03.2019 // Йәмғиәт

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығының конференц-холында "Подъездарҙы капиталь ремонтлау: хыял һәм...

Тотош уҡырға 50

Хата булһа, хәбәр итегеҙ

Хата булһа, хәбәр итегеҙ 21.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан кешеләре февраль өсөн сүп-сар сығарыуға түләүгә квитанция алды....

Тотош уҡырға 64

Картанан ҡулаҡсаны кассала алырға мөмкин буласаҡ

Картанан ҡулаҡсаны кассала алырға мөмкин буласаҡ 21.03.2019 // Йәмғиәт

Һаҡлыҡ банкы июль айынан яңы хеҙмәт тәҡдим итә....

Тотош уҡырға 89

Ҡыш бирешергә теләмәй

Ҡыш бирешергә теләмәй 21.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығынан белдереүҙәренсә, иртәгә...

Тотош уҡырға 44

Ыҫлаҡтарға ни етмәй?

Ыҫлаҡтарға ни етмәй? 21.03.2019 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ауыл йыйылыштары дауам итә. Элек-электән бындай йыйындар ауылдаштар менән власть...

Тотош уҡырға 46

Иң яҡшы водитель кем булыр?

Иң яҡшы водитель кем булыр? 21.03.2019 // Йәмғиәт

Илеш районында тәүге тапҡыр “Иң яҡшы мәктәп автобусы водителе” конкурсы уҙҙы. Профессиональ...

Тотош уҡырға 37

"Һаумы, 105 йәшем!"

"Һаумы, 105 йәшем!" 20.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостанда иң оҙон ғүмерле кешеләрҙең береһе Хәйбулла районында йәшәй. Уға бөгөн 105 йәш тулды!...

Тотош уҡырға 87

Бәхетле булығыҙ, балалар!

Бәхетле булығыҙ, балалар! 20.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин...

Тотош уҡырға 52

Иң бәхетле кешеләр ҡайҙа йәшәй?

Иң бәхетле кешеләр ҡайҙа йәшәй? 20.03.2019 // Йәмғиәт

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы йылдағыса Бәхет тураһындағы бөтә донъя докладын баҫтырып сығарҙы....

Тотош уҡырға 109

“Цирк күрһәтмә” тиелгәйне бит...

“Цирк күрһәтмә” тиелгәйне бит... 20.03.2019 // Йәмғиәт

Суд ҡарарын үтәмәгән өсөн “Триумф” циркы директорына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылғайны....

Тотош уҡырға 53