Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Виноград ашарға килегеҙ!
Виноград  ашарға килегеҙ!
...Тәбиғәттә йәй аҙағы,
Донъя бик матур әле.
Баҡсаларҙа виноградтың
Балланып бешкән мәле.
Тыуған ерем Кушнаренко,
Бармы икән һиңә тиңдәр?!
Виноградлы Ватанымды
Ташлап кем ситкә китәр?!

Фәнисә ФӘХРЕТДИНОВА.

Күптән түгел «Кушнаренконың виноград тәлгәше» тигән ҙур байрам булды. Икенсе тапҡыр үткән был сара менән бер рәттән муниципаль район хакимиәте башлығы тарафынан иғлан ителгән «Ҡояш нурҙары» бейеү фестивале смотр-конкурсының финалы һәм беренсе көҙгө йәрминкә уҙҙы.

Донъяның күп илдәрендә виноград тәлгәше — рухи тормоштоң мөһим символдарының береһе, ә виноград — муллыҡ, байлыҡ, сәләмәтлек, ҡунаҡсыллыҡ һәм именлектең иң боронғо билдәһе. Изгелекле Кушнаренко ере лә бер ваҡыт нәфис виноград үҫентеләрен үҙ ҡосағына алып, уны үҫтереүселәрҙең эшсән, хәстәрле ҡулдары арҡаһында Башҡортостанда күренекле виноград төбәге булып танылды. Нәҡ бына шул көньяҡ емеше район символына әүерелде. Былтыр­ҙан башлап хакимиәт башлығы ҡарары буйынса бында виноград тәлгәшенә бағышланған күркәм байрам ойошторола. Ә быйыл уның сиктәрендә бейеү смотр-конкурсы ла уҙғарылды.
Сараның башында ҡунаҡтар Баш­ҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының Куш­на­- ренко селекция үҙәгендә булды. Бында улар виноградтың килеп сығыу тарихы тураһында белде, тәжрибә баҡсаһында үҫтерелгән емештән тәмләп ҡараны. Артабан үҙәк май­ҙанда ауыл биләмәләре һәм район мәктәптәре тарафынан биҙәлгән төр­лө-төрлө тематик күргәҙмәләр менән таныштылар. Был күңелле йыр-бейеү һәм халыҡ таҡмаҡтары оҙатыуында барҙы.
Виноград  ашарға килегеҙ!Бейеү коллективтарының конкурсы барыһын да ғәжәйеп төрлөлөк менән һоҡландырҙы. Шул уҡ ваҡытта һәр коллектив виноград тематикаһын киң яҡтыртты. Сәхнәнең матур итеп биҙәлеүе лә бейеү ҡуйыуҙа мөһим роль уйнаны. Шулай уҡ тыуған ергә, уның гүзәллегенә бағышланған йыр­ҙар башҡарылды. Үҙешмәкәр сәнғәт оҫталарының сығышы тамашасылар­ҙың дәррәү алҡышын яуланы. Концерт номерҙары көҙгө мул уңыш темаһын яҡтыртты.
Тамашасылар мәктәп һәм баҡса балаларының да сығышын яратып ҡараны. Кушнаренколағы 1-се урта мәктәптән «Аллегро» коллективы (етәксеһе – Гөлназ Ғәниева), район мәҙәниәт йортонан «Гүзәл» ансамбле (Хәлиҙә Зарипова), «Әтәскәй» баҡса-һынан «Джем» төркөмө (Гөлшат Зәйнетдинова) һәм «Ҡояшҡай»ҙан (Лена Янбарисова) бәләкәй бейеүселәрҙең сығышы бигерәк тә күңелдәргә хуш килде. Сәйет бейеү коллективының (Гүзәл Вәлиева) күркәм кейемле ҡыҙҙары сараға йыйылыусылар иғтибарына – «Сәскәләр бейеүе», «Шишмәкәй» баҡсаһынан (Альбина Асылова) бейеүселәр кәрзиндәр менән бейеү тәҡдим итте.
Әхмәт ауыл мәҙәниәт йортонан «Шатлыҡ» бейеү ансамбле (Рүзидә Әхмәтйәнова) район сараларында йыш ҡатнаша. Был юлы өр-яңы «Морячка» һәм сиған бейеүҙәрен бүләк иттеләр. Ҡаратәкә ауыл клубынан «Аҡ ҡалпаҡ» бейеү коллективы (Резеда Ғилманова), шаян бейеүҙе дәртле башҡарып, көслө алҡыштарға күмел­де.
Пионерҙар һәм уҡыусылар йор­тоноң Гүзәл Усманова етәкселеген­дәге бейеү коллективы ла куш­на­рен­коларға күптән таныш. Ул «Гопак» бейеүе менән һоҡландырҙы. Ә Ҡарасайылға ауыл мәҙәниәт йорто исеменән «Далиях» бейеү кол­лективының (Марина Рощина) зифа буйлы ҡыҙҙары сираттағы тапҡыр көнсығыш бейеүе менән арбаны.
Конкурстың йомғаҡлау өлөшөн яң­ғыҙ башҡарыусылар — Диана Ғилманованың «Бөрйән ҡыҙы», Гөл­наз Әхмәтйәнованың көнсығыш һәм Айгөл Әхиәруллинаның лирик бейеү­ҙәре йәмләндерҙе.
Район мәҙәниәт йортонан Рәфис Баҡыев менән Гүзәлиә Исламова, Ахлыстин ауыл клубынан Ольга Про­хорованың йырҙары байрамды тағы ла йәмләне.
Жюри ағзаларына шул ҡәҙәр һәләтле ҡатнашыусылар араһынан иң яҡшыларын билдәләү еңел булманы. Етәкселәр һәләтле һәм ижади коллектив туплауға өлгәшкән. Ә конкурсанттар араһында мәктәпкәсә йәштәге балалар ҙа, урта һәм юғары класс уҡыусылары ла бар ине. Иң яҡшы сығыштар һәм ижади коллективтар оҫталығы өсөн ҡиммәтле бүләктәргә, смотр-конкурс дипломдарына лайыҡ булды.
Икенсе тапҡыр үткәрелгән «Куш­наренконың виноград тәлгәше» байрамынан барыбыҙ ҙа күңелле тәь­ҫо­­рат- тар һәм ҙур ҡәнәғәтләнеү хисе алдыҡ. Ҡунаҡтарға иһә, тағы ла виноград тәмләргә килегеҙ, тибеҙ. Ә бейеү оҫталығын һынаусыларҙы иһә смотр-конкурс артабанғы ижади уңыштарға рухландырғандыр. Һеҙҙән тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ һәм матурыраҡ тамашалар көтәбеҙ!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы?

Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы? 23.03.2019 // Йәмғиәт

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың 100 йыллығы уңайынан Инстаграмдағы аккаунтында халыҡҡа...

Тотош уҡырға 29

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап 22.03.2019 // Йәмғиәт

Иртәгә, 23 мартта, Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу билдәләнә....

Тотош уҡырға 40

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә илдә йәмәғәт ойошмаларының...

Тотош уҡырға 80

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды 22.03.2019 // Йәмғиәт

Күптән түгел Баймаҡ районының Күсей мәктәбе “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылһа, кисә Беренсе Этҡолдағы...

Тотош уҡырға 45

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты 22.03.2019 // Йәмғиәт

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тарафынан ойошторолған “Иғтибар: балалар!” иҫкәртеү...

Тотош уҡырға 35

Бер быуатлыҡ документтар

Бер быуатлыҡ документтар 22.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының юбилейына арналған саралар сиктәрендә Башҡортостандың Милли архивы 100...

Тотош уҡырға 49

Бөгөн ниндәй көн?

Бөгөн ниндәй көн? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Бөтә донъя һыу ресурстары, Таксистар көнө билдәләнә. Шулай уҡ бөгөн Балтик диңгеҙе һәм, иң...

Тотош уҡырға 60

Буҙа эсеп, талҡан ашап...

Буҙа эсеп, талҡан ашап... 22.03.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта һәр кем сифатлы ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Магазиндағы ялтыр-йолтор ҡаплы, ҡайҙалыр...

Тотош уҡырға 144

Яҙ менән йәй нисек киләсәк?

Яҙ менән йәй нисек киләсәк? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Гидрометүҙәге илдә апрелдән сентябргә тиклем ниндәй һауа торошо булыуы тураһындағы яҡынса...

Тотош уҡырға 135

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы?

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Илебеҙҙең бер нисә ҡалаһы Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы менән бәйле....

Тотош уҡырға 37

Йолаларыбыҙ – милли сәнғәт нигеҙе
Күсмә ултырыш үтә

Күсмә ултырыш үтә 22.03.2019 // Йәмғиәт

25 – 28 мартта Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары...

Тотош уҡырға 29