Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Боронғо ҡомартҡылар ере
Боронғо ҡомартҡылар ере
Үзбәкстан – Урта Азияның үҙәк өлөшөндә барлыҡҡа килгән дәүләт. Илдең көнсығышында – Ҡырғыҙстан, төньяғында – Ҡаҙағстан, көньяғында – Төркмәнстан, Афғанстан һәм көньяҡ-көнсығышында Тажикстан урынлашҡан. Шуныһы ҡыҙыҡ: Үзбәкстан – «стан» һүҙе менән тамамланған илдәр менән күрше булған донъялағы берҙән-бер дәүләт. Тап ошо республика буйлап бөтә донъяға билдәле Амударъя һәм Сырдаръя йылғалары аға. Был ил еренең өстән ике өлөшө тигеҙ ерҙәрҙән, мәҫәлән, Амударъя, Сырдаръя, Зарафшан йылғалары буйҙарынан һәм Туран уйһыулығынан, Фирғәнә үҙәненән хасил булған. Є ҡалған биләмәлә мәғрур Тянь-Шань, Гиссаро-Алай кеүек тауҙар күккә олғашҡан.
Бында йөҙ йыл ғына түгел, хатта быуаттар дауамында барған тарихи ваҡиғаларға шаһит булған ағастар күп. Бигерәк тә Фирғәнә үҙәнендә, Китаб районындағы Хужа ауылында иң ҡарт чинарҙар үҫә. Мәҫәлән, Хужа ауылындағыһына – 1 мең 200 йәш тирәһе. Ағастың диаметры 26-27 метрға етә. Сурхандаръя өлкәһенең Байсун районы Сайраб ауылындағы платандың йәше лә күптән бер меңйыллыҡты уҙған.

Былар ҡыҙыҡлы
Үҙәк Азиялағы иң бейек башня Үзбәкстанда урынлашҡан. Ул 1985 йылда төҙөлгән, бейеклеге – 375 метр. Күптәр заман телевидениеһы ла Ташкентта барлыҡҡа килгән тип иҫәпләй. 1928 йылдың 26 июлендә уйлап табыусылар Б.П. Граповский менән И.Ф. Белянский тап ошо ҡаланан беренсе тапҡыр радио аша хәрәкәт иткән предметтарҙың күренешен сағылдыра алған.
Ә Туран юлбарыҫтарына ҡарап кем генә һоҡланмай икән? XIX быуат аҙаҡтарында улар тап ошо Ташкент яғында аҡҡан Чирчик йылғаһы буйҙарында көн иткән. Єйткәндәй, донъяла бында ғына бөтә ҡала транспорты тиерлек бары «Mersedes» автобустарынан тора.
Үҙәк Азиялағы берҙән-бер метро ла тап ошо республикала 1977 йылда төҙөлгән. Ҡашҡадаръя йылғаһы буйында иһә донъялағы иң тәүге биш обсерваторияның берәүһе урынлашҡан.

Бөйөк Ебәк юлы

Баш ҡалаһы Ташкент булған республика – ғәжәйеп үҙенсәлекле, йолаларға бай төбәк. Бында борон-борондан аманат итеп тапшырылған әҙәби ҡомартҡыларға һаҡсыл ҡараш булдырылған. Физули, Назым Хикмәт, Абдулла Кахар кеүек билдәле шәхестәрҙең ижади емештәрен уҡығандан-уҡығы, был әҫәрҙәрҙең төп нөсхәһен күрге килә. Илдә йәштәргә лә тәрбиә ошо рухи ҡомартҡылар нигеҙендә бирелә.
Үзбәкстандың баш ҡалаһы Чирчик йылғаһы эргәһендә урынлашҡан. Был мегаполисҡа беҙҙең эраға тиклем ике меңенсе йылда нигеҙ һалынған, тиҙәр. Љасандыр тап ошо урындан Бөйөк Ебәк юлы үткән. Ул саҡта ҡала Шаш тип аталған. Бындағы Юныс хан мавзолейы, Барак хан мәҙрәсәһе, Мирза-Йософ мәсете кеүек тарихи архитектура һәйкәлдәренә таң ҡалырлыҡ. Кукелдаш мәҙрәсәһе эргәһендәге Чорсу баҙары иһә – ҡаланың иң бай сауҙа үҙәге.

Алтын, мамыҡ төбәге


Республикала бөтәһе 30 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Үзбәктәр һан яғынан төрки телле милләттәр араһында төрөктәрҙән һәм азербайжандарҙан ҡала өсөнсө урынды биләй. Иҡтисадҡа килгәндә, Үзбәкстан алтын запасы буйынса Көньяҡ Африка Республикаһынан, Американан һәм Рәсәйҙән һуң дүртенсе урында. Был ҡиммәтле металды табыу буйынса республика БДБ илдәре араһында Рәсәйҙән генә ҡалыша. Илдә мамыҡ етештереү ныҡ үҫешкән. Єйткәндәй, Љытайға, Америкаға, Ћиндостанға, Пакистанға һәм Үзбәкстанға бөтә Ер шары етештергән мамыҡтың 65 проценты тура килә. 2011 йылда республикала рекордлы уңыш – 6,8 миллион тоннаға яҡын сеймал йыйып алынған. Є уны экспортҡа оҙатыу йәһәтенән Үзбәкстан АЉШ-тан һәм Ћиндостандан ғына ҡалыша.
Бынан тыш, әллә күпме уран, нефть һәм газ ятҡылыҡтары бар. Уран запасы буйынса был ил Ер шарында – етенсе урында. Өҫтәүенә Урта Азиялағы берҙән-бер авиатөҙөлөш заводы ла бында урынлашҡан.

Рим, Вавилон менән тиңдәш

Үзбәкстанда бай тарихлы ҡалалар күп. Улар араһынан Сәмәрҡәнд – иң олпаты, «аҡһаҡал», Италияның баш ҡалаһы Римдың, Вавилондың «тиҫтере», Тимуридтар империяһының баш ҡалаһы. Бөйөк Ебәк юлы йөк күсереп тейәү урыны булған. Ємир Тимурҙың (Тамерландың) гигант ләлә сәскәһе рәүешендәге мавзолейы тап ошонда төҙөлгән.
Урта быуаттарҙа Бохара ҡалаһында 360-тан ашыу мәсет һәм 80 мәҙрәсә эшләгән. Бындағы Саманидтар нәҫеле мавзолейы иһә иң матуры һанала. Ул үҙендә бер быуатлыҡ тарихты һаҡлай.
1967 йылда ЮНЕСКО Үзбәкстандағы Хива ҡалаһы-ҡурсаулығын Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индергән. Был ғәжәйеп урында төрлө тарихи осор һәйкәлдәре урынлашҡан.

Тылмас кәрәкмәй

Боронғо ҡомартҡылар ереБашҡортостандағы уҡыу йорттарында белем алған үзбәк ҡыҙҙары менән егеттәре лә байтаҡ. Бөгөн һеҙҙең менән таныштырмаҡсы Согдиана Ходжиева менән Исаков Расулжан (һүрәттә) М. Аҡмулла исемен­дәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡый. Согдиана киләсәктә башланғыс класс уҡытыу­сыһы буласаҡ, ә Рәсүл мәғлүмәт технологиялары белгесе һөнәрен аласаҡ.

Бынан дүрт йыл элек Үзбәкстандың Сә­мәр­ҡәнд өлкәһенең Аҡташ ҡалаһынан бе­рен­се тапҡыр Баш­ҡорт­остан­ға килгән Согдиананы иң ап­ты­рат­ҡаны ҡыш­тың һал­ҡынлығы бул­ған. Үҙе­нең әй­те­үенсә, бын­да ха­лыҡ та икенсе. Үз­бәкстанда мил­ли ке­йемгә өҫтөнлөк бирәләр икән.
– Икенсе йыл бын­да йәшәйем. Ћалҡын ҡыш­ҡа, ғөмүмән, һыуыҡҡа күнегеп китә алмайым, – ти Рәсүл дә. Артабан ул башҡорт егете Алмас Мөхәмәтйәновтан ҡурай уйнарға өйрәнеүе хаҡында кинәнеп һөйләй. Шишмә, Дәүләкән райондарына барып, урындағы халыҡ менән танышыу ҙа оҡшаған егеткә.
– Ћеҙҙең ҡорот беҙҙекенән айырыла. Башҡортостанда ҡаймаҡ ке­үек эшләйҙәр, ә беҙҙә уны йомро итеп әүәләйҙәр, – тип һүҙгә ҡушыла ҡыҙ.
– Юҡ, ҡоротто киптереп тә әҙерләйҙәр, – тибеҙ. Артабан Согдиана Туймазы, Љырмыҫҡалы, Иглин районын, күрше Ырымбур өлкәһен күреүе тураһында бәйән итә. Өҫтәүенә ошо йәй ул Салауат ҡалаһы эргәһендәге «Юлдаш» лагерында тәрбиәсе булып эшләп тә өлгөргән.
Согдиана менән Рәсүл: «Башҡорт телен аңлау өсөн тылмас кәрәкмәй, һүҙҙәр аңлашыла», – тине.


Ҡояшлы ерҙең
һый-ниғмәте

Беҙ яратып ашаған, ҡояш нурҙарына иркә­ләнеп үҫкән ҡауын, ҡып-ҡыҙыл булып бешкән һутлы ҡарбуз, телеңде йоторлоҡ виноград, баллы алма, әскелтем анар, ауыҙҙа ирер хөрмә, телеңде йоторлоҡ финик, айва, инжир һәм башҡа татлы емеш-еләктең бөтәһе лә бәрәкәтле үзбәк ерендә йыйып алынған. Был ҡунаҡсыл халыҡтың өҫтәлен – дастарханын – ошо үрҙә әйтелгән татлы аҙыҡтан тыш күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Өҫтәүенә улар – төрлө витаминдар, микроэлементтар сыға­нағы.

«Еҫе Аллаға барып еткәнсе»

Боронғо ҡомартҡылар ереЋурпа, манты, лагман, самса тиһәк, үзбәк милли ризыҡтары күҙ алдына баҫа. Улар араһынан былау башҡа милләт вә­­кил­дәре тарафынан да яратып әҙерләнә. Ошоға бәйле хатта риүәйәт бар. Ниндәйҙер бер мул­ла Тамерланға Анкараға походҡа барыр алдынан рецепт биргән. Ул былай тип әйт­кән: «Ҙур суйын ҡаҙан алығыҙ. Ул шул тиклем иҫке булырға тейеш, хатта унан май ағып торорға һәм үҙенә эләккән утҡа янырға тейеш. Љаҙанға йәш һарыҡ итен, ғорур­лығы­нан һытылып барған эре дөгөнө, шатлығы­нан ҡыҙарған кишерҙе, әмирҙең үткер ҡы­­лы­сы кеүек әсе һуғанды һалырға кәрәк. Уның еҫе Аллаға барып еткәнсе, ашнаҡсы әлһерәп, илаһи аҙыҡты тәмләп йығылғансы бешерергә кәрәк».
Ашнаҡсы Азам Турсунов (һүрәттә) былау­ҙы тәмле бешерә. Бының өсөн Үзбәк­стан­дан килтерелгән кунжут майын һәм дөгөнө фай­ҙалана. Уның бөтә ир туғандары тиерлек ри­зыҡты телеңде йоторлоҡ итеп әҙерләй. Єйт­кәндәй, был оҫталыҡ быуындан быуын­ға күсеп килә.
– Башҡортостанда үзбәк ризыҡта­рын яратып ашайҙар. Шуға әҙерләүе лә күңелле, – ти ул.

Улар күпме?

Боронғо ҡомартҡылар ере1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, РСФСР-ҙа яҡынса 126 мең үзбәк йәшәгән. 2010 йылда иһә был һан 289 мең тирәһе тәшкил иткән. Єммә ысынбарлыҡта улар байтаҡҡа күберәк. Космонавт Салиджан Шәрипов менән мультимиллиардер Алишер Усманов – Рәсәйҙәге иң билдәле үзбәктәр.
Үзбәкстан граждандары Рәсәй Федерацияһына визаһыҙ инеү һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген алып барыу өсөн миграция патентын алыу хоҡуғына эйә. Башҡортостанда ла үзбәктәр йәшәй. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, уларҙың һаны һигеҙ меңгә яҡын. Күбеһенсә төҙөлөш тармағында эшләйҙәр.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 19

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 65

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 66

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 77

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 44

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 54

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 76

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 50

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 73

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 105