Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Етемдәргә иғтибар юҡ
(Айһылыу Низамова,
“Һуғыш балаһы, хәлең нисек?”, 2014 йыл, 4 июль)
Олатайым Сафа Зариф улы һуғышҡа киткәндә атайым Сәлих Батыршин­ға ни бары өс йәш була. Ул, нисек кенә теләһә лә, атаһының йөҙөн дә төҫмөрләй алмай.

Өләсәйемдең Сафа олатайымдан һигеҙ балаһы булып, хәҙерге көндә икәүһе генә — 90-сы йәше менән барған Фәймә әбейем һәм 75 йәшлек атайым – иҫән ҡала. Ҡалғандары төрлө ауырыуҙан вафат була.
Олатайым 1941 йылдың көҙөндә яуға алынып, бер йыл да һуғышып өлгөрмәй, һәләк була. Райондан яҡташы уның радист булы­уы, элемтәне ялғағанда дошман пуля­һы тейеп, яралы килеш байтаҡ йүгереп барыуы хаҡында һөйләгән. Яҡыныбыҙ Бе­ло­рус­сияның Могилев өлкәһендә туғандар ҡәберлегендә ерләнә.
Атайыма бала саҡтан бик күп нужа кисереп үҫергә тура килә. Өләсәйебеҙ икенсегә тормошҡа сығып, тағы һигеҙ балаһы донъяға килә. Атайым туғандарын ҡараша, хужа­лыҡты алып бара, ун дүрт йәшенән колхозда эшләй башлай. 17 йәшендә Ляхов тракторсылар курсын тамамлағандан һуң “ҡорос ат”ҡа ултыра. Шул осорҙан алып хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Салауат исемендәге колхозда алдынғы механизатор булып тир түгә. Уны етәкселәр ҙә, ауылдаштары ла тырыш, намыҫлы эшсән тип таный.
Атайым әсәйем Флизә Хажиәхмәт ҡыҙы менән биш балаға ғүмер бирә. Атай йылы­һын, кәңәштәрен тойоп-күреп үҫмәһә лә, беҙ уны бик тәртипле, хәстәрлекле итеп беләбеҙ. Атаһына оҡшарға тырышып, мунсаға барып, ныҡышып-тырмашып гармун тартырға өйрә­неүенән дә уның ғәзизен ни тиклем яратыуын, уға табыныуын аңлайбыҙ.
Ҡәһәрле һуғыш меңдәрсә баланы атай­һыҙ үҫергә мәжбүр иткән. Быға хәҙер кемде ғәйепләйһең? Хөкүмәт тарафынан һуғыш осоро балаларына ҡәҙер-хөрмәт күрһәте­лергә тейеш икәнлеге хаҡында байтаҡ йылдар телгә алына. Тик әлегәсә был һүҙҙә генә ҡала. 1938 йылғы атайыма ла октябрҙә 76 йәш тула. Уларҙың сафы ла һирәгәйә. Ҡар­тайған көнөндә ярҙам тәҡдим ителһә, ул һөйөклө атаһын онотмайынса иҫкә алған­дары өсөн рәхмәтле булыр ине. Яугир­ҙәрҙең тол ҡатындарына һуңғы йылдарҙа фатир бирелеүе һәйбәт, әлбиттә. Улай булғас, ни өсөн атайһыҙ етем үҫкәндәргә лә торлаҡ бүленмәй?!







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 165

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 172

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 225

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 374

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 287

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 226

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 245

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 474

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 53

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 140

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 110

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 123