Мәктәптәребеҙ — яҡшылар иҫәбендә

27-09-2014, 01:00 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Башҡортостандың 12 мәктәбе 2013-2014 уҡыу йылында Рәсәйҙең иң яҡшы 500 мәғариф учреждениеһы иҫәбенә инде.


Ундайҙар рәтендә Мәләүездең 3-сө, Өфөнөң А.М. Горький исемендәге 3-сө, 39-сы, 93-сө гимназиялары, 83-сө, 153-сө лицейҙары, Стәрлетамаҡтың 1-се, Белореттың 17-се, Октябрьскийҙың 2-се гимназиялары, Ишембайҙың 12-се, Стәрлетамаҡтың 1-се лицейҙары, Туймазының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе бар.
Ошо көндәрҙә иң яҡшы мәктәптәр рейтингы менән ил Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец таныштырҙы. Тикшереү барышында иң яҡшы 25 мәктәп айырым билдәләнде. Был исемлеккә Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Свердловск, Новосибирск, Силәбе, Омск, Һарытау, Тамбов, Вологда өлкәләре, Татарстан, Мордовия мәктәптәре инде.
Ольга Голодец әйтеүенсә, быйыл баһалау критерийҙары киңәйтелгән. Элегерәк өлгәш иҫәпкә алынһа, хәҙер ауыл мәктәптәре, шулай уҡ математика, биология, физика, химия фәндәрен тәрән өйрәнгән мәғариф учреждениелары айырым тикшерелә.