“Зәңгәр яғыулыҡ” – сифат билдәһе

30-09-2014, 03:00 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
“Зәңгәр яғыулыҡ” – сифат билдәһе
“Газпром” газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Дүртөйлө филиалына ҡараған Илеш комплекслы хеҙмәтенең төп бурысы – район халҡын тәбиғи газ менән тәьмин итеү.


Коллектив 50-гә яҡын слесарь, 20 водитель, биш диспетчер, ете мас­терҙан тора. Барыһы ла – тәжрибәле эшселәр. Араларынан Ревмир Шафи­ҡов, Ләис Баянов, Суфия Мулла­йәнова, Рәфитйән Гәрәев, Фәүәдис Ғәлиев, Рәүис Хәбибуллин, Илүс Шәйхлисламов, Гөлнур Ғафарова, Сәхиулла Кәлимуллин, Фәнүс Мәр­үәров кеүек тырыш хеҙмәт­кәрҙәр ойошманың ғорурлығы һанала.
– Халыҡтың газ плитәлә­ренең торошон даими тикше­рәбеҙ, хәүефһеҙлек сараларын тәьмин итәбеҙ, кәрәкле ремонт эштәрен башҡарабыҙ, – ти участ­ка етәксеһе Фәүәдис Сабиров. – Өҙөклөк барлыҡҡа килһә, уны тиҙ арала төҙәтәбеҙ. Быйыл 130 саҡрым­лыҡ газ үткәргескә тикшереү яһап, төҙөкләндереп ҡуйҙыҡ. Һәр йортҡа ревизия уҙғарҙыҡ. Теләпән, Тәжәй, Базытамаҡ ауылдарында газ бүлеү пункттары яңыртылды, әле Рсай ауылында ла эш бара.
Районда 800 саҡрымлыҡ газ үт­кәргес, 125 газ көйләү пункты, 40 ҡаҙанлыҡ урынлашҡан. Әлеге коллектив 60-ҡа яҡын коммуналь бинаны һәм 11 меңдән ашыу абоненттың газ ҡоролмаларын хеҙмәтләндерә, һәр йортто “зәңгәр яғыулыҡ”лы итеү маҡ­сатында тырышып эшләй. Райондағы 87 ауылдың 72-һе газ менән тәьмин ителгән.
Район йылдан-йыл үҫә. Мәҫәлән, Иҫке Күктау, Сереккүл, Рсай ауылдарында яңы биҫтәләр барлыҡҡа килде. Киләһе йылда Йәйләү, Торасы ауылдарына газ үткәреү ҡаралған.
Илеш комплекслы хеҙмәте вәкил­дә­ре төрлө семинарҙарҙа, конкурстарҙа ҡатнаша, “Газпром” газ бүлеү Өфө” йәмғиәтенең башҡа филиалдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.