Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Люциә еңгәм, гүйә, сағыу йондоҙ
Люциә еңгәм, гүйә, сағыу йондоҙ2-се Этҡол ауылының беҙ йәшәгән урамы осонан мәктәпкә ҡәҙәр уртаһындағы почта бүлексәһенә уҡыуҙан һуң һуғылмай ҡайтҡан бер бала ла булмағандыр. Әсе елле көҙ, ажғыр буранлы ҡыш, ямғырлы яҙ көндәрендә уҡыусылар тупырҙашып почтаға килеп инеп, йылынып, хәл алып сыға ине. Изге йәнле Люциә еңгәнең бер ваҡытта ла иҙәнде тапайһығыҙ, эшләргә ҡамасаулайһығыҙ тигән кеүек ризаһыҙлыҡ белдергәнен ишетмәнем. Киреһенсә, ауыҙ-танауы өшөп йә еүешләнеп килеп ингән балаларҙы, үҙенеке кеүек күреп, йәлләп, мейес эргәһенәрәк саҡырып, тиҙерәк йылындырыуҙы хәстәрләне.
Бөтәһе менән дә ҡыҙыҡһыныусан балаларға телефон аппаратының нисек эшләгәнен аңлата, хатта трубкаһын ҡолаҡҡа терәп, тылсымлы “алло, алло” һүҙҙәрен әйтеп ҡарарға ла рөхсәт итә, сағыу һүрәтле конверт, открыткаларҙы күрһәтә торғайны. Шул арала балаларҙың нисек уҡыуҙары, ниндәй билдәләр алыуҙарын һорашып, ата-әсәләренең хәл-әхүәлдәрен белешеп, уларға сәләм-теләктәрен әйтеп, йылы һүҙҙәре менән дәртләндереп, оҙатып ҡала ине. Ошо һәр кемгә мөләйем йөҙлө Люциә Хәйбулла ҡыҙының ауылдаштар менән аралашҡанын күҙәтеп, һөйләшкәндәрен тыңлап, өлкәндәрҙең үҙ хеҙмәттәрен атҡарыуҙағы тырышлығы, бер-береһенә ихтирамлы, илтифатлы мөғәмәлә һәм мөнәсәбәттәренән фәһем алдыҡ, тормош тәжрибәһе тупланыҡ, ҡыҫҡа ғына ваҡыт араһында бәләкәй, ләкин тос, ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ тәрбиә һабаҡтарын үҙләштерҙек.
Люциә Хәйбулла ҡыҙы ауылдаштарының тормошона ла битараф булмағандыр, сөнки ул һәр баланың ата-әсәһен, ағай-апайҙарын исемләп белде. Ишле ғаиләлә үҫкән аҡыллы, тәрбиәле әсә сит балаларға ла һөйкөмлө, йомшаҡ күңелле яҡын кеше булды.
Ауыл кешеләренең барыһы ла радио тыңлап, телевизор ҡарау мөмкинлегенә эйә булғансы, почта бүлексәһе тышҡы тормош менән бәйләгән берҙән-бер элемтә ролен үтәне. Өлкәндәр ҙә почтаға һуғылып, хәл-әхүәлен һөйләп, донъя хәлдәрен тыңлап йәшәгән. Абруйы ҙур ине шул етәксенең. Әгәр берәйһе: “Люциә килен әйтте әле...” — тип ниндәйҙер яңылыҡ тураһында һүҙ башлаһа, бөтәһе лә иғтибар менән тыңлап, мотлаҡ етди фекер, файҙалы мәғлүмәт ишетәсәктәренә шикләнмәне.
1983 — 1989 йылдарҙа партия район комитетының сәнәғәт-транспорт бүлеге мөдире вазифаһында эшләгәндә, район элемтә үҙәге беҙҙең ҡарамаҡта булғанлыҡтан, йыл һөҙөмтәләрен йомғаҡлау йыйылыштарында йыш ҡатнашырға тура килде. 2-се Этҡол ауылы почта бүлексәһе һәм уның етәксеһе һәр ваҡыт маҡталып телгә алынды, үҙ бурысын намыҫлы үтәүе, халыҡты хеҙмәтләндереүҙәге уңыштары башҡаларға үрнәк итеп ҡуйылды. Мин ағайымдың хәләл ефетенең шундай яҡшы кеше булыуына шатлана, хеҙмәттәштәренең оло ихтирамына лайыҡлы булыуына ғорурлана инем.
“Бала — ата-әсәһенең көҙгөһө”, — ти халыҡ. Люциә Хәйбулла ҡыҙы менән Азамат Әғзәм улының балалары халыҡ әйткәндең дөрөҫ булыуын дәлилләй. Улдары Нур — Сибай ҡалаһындағы “Строймеханизация” төҙөлөш ойошмаһының абруйлы етәксеһе булараҡ бөтә республикала танылған шәхес, Илшат — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Наил — Өфөлә инженер-механик, ҡыҙҙары Гөлнур Сибай район-ара элемтә үҙәгенең инженеры вазифаһында һөйөклө әсәһенең эшен дауам итә. Ата-әсәләре һәр ваҡыт эштә булғанға күрә, бөтә хужалыҡ, йорт мәшәҡәтенең үҙ елкәһендә икәнен белеп, яуаплылыҡ тойоп, бурыстарын намыҫлы атҡарыуға күнегеп үҫкән балалар бәләкәйҙән үҙаллы тормош көтөргә өйрәнде. Ата-әсәһенең бер-береһенә иғтибарлы, ихтирамлы мөнәсәбәтен һиҙеп, аңдарына һеңдереп үҫкәнгә күрәлер ҙә, туғандары һәм яҡындарына шундай уҡ йылы, итәғәтле мөнәсәбәттә булыуҙары менән һоҡландыралар. Азамат ағай менән Люциә еңгә ете ейән-ейәнсәрен дә йәмғиәттең белемле, әҙәпле, алдынғы шәхестәре итеп тәрбиәләшеүҙә ярҙам итә.
Ошо көндәрҙә Азамат Әғзәм улы үҙенең тормош юлдашы, балаларының һөйөклө әсәһенең яҡты иҫтәлегенә арнап, уның тыуған ауылы Юлыҡ тураһында “Оло юлда Юлыҡ” тип аталған мәғлүмәткә бай, тарихи китап баҫтырып сығарҙы.
Люциә Хәйбулла ҡыҙы Ғәлиева (Тажетдинова) оҙаҡ йылдар халыҡты хеҙмәтләндереүҙәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн бик күп Маҡтау грамоталарына, ҡиммәтле бүләктәргә, “Элемтә хеҙмәте отличнигы” исеменә лайыҡ булды. Уның яҡты рухы тормош юлдашының, балаларының, туғандарының һәм иманлы яҡташтарының күңелендә сағыу йондоҙ булып балҡып тороуына ихлас күңелемдән ышанам! 31 ғинуарҙа Люциә Хәйбулла ҡыҙына 75 йәш тулыр ине...
Әсәйҙәрҙе юғалтыуы — йәнгә
уңалмаҫ яра,
Әсәйҙән дә ҡәҙерлерәк бер кем юҡ
был донъяла!
Урал МОСТАФИН.
Баймаҡ районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте

Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте 24.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте....

Тотош уҡырға 16

Хәтер — мәңгелек

Хәтер — мәңгелек 24.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим тыуған көндө республика Башлығы Рөстәм Хәмитов уның...

Тотош уҡырға 11

Журналистар музейға юллана

Журналистар музейға юллана 22.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил...

Тотош уҡырға 47

Ғорурлығым – Рәсәй!

Ғорурлығым – Рәсәй! 22.09.2018 // Йәмғиәт

“Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара методик үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы...

Тотош уҡырға 40

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 50

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 61

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 54

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 42

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 55

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 51

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 46

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 49