Бәхетемә — ваҡ аҙымдар менән

31-01-2012, 02:57 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Бәхетемә — ваҡ аҙымдар менәнИспания көндәлегенән
Ҡояш яйлап ҡына офоҡтан күтәрелгәс, нурҙары, күҙҙе сағылдырып, диңгеҙ өҫтөндә бейергә тотондо. Улар, һыу төбөнә үк үтеп инеп, ялтыр ҡабырсаҡтар менән уйнаны, шыма таштарҙы иркәләп, яр буйындағы алтын ҡомдарҙы үпте. Диңгеҙ бөгөн тыныс. Урта диңгеҙҙә тағы ла бер көн башлана. Яр буйында урынлашҡан кафе, ресторандар иртәнге ашҡа ишектәрен аса. Ҡурылған балыҡ еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Кемдәрҙер спорт майҙансығында күнекмә яһарға йә йүгерергә сыҡҡан, ә ҡайһылары иртәнге хозурлыҡҡа һоҡлана. Ә мин, ҡом өҫтөнә һуҙылып ятып, диңгеҙҙе күҙәтәм. Яратам мин уны күҙәтергә.
Ә ҡасандыр тыуған яҡтарымды, туғандарымды һағынып өҙгөләнә инем. Ике ятып бер төшөмә лә инмәгәндер, испан егетен осратып, бер-беребеҙгә ғашиҡ булып, донъяға билдәле Пикассо, Сальвадор Дали илендә йәшәргә ҡалырмын тип кем уйлаған! Ул мине эҙләп Башҡортостанға юлланыр тип. Был мөхәббәт тойғоһо тыуған еремде һағыныуға ҡарағанда ла көслөрәк булғандыр...
Испанияға эләгеүем осраҡлы килеп сыҡты. Телевизорҙан ғына күргән Европа илдәре икенсе планета кеүек тойола ине. Өфөлә йәшәгәндә бер туған апайым иптәш ҡыҙы менән Италияға йәки Испанияға китергә һәм унда эшкә ҡалырға виза юллай ине. Ул осоро ҡатын-ҡыҙ аҡса эшләү маҡсатында шул илдәргә күпләп ағылды. Мин, ҡыҙым бәләкәй булыу сәбәпле, ул яҡҡа барырға уйламаным да. Апайымдың осрашып йөрөгән егете, уның сит илгә эшкә барырға йыйынғанын ишетеп, һине ебәрмәйем, кейәүгә сыҡ миңә, тип тәҡдим яһаны. Ә әхирәте аптырауға ҡалды, яңғыҙ юлға сығырға баҙнат итмәне. Шул саҡ апайым, ҡыҙыңды ҡарауҙы үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ, барып йөрөп ҡайт, тип миңә тәҡдим яһаны. Шулай итеп, декабрҙә Мәскәү ҡалаһынан автобус менән Испанияға ҡурҡа-ҡурҡа сәйәхәткә юлландыҡ. Беҙгә Өфөнән тағы ике ҡатын ҡушылды. Маршрутыбыҙ: Брест — Польша — Германия — Италия — Франция — Испания.
Минең өсөн хыял ғына булған ер-һыуҙы үҙ күҙең менән күреү мөғжизә ине. Төрлө ҡалаларҙа туҡтай-туҡтай киләбеҙ, ил сиктәрен үткәндә паспорттарҙы тикшерәләр. Францияның сиген үтеп, ниһайәт, дүртенсе көн тигәндә Испанияға килеп еттек. Автобус елдерә генә, юлдары көҙгө һымаҡ, хатта сәй эсеп барырға була. Тағы шуныһы һәйбәт: беҙҙәгеләй ҡаршы килеүсе юл хәрәкәте юҡ, уртала бейек күтәрмә. Тирә-яҡты тәҙрәнән күҙәтеп барабыҙ, буш ятҡан ерҙәрҙе күрмәҫһең, бөтә майҙан эшкәртелгән, сәселгән. Ҡырағай ағастар бейек тау башында ғына күренә. Күпселек майҙанды виноград, цитрус ағастары биләй. Ә илдең көньяғына килгәс, уларҙы йыуан-йыуан зәйтүн ағастары алыштыра. Беҙҙең Ирәндектән дә бейек тауҙарға ағастар ултыртылған. Йорттар бейек тау башында ла күренә, унда нисек мендереп өй һалғандарҙыр, иҫең китер. Ҡалҡыуыраҡ урында теҙелеп киткән өс ҡанатлы өйөрөлткөстәр ғәжәпләндерҙе, бында шул юл менән елдән электр энергияһы алалар икән.
Малага ҡалаһы беҙҙе төрлө төҫтәге уттарын балҡытып ҡаршы алды. Һауа температураһы, декабрь булыуға ҡарамаҫтан, 12 градус йылы, Өфө беҙҙе 30 градус һалҡыны менән оҙатып ҡалғайны. Һуң булһа ла, урамда кеше күп, магазиндар эшләй.
Автовокзалда беҙҙе украин ҡыҙы Люда көтә ине. Украина, Румыния, Болгария, Рәсәйҙән килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡаршы алып, эшкә урынлаштырыусы, йәғни эш табып, билдәле бер хаҡҡа һатыусы. Ул, иртәгә байрам, йөрөйһөгөҙ ваҡытһыҙ, испандарҙа эш ҡайғыһы юҡ әле, тип асыуын белдерҙе. Европала 25 декабрҙә католиктарҙың Раштыуа байрамы икән. Беҙҙе, Өфөнән килгән дүрт ҡатынды, машинаһында Малаганың икенсе осонда урынлашҡан бер фатирға алып китте. Ул ике бүлмәле ине. Йоҡо бүлмәһендә дүртебеҙгә ике кешелек койканан урын бирҙеләр. Люда, Испанияла ун көн байрам, шунан һуң ғына эшкә өмөт итегеҙ, тип сығып китте. Дүрт көн буйы юлда килеп арығанбыҙ, башыбыҙҙы яҫтыҡҡа терәү менән йоҡлап та киткәнбеҙ.
Йорт хужаһы Виктор үҙен бик һауалы тотто, һыуҙы һәм газ баллонын һаҡсыл тотонорға, микротулҡынлы мейестә генә ашарға бешерергә ҡушты. Испанияла өйҙәрҙә тәбиғи газ юҡ, баллондан ғына файҙаланалар. Нисек тә ун көндө үткәрергә кәрәк — кемдер испан телен өйрәнә йә диңгеҙ буйына сығып йөрөй. Урамда йөрөүҙе тыйҙылар. Документ булмағас, полиция алып китә, тип. Мин кассетаға башҡорт йырҙарын яҙҙырып алып килгәйнем, магнитофонға ҡуйып ебәрҙем. Тыуған яҡты, туғандарҙы һағыныу сиктән ашҡанлыҡтан, бөтәһе лә илаша башланы. Шулай итеп, аслы-туҡлы көндәр үтә торҙо. Алтынсы көндө, ниһайәт, Люда Гөлнараны эшкә урынлаштырырға алып китте. Иртәгәһенә Ритаға ла эш булды. Унан сират миңә лә етте. Люда Малаганан утыҙ саҡрым Бепалмаденаға алып китте. Ҡала ситендәге бәләкәй генә ауыл кеүек ергә килеп индек, өйҙәр икешәр ҡатлы. Шуларҙың береһенә туҡталдыҡ. Ике бүлмәле йортҡа индек. Йыуан ғына урта йәштәрҙәге негр ҡатыны килеп сыҡты, уның игеҙәк биш айлыҡ ҡына өс сабыйы бар икән. Был ҡатын төшкә тиклем уларҙы ҡарап ултырырға кеше кәрәклеген әйтте, ә Люда мине шунда йәшәп эшләтергә ҡалдырырға уйлай. Бер заман йоҡо бүлмәһенән ике метр буйлы негр ире килеп сыҡмаһынмы! Мин ҡара халыҡты тик кинола ғына күргәс, өйҙән сығып ҡасҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Люда, артымдан сығып, миңә һуҡрана башланы. Уға тиҙерәк мине эшкә урынлаштырып, хеҙмәте өсөн аҡса алырға кәрәк, ә минең бында ҡалырға уйым да юҡ.
Ул мине шул уҡ ҡаланың икенсе урамындағы бер ҡатлы йортта йәшәгән йәш ғаиләгә ҡалдырып китте. Был ғаиләнең туғыҙ һәм ете йәшлек малайҙары бар. Телде әлегә йүнләп белмәгәс, ымлашып аңлашабыҙ, һүҙлек китабы ҡулымдан төшмәй. Сеньора Паула менән ире Эрнесто төндә ҡайҙалыр эшләй, иртән ҡайталар ҙа көнө буйы йоҡлайҙар. Был тиктормаҫ ике малайҙы иртәнсәк ашатып, автобусҡа сығарып, мәктәпкә оҙатырға һәм ҡаршы алырға, ашарға бешерергә, өйҙө йыйыштырырға кәрәк.
Миңә бәләкәй бүлмә бирҙеләр, унда бер койка менән тумбочка ғына һыя ине. Испанияның көньяғында һауа торошо ҡыш әллә ни һыуыҡ булмағанлыҡтан, өйҙә йылытҡыс юҡ. Тышта 10 градус йылы, ә бүлмәлә һыуыҡ, өшөтә. Испандар быға күнеккән, йоҡа кейемдә йөрөй. Ә мин ҡат-ҡат кейемдәмен.
Иң аптыратҡаны шул булды: өйҙә оҙон йөнлө эт тә, бесәй ҙә, дүрт попугай, хатта террасалағы тауыҡ та ҡара төҫтә. Бүлмәмдең тыш яғынан ишек төбөндә ут ҡабыҙылған майшәм, янында фото һәм бәләкәй генә һауыттарға аҙыҡ һалынған, стаканда һыу тора. Һуңынан белеүемсә, фото Пауланың өләсәһенеке икән. Аңлауымса, мин йәшәгән бүлмәлә күптән түгел өләсәһе, оҙаҡ ваҡыт ауырып ятып, донъя ҡуйған икән. Шунда ғына төнө буйы йоҡлай алмай, һаташып сыҡҡанымды аңланым һәм был өйҙән китергә ҡарар иттем. Етмәһә, хужалар төнөн эшләй, ә көндөҙ йоҡлай. Малайҙар мин бешергәнде яратмай, тыңламайҙар. Люда миңә икенсе эш табырға мәжбүр булды.
Лос-Боличес районы Малаганан күпкә алыҫ. Люда хужаларға, яҡын иптәш ҡыҙым, уға эш кәрәк, аҙ булһа ла эш хаҡы түләһәгеҙ етә, тип ҡалдырып китте.
Глория исемле 44 йәштәрҙәге ҡатын ине яңы сеньорам, ире 30 йәштәге Федерик — Доминикан Республикаһынан. Ун ете йәшлек Паулина һәм 10 йәшлек Даниела исемле ҡыҙҙары бар. Глория — адвокат, ә Федерик — Глорияның икенсе ире, төҙөлөштә эшләй. Йорттары ике ҡатлы, иҙәндәре мәрмәрҙән, өйҙән һалҡынлыҡ бөркөлә. Испандарҙың өйөндә затлы йыһаз юҡ, иң мөһиме — өҫтәлдә ашарға, йоҡларға урын булһын. Шифоньер тигән нәмә юҡ, кейем шкафтары стенаның эсенә индереп эшләнгән. Ике ҡатта ла йыуыныу бүлмәһе, телевизор, китап шкафтары, бүлмә һайын компьютер. Иҙәндә, стенала келәмдәр юҡ, тәҙрәлә жалюзи. Көнкүреште еңеләйтеүсе замана техникаһының бөтәһе лә бар. Артыҡ бүлмәләре булмау сәбәпле, миңә бәләкәй ҡыҙы йәшәгән бүлмәнән урын бирҙеләр. Ике ҡатлы карауаттың аҫҡыһында — ул, мин өҫкөһөндә йоҡлайбыҙ. Эшем иртәнге сәғәт 8-ҙә башлана. Телде насар белгәс, төрлө хәлдәргә осрарға тура килде. Глория берәй эш ҡушһа, йәһәт кенә һүҙлеккә ҡарап руссаға әйләндерәм, һәр һүҙен иҫтә ҡалдырырға тырышам, ул ике тапҡыр ҡабатларға яратмай ине. Аңламаһаң, ҡысҡырырға ла күп һорамай. Ҡыҙҙарына иртәнге тамаҡ әҙерләп, ашатып мәктәпкә оҙатам. Миңә үҙем ауыҙ итеп ҡарамаған аш-һыуҙы әҙерләргә өйрәнеү еңелдән булманы. Улар балыҡтан, диңгеҙ аҙыҡтарынан, йәшелсәнән ашарға әҙерләй. Ире Федерик испан милли аштарын бешерергә өйрәтте. Ә ҡайһы саҡ улар минән былау, ҡоймаҡ бешереүҙе лә һораны. Глория адвокат булып эшләгәс, өйҙә тормай, йә Кубаға, Мадридҡа, Доминиканға оса. Бер ай ҙа йәшәп өлгөрмәнем, был ғаилә, бар мөлкәтен миңә ҡалдырып, Кубаға сәйәхәткә сығып китте.
Малаганың үҙәгендә урыҫ паркы бар. Рәсәйҙекеләр ял көндәрендә шунда йыйыла, Башҡортостандан килгән яҡташтар ҙа осраша. Беҙҙең менән бергә Испанияға килгән Зәкиә инвалидтар йортонда йыйыштырыусы булып эшкә урынлашҡан булған. Төнө буйы йоҡламай сыҡҡан, аяҡ-ҡулы зәғиф кешеләр һыҙланыуҙан төнөн ҡысҡырыша икән, ҡайһыларын ҡалаҡлап та ашатҡан. Зәкиә, уларҙы йәлләп, эштән киткән. Паркта Хәйбулла районынан килгән Венера исемле ҡыҙ менән таныштым, ул бер яңғыҙ ҡартты ҡарай. Уның менән аралашып торҙоҡ, башҡортса һөйләшер кешең булғас, күңел дә күтәрелде. Бәләбәйҙән Наилә исемле апай менән танышып алдыҡ, ул да ошо уҡ ҡалала әбей менән бабайҙы тәрбиәләй икән. Яҡташтарҙың күбеһе үҙәк Малагала эшләгәс, мин дә был ғаиләне ҡалдырып, шунда юлландым.
Ярты йыл эсендә тыуған яҡты, бигерәк тә ҡыҙымды, туғандарҙы һағыныуҙан, Испанияның аш-һыуына өйрәнеп булмағанлыҡтан ябыҡтырҙы. Ҡыҙымдың мине оҙатҡанда поезд артынан илап йүгергәне күҙ алдынан китмәй. Бөтәһенә лә ҡул һелтәп бөгөн үк ҡайтып китер инем дә, аҡса эшләргә килгәс, уйымдан йәнә кире ҡайтам. Башҡортостандан килгән ҡыҙҙар менән туғандарса мөнәсәбәттә, бер-беребеҙгә терәк булып йәшәнек.
Бер аҙ ял итеп алырға булдым. Эш тә юҡ, эҙләргә кәрәк. Буш ваҡытымдан файҙаланып, Малага ҡалаһын өйрәнергә ҡарар иттем. Малага — эшселәр ҡалаһы, ул эш эҙләп килеүсе төрлө милләт мигранттары менән тулы. Тирә-яҡтағы ваҡ ҡалалар курорт зонаһы булып һанала. Әлбиттә, киң күңелле аҫаба халыҡ уларҙы күпһенмәй, хатта “опоха” тип аталған бушлай ҡунаҡхана асҡан. Унда көнөнә өс тапҡыр бушлай ашаталар, түшәк, йыуыныу кәрәк-ярағы ла бирәләр. Тик унда өс айҙан артыҡ йәшәргә ярамай, эш таба алмаһаң да, ҡунаҡхананы ҡалдырырға мәжбүрһең. Урамда аҙым һайын осраған магазин, бөҙрәхана, кафе, ресторандар — бөтәһе лә шәхси кешенеке. Мәктәптәр, дауаханалар, дарыуханалар, балалар баҡсалары ла улар ҡулында.
Испандар өйҙә бешеренергә яратмай. Күберәген кафела ашайҙар. Аҙыҡтары ла ярымфабрикат. Бер ғаиләлә лә билмән, ҡалас, ҡоймаҡ, торт бешергәндәрен күрмәнем. Ил башлыса туризм иҫәбенә йәшәй, беҙҙәге кеүек завод, комбинаттар юҡ. Малагала һыра, цемент заводы ғына бар. Бында тарихи өйҙәрҙе емермәйҙәр, эргәһенә яңы йорт төҙөйҙәр.
Мине хайран ҡалдырғаны шул булды: бында тупаҫлыҡ бөтөнләй юҡ. Автобусҡа инһәң, шоферҙар, һәр кем менән иҫәнләшеп, хәлеңде һораша. Ә һатыусылар һине күптәнге танышы кеүек ҡаршылай. Был һөйләшеү бер ҙә яһалма түгел, ә ысын күңелдән килеп сыға. Һәр кемдең шәхси машинаһы булғас, тар урамдарҙа транспорт йыш тығыла, әммә кешеләр бер ҙә борсолмай, аҙаҡҡаса үҙен тыныс тота. Әгәр урам буйында кемдәндер юл өйрәтеүҙе һораһаң, ул кире яҡҡа боролоп булһа ла, һине оҙатып ҡуя.
Ҡалаға 3000 йыл элек нигеҙ һалынған, халыҡ иҫәбе 500 меңдән аша. Унда иң ҙур порт урынлашҡан, икенсе Бөтә донъя һуғышында илдең иң ҙур базаһы булған. Субтропик климат бында кешенең һаулығын нығытыуға ҙур роль уйнай. Уртаса һауа торошо 22 градус йылы, ҡышын иң һалҡыны — 10 градус. Малага ҡалаһында бөйөк рәссам Пикассоның музейы эшләй, унан халыҡ ағымы өҙөлмәй. Беҙҙең эраның икенсе быуатында төҙөлгән элекке римдарҙың театры ла ҡәҙерләп һаҡлана.
(Аҙағы бар).
Зөһрә НИҒМӘТУЛЛИНАНЫҢ һөйләгәндәрен
Самат ҒӘЛИН яҙып алды.