Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өфө кремдары йәшәртә
Өфө кремдары йәшәртәБашҡортостандың баш ҡалаһы өс йыл эсендә Рәсәйҙең косметика үҙәгенә әүереләсәк, беҙҙә етештерелгән продукция ватан һәм сит ил баҙарының байтаҡ өлөшөн яулаясаҡ. “РОСНАНО” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән Рәсәй венчур компанияһы Өфөлә барлыҡҡа килгән “НаноДерм-профи” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ошондай оло өмөт бағлай. “НаноДерм-профи”ҙың директорҙар советы рәйесе, биология фәндәре докторы Александр Земницкийҙың күп йыллыҡ ғилми тикшеренеүҙәре һәм ҡаҙаныштары быға нигеҙ бирә.
“Нано-” ҡушымтаһы хәҙер күп һүҙҙәрҙә осрай: нанокосметика, нанофизика, нанометалл... Бер бөтөндөң миллиардтан бер өлөшөн аңлатыусы “нано” һүҙе боронғо грек теленән “кәрлә” тип тәржемә ителә. Барлыҡ нанотехнологиялар 100 нанометрға тиклем ҙурлыҡтағы микрокиҫәксәләр алыуға ҡоролған. Бөгөн был йүнәлештәге асыштар төрлө өлкәлә уңышлы файҙаланыла. Ҡайһы бер бай фантазиялы ғалимдар, нанотехнологиялар үлемһеҙлеккә юл аса, тип ышандыра. Һәр хәлдә Александр Земницкий һәм уның командаһы кешенең тышҡы ҡиәфәтен 5-10 йылға йәшәртеүгә өлгәшкән дә инде.
Әлегә донъяла тиңе булмаған косметикаға егерме йыллыҡ хеҙмәт, тырышлыҡ һалына. Тиренең ҡартайыу процестары һәм уны йәшәртеү ысулдары менән ҡыҙыҡһынған Александр Николаевичҡа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биохимия һәм генетика институтындағы ошо юҫыҡта эшләүсе лабораторияны ышанып тапшыралар. 1991 йылда тикшеренеүҙәрҙе финанслау туҡтатыла. Ғалимдар ҡаҙаныштарын косметика етештереүсе фабрикаларға тәҡдим итеп ҡарай, әммә ҡыҙыҡһыныу белдереүселәр табылмағас, был эшкә үҙҙәре тотона. Шулай итеп, 1991 йылда А. Земницкий етәкселегендәге “Жеспар-Биос” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте барлыҡҡа килә.
Өфө кремдары йәшәртәЭштәренә мөкиббән белгестәр шарттарҙың һәм аҡсаның юҡлығына зарланмай, тикшеренеүҙәрен дауам итә. Тәүге кремдарҙы нисек итеп аш сүмесе менән бутай-бутай кәстрүлдә әҙерләүҙәрен хәҙер көлөп иҫкә алалар. Продукцияны камиллаштырыу, сертификаттар юллау, етештереүҙе яйға һалыу буйынса сығымдарҙы ҡаплар өсөн Александр Николаевич Өфөлә ресторан һәм кейем-һалым магазины аса. Ниһайәт, 1995 йылда Земницкий беренсе косметика линияһын – “Плазан”ды сығара. Атаманың бер өлөшө продукцияның плацента (бала ятҡыһы) нигеҙендә яһалыуын аңлатһа, икенсеһе – авторҙың исем-шәрифенең баш хәрефтәре. Косметикаға медицина күҙлегенән ҡарау юғары сифатлы кремдар етештереүгә булышлыҡ итә. Бөгөн “Плазан”ды профессиональ косметологияла киң ҡулланалар, Рәсәй һәм сит ил ҡатын-ҡыҙҙары араһында һатып алыусылар артҡандан-арта. Уны Дженнифер Лопес, Кайли Миноуг, Наоми Кемпбелл, Клара Новикова, Лайма Вайкуле кеүек билдәле ”йондоҙҙар” үҙ итеп өлгөргән. 60 төрлө крем һәм шампундән торған косметика линияһын Германияның Мюнхен ҡалаһында ла етештерәләр.
“Плазан”дың уңышы А. Земницкийҙы нанокосметика буйынса эшләүгә илһамландыра. “Жеспар-Биос” йәмғиәтенең ғилми-тикшеренеү үҙәгендә тәбиғи компоненттарҙан кәрлә киҫәксәләр алыуға өлгәшәләр. Нанокосметиканы етештереү һәм донъя баҙарына сығарыу маҡсатында “НаноДерм-профи” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте булдырыла.
NanoDerm (НаноДерм) косметикаһындағы кәрлә комплекстар сәс бөртөгөнөң диаметрынан 10 мең тапҡырға бәләкәй һәм тиренең иң төпкөл ҡатламдарына барып етергә, хатта күҙәнәктәргә үтеп инергә һәләтле. Улар күҙәнәктәрҙе ябай кремға ҡарағанда ун тапҡырға күберәк байыта, тимәк, файҙалы матдәләр ҙә аҙыраҡ ҡулланыла. Шуның иҫәбенә нанокосметиканың хаҡы бер ни тиклем арзаная. Сит илдең затлы кремдары 3 000 һумдан кәм булмаһа, беҙҙекеләрҙең хаҡы 1 200 һумдан да артмай.
– Сит ил косметикаһында силикон бар. Был матдә организмды зарарлай. Ә беҙҙең продукция шәкәргә нигеҙләнгән. Тәбиғи матдәләр һаулыҡҡа зыян килтермәй, – ти Александр Николаевич.
Өфөлә барлыҡҡа килгән “матурлыҡ майҙары”ның тылсымы уларҙы һынау осоронда уҡ күптәрҙе таң ҡалдырған. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙар ай ярым эсендә биш-ун йылға йәшерәк күренә башлаған. Голландияның пеләш ир-егеттәре NanoDerm шампундәренән ифрат ҡәнәғәт – уларҙың сәсе ҡуйы булып үҫкән. Пластик операциянан һуң профессиональ линия кремдарын ҡулланыу яраларҙы биш-ете көндә, йәғни ике тапҡыр тиҙерәк уңалтҡан.
– Беҙҙең технология донъяға билдәле косметика компанияларыныҡынан алты-һигеҙ йылға алда бара. Сит ил баҙарын яулар өсөн етештереүҙе оҙаҡҡа һуҙырға ярамай, – тине доктор Земницкий Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығында уҙған кәңәшмәлә.
2010 йылда компания Рәсәй венчур фондына һәм РОСНАНО-ға ғариза тапшырған, былтыр майҙа тәүгеһенән инвестиция килгән, өс айҙан продукция һатыуға сығарылған. Әле NanoDerm косметикаһын Мәскәүҙең байтаҡ дарыуханаһында табырға мөмкин. Америка Ҡушма Штаттарынан Интернет аша заказдар арта. Башҡортостанда үҙебеҙҙең ҡулланыусылар әллә ни күп түгел икән.
– Беренсенән, беҙ рекламаға аҡса сарыф итергә теләмәнек, сөнки был тауарҙың хаҡын да күтәрәсәк. Икенсенән, халыҡтың нанокосметикаға икеләнеп ҡарауы ҡатмарлылыҡ тыуҙыра. Һәр дәүерҙә яңылыҡ ауыр ҡабул ителә, әммә уны бер нисек тә кисектереп булмай. Яҡташтарыбыҙ ҙа шуны аңлаһын, нанотехнологияға йөҙ менән боролһон ине, – тип аңлатты Александр Николаевич сауҙа өлкәһендәге мәсьәләне.
Яҡын арала ”РОСНАНО” корпорацияһынан инвестициялар килеүе көтөлә. Йәнә республика етәкселегенән дә ярҙам булғанда, йыл аҙағында етештереүҙе киңәйтеү күҙаллана. Доктор Земницкий әйтеүенсә, юғары хеҙмәт хаҡы ҡаралған 1,5 меңдән ашыу эш урынының барлыҡҡа килеүе һәм Өфөнөң Рәсәйҙең косметика үҙәгенә әүерелеүе ихтимал. Әлегә баш ҡалалағы етештереү үҙәгендә иллеләгән кеше эшләй.
– Киләсәктә башҡорт косметикаһының башҡорт балы кеүек тотош донъяға танылыуын теләйем, – ти Александр Земницкий.
Н. ХӘСӘНОВА.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте

Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте 24.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте....

Тотош уҡырға 21

Хәтер — мәңгелек

Хәтер — мәңгелек 24.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим тыуған көндө республика Башлығы Рөстәм Хәмитов уның...

Тотош уҡырға 13

Журналистар музейға юллана

Журналистар музейға юллана 22.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил...

Тотош уҡырға 47

Ғорурлығым – Рәсәй!

Ғорурлығым – Рәсәй! 22.09.2018 // Йәмғиәт

“Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара методик үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы...

Тотош уҡырға 40

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 50

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 61

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 54

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 42

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 55

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 51

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 46

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 49