Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Этләшеү Этләшергә тиһәң, беҙҙе ҡуш. Беҙ тигә­нем үҙем, йәғни Шәмди, әшнәләрем Хәмди менән Мәнди булыр. Өсөбөҙ ҙә сан­техник. Беҙ эшләгән завод ҙур түгел. Әммә уның лабора­торияһы һәйбәт. Заводтың ҙурлығы менән ла­боратория­ның һәйбәтлеге ара­һында ниндәй бәй­ләнеш бар, тиерһегеҙ. Бөтә хикмәт тә шунда шул. Һөйләйәсәк ваҡиға тап ана шул лабораторияға ҡағылышлы.
— Шәмди дуҫ, лабораторияға эспирт килтерҙеләр. Үҙ күҙебеҙ менән күрҙек! — тип атылып килеп керҙе бытовкаға Хәмди менән Мәнди. Күҙҙәре яңы ғына йыуған шешә быялаһылай йылтырай үҙҙәренең.
— Бер сирек! — тип өҫтәне Мәнди. — Нишләйбеҙ?
Белеп торам, был һорауҙы юрый ғына бирҙе Мәнди, нишләргә кәрәген бик яҡшы белә ул.
Лаборатория эспиртен элек тә бер нисә ҡабат татып ҡараған бар ине. Тик һуңғы ваҡытта лаборанткалар, үҙҙәренә сәлдерергә эспирт ҡалмай башлағас, ас­ҡысты йәшереп ҡуя. Әммә асҡыс беҙҙең кеүек егеттәр өсөн мәсьәлә түгел. Бөгөн эштән һуң ҡалып, эсвижий эспирттән ауыҙ итергә булдыҡ.
Шөкөр, заводта тәртип ул тиклем ҡаты түгел. Кергән-сыҡҡан кешегә һүҙ әйтеүсе юҡ. Вахтер ҡарт, күҙ теймәһен, бик йы­уаш, кем әйтмешләй, алла бәндәһе, ә эте Тузик унан да йыуашыраҡ. Лаборатория ҡыҙҙары, ғәҙәттәренсә, эш сәғәте бөт­кәнде көтөп торманы — таралыштылар. Уның ҡарауы, беҙ, йәғни мәҫәлән, Шәмди, Мәнди һәм Хәмди, проходнойҙан эшсе­ләр сығып бөткәнде түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ. Тәүәккәлләп, лабораторияға индек. Ирендәрҙе ялай-ялай, кәштәләргә күҙ һалдыҡ. Әллә ниндәй формалағы быяла һауыттар, пробиркалар, колбалар... Бөтәһендә лә — шыйыҡса. Ҡайһын­да эспирт икән? Баш төҙәтәм тип, ағыу эсеп булмай бит инде.
— Нишләйбеҙ? — тине Мәнди. Был юлы юрый ғына һораманы ул. Нишләргә кәрәген хатта ул да белмәй ине. Мәнди, миңә текәлеп, шаҡтай ғына ҡарап торҙо ла ҡапыл:
— Эт! — тип ҡысҡырып ебәрҙе.
— Мин нишләп эт булайым?! — минең асыу килеп китте. — Һин үҙең сабакы!..
— Эт! — тип ҡабатланы Мәнди. — Тузик!..
Уның тел төбөн иң башта Хәмди төшөнөп алды.
— Ысынлап та, Тузик бар ҙаһа! — тине ул. — Башта уға эсереп ҡарайыҡ. Ул иҫән ҡалһа, үҙебеҙ...
Вахтер ҡарттың эте беҙгә эйәләшеп бөткән. Уны лабораторияға алып индек. Мин аяҡтарын тотоп торҙом, Хәмди ауыҙын ҡайырып асты, Мәнди Тузиктың ауыҙына колбанан шыйыҡса ҡойҙо...
Дүрт-биш минут үткәндән һуң күрәбеҙ: Тузигыбыҙ завод ихатаһы буйлап туҙы­нып сабып йөрөй! Тимәк, ысын эспирт булып сыҡты теге нәмә!
Эстек. Йырлашып та эстек, йырлашмайынса ла.
Беҙ, өс шәп егет, йәғни, мәҫәлән, Шәм­ди, Хәмди һәм Мәнди, ауа-түнә ҡайтырға сыҡтыҡ. Вахтер ҡарт беҙгә күҙ ҙә һал­маны. Хәйер, беҙҙең ҡайғы юҡ ине унда: күҙ йәштәрен тып-тып тамыҙып, илап ултыра ине ул. Ә аяҡ осонда, бөтә кәүҙәһе менән һуҙылып... Тузик ята ине! Үлгән! Бахыр! Телен арҡыры тешләгән, күҙҙәре аҡайып сыҡҡан.
— Бөттө баш! Ағыуландыҡ! — тип аҡырып ебәрҙе Мәнди.
— “Ыскорый” саҡырайыҡ! — тине Хәмди.
“Тиҙ ярҙам” машинаһы тиҙ килеп етте. Вахтер ҡарт, тиреһен булһа ла тунап алайым тип, Тузикты ҡойроғонан һөйрәп, за­вод эргәһендәге өйөнә ыңғайланы. Ә беҙ­ҙе, өс шәп егетте, теҙеп һалып дауа­ханаға алып киттеләр.
Ярай әле, бәхеткә күрә, ағыу­лан­ма­ған булып сыҡтыҡ. Этем булһынмы ни! Сы­ныҡҡан инде беҙ! Ауа-түнә заводҡа кире киттек. Лабораторияның хәлен йәнә бе­лергә генә тип торғанда, милиция килеп етмәһенме! Беҙҙе, өс шәп егетте, йәғни мәҫәлән, Шәмди, Хәмди һәм Мәндиҙе, айнытҡысҡа тейәп алып киттеләр...
Икенсе көндө иртән эшкә килһәк, ни күҙ­ҙәребеҙ менән күрәйек, ихатала... Тузик пыр туҙып сабып йөрөй! Яртылаш туналған килеш. Теге ваҡыт иҫереп йығылған булған икән. Тик уның хәле беҙҙекенә ҡарағанда һәйбәтерәк булып сыҡты. Бына беҙҙе, йәғни өс шәп егетте, тунанылар, исмаһам! Айнытҡыста талап алынған аҡсаға иҫебеҙ ҙә китмәй, унда гел шулай итәләр. Бынан тыш, өсөбөҙҙө лә аҙ түләүле эшкә күсерҙеләр, квартал премияһынан, ун өсөнсө эш хаҡынан мәхрүм иттеләр...
Лабораторияға йәнә эспирт кил­терҙе­ләр.
– Нишләйбеҙ? — тине Мәнди. Әммә был һорауҙы ғәҙәт буйынса ғына бирҙе ул. Нишләргә, дөрөҫөрәге, нишләмәҫкә кәрәген бик яҡшы беләбеҙ. Лаборатория тирәһенә яҡын да бармайбыҙ хәҙер. Беҙ­ҙең, өс шәп егеттең, йәғни Шәмди, Мәнди һәм Хәмдиҙең, тағы эт көнөнә төшөр хәле­беҙ юҡ. Бер этләштек — етте!
Авторҙан. Был мәрәкә хәлде бай­таҡ йыл­дар элек, йәғни совет заманын­да, күр­шем һөйләгәйне миңә. Хәҙер инде ай­ныт­ҡыстар ҙа, хатта күршем эшлә­гән за­вод та юҡ. Уны емереп, сауҙа-кү­ңел асыу үҙә­ге һалдылар. Эшһеҙ ҡал­ғандар кем ҡай­ҙа булдыра ала, шунда бил бөгә. Бай­ҙарға. Ябай халыҡты, ябай эш кешеһен “тунау” һаман дауам итә. Нимә ул за­водтағы лаборатория “эспирте”?! Тотош заводтарҙы, фабрикаларҙы үҙ-ара өлә­шеп бөттө олигархтар. Бына был этлә­шеү, исмаһам! Шуға ла баяғы егеттәрҙең этлеге, тегеләрҙеке менән сағыштырһаң, балалар шаярыуы булып ҡына күренә бөгөн.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ғүмерлек яра ул – һуғыш

Ғүмерлек яра ул – һуғыш 22.02.2019 // Йәмғиәт

Фәтхулла Тимерғәлин Берлинға һөжүм итеүҙә лә, Рейхстагты алыуҙа ла ҡатнаша....

Тотош уҡырға 0

Рәсәйгә хеҙмәт итергә әҙер!

Рәсәйгә хеҙмәт итергә әҙер! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Белоретта хәрби-патриотик йүнәлештәге саралар дауам итә. Ошо көндәрҙә ҡала мәҙәниәт һарайында...

Тотош уҡырға 0

Штабной тигән исем алғандар

Штабной тигән исем алғандар 22.02.2019 // Йәмғиәт

Һалдат һурпаһын эсмәгән, сылғау бәйләй белмәгән егет егет буламы?!...

Тотош уҡырға 0

Һәр саҡ сафта

Һәр саҡ сафта 22.02.2019 // Йәмғиәт

Егеттәрсә төҙ кәүҙәле, Урал ҡарағасындай ныҡ, хәрбиҙәргә хас аҙымдар менән атлап, йәштәрсә донъя...

Тотош уҡырға 0

Ватан ҡушҡан бурыс

Ватан ҡушҡан бурыс 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хәтеремдә, унынсы класта уҡып йөрөгән йылда мәктәп линейкаһында Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең...

Тотош уҡырға 0

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға 22.02.2019 // Йәмғиәт

Беренсеһе – батырлыҡ, икенсеһе – тәүәккәллек....

Тотош уҡырға 20

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана?

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана? 22.02.2019 // Йәмғиәт

Уларҙың һыны һәйкәл булып ҡалҡты....

Тотош уҡырға 22

Көслө армия – ил терәге

Көслө армия – ил терәге 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватан һаҡсыһы һөнәре бер ваҡытта ла абруйын юғалтмай....

Тотош уҡырға 40

Тыныслыҡ һәм мәңгелек билдәһе

Тыныслыҡ һәм мәңгелек билдәһе 22.02.2019 // Йәмғиәт

1990 йылдың 11 октябрендә Юғары Совет тарафынан Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты...

Тотош уҡырға 27

Бында ысын илһөйәрҙәр үҫә!

Бында ысын илһөйәрҙәр үҫә! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осош әҙерлеге алып барылған Өфө...

Тотош уҡырға 27

“BashDic” ниҙәр тәҡдим итә?

“BashDic” ниҙәр тәҡдим итә? 21.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә “BashDic” электрон уҡыу баҫмаһының исем туйы үтте. Сараға китап уҡыусылар, студенттар,...

Тотош уҡырға 27

Өфөлә ҙур Еңеү парады көтөлә

Өфөлә ҙур Еңеү парады көтөлә 21.02.2019 // Йәмғиәт

Хәбәр итеүебеҙсә, “Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” форумында йәштәр Радий Хәбировҡа бик күп...

Тотош уҡырға 73