Тормош ҡото, йәшәү йәме улар

29-11-2014, 01:44 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Тормош ҡото, йәшәү йәме улар Ер йөҙөндә байрамдар ифрат күп, әммә шуларҙың иң күркәме — Әсә көнө. Шатлыҡтарҙы ла, ҡайғыларҙы ла үҙенең киң күңеленә һыйҙырған, мәшәҡәтле бала тәрбиәләү бурысын иңенә алған, тормош ҡото, йәшәү йәме булған әсәләргә ниндәй генә ихтирам, рәхмәт һүҙҙәрен әйтһәң дә аҙ булыр төҫлө.

Республика рус дәүләт драма театры фойеһында береһенән-бере­һе ҡупшы ке­йен­гән, йөҙҙәре­нән нур кит­мәгән ҡа­тын-ҡыҙ­ҙар менән осрашыу бары­быҙҙың да кә­йе­- фен күтәрҙе. Әйтерһең дә, ябай ҡыр сәскә­ләренән, көйәҙ рауза, ғорур орхидеянан йы­йыл­ған сағыу гөлләмәгә юлыҡ­тыҡ. Иң тәүге танышы­быҙҙы – донъя­ға ихлас йылмайыу менән баҡҡан мари ҡатыны Любовь Иманғоло­ва­ны ҡай­нар ҡояшты хәтерләт­кән көнбағыш сәскәһенә оҡша­тыуы­быҙ юҡҡа түгел. Үҙенең өс балаһын үҫтереп, оло тормош юлына сығарған һәм ғаиләһенә йәнә алты етемде һыйындырған әсәнең батыр­лығы, шәфҡәтлелеге һоҡ­лан­дыра ла, аптырата ла. Төрлө милләт балаларын бер усҡа туплап, наҙлы һүҙҙәре, изгелеге менән сабыйҙарҙың ҡатҡан күңелен иретә алған Любовь ханымдың көндәлек хәстәрен самаларға була. Дүрт баланы иртән Шаран мәктәбенә автобуста оҙатаһы, ҡаршылайһы, дәрестәрен тик­шерәһе, техникумда уҡыған­да­рын да хәстәрләйһе, ғаилә­- лә­ренең хәлен белешәһе... Ә унан тыш күпме йорт-ҡура мәшәҡәттәре!
Тормош ҡото, йәшәү йәме улар– Балаларҙың береһен дә айырмайбыҙ, барыһы ла үҙебеҙҙеке. Берәйһен аҙ ғына ҡыйырһытһалар ҙа күңелгә ҡыйын, — ти әсә.
Матур сараны төрлө район­дарҙан килгән бер төркөм ҡатын-ҡыҙға “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыу тантана­һы тағы ла йәмләй төштө. Күп балалы әсәләрҙе хөрмәтләү йөҙөнән республикала булды­рылған был награданы ете меңгә яҡын әсә алды ла инде.
Башҡортостан Хөкүмә­тенең Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, һәр береһе тураһында әллә күпме маҡтау, рәхмәт һүҙҙәре әйтерлек 15 әсәгә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырып, уларҙы күркәм байрам менән ҡотланы. Рус дәүләт драма театры артистарының Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” повесы буйынса ҡуйған спектакле тамашасыларға үҙенсәлекле байрам бүләге булды.