Йыл башынан – Башлыҡ

29-11-2014, 01:00 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Бынан ары инспектор тарафынан ҡулға алынған автомобилен эҙләп, хужа кешегә оҙаҡ баш ватырға тура килмәйәсәк: транспортының бер урындан икенсе урынға күсерелеүе тураһында уға кисекмәҫтән хәбәр ителергә тейеш. Эвакуатор хеҙмәтенә ҡағылышлы яңылыҡтар штрафтарға ла ҡағыла. Был турала Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары сираттағы пленар ултырышта хәл итте. “Транспорт сараларын махсуслаштырылған туҡталҡаларға күсереү тәртибе тураһында”ғы Законға үҙгәрештәрҙе депутаттар бер тауыштан хупланы.

Башҡортостан парламентарийҙары пленар ултырышта республиканың төп финанс документы — “2015 йылға һәм 2016, 2017 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы закон проектын ҡайтанан ҡараны. Федераль һалым ҡануниәтенең үҙгәреүе лә төп йыллыҡ документты әҙерләүгә тәьҫир итмәй ҡалмаған. Һәр хәлдә, өҫтәмә сығымдар һаулыҡ һаҡлау, ауыл хужалығы, мәҙәниәт, спорт, граждандарҙың социаль гарантияларын үҫтереүгә йүнәлтеләсәк. Әйтәйек, киләһе йылдың ғинуарынан тәрбиәгә бала алған һәм патронат ғаиләләргә түләүҙәр 5 проценттан 20 процентҡа артасаҡ.
Пленар ултырыштың көн тәртибенә индерелгән мәсьәләләрҙең икәүһе Контроль-иҫәп палатаһы эше менән бәйле булды. Тәүге ҡарарға ярашлы, Салауат Харасов берҙәм тауыш менән Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе итеп ҡайтанан һайланды.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары пленар ултырышта «Башҡортостан Республикаһы Башлығы тураһында»ғы закон проектын да ҡараны. Документ иң юғары вазифаның исемен үҙгәртеүгә бәйле, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы эшмәкәрлегенең хоҡуҡи нигеҙҙәрен һәм хоҡуҡ гарантияларын билдәләй: һайлау тәртибе, ҡабул ителәсәк анттың тексы, дәүләт менән идара итеү өлкәһендәге ҡануни вәкәләттәр, уларҙы ваҡытынан алда туҡтатыу тәртибе, биреләсәк айырым хоҡуҡтар, отставкаға киткәндән һуңғы статус. Үҙгәреш 2015 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә ашасаҡ. Депутаттар проектты беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.