“Ҡармаҡ”ҡа эләгә күрмә

29-11-2014, 01:00 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
“Ћаҡланған – һаулыҡҡа туйған”, ти халыҡ мәҡәле. Был һүҙҙәрҙең хаҡлығына көндән-көн инанаһың. Бигерәк тә төрлө сирҙәр күбәйгән бөгөнгө заманда һәр кемдең үҙ сәләмәтлегенә ҡарата һаҡсыл булыуы зарур.

ВИЧ инфекцияһы ла битарафлыҡты, вайымһыҙ­лыҡты ғәфү итмәй, иғтибарһыҙҙарҙы, һаулығына төкөрөп ҡарағандарҙы “ҡармағына эләктерер” өсөн һағалап ҡына тора. СПИД-ҡа һәм инфекциялы сирҙәргә ҡаршы республика үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1987 йылдан алып лаборатория тикше­реүҙәре һөҙөмтәһендә Башҡортостанда ВИЧ инфекциялы 20 мең 110 кеше барлығы асыҡланған. Уларҙың 4 мең 105-е вафат булған. Єле ҡалала йәшәгән 8 мең 579 кеше ошо сир менән яфаланһа, ауылда ундайҙар – 4 мең 736.
Љыҙғанысҡа ҡаршы, афәт балаларҙы ла урап үтмәй. 21 ноябрь мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1997 йылдан алып ВИЧ инфекциялы әсәләрҙән 2 мең 585 бала, шул иҫәптән 1 мең 303 малай һәм 1 мең 282 ҡыҙ тыуған. 17 – 21 ноябрҙә генә лаборатория тикшереү­ҙәре һөҙөмтәһендә республикала ВИЧ инфекциялы 62 кешенең барлығы асыҡланған. Улар Өфө (23 кеше), Стәрлетамаҡ (11), Салауат ҡалаларында (1), Єбйәлил (2), Бәләбәй (6), Балаҡатай (1), Белорет (1), Бишбүләк (1), Бөрө (3), Борай (1), Дүртөйлө (2), Иглин (2), Љырмыҫҡалы (1), Мәләүез (1), Мәсетле (1), Стәрлетамаҡ (1), Өфө (1), Учалы (3) райондарында теркәлгән.
Был сир тиҙ генә асыҡланмай. Тән температу­раһының күтәрелеүе, йүткереү, аппетит юғалыу, арыу йонсота кешене. Анализға ҡан биргәндән һуң да ауырыуҙың бармы-юҡмы икәнлеген асыҡлау еңел түгел. Инфекция эләккәндән һуң алты ай үткәс кенә ВИЧ-ҡа тестың ыңғай һөҙөмтәһе булыуы ихтимал.
Єлегә ВИЧ һәм СПИД-ты дауалау юлдары табылмаған. Єммә иммун системаһының зарарланыуын туҡтатҡан дарыуҙар бар. Улар сирлеләрҙең ғүмерен бер аҙ оҙайта. Енси бәйһеҙлек, шәхси гигиена талаптарын инҡар итеү кеүек сәбәптәр был сиргә юлыҡтыра. Бындай ауыр хәлгә тарымаҫ өсөн һаҡла­ныу сараларын күреү зарур.