Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡояшлы Ташкент ҡалаһы Һыйындырған башҡорт балаһын!..
Ҡояшлы Ташкент ҡалаһы Һыйындырған башҡорт балаһын!.. Ташкент – ҙур ҡа­ла. Унда зауыҡ ме­нән биҙәлгән йорт­тар, биналар етерлек. Бохара менән Сәмәр­ҡәндте күрһәң, йығылып китер инең әле, тинеләр, һоҡланыуымды күреп. Ҡасандыр Төркиәгә Европа бетле, һаҫыҡ ил тип ҡараған, ана хәҙер нисек! Үзбәкстанды ла Шәреҡ дәүләте тип кәмһетергә тырышмағыҙ, бында үҙ телен, халҡын яратҡан мил­ләт йәшәй. Һәр ерҙә яҙмалар үзбәк телендә, ә инде һөйләштең урамда яңғырап тороуына өйрәнеп тә кителә. Төндә килеп төшкәндә йондоҙҙар ус төбөнә тамырға торһа, көндөҙ ҡояш шундай сағыу, яҡты булып күренде, әйтерһең, махсус яҡтыртыу ҡоролма­һы ҡуйылған.
Ташкент яҡты, урамдары иркен, әммә унда ла ма­ши­на күп, сит илдекеләргә өҫтөнлөк бирелә, ты­ғын­дар ҙа аҙым һайын осрап ҡына тора. Күпселек халыҡ сауҙагәрлек, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Өфө­ләге һымаҡ уҡ, Ҡытайҙан килтерелгән нәмәләр ҙә етерлек, шулай уҡ Төркиәнең, Ирандың, Дубайҙың сифатлы тауарын тәҡдим иткән магазиндар ҙа бар. Аҙым һайын – сауҙа нөктәһе, аҙым һайын – тәғәм­хана. Унан тыш, ҙур баҙар бар, унда инергә мөмкин­лек юҡ ине, шулай ҙа ситтән фотоға төшөрөп алдыҡ. Архитектура ҡо­мартҡыһы булырҙай биналар күп бын­да. Тамерланға ҡуйылған мөһабәт һәйкәл генә ни тора! Хужа Насретдин да ишәген етәкләп китеп бара, имеш!
Ҡояшлы Ташкент ҡалаһы Һыйындырған башҡорт балаһын!..Үзбәкстан Президенты Ислам Кәримовтың ҡыҙы Гөлнара ла ҡаланың уртаһында зауыҡ менән биҙәлгән бина һалып ултыртҡан. Яҡындағы аллеяға хатта полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереп индерә. Баш ҡала ни тиһәң дә баш ҡала инде – һәр кем үҙ урынын табырға тырыша, эш эҙләй, уҡырға инә. Шәреҡ дәү­лә­тенең уҡыу йорттары биналары ла милли на­ғыш­тар менән биҙәлгән. Бер шиғырымда төрөктәр ха­ҡын­да “Аңлай микән төрөк халҡы Үҙҙәренең бәхетен? Улар тойоп йәшәй илдә Илдәренең рәхәтен...” тип яҙғай­ным. Шуның кеүек, үзбәк милләте лә айырым дәү­ләтле булыуы менән сикһеҙ бәхетле. Һәр хәлдә, әгәр күҙҙәремде бәйләп ошонда төшөрөп ҡалдырһалар һәм ҡайҙа эләгеүеңде әйтеп ҡара әле, тиһәләр, биш-ун минут эсендә белә алыр инем. Милли йөҙ, яңғы­рап торған тел, uz тигән яҙма менән башланып киткән аңлатмалар, алтаҡталар шунда уҡ Үзбәкстан ерендә булыуымды төшөндөрөр ине.
З. Вәлиди исемендәге башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге тарихта ҡалған быуаттың туҡһанынсы йылдар башында уҡ, илдәге ҙур үҙгәрештәр осоронда бар­лыҡҡа килгән. Халыҡта милли үҙаң уяныу күренеше лә тип ҡабул итергә була уның ойошторолоуын. Әйткәндәй, тап ошо үҙәк ярҙамында заманында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) халыҡ-ара кимәлгә, донъяуи статусҡа эйә була. 1996 йылда тәүгеләрҙән булып төбәктә ойошторолған “Ирәндек” вокаль инструменталь ансамбле Үзбәкстан райондары, ҡалалары буйлап гастролдә йөрөгәндә тап З. Вәлидиҙең исемен йөрөткән үҙәк кенә түгел, Баш­ҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ла, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла уларға һәр яҡлап ярҙам иткән. Шул уҡ йылдарҙа урындағы радиола, үҙәк Үзбәкстан телевидениеһында башҡорт телен­дәге тапшырыуҙарға ваҡыт бүленә. Әйткәндәй, беҙ сәфәр ҡылғанда ла быға шаһит булдыҡ. Ғәжәпләнеп китеп, сығышы менән Башҡортостандың Әлшәй районынан булған апайҙан һорайым, гелән шулай һөй­ләп торамы ни радио, тип. Ул, эйе, тәүлек әйлә­нә­һенә, тигәс, тағы ла аптырап ҡуйҙым. Был хаҡта хатта “Юлдаш” радиоһы эфиры аша ла әйтеп киттек әле ул беҙ. Әммә мәғлүмәт бер аҙ дөрөҫлөккә тап килмәгән икән, үҙәктең етәксеһе Илшат Хәсән улы беҙҙе тө­ҙәтте: аҙна һайын радио эфирына – ике, үҙәк теле­видениеға бер сығаралар икән. 30-40 минут эсендә халыҡты яңылыҡ менән таныштырып ҡалырға ла, көй-моңдарға урын бирергә лә тырышалар икән. Тап беҙ килгәндә ра­дионың көноҙоно әле Райман Ишбаевты, әле Илһам Вәлиевте йырлатыуы, даими шиғыр уҡыуы ҡунаҡсыл­лыҡ билдәһе булғандыр, тип ҡабул иттем.
Ташкенттың Т. Садыҡов исемендәге ҡала мәҙәниәт йортонда 2008 йылда “Урал” ансамбле ойошторолған. Уның етәксеһе – Үзбәкстан дәүләт хор капеллаһы солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Феруза Халдарова. Уның үҙе хаҡында айырым һүрәтләмәлә таныштырып китербеҙ, ә юлъяҙмала был һылыу ҡатындың, милләте буйынса башҡорт булмаһа ла, башҡорт йырҙарын йырлап, башҡортса матур һөй­ләшеүенә һоҡланып ҡайтыуымды белдерәм. Ташкентта тыуһа ла, ул Өфө сәнғәт училищеһында айырым йырлау буйынса А. Мәсәлимова класын та­мам­лаған. Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә саҡырһалар ҙа, Үзбәкстанға ҡайтып, М. Әшрәфи исе­мендәге Ташкент дәүләт консерваторияһын тамам­лаған. Әлегә тиклем ул К. Яҡубов исемендәге Үзбәк дәүләт филармонияһында эшләй.
Башҡорт телен өйрәнеүсе, көйҙәр, моңдар менән таныштырыусы “Урал” ансамбле эргәһендәге йәк­шәмбе мәктәбе хаҡында айырым әйтеп китеү кәрәк. Әллә ниндәй ғилми китаптар, әсбаптар уҡып сығырға була, әммә йәнле аралашыу, туған халҡыңдың тарихы, йыр­ҙары менән таныштырыу эше алып ба­рыл­маһа, милләтең ме­нән рухи бәй­ләнеш өҙөлөүенә лә күп кә­рәкмәй. Был ансамбль эр­гәһендә тупланған өлкәндәр йәш­тәрҙе, балаларҙы йәлеп итеп, даими эш алып барырға тырыша. 2010 йылда Нефтекамала уҙғарылған “Дуҫлыҡ моңо” халыҡ-ара фес­тивалендә “Урал”­дың иң йәш таланттарының береһе Жәмилә Гиясова диплом яулаған һәм махсус бүләккә лайыҡ булған. Әйткәндәй, баш­ҡорт йәштәрен, Башҡорт­остан­дан сыҡҡан ха­лыҡ­ты туплаған ансамбль эргә­һендә мәғариф, белем биреү проблемалары ха­ҡында ла һөй­ләшәләр. Милләт­тәштәребеҙ балаларын Рәсәй вуздарына уҡыр­ға ебәрергә те­ләй. Шуныһы үкенесле: йылдан-йыл квоталар кәмеп, бөгөн юҡ иҫәбендә тиергә була. “Урал” ансамбле ойош­торған концерттарҙы алып барыу­сы Темур Әлимов – Баш­ҡорт­остан дәүләт медицина университетында, Эрнест Таһиров Башҡорт дәүләт университетында белем ала. Уларға алмашҡа Гүзәл менән Сабина Гасановалар, Нәргизә Лотфрахманова, Диана һәм Рината Әбүмөъминовалар үҫеп килә.
Яңыраҡ З. Вәлиди исемендәге башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге эргәһендә “Ағиҙел” клубы ойошторолған. Ағзалары – йәше 55-тән уҙған ҡатын-ҡыҙҙар. Уларҙың һәр кисәһе аулаҡ өй йә булмаһа кис ултырыу кеүек үткәрелә икән. Ҡатындар ҡул эштәре менән шөғөл­ләнә, ҡумыҙҙа уйнай, эйәреп килгән балаларға халыҡ тормошонан тарих һөйләй. Ошо рәүешле Үзбәкстан башҡорттары үҙҙәренсә күңелен йыуата, бер-бере­һенә рухи таяныс була. Төбәктә ойошторолған милли сараларҙың береһе лә хәҙер уларҙан тыш уҙғарыл­май. Апайҙар, инәйҙәр, үҙҙәренең ҡул эштәренән күр­гәҙмә яһап, башҡа халыҡтарға башҡорт ҡатынының оҫталығын күрһәтә.
“Ағиҙел” менән “Урал”, быларҙан тыш, “Уйна, гармун!”, “Ҡауын байрамы”, “Костюмлы бал” һәм башҡа кисәләр үткәрә. “Ағиҙел”гә йән өрөүселәрҙең береһе – Эммануила Хәбиб ҡыҙы Маһиярова.
З. Вәлиди исемендәге башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәгендә төрлө йәштәге милләттәштәребеҙ бергә тупланған. Ойошманың ағзаһы Миңһылыу Кулиева шиғырҙар яҙһа, Ринат Гуляев – йәш эшҡыуар, Илшат Яҡшығолов та бизнес менән шөғөлләнә, Ғәләүетдин Сәфәрғәлиев – “Дуҫлыҡ” Юныс-Абад башҡорт-татар ойошмаһы рәйесе, Кәрим Джураев – “Урал” ансамбле ағзаһы.
Тап бына ошо ойошмаларҙың ағзалары, Үз­бәк­станда йәшәгән башҡорттар 22 ноябрҙә меңдән ашыу кеше һыйҙырған Ташкент дәүләт музыкаль комедия театрының Ҙур залында Башҡорт мәҙәниәте фес­ти­валенә йыйылды.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләй йөрөй....

Тотош уҡырға 0

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 0

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 0

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 0

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 10

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 40

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 50

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 32

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 28

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 50

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 77

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын!

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын! 18.02.2019 // Йәмғиәт

13 – 15 февралдә Италияның Рим ҡалаһында ҡортсолоҡ буйынса халыҡ-ара симпозиум үтте....

Тотош уҡырға 52